Инфоурок Начальные классы Другие методич. материалыСказки, переведенные на башкирский язык

Сказки, переведенные на башкирский язык

Скачать материал

Бесәй балаһы Петрик менән сысҡан
(Белорус халыҡ әкиәте)


Бер ваҡыт бесәй балаһы Петрик сысҡан тоторға уйлаған. Ул әле бәләкәй, шуға күрә сысҡандарҙы бер ҙә күргәне юҡ икән. Тик өлкән бесәйҙәрҙән генә уларҙың сысҡан тотҡанын ишеткәне бар. Петриктың да сысҡан тотҡоһо килә. Шуға ул һарай яғына китә. Петрик унда оҙаҡ йөрөй, ләкин бер сысҡан да осрамай. Шул ваҡыт ҡапыл һалам ҡыбырлай һәм унда оҙон ҡойроҡло бер йәнлек күренә.
- һин кем? — тип һорай Петрик.
- Сысҡан.
- Мин һине эҙләйем, һин миңә кәрәк инең!..
- Ниңә?..
- Ниңә икәнен әлегә белмәйем, тик бесәйҙәрҙең сысҡан тотҡанын беләм.
- Бесәйҙәр сысҡанды бесәй-сысҡан уйыны уйнар өсөн тота. Теләйһеңме, мин һине лә өйрәтәм, — тигән сысҡан.
- Әйҙә өйрәт! — тигән бесәй балаһы Петрик.
- Мөйөшкә баҫ, — тигән сысҡан, — күҙеңде йом да өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң.
- Сысҡан өйрәткәнсә, бесәй балаһы Петрик өскә тиклем һанаған һәм күҙен асҡан. Тирә-яғына ҡараһа, бер нәмә лә юҡ икән.
(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)

 

 

 

 

 

 

 

 

Айыу менән бал ҡорттары

 

Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор булған ти.

Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.

Бер ваҡыт урманға утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.

– Әх, һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.

Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына инеп юғалған.

Шунан бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.

Теге кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Бал ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:

– Ниңә был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап бөтөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:

– Барығыҙ, осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал

Краткое описание документа:

Не секрет, что дети лучше всего воспринимают информацию, поданную в игровой форме. Пространные, серьезные нравоучения взрослых быстро утомляют детей, не достигая своей цели. В то же время с помощью сказки можно объяснить им все те же прописные истины, но сделать это в легкой, доступной для детского понимания форме. Сказки по праву считают мощнейшим инструментов обучения детей. Все дело в том, что они дают так называемые косвенные наставления. Дети мыслят образами, им гораздо проще представить себе ситуацию со стороны, где главными героями являются сказочные персонажи. Именно на примере героев сказок лучше всего усваивается важная жизненная информация....

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 177 457 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.12.2019 4635
    • DOCX 16.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем МАЛАБАЕВА АЛЬМИРА АМИРОВНА. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    МАЛАБАЕВА АЛЬМИРА АМИРОВНА
    МАЛАБАЕВА АЛЬМИРА АМИРОВНА
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 34
    • Всего просмотров: 47360
    • Всего материалов: 44

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой