Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / Әсәләр көнөнә байрам сценарийы
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Педагогическая деятельность в соответствии с новым ФГОС требует от учителя наличия системы специальных знаний в области анатомии, физиологии, специальной психологии, дефектологии и социальной работы.

Только сейчас Вы можете пройти дистанционное обучение прямо на сайте "Инфоурок" со скидкой 40% по курсу повышения квалификации "Организация работы с обучающимися с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ)" (72 часа). По окончании курса Вы получите печатное удостоверение о повышении квалификации установленного образца (доставка удостоверения бесплатна).

Автор курса: Логинова Наталья Геннадьевна, кандидат педагогических наук, учитель высшей категории. Начало обучения новой группы: 27 сентября.

Подать заявку на этот курс    Смотреть список всех 216 курсов со скидкой 40%

Әсәләр көнөнә байрам сценарийы

библиотека
материалов

Әсәләр көнөнә байрам сценарийы
«Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!»

(Ярыш барышы)

Сәхнә матур итеп би
ҙәлгән: баннер «Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!», кәрзиндә яһалма сәскәләр, ҡатнашыусылар һанынса ултырғыстар ҡуйылған. Музыка яңғырай.)

Алып барыусы 1. Һаумыһығы
ҙ, ҡәҙерле дуҫтар! . 8 Март алдынан һеҙҙе бында күреүебеҙгә бик шатбыҙ!

Алып барыусы 2. Әсәй-ошо на
ҙлы һүҙҙә
Тик мөхәббәт кенә сағыла.
Әсәйемдең йыр
ҙарынан беҙгә
Бөтмә
ҫ һөйөү генә ағыла.
Алып барыусы 2. Һе
ҙҙең өсөн һөйкөмлө, сибәр, уңған, аҡыллы, етеҙ, әсәйҙәр беҙ ярыш үткәрәбеҙ.
Бөтәһе: Йәге
ҙ әле, әсәйҙәр!
Алып барыусы 2. Әсәй
ҙәр, һеҙҙе сәхнәгә саҡырабыҙ! Бөгөн беҙҙең ярышта ҡатнашалар____________________________

Алып барыусы 1. Бе
ҙҙең һөйкөмлө ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡотлау өсөн мәктәп директорына һүҙ бирелә. 

Алып барыусы 2. Бе
ҙҙең әсәйҙәр һөйкөмлө йылмайыуҙар, күңелле шаярыуҙар, әсәлек оҫталыҡтары менән ярышҡа ҡоралланып килгәндәрҙер тип ышанабыҙ. 
Алып барыусы 1. Ә әлегә жюри менән таныштырабы
ҙ.Ул: …… Жюри 5 балл менән билдәләр ҡуясаҡ. 
Алып барыусы 2. Шулай итеп ярышта
ҡатнашыусыларға уңыштар теләйек!

Алып барыусы 1.Беренсе конкурс – ғаиләнең визит карточкаһы Һәм концерт номеры–был өйгә эш.
 
^
Конкурс «Визит карточкаһы һәм концерт номеры»

Әсәй
ҙәр үҙҙәре тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр һәм һуңынан бер концерт номеры күрһәтәләр.

Алып барыусы 2. Тәүге ярыш
ҡа йомғаҡ яһайбыҙ. 

Конкурс «Минең балам»
Әсәй
ҙәр балаларының һүрәтен эшләйҙәр һәм улар тураһында ижади рәүештә һөйләйҙәр

Алып барыусы 1. Мөғжизәләр иле бе
ҙҙе
Гел са
ҡыра үҙенә.
Их, күңелле әкиәттәр
ҙә,
Ғаши
ҡмын һәр һүҙенә!

Алып барыусы 2. Әкиәт һөймәгән бер бала ла ю
ҡ. Һәм һеҙҙең алдығыҙҙа, ҡәҙерле әсәйҙәр, таныш әкиәттәрҙән өр-яңы бер әкиәт ижад итеү бурысы тора. 

( «Шал
ҡан», «Сыбар тауыҡ», «Ҡыҙыл Башлыҡ», , «Йомро күмәс», «Тирмә» тигән яҙыуҙар һалынған батмус сығарыла. Һәр әсәй бер ҡағыҙ ала)

Алып барыусы 1. Һәр береге
ҙ үҙегеҙгә әкиәт һайлап алды, хәҙер уны үҙ сюжетығыҙҙы индереп, яңы бер ҡыҙыҡлы һәм матур әкиәт килеп сығырлыҡ итеп һөйләйһегеҙ. 
Алып барыусы 2.
Ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләйбеҙ, кәрәк ерҙә көйләбеҙ^
Конкурс «Әкиәт»

Алып барыусы 1. Ниндәй я
ҡшы әкиәтселәр беҙҙең әсәйҙәр!
Алып барыусы 1. Хөрмәтле жюри, һү
ҙ һеҙгә бирелә.

(Жюри конкурс
ҡа йомғаҡ яһай.)

Алып барыусы 1. Илгизә, һин ү
ҙеңдең бала саҡта нисек булыуыңды хәтерләйһеңме?

Алып барыусы 2. Әлбиттә, мин бик
ҡыҙыҡһыныусан бала инем.Әсәйемде һәр ваҡыт ни өсөн һорауҙарын биреп арытып бөтә торғайным . 

Алып барыусы 1. Эйе, һәр әсәйгә әллә күпме төрлө-төрлө көтөлмөгөн һорау
ҙарға яуап бирергә тура килә. Киләһе ярыш бына шундай һорауҙарға яуап табыу. 
Алып барыусы 2. Бе
ҙ һорауҙар, ә һеҙ яуап бирәһегеҙ.
^
Конкурс «Һорау-яуап»

Һорау
ҙар:

1.
 
5 картуфты 2 балаға нисек итеп тиге
ҙ итеп бүлергә? (пюре.)
2.
 
Кем һорау бирмәй, әммә яуап талап итә? (Телефон)
3. Волгала
ҡом ниндәй? (Һыулы)
4.Әгәр ашанғанда яңылыштан сәскесте йотһаң, ни буласа
ҡ? (Ҡул менән ашарға тура киләсәк)
5
Ниндәй бала мыйы
ҡлы булып тыуа? (Бесәй балаһы)
6
Ҡара бесәйгә ҡасан өйгә кереүе еңел? (Ишек асыҡ саҡта).

7.
 
Тәүге летчик-
ҡатындың исемен әйтегеҙ. (Убыр ҡарсыҡ).
8.
 
Сыйылдаусы сус
ҡанан ике тапҡыр нығыраҡ нимә сыйылдай? (2 сусҡа).
9
Бер мөгө
ҙ, бер күҙ, әммә носорог түгел! Ул нимә? (Мөйөштәге һыйыр)
10.
 
Балы
ҡтарҙың һәм күп һөйләүселәрҙең уртаҡ яғы? (Бер туҡтауһыҙ ауыҙ асалар .)
11.
 
Әтәс ү
ҙен ҡош тип әйтә аламы? (Юҡ, һөйләшергә белмәй)
12.
 
Ни өсөн Робин Гуд бай
ҙарҙы талаған? (Сөнки ярлыларҙың аҡсаһы юҡ)
13.
 
Кем башы менән эшкә сума? (Водолаз).
14.
 
Нимәне ә
ҙерләп була, тик ашап булмай? (Дәрестәр).
15.
 
Ни өсөн тауы
ҡ йомортҡа һала? (Ташлаһа, йомортҡа ватылыр ине)
16.
 
Кем ултырып
ҡына йөрөй? (Шахматист)
17.
 
Ғә
ҙәти зонт аҫтындағы 6 бала һәм 2 эт ҡасан һыуланмаҫтар? (Ямғыр булмаһа)

Алып барыусы 1Һү
ҙ жюриға бирелә

Алып барыусы 2. Ә хә
ҙер һеҙгә әсәләрҙең бер иртәһен тәҡдим итәбеҙ. Әсәйҙәр роль алалар. (кәкүкле сәғәт, әсәй, будильник, плита, бутҡалы кәстрүл, бала).

(Ролдәр таратыла ).
^
Конкурс «Театр»

Алып барыусы тексты у
ҡый, әсәйҙәр һүҙһеҙ генә ым-ишара менән уйнай .

Алып барыусы 2. Таң атты. Сәғәттәге кәкүк 7 тап
ҡыр кәкүк тип ҡысҡырҙы. Әсә йоҡоһоҙ төндән һуң һис тә уяна алмай. Шул ваҡыт будильник шылтыраны, һәм әсәй урынынан һикереп килеп торҙо. Кухняға йүгерә, плитаны тоҡандыра. Унда бутҡалы кәстрүлде ултырта. Сәғәт тыҡылдай, инде һигеҙенсе яртыны күрһәтә. Әсә баланы уята башлай. Бала тормаҫҡа тырыша, хәленән килгәнсә ҡаршылаша. Әсә ни эшләргә белмәй: ҡулдарынан, аяғынан тартҡылай. Шул саҡ кәстрүлдәге бутҡа түгелә башлай һәм плитала бышылдаған тауыш ишетелә. Етмәһә кәкүкле сәғәт ватыла һәм кәкүге хыялый кеүек бер туҡтамай ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Һәм ниһайәт әсә балаһын уятып кейендерә. Балаһын мәктәпкә оҙатҡан ыңғайы плитанан кәстрүлен ала, плитаны һөртә һәм ашыға-ашыға үҙе эшкә йүгерә. 
Алып барыусы 1. Жюри еңел булмаған бурыс
ҡуйылғайны– әсәйҙәрҙең ижади һәләтен билдәләү. Жюри, һеҙгә һүҙ бирелә. 

Алып барыусы 1. Балалар ү
ҙҙәре генә өйҙә ҡалған мәлдәр була. Бына шул саҡта нимә булғанын беҙ һеҙҙең менән хәҙер күрәсәкбеҙ. 
Алып барыусы 2.
Әсә өй
ҙән сығыу менән
Диванға һикерә бала.
Тә
ҙрәләге бар шаршауҙы
Тартып и
ҙәнгә һала.

Елкәнле кәмә эшләй ул,
 
Ә ү
ҙен ҡара-пират!
Бөтә донъя шау-шыу килә,
Әйтерһең йөрөй
ҙур ат.

Алып барыусы 1.
Әсәй
ҡайтҡас аптыраған
Өнөммө был, төшөммө?
А
ҫты-өҫкә килгән донъя,
Әллә бур
ҙар төштөмө.

Алып барыусы 2.
 
Ю
ҡ, ҡурҡырлыҡ бер ни ҙә юҡ,
Тик шаярған балалар.
Бына хә
ҙер йыйыштырып
Әсәй
ҙәр тиҙ алырҙар.

Алып барыусы 1. Ярыш «Тәртипкә килтер». Бына төрлө-төрлө әйбер
ҙәр тулып ята. Һәр әсәйгә йә кейем генә, йә гәзит-журнал, йә баш кейеме, йә уйынсыҡтар, йә мәктәп кәрәк-яраҡтарын ғына йыйыр кәрәк. 
Конкурс «Тәртипкә килтер»

Көй яңғырай. Әсәй
ҙәр әйберҙәрҙе йыйыштырып ултырғысҡа һала. 

Алып барыусы 2. Ә хә
ҙер әйҙә тикшереп алайыҡ, әсәйҙәр дөрөҫ йыйҙылармы икән.
Алып барыусы 1. Әсәй
ҙәргә билдә ҡуябыҙ . 

Алып барыусы 2. Әсәй – был бе
ҙҙең иң тәүге һүҙебеҙ. Сөнки бала һәм әсә -ул бер бөтөн.
Алып барыусы 1. Ниндәй генә бе
ҙ ҙур үҫһәк тә, көслө, аҡыллы булһаҡ та, әсәйҙәргә һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ. 
Алып барыусы 2. Һәм һәр
ҡайһыбыҙ бала саҡта әсәйебеҙ беҙҙе нисек атауын онотмайбыҙ. 
Киләһе ярыш «Минең иң яғымлым, иң на
ҙлым …»

«Дәфтәр битенә
ҡояш һүрәте төшөрәбеҙ һәм һәр нур һайын балаларыбыҙҙы ниндәй бер яғымлы һүҙҙәр менән атайбыҙ , шуны яҙабыҙ. 
^
Конкурс «Минең иң яғымлым, иң на
ҙлым …»

Алып барыусы 2. Әсәләр ү
ҙ балаларын нисек кенә атамай. Әсә һөйөүе сикһеҙ, уны бер ни менән дә сағыштырып булмай! Бөйөк тә ул һәм мәңгелек тә.
Алып барыусы 1. Төн йо
ҡоларын йоҡламай, балаһының тәмле йоҡоһон ул һаҡлай. Әҙ генә тауыш ишетеү менән урынынан һикереп тора. Бына хәҙер һеҙгә балағыҙҙың тауышын таныуы ауыр булмаҫ тип уйлайым. 
(Әсәй
ҙәр арттары менән балаларға ултыра.)

Хә
ҙер балаларығыҙ һеҙҙең бала саҡтағы кеүек илар. Көймәгеҙ, был шаярып ҡына. Һеҙгә үҙ балағыҙҙың тауышын танырға кәрәк. 
(Балалар микрофонға «уа-уа» тигән илау тауышы сығара . Балаһының тауышын таныған әсә
ҡул күтәрә. 

Алып барыусы 2.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был илау тауыштары һеҙҙең балағыҙҙың иң һуңғы илауы булыуын теләйем. 
Алып барыусы 1. Жюри, бе
ҙҙең хәлдәр нисек? Кем бөгөн «Йыл әсәһе» 

Жюри билдәләй:
- Иң яғымлы әсәй

- Иң шат әсәй

- Иң һөйкөмлө әсәй

- Иң на
ҙлы әсәй

- Иң сибәр әсәй….

Алып барыусы 1.Тағы ла барығы
ҙҙы ла 8 март-ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайым. Таҙалыҡ, һаулыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ, оҙон ғүмер теләйем !
Һау булығы
ҙ.





Ғаилә байрамы «Иң яҡшы әсәйҙәр»
Маҡсат:
-әсәйҙәргә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү, әсәләр һәм балалар араһында йылы мөнәсәбәт тәрбиәләү.
-балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, әсәләргә байрам ойошторорға теләк уятыу.
-әсәйҙәргә һөйөү, рәхмәт тойғоһо тәрбиәләү.
Байрам барышы:
Алып барыусы:
-Һаумыһығы
ҙ, һаумыһығыҙ! Бөгөнгө байрам Ер йөҙөндәге иң яҡын кеше-әсәйгә арнала. Кешенең иң тәүге һүҙе лә ул- «әсәй».
-Кем бе
ҙҙе гел уята? (әсәй)
-
Ҡайғы килһә, йыуата? (әсәй)
-Бешерә тәмле бут
ҡа? (әсәй)
-Асыуланмай ул ю
ҡҡа? (әсәй)
-Мине үбеп ярата? (әсәй)
-Иң я
ҡшыһы донъяла? (әсәй)

Балалар:
Әсәй-ул
Ҡояш,
Әсәй- ул бәхет,
 
Әсәй-ул Һауа,
Әсәй-ул рәхәт,
Әсәй
ҙән яҡын кеше юҡ!

Әсәй-әкиәт,
Әсәй-йылмайыу,
Әсәй-мөхәббәт,
Әсәй-яратыу!

Әсәй йылмайыр
Һәм әсәй көйөр,
Әсәй ул йәлләр
Һәм ғәфү итер.

Әсәй -ул алтын,
Әсәй-иң я
ҡын.
Ташлама
ҫ бер ҙә,
Килһә лә бәлә.

Һинән я
ҡын юҡ
Бар Ер йө
ҙөндә,
Мине һөйөүең
Күренә кү
ҙеңдән.

Байрам менән бе
ҙ
Һе
ҙҙе ҡотлайбыҙ.
Тик һе
ҙҙең өсөн
Йыр
ҙар йырлайбыҙ.

Алып барыусы:
-Бөтәге
ҙгә! Бөтәгеҙгә! Бөтәгеҙгә! Шат, тапҡырҙар клубын башлайбыҙ! Бөгөн беҙ һорауҙар бирербеҙ, йомаҡтар ҡойорбоҙ,
Йыр
ҙар йырларбыҙ һәм уйнарбыҙ. Байрамда 2 команда ҡатнашасаҡ. Уң яҡтағы команда-«Йондоҙсоҡ», һул яҡтағы- «Ҡояшҡай».

Байрам девизы:
 
Балалар
-Бер ни
ҡурҡыныс түгел, әсәй янда булһа гел.
1-се конкурс- «Разминка»
-Әсәй
ҙәр тураһында күп йомаҡтар бар. Балалар һәм әсәйҙәрҙең белемен тикшереп ҡарайыҡ. Мин башлайым, сиратлап һеҙ бөтөрәһегеҙ.
-Баланың бармағы ауыртһа, (әсәнең йөрәге ауырта),
-Әсә һөйөүенең (сиге ю
ҡ)
-Әсә булмай, (әсә
ҡәҙерен белмәҫһең)
-Әсә янында бала (етем булмай)
-Атаһы
ҙ бала етем түгел, (әсәһеҙ бала етем)
ҙ әсәң бауырһаҡ, (үгәй әсә һарымһаҡ)
-
Ҡояш янында йылылыҡ, (әсәй янында изгелек)
-Ишеге ямандың өйөнә барма, (әсәһе ямандың
ҡыҙын алма)
-Бала шатлығы- (әсә шатлығы)
-Бала өсөн әсәнең йөрәге, (атаның беләге ауырта).

Алып барыусы:
-Афариндар! Ә һе
ҙ беләһегеҙме һеҙҙең әсәйҙәрҙең күҙҙәре ниндәй?
Балалар:
-Һоро, яғымлы, иғтибарлы…

Алып барыусы:
-Әсә кү
ҙҙәрендә беҙҙең ғүмер. Унда беҙҙең үткән, бөгөнгө, киләсәк сағыла. Ә әсә ҡулдары ниндәй?
Балалар:
-
ҡайғыртыусан, яғымлы, йылы…

Алып барыусы:
-Әсә
ҡулдары тик торорға белмәй. Улар йә тегә, йә бәйләй, йә бешерә, йә йыуа. Әсә ҡулдары мөғжизәле булыуын беҙ беләбеҙ. Берәй еребеҙ ауыртһа, беҙ әсәйгә йүгерәбеҙ. Әсә ҡулдары ҡағылыу менән ауыртыу ҙа баҫыла. Ә хәҙер бәйле күҙҙәр менән әсәй ҡулын таныйбыҙ. 
2-се конкурс
Уйын «Әсәйеңде таны»

3-сө конкурс «Ғаилә-ғаилә булма
ҫ ине, уның ағзалары булмаһа». (сират буйынса ғаилә ағзаларын атау, кем һуңғы әйтә, шул еңә).

4-се конкурс «Пантонима»(мә
ҡәл буйынса)

1-се команда- Тырыш
ҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
2-се команда-
Ҡош һауала, ат тауҙа, егет яуҙа һынала.

5-се конкурс- «Ижади конкурс»
-Ер йө
ҙөндә иң яғымлы
Ул әйтсе нимә?
-Әсәйемдең йылмайыуы
Иң я
ҡын ….(миңә).

ҙғы йылы көндәр кеүек
Иркәләй, һөйә.
-Әсәкәйем бе
ҙҙең өсөн
Һәр ва
ҡыт----(көйә)

-Иң яғымлыһы нимә ул?
-Әсә
ҡулдары.
Һине һәр ва
ҡыт ярата
Ҡыҙ һәм —-(улдарың)

6-сы конкурс-«Әкиәттә
ҡунаҡта»
-Бысра
ҡ ике бәләкәс
Мәктәпкә барып ингәс,
У
ҡытыусы саҡ ҡалған,
Йығылмайса
ҡурҡыуҙан. (Айыухас менән Айыукәс мәктәптә)

-Турғай тотоп шатланған
Айыу киткән төлкөгә,
Ләкин хәйләкәр янынан
Ҡайтҡан ҡалып көлкөгә.(Төлкө һәм айыу)

-
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙе тағы ла әсәләр көнө менән ҡотлайбыҙ. 

Йо
ҡоһоҙ төндәр аҙ үтмәгән,
Һанап бөтөү мөмкин түгел.
Яратабы
ҙ, хөрмәтләйбеҙ,
Әсәкәйем, һе
ҙҙе беҙ гел!

Музыка яңғырай, балалар бүләктәрен бирәләр.





Кластан тыш сара
Тема: "Әсәләр байрамы"

Маҡсаттар: 
• балаларҙы әсәләренә үҙҙәренең хис-тойғоларын белдерергә өйрәтергә; 
 
әсәләргә хөрмәт һәм һа
ҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
 
ү
ҙеңдең эшләгән эштәрең өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү;
 
балалар
ҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү .

Би
ҙәү: 
1. "Минең әсәйем " темаһына балалар
ҙың һүҙәттәре;
2.
 
Әсәй
ҙәрҙең ҡул эштәре .
3.
 
Байрамға йыр
ҙарҙың яҙмалары


Байрам барышы:

Әсәләр тураһында йыр яңғырай.
1-се алып барыусы
 

Ер йө
ҙөндә изге һүҙҙәр бик күп,
Әммә тиңдәр уға һис тә ю
ҡ.
Янда ошо кеше булһа, йәнгә рәхәт,
Бе
ҙ бәхетле, шат һәм һәр саҡ туҡ.

2- се алып барыусы.
Яғымлы һәм на
ҙлы һүҙҙәр менән
Йылытайы
ҡ уның күңелен.
Сөнки ул бит бе
ҙҙең өсөн хатта
Кәрәк булһа, бирер ғүмерен.

Таныш йондо
ҙ яна минең янда,
Оло байрам бе
ҙҙең урамда.
Байрам итә бөтә ауыл,
ҡала,
И
ҫ киткес ул ҡарап торам да.

Әсәкәйем, бүләккә тип һиңә
Йырлайым мин ошо йыр
ҙарҙы.
Рәхмәт һиңә, бер
ҙән-берем минең,
Ҡабул итсе тыңлап уларҙы.

Ер компасы- ул бит минең әсәй,
Һо
ҡланғысһың һин дә, өләсәй.
Мин теләйем һе
ҙгә бөтмәҫ һаулыҡ,
Ә йө
ҙҙәрҙә һүнмәһен шатлыҡ.

Яратабы
ҙ һеҙҙе беҙ һөйәбеҙ,
Гел шатланып йәшәйек бергә.
Бөтә-бөтә теләктәр
ҙә һеҙҙең
Тик ысынға ашһын һәр ер
ҙә”

2- се алып барыусы.
Бөгөн байрам, бөгөн байрам,
Байрамы әсәй
ҙәрҙең.
Иң-иң изге, иң күңелле
Байрам өләсәй
ҙәрҙең.

Тыңлаусанлы
ҡ байрамы был,
Ҡотлау, сәскә һәм һөйөү,
Иң яғымлы, матур һү
ҙҙәр,
Бәхет, шатлы
ҡлы көлөү.

Нимә байрам? Шатлы
ҡ, көлөү,
Шау-шыу, бейеү һәм йыр
ҙар.
Барығы
ҙҙы шул байрамда
Ҡотлайбыҙ әсәй, ҡыҙҙар!

Сценка: "Балалар
ҙан ниндәй файҙа ?»

Малай
Мин уйлайым, фаразлайым
Ниңә бала табалар?
Ыңғай һәм кире я
ҡтарын
Үлсәйексе, балалар!

Ҡыҙ
Ә ни өсөн был һиңә?

Малай
Аны
ҡ яуап бирер өсөн,
Ә
ҙерлек ҙур томошҡа.
Бына ошо һорау бер
ҙә
Тынғылы
ҡ бирмәй башҡа.

Ҡыҙ
О
ҫта ғына уйланыңсы!

Малай
Эйе, миңә әсәй йәл,
Уға һис ю
ҡ тынғылыҡ.
Эш артынан эш тә, эш
Ю
ҡ, ваҡыт тын алырлыҡ.

Ҡыҙ

Эйе… күпме мәшә
ҡәттәр…
Әсәй-ауыр хе
ҙмәт шул.
Бе
ҙһеҙ, балаларһыҙ, еңел,
Рәхәт йәшәр ине ул!

Ҡыҙ

Ҡуйсы , ниндәй буш һүҙ был,
Ул са
ҡта эсе бошор.
Ҡартайған көндә әсәйгә
Әйтсе, сәй
ҙе кем ташыр?


Кү
ҙ алдына килтерәйек
Балаларһы
ҙ әсәйҙе…

Малай – Ниндәй матур!
Тып-тыныс һәм та
ҙалыҡ 

Ҡыҙ

Өй күркәм, әммә бушлы
ҡ,
Балаһы
ҙ өй -ул йәнһеҙ,
Бындай өй ниндәй йәмһе
ҙ.

Малай
Әммә әсәй ял итә,
Өйгә эште тикшермәй.
Интегеп инша я
ҙмай,
Кер йыумай, йома
ҡ сисмәй.

Ҡыҙ

-Әсәй, һин ниндәй матур
Тигәнде ул ишетмәй,
Әсәй, һине мин яратам
Тип уға бер кем дә әйтмәй.

Малай
-Эйе… Матур яңғырай…
-Тик киләсәге ниндәй?
Ү
ҫтереп биргәс кейәүгә,
Ял һаман да эләкмәй.
Ейәндәр
ҡунаҡҡа килә,
Өй эсе шау-шыу килә.

Ҡыҙ
Булһын әй
ҙә, был бит шәп,
Уйна, йүгер шәберәк.
Йырла, һөйлә әкиәт,
Бейе һин ете
ҙерәк.

Малай
 
Бындай тормош тормошмо?

Ҡыҙ
-Был ү
ҙе аэробика!
Бар эшкә лә һин ашы
ҡ,
Хатта я
ҡын килергә
Ҡурҡып торалыр ҡартлыҡ.

Малай
ҡ, һаман да икеләнәм,
Күпме нервы, күпме эш.
Барыбер
ҙә балаларһыҙ,
Тәмле булыр ине төш.

Ү
ҫтерергә кәрәк оҙаҡ,
Тәрбиәләр, у
ҡытырға.
Төндәр буйы йо
ҡламайса,
Сирләһә ултырырға.

Өй эшендә булышырға,
Матур кейендерергә.
Бар ергә лә һәр ва
ҡыт та
Кәрәк бит өлгөрөргә.

Ҡыҙ 
Нимә ауыр аңламайым?
Ҡурсаҡты бит биҙәйем.

Малай
 
Һе!Сағыштыр
ҙы.

Ҡыҙ
Бала-ул бик мәшә
ҡәтле,
Әммә тормош дауамы.
Шуға күрә әсәлек ул-
Хөрмәт, һөйөү байрамы.
2-се алып барыусы
 

Әсәй! Был һү
ҙҙә тик ҡояш ҡына!

Әсәй ! Был һү
ҙҙә тик бары наҙ.

Әсәй! Ю
ҡ унан һис яҡыныраҡ.

Әсәй! Уның кү
ҙҙәрендә яҙ! 
Уйындар һәм концерт.



Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 27 сентября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-169318

Похожие материалы

2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации. Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии.

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"