Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Статьи / Сочинени по башкирскому языку на тему "Акмулла - яктылык йырсыһы"

Сочинени по башкирскому языку на тему "Акмулла - яктылык йырсыһы"



Осталось всего 2 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:
















Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытты,

Китап ҡарау ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.

Беҙҙән дә белем ишеге бикләнгәне юҡ,

Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.


(185 лет со дня рождения Мифтахетдина Акмуллы,

башкирского поэта - просветителя)



















hello_html_7f3c1b34.jpg


Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,

Тик Аҡмулла берҙән - бер бит ул.

Быуаттарҙан алып быуаттарға,

Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.

Рәшит Шәкүр.

Мин 9 - сы класта үҡыйым. Үҙ телемде ныҡлап өйрәнгән һайын, телебеҙҙең ҡиммәтлеген аңланым. Уҡытыусыбыҙ Аҡмулла тураһында эш иғлан иткәс, мин ҡыуанып риза булдым.

Һәр халыҡтың шундай улдары һәм ҡыҙҙары була, уларҙы шул халыҡтың вәкилдәре үҙ төбәктәрендә, үҙ илендә генә түгел, бәлки, сит ерҙәрҙә лә ғорурлыҡ тойғоһо менән телгә ала, уларға таянып, башҡалар кеүек үк, тыуған ере һәм халҡы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һис кенә лә кәмһенмәй һәм тартынмай һүҙ әйтә ала.

Миәкә еренең йәмле Дим буйындағы Туҡһанбай ауылында тыуған, ауыр тормош юлы үтеүгә ҡарамаҫтан, саф күңелле булып ҡалған, белемле булыуҙы байлыҡ тип һанаған – яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмуллаға бағышлап инша яҙыуыма бик шатмын.

Мифтахетдин Аҡмулла – үҙ халҡының рухи тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәрҙең береһе. Уның ҡабатланмаҫ яҡты һыны халыҡ күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған, халыҡ хәтеренә алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Ул башланғыс белемде атаһынан ала, һуңынан мәҙрәсәләрҙә уҡыуын дауам итә, сит телдәрҙе өйрәнеүҙе лә үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Аҡмулланың шағирлыҡ һәләте бик иртә уяна. Мәҙрәсәлә уҡығанда уҡ бай шәкерттәргә, муллаларға арнап, төртмә телле шиғырҙар сығарыуы хаҡында иҫтәлектәр һаҡланған. Ләкин улар бөтәһе лә беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән.

Аҡмулла ғүмеренең ҙур өлөшөн башҡорт, ҡаҙаҡ донъяһында уҡытыусылыҡ итеп үткәргән. Һәр ерҙә халыҡ уны үҙ кешеһе итеп ҡаршылаған. Шуға ла уның ижадында башҡортҡа башҡортса, ҡаҙаҡҡа ҡаҙаҡса булып күренгән үҙенсәлектәр ярылып ята. Аҡмулланың башҡорттарым тип өндәшеүе лә, ҡаҙағым тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай. Шағир күп телдәрҙе үҙләштергән, ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән һәм:

Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы – тип аң – белемгә өндәгән. “Уралым” тип тәү тапҡыр яуға күтәрелгән Салауаттан һуң “Башҡорттарым” тип тәү тапҡыр туған халҡына мөрәжәғәт иткән Аҡмулла тормошо һәм ижады беҙҙең өсөн дә ифрат әһәмиәтле. Салауаттан һуң Аҡмулла үҙенең ижадын ер тормошон күрһәтеүгә, ә “фани” донъя кешеһенең теләген, тойғоһон, уның аҡыл үҫешен һәм алға ынтылышын сағылдырыуға биргән иң ҙур шағир ул.

hello_html_m5b3e01fd.jpgУҡытыусы булараҡ, балаларҙы үҙ туған телендә заманса уҡытырға, тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға дуҫтары уға «Аҡ мулла» тигән исем ҡушҡандар. Уның изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле , һөнәрле кеше икәнен аңлата һәм был исем уның фамилияһына әйләнә.

Минеңсә, Аҡмулла әҫәрҙәре күп уҡыусыларҙың ҡуйын дәфтәрендә урын алған тигән фекер тыуа. Бөгөнгө шарттарҙа йәштәр араһында әҙәп - әхлаҡ мәсьәләләре бик ҡырҡыу торғанда Аҡмулла әҫәрҙәренең уҡымлы булыуы киләсәгебеҙҙең яҡты булыуына ишара. Бигерәк тә, ижадын өйрәнгәндән һуң, минең күңелемдә шундай фекер тыуа: ул ни тураһында ғына яҙмаһын, иғтибары һәр саҡ бер нәмәгә – әхлаҡ, ғилем, мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡайтып ҡала.

Аҡмулла дин әһелдәренә, наҙан муллаларға һәм шәриғәт һағында тороусы, мәғрифәт юлын быуып ятыусы башҡа әҙәмдәргә нәфрәтен һис йәшермәйенсә әйтә. Ул үҙенең бөтә ижадын ошо иҫкелеккә йәбешеп ятыусы муллаларҙан көлөүгә, бындай кешеләрҙең, халыҡты ағартыу урынына, киреһенсә, уның аңын томалауға ғына булышлыҡ итеүен фашлауға йүнәлтә. Был бигерәк тә шағирҙың замана муллаларына арнап яҙылған шиғырҙарында асыҡ күренә:

Ғилем һүҙгә ҡолаҡ һалып, ҡотлау ҙа юҡ,

Белә тороп, бүтән юлға атлау ҙа юҡ,

Вә ләкин күңелдәре боҙоҡ ирҙәр

Һhello_html_m43b23201.jpgәр кемде хурлауға бар, маҡтауға юҡ.

Үҙ заманының улы һәм шағиры булараҡ, үҙе йәшәгән заманда халыҡтың ауыр тормошон, белемгә эйә булмауын күреп, бар михнәт - аҙаптар, томаналыҡтар наҙанлыҡтан тип уйлап, халыҡты уҡырға, белемле булырға саҡыра. Белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк! – тигән юлдары миҫал булып тора.

Аҡыл” шиғырында кешенең аҡылын данлай, уны баһаларға саҡыра, кешенең ниндәй дәрәжәлә булыуға ҡарамаҫтан, аҡылға эйә булыуҙы өҫтөн ҡуя:

Мәртәбәне тапҡандар ауға эләгәләр,

Нhello_html_360d3aae.jpgәсихәт ҡылһаң, кңнмәй, ҡарышалар.

Агҡа ынтылып йөрөгәндә бәхет тапһа,

Тиңмен тигән юлдашын таба алмайҙыр,-

тип яҙа. Ул кешеләр бик аҡыллы булһалар ҙа яңғыҙлыҡ кисерәләр, тиңмен тигән тиңдәшен таба алмайҙар ти. Наҙан менән күпме дуҫ булып йәшәһәң дә, тутланырһың, уларға һис ҡасан осрамағыҙ, күберәк хеҙмәт итегеҙ, яҡшы уй менән йәшәгеҙ, шунда атайың ҡушҡан исем менән йәшәрһең, дәрәжәң артыр, яҡшы ниәт һәр саҡ яҡшылыҡҡа тартыр.

Күп кенә әҫәрҙәре иҫкелеккә, кире күренештәргә, уҡыу өлкәһендә үҙгәртеп ҡороуҙар кәрәк икәнлеге тураһында. Ошо көрәшеүен наҙан муллалар, ҡомһоҙ байҙар менән бәхәсендә һүрәтләй. Мәҫәлән, “Заман ғалимдарына” тигән хитабында наҙанлыҡты, әҙәпһеҙлекте белдерергә тырыша. Муллаларҙың тыштан ялтырауы, эгоист, алдаҡсы, көнсөл, ҡомһоҙ һәм яуыз булыуҙары герой күңелендә ауыр тойғолар уята.

Минеңсә, уның ижадындағы шиғырҙары күбеһе өгөт-нәсихәткә ҡоролған, уларҙа белемгә, сафлыҡҡа, ғәҙеллеккә саҡырыу ҙур урын алған. Был йәһәттән халыҡты өндәү – хитаптарҙы әйтеп үтергә кәрәк.

Егетлек хәсиәте – мәғрифәттә” шиғырында дәүләт мәнфәғәте менән янып, халыҡты, донъяны мәғрифәткә өндәй, егеттәрҙе әүҙемлеккә саҡыра. “Байҡаһаҡ, араһында айырма күп, буламы йоҡо менән уяу берҙәй?”. “Буламы наҙан берҙәй белгән менән?”, “Эҙләһәң, табылалыр эҙләгәнең, белем ал белемгә дуҫлашҡан менән”. “Егеттәр, хәбәрҙәр бул замананан, һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм”, “Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан – беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан?” тигән һорау ҡуйып, “Замана ҡалай булһа – барыу шулай, сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған”, тип һанай. Башҡа илдәрҙән ҡалышмаҫҡа, аң-белемле булырға әйҙәй. Шуға уның шиғырҙары үҙенән һуң килгән шағир, сәсәндәрҙе лә үҙе менән һоҡландыра.

Йәшәү азатлығы, һүҙ азатлығы; мәғрифәтселек, көрәш; халыҡҡа хеҙмәт итеү, уларға ярҙам итергә ынтылыу... Ошондай һүҙҙәр менән Мифтахетдин Аҡмулланың, шағирҙың, мәғрифәтсенең, уҡытыусының, көрәшсенең, ер йөҙөндә билдәле бер эҙ ҡалдырыусының тормош юлына характеристика бирергә мөмкин булыр ине.

Матбуғат биттәрендә бөйөк шәхесебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны әленән – әле яҡтыртыла. Йыл һайын Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнелә, әҫәрҙәре сәхнә түрҙәрендә, һабантуй, шиғриәт байрамдарында яңғырай.

Мин халҡыма өндәшер инем. Мифтахетдин Аҡмулла ла бит бәхетте белем алыуҙа күргән.Әйҙәгеҙ, белемде күберәк алайыҡ! Үҙ бәхетебеҙҙе табайыҡ!

Беҙ, киләсәк быуын, ошондай көслө рухлы кешеләргә тиңләшергә тырышырбыҙ. Һүҙемде йомғаҡлап, шиғыр юлдары менән бөтөрөп ҡуям:

Аҡмулла, яҡтылыҡ йырсыһы булып,

Ҡал һин беҙҙең йөрәктәрҙә.

Донъялағы тимер ҡапҡалар,

Беҙ аңлайбыҙ, тик асылыр,

Белем, уҡыу аша.

















57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 27.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Статьи
Просмотров16
Номер материала ДБ-295125
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх