Инфоурок Классному руководителю Другие методич. материалыСочинение на тему «Алыш өсөн миҙалды ла, хеҙмәт өсөн миҙалды ла бер үк металдан ҡоялар»

Сочинение на тему «Алыш өсөн миҙалды ла, хеҙмәт өсөн миҙалды ла бер үк металдан ҡоялар»

Скачать материал
библиотека
материалов

















«Алыш өсөн миҙалды ла, хеҙмәт өсөн миҙалды ла

бер үк металдан ҡоялар»

темаһына

ИНША





Үтәне: Буранғолов Алмаз

4-се синыф, Башҡортостан Республикаһы

Ғафури районы муниципаль районы

Яугилде ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы



Уҡытыусы: Миниязова Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы







2015 йыл

















Үҙебеҙҙән алда бурыс үҫте,

Эшләһәк тә ҡалмай ҙурҙарҙан.

Ил терәге булдыҡ баҫыуҙарҙа

Һәр беребеҙ лайыҡ миҙалға.

Кәрим Булат







План.

I Инеш.

II Төп өлөш.

А. Хөсәйенова Зәкирә Ғарифулла ҡыҙының тәүге миҙалы.

Б. Әбейем Ленин орденына лайыҡ.

III Йомғаҡлау.







Минең әбейем Хөсәйенова Зәкирә Ғарифулла ҡыҙы Яугилде ауылында Ленин орденына лайыҡ булған берҙән- бер ҡатын- ҡыҙ. Ул 92 йәшкә тиклем йәшәне. Бик теремек, оло булыуына ҡарамаҫтан, бер ҙә тик тора белмәгән әбей ине. Әбейем яңғыҙ йәшәгәнлектән, йыш ҡына мин уның янында ҡуна ҡала торғайным. Бына шул ваҡыттарҙа ул миңә үткән ғумере, йәш ваҡыттары тураһында һөйләй ине.

Хөсәйенова Зәкирә Ғарифулла ҡыҙы, минең олатайымдың апаһы, 1920 йылдың 10 июнендә Аурғазы районы Солтанморат ауылында тыуған. Ун туғыҙ йәшенә саҡлы шул ауылда йәшәгән. Донъя көтөү өсөн йәтешерәк урын эҙләп, ата-әсәһе менән бергә Яугилде ауылына килеп төпләнәләр. Әбейем ҡайҙа ҡушһалар, шул эште башҡара. Ауыл ерендә эш табылып ҡына тора: ҡыш көнө ағас киҫеүме, ҡар көрәүме, йәйен баҫыуҙа сүп утаумы, көлтә урыумы – береһенән дә ҡалмай, тырышып эшләй.

Дөйөм хужалыҡ аяҡҡа баҫып, ырамлы ғына эшләп йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауылдағы бөтә ир- егеттәрҙе фронтҡа алалар. Беҙҙең ауылдан ғына йөҙләп кеше китә һуғышҡа.

Шул ваҡытта “Яугилде” колхозында звено ойоштороп эшләү яйға һалынған була. Иген үҫтереү звеноһына минең әбейем етәкселек итә. Тынғыһыҙ әбейем, иртә таңдан тороп, башҡалар эшкә сыҡҡылағансы, баҫыуҙарҙы ҡарап – тикшереп сығыр булған: ҡайһы ерен бөгөн утарға, ҡайһы ерен тәүҙә башлап сабырға. Шулай иткәндә, эш тә ырамлы бара, ваҡыт та дөрөҫ файҙаланыла, ти. Ул ваҡытта ерҙе һөрөү өсөн үгеҙҙәр, һыйырҙар ҡулланылған, сөнки аттарҙы һуғышҡа алып киткәндәр. Һыйыр, үгеҙ менән ер һөрөүе бик ауыр булған. Ҡатындар, бер- береһен алмаштырып, һабан артына баҫҡандар. Бик ҡыйынлыҡ менән сәселеүгә ҡарамаҫтан, игендәр уңған, гектарына 30 центнерға еткән саҡтар ҙа булған. Әбейемдең һөйләүе буйынса, бигерәк тә Ярғаҙы аҫтындағы баҫыуҙа игендәр уңған. Был баҫыу ауылға яҡын да, уйһыуыраҡ та. Ә Һолотүбә яланында арыш ҙур уңыш биргән. Шул баҫыуҙы унлаған ҡатын бүлешеп сапҡан. Көнөнә илле сутый ерҙең ашлығын сабырға тейеш булғандар. Арыш ауыр, көс еткеһеҙ. Әбейем башҡаларға өлгө күрһәтеү өсөн бигерәк тә тырышып эшләгән, ҡуйылған планын арттырып үтәгән.

Һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын кисергән әбейемдең күҙҙәре йәшләнеп китә. “Бөтә йыйылған бойҙай, арыш, арпа иҫәпле. Орлоҡҡа ла ҡалдырмай, дәүләткә тапшырабыҙ. Һәр ғаиләгә балалар иҫәбе, эшләгән кешеләренә ҡарап, ашлыҡ бүлеп бирәләр. Ул ашлыҡты утта ҡыҙҙырып ҡурмас итәһең. Ҡурмасты ҡул тирмәнендә тарттырып, ҡайнар һыуға, һөткә бутап ашайһың. Бахыр һыйырҙарҙың юнле һөтө лә сыҡмай, һабанға еккәс. Он да самалы. Уны ҡайнар һыуға бутайһың да өйрә итеп эсәһең. Ауыр һуғыш оҙаҡҡа һуҙылды, бәрәнге сәсеп, йыйып алыусылар һирәк булды. Ҡайҙа инде үҙ өйөңдә эшләү? Көнө буйы баҫыуҙа, фермала. Һабан тотҡан ҡатындарға түләү ҙә артығыраҡ бирелә ине. Үҙем звеновой булғас, гелән алда йөрөргә, иң тәүҙә үҙемә башлап эшләргә тура килде ”,- тип иҫләп, һөйләп китә ине әбейем.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 6 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронда айырыуса тырышлыҡ күрһәткәндәрҙе бүләкләү тураһында Указы сыға. Ошо Указ нигеҙендә әбейемә “ За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг. ” тигән миҙал бирелә. Ул миҙалды Зәкирә әбейемә 1947 йылдың 22 ғинуарында Ғафури Райкомы рәисе урынбаҫары Яковлев тапшыра. Был миҙалды ҡулына алған һайын әбейемдең йөҙө яҡтырып китә, сөнки ул миҙалды әбейем яуҙа батырлыҡ күрһәтеп алған кеүек хис итә. Миҙалдың бер яғына Сталин һүрәте төшөрөлгән. Һүрәттән өҫтәрәк “Наше дело правое”, ә аҫтараҡ “Мы победили” тип яҙылған. Ҡорал тотоп һуғышта йөрөмәһә лә, еңеү өсөн күпме көс түккән дә, күпме хәлдән тайғансы эшләгән. Ҡасандыр был миҙал, әбейемә генә түгел, уның менән бергә эшләгәндәргә лә дәрт өҫтәгәндер, тормоштоң яҡшырып китеүенә ышаныс тыуҙырғандыр.

Һуғыш бөттөүенә ныҡ шатланалар, тик илдәге, ауылдағы емереклектәрҙе бөтөрөүгә күп көс кәрәк була. Зәкирә әбейемде фермаға һауынсы итеп саҡыралар. Был эшкә лә ең һыҙғанып тотона. “Тәүге йылдарҙа ауыр булды. Үгеҙ егеп, тиҙәкте үҙебеҙ түгә торғайныҡ. Ҡышын яландағы һалам – бесәнен дә ташый инек. Йәй етеп, үләндәр күренеү менән һыйырҙарға йәшел үлән сабабыҙ. Фермала ҡуна ятып эшләүҙе, алмашлап дежур итеүҙе тәүләп беҙ башлағанбыҙҙыр әле. Эш күплектән ул көндө өйгә ҡайтып килеп тә булмай торғайны. Иртәнге һалҡында ашап ҡалһындар, тип таңғы алтыға беҙ һыйырҙарҙы һауып бөтөп, көтөүгә ҡыуа инек. Хеҙмәт шарттары бик яҡшы булмаһа ла тырышҡас, күрһәткестәр юғары ине. Һәр һыйырҙан 3000- 3500 килограмм һөт һауа инем “,- тип хәтерләй Зәкирә әбейем.

Ҡайһы эштә эшләһә лә тырышып, үҙ бурысын намыҫлы башҡарған әбейем Хөсәйенова Зәкирә Ғарифулла ҡыҙы 1949 йылдың 25 апрелендә 89989-сы һанлы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән В- 918361 номер аҫтында бирелгән Ленин ордены менән бүләкләнә. “ За особые заслуги в области социалистического строительства и обороны Союза ССР” тип яҙылған ордендың танытмаһында. Был орден ябай һауынсының да хеҙмәте иң юғары баһаға лайыҡ булыуын күрһәтә.

Әбейемдең орден - миҙалдары күп. Һуғыш осоронда еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән өсөн Бөйөк Еңеүҙең 30, 50, 60, 65 йыллығына юбилей миҙалдары, “За доблестный труд” - 1976 йылда бирелгән “Хеҙмәт ветераны” һәм В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыллыҡты билдәләү- миҙалдары ла биҙәй ине уның түшен.

Йыш булмаһа ла әбейем Зәкирә Ғарифулла ҡыҙы орден- миҙалдарын алып, тарамыш, тиренән генә торған ҡулдары менән һыпырып- һыпырып, уйланып ултыра ине. Шундай ҡәҙерле миҙалды, орденды ҡулына алғанда йәш сағы, һуғыш йылдары иҫенә төшкәндер. Тәҙрәнән төшкән ҡояш яҡтыһында Сталин һүрәте төшкән миҙалдың ҡыҙғылт нурҙар менән ялтлап китеүе утлы йылдарҙы хәтерләткәндер. Әбейемдең ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы илебеҙ тарихындағы иң ауыр осорға тура килгән.

Бөгөн мин әбейемдең наградаларына ҡарайым да һоҡланам. Тылда ла, һуғыш яланындағы кеүек, еңеү өсөн көрәш барған. Был көрәштә беҙҙең өсөн өлгө булған әбейем Хөсәйенова Зәкирә Ғарифулла ҡыҙы менән ғорурланам.













hello_html_m52e1c435.jpg







hello_html_74ca7791.jpg



hello_html_m2545119e.jpg









hello_html_38129355.jpghello_html_64081a5b.gif







Дошманды еңде егеттәр,

Еңделәр ил ҡыҙҙары.

Дандары ҡояш кеүектәр,

Алтындан –йондоҙҙары.



Дан һеҙгә, ил улдары,

Ватан йырлай һеҙгә дан.

Дан һеҙгә, ил ҡыҙҙары,

Хөрмәтләй һеҙҙе Ватан!

Рәшит Ниғмәти

hello_html_4d07ca39.jpg







hello_html_m4ad39789.jpg

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Краткое описание документа:

Это сочинение ученика 4 класса Бурангулова Алмаза о труженице села во время Великой Отечественной войны Хусаиновой Закире Гарифулловне. Она в 1947 году награждена орденом Сталина (так назвали этот орден в народе) "За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг. " , а в 1949 году - орденом Ленина. Сочинение можно использовать как исторический материал о доблестных делах наших бабушек и дедушек во время Великой Отечественной войны.

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Психолого-педагогическая компетентность педагога»
Курс повышения квалификации «Организация работы с одаренными детьми в условиях реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Организация образовательного процесса для обучающихся с ограниченными возможностями здоровья»
Курс повышения квалификации «Оказание первой помощи детям и взрослым»
Курс повышения квалификации «Психолого-педагогические аспекты инклюзивного образования в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Тайм-менеджмент - персональная эффективность преподавателя»
Курс повышения квалификации «Скрайбинг и веб-квест как инновационные образовательные технологии в условиях реализации ФГОС СПО»
Курс повышения квалификации «Мотивация учебной деятельности в условиях реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Тьюторское сопровождение обучающихся в системе инклюзивного образования»
Курс повышения квалификации «Современный переговорный процесс в практике образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Профориентация школьников: психология и выбор профессии»
Курс повышения квалификации «Методы интерактивного обучения»
Курс профессиональной переподготовки «Методическое сопровождение педагогического процесса в условиях реализации ФГОС»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.