Башҡортостаным-илем,рухым
кинлеге
Башҡортостаным-ерем,атай
нигеҙе!
Ҡайҙан башлана һун Тыуған
республикам? Ниҙҙән башлана ул Тыуған ер!
Бәләкәй саҡта ла,хәҙер
инде ҙурайып та киләм, ләкин ошо һорауға бар кеше үҙенсә яуап табалыр тип уйлайым.Бына
мин кескенә йөрәгемдән сығып ошо һөйөклө Республикама,Тыуып үҫкән еремә
мөхәббәтемде сағылдырып ,ошо яҙылған ҡағыҙ биттәрендә яҙып үтһәм, бәлки анлата
алырмын тип уйлайым.
Тыуған илем! Тыуған ерем!
Беҙҙен Республикабы:ҙ!- тип телдән төшөрмәйбеҙ. Ошо һүҙҙәрҙән нимәләрҙе анларға
була?! Мин үҙем туғыҙынсы класта уҡыйым.Башҡорт теле ,урыҫ теле дәрестәрендә
китаптын беренсе биттәрендә Ватан, Тыуған ил, Башҡортостаным тигән
һүҙҙәрҙе,уларға арналған шиғырҙарҙы, хикәйәләрҙе уҡыйбыҙ.Уҡыған һайын гел уйланам,күберәк
анларға теләйем.Тыуған илде йыш ҡына әсә менән бергә ҡушып, “тыуған ил-әсә” тип
әйтәләр.Минен фекерләүем буйынса, тыуған ер әсәйҙәрҙән башлана.Сөнки әсәйҙәр
беҙҙе яҡты донъяға килтергәндәр, уны яратырға,һаҡлай белергә өйрәткәндәр. Ә
атайҙар намыҫлы хеҙмәт менән Тыуған илде, еребеҙҙе данлайҙар.Тимәк, Тыуған
ил,Тыуған ер-ул бергә олатайҙар, атайҙар төйәге, өләсәйҙәр,әсәйҙәр йәшәгән ер
була икән тип анлайым. Беҙҙен тыуған Республикабыҙҙа күп милләтле халыҡтар
йәшәй. Улар үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә, дуҫ ,татыу йәшәйҙәр. Бар йәшәгән халыҡта
ғорурлыҡ, ихласлыҡ асылып ята. Беҙҙен Башҡортостаныбыҙҙа унған ҡыҙҙар,кәслө
егеттәр йәшәйҙәр.Уларҙын барыһы ла йыр-монға ғашиҡ,спорт
яраталар,һүрәттәр,төрлө биҙәү әйберҙәрен эшләргә бик оҫталар. Бына Һабантуй байрамында,
башҡорт халҡынын яратҡан, көтөп алған милли байрамында ғына, талалантлы
ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе, һүҙгә оҫта сәсәндәрҙе генә күреп һоҡланаһын.
Республикала физкультура һәм спорт тармағы һунғы йылдарҙа ныҡ үҫеште. Рәсәй
кимәлендәге ярыштарҙа беҙҙен спортсылар яҡшы урындарға лайыҡ
булдылар.Башҡортостаныбыҙ таланттарға бий бай. Унда йәштәрҙе тыуған илгә һөйөү
тәрбиәләүҙә күп нәмәләр эшләнә. Айырыуса, бөйөк тарихыбыҙға, Тыуған илде һаҡлау
һәм яҡлауға ныҡ иғтибар ителә.Йыл һайын яҡташтарыбыҙ хәрби хеҙмәткә
саҡырыла.Улар өсөн Республикабыҙ ғорурлана, сөнки улар хеҙмәтте намыҫ менән
тоғролоҡ күрһәтеп үтәй. Башҡорт егеттәре бер ваҡытта ла һынатмауын яҡшы
анлай,Башҡортостанда тыуып үҫкән егеттәр ил күләмендә ҙур абруй яулағанын яҡшы
белә. Барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел.Беҙҙен республика менән тоғро етәксебеҙ
етәкселек итә. Ул бик яны көс-ҡеүәт менән эшләй. Тәжрибәле,аҡыллы, зиһенле
кеше. Кешеләр уны бик тиҙ анланы.Хамитов өсөн үҙ халҡынын һәйбәт йәшәуе-
беренсе маҡсатта. Башҡортостан бөгөнгө көндә тотҡарлыҡлы үҫештә.Рәсәйҙә күп
кенә күрһәткестәр буйынса алда бара.Халҡыбыҙҙын тормош кимәлен күтәреү өсөн күп
эштәр башҡарыла.Юғары технологиялар үҙләштереүгә мөһим әһәмиәт бирелә.Дөрөҫөн
генә әйткәндә, Республиканын янырыуы һәм киләсәге хаҡында үҙ өҫтөнә алырҙай
етәксене һайлағаныбыҙ асыҡланды һәм раҫланды. Беҙҙен Призидент күп милләтле
Башҡортостан халҡынын арҙаҡлы етәксеһе булды һәм буласаҡ. Беҙ уға ныҡ ышанабыҙ.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.