Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сочинение на тему ГҮЗӘЛ БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ - ИЗГЕ ТӨЙӘГЕБЕҘ
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Сочинение на тему ГҮЗӘЛ БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ - ИЗГЕ ТӨЙӘГЕБЕҘ

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 116-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе Орджоникидзе районы муниципаль бюджет

дөйөм белем биреү учреждениеһы





ГҮЗӘЛ БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ – ИЗГЕ ТӨЙӘГЕБЕҘ







Башҡарҙы: 8 Б класс уҡыусыһы

Сәрүәрова Әҙилә.

Тикшерҙе: башҡорт теле уҡытыусыһы

Усманова Әлмирә Ғүмәр ҡыҙы.







Өфө-2013



Тыуған яҡ! Башҡортостан! Ватаным минең! Ниндәй изге һүҙҙәр! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән күңелгә илаһи моң тула. Изге лә, ҡәҙерле лә, бай ҙа ул минең тыуып үҫкән ерем! Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Ул республикабыҙҙың иң матур төбәгендә урынлашҡан. Бында барыһы ла күңелгә яҡын: һулаған саф һауабыҙ ҙа, зифа буйлы аҡ ҡайындарыбыҙ ҙа, ямғыр яуып үтеү менән ҡалҡҡан йәйғор ҙа, еләҫ кенә иҫкән ел дә... Тәбиғәтебеҙ шул тиклем матур. Был хозур күренешкә ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Ҡалабыҙҙы биҙәп алтын япраҡтарын һибеп көҙ килде. Уҫаҡтар, сағандар, йүкә һәм миләш ағастары төрлө төҫкә мансылды. Ағиҙел йылғаһы үҙе генә ни тора! Йылғаның аръяғында тауҙар теҙмәһе китә. Ә бирьяҡта йәй буйы балалар сыр-сыу килеп һыу инә, ололар иһә яр буйындаҡыҙына. Яҙын рәхәтләнеп йыуа, ҡаҡы ашарға мөмкин. Йәйен ҡыҙарып бешкән еләге, ҡарағаты, муйылы булһа, көҙөн тулышып бешкән баланы, бөрлөгәне, һыуһары телде йоторлоҡ була! Тыуған илем емеш-еләк, ағастарға ғына түгел, ә төрлө карст шишмәләренә һәм ҡаҙылма байлыҡтарға ла бай ул. Баҡыр, алтын, ташкүмер һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡтар ҡайһы илдә тағы бар икән?!Бары тик беҙҙә генә.

Республикам көндән-көн матурая, ҙурая бара. Яңынан-яңы йорттар ҡалҡып сыға, сауҙа үҙәктәре, дауаханалар төҙөлә. Тырышып эшләгән атай-әсәйҙәребеҙҙең башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе ул тип уйлайым. Ә беҙ мәктәптә тырышып уҡыйбыҙ, ата-әсәйҙәргә ҙур ярҙамсы булып үҫеп етербеҙ тип ышанам. Мәктәптә, дәрестәрҙән һуң ҡалып, көҙ көнө ағастар ултыртабыҙ, ҡоштарға тағараҡтар эшләйбеҙ, ем һалабыҙ, йылға-күлдәрҙе һаҡлайбыҙ, мәктәп тирәләй сәскәләр ултыртабыҙ, гөлдәр үҫтерәбеҙ.

Иҫ киткес гүзәл тәбиғәтле ерҙә тыуып үҫеүем менән мин ныҡ бәхетле. Тырышып уҡыр, лагерҙа һәйбәт ял итер, төплө белем алыр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Яҡты, матур мәктәбеҙҙә әсәйемдәй яғымлы, үҙ эштәрен яратып башҡарған мөләйем йөҙлө уҡытыусылар эшләй.Уларҙың шундай яуаплы хеҙмәте өсөн барыбыҙ исеменән баш эйәм һәм оло рәхмәтемде еткерәм. Мин һәр саҡ илемдең күк йөҙө тыныс булыуын, уҡыусылар һәр таңын шатлыҡ менән ҡаршы алыуын, ата-әсәләрҙең шат йылмайып бәхетле тормошта йәшәүен теләйем!Ошо илдә тыуғаным өсөн сикһеҙ шатмын.

Йәшә, үҫ, сәскә ат гүзәл Республикам минең!



Автор
Дата добавления 01.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров299
Номер материала ДВ-113892
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх