Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Русский язык и литература / Конспекты / Сочинение на тему: "Медаль за бой, медаль за труд из одного металла льют"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Русский язык и литература

Сочинение на тему: "Медаль за бой, медаль за труд из одного металла льют"

библиотека
материалов



Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә

Бер битеңдә моңһоу ай һаман!

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

                                                               

 (М.Кәрим)

1945 йылдың 9 Майы – миллиондарса ҡорбандар, күҙ йәштәре, ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙар аша яулап алынған. Еңеү көнө тарих сөңгөлөнә сума барған һайын уның мәртәбәһе, баһаһы арта ғына бара. Көндән –көн сафтары һирәгәйә барған Еңеү һалдаттары – олуғ хөрмәткә лайыҡ ветерандарыбыҙ, көнөн – төнөн колхоз ҡырҙарында , завод – фабрикаларҙа еңеү өсөн тип бил бөккән тыл ветерандары, һуғыш арҡаһында балалыҡ төҫө күрмәгән яу осоро балалары булмаһа, беҙ ошо ерҙә йәшәүселәр, булыр инекме лә, ошондай матур, тыныс көндәрҙе күрер инекме икән...

Һуғыш... Күпме кешенең ғүмерен өҙгән, күпме сабыйҙы етем иткән. Ул көндәр хәтирәһе барыһының күңелендә, йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Яу яланында һуғышҡан батырҙарға ла, тыл эшсәндәренә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Улар был еңеүҙе яулап алмаһа, беҙ әлеге көндә бындай матур, аяҙ күкле, тыныс илдә йәшәй алмаҫ инек.

Кешелек тарихында булған иң яуыз һуғыштарҙың береһе – ул Бөйөк Ватан һуғышы. Уның тамамланыуына быйыл 70 йыл була. Күп вакыт кеүек.Тик был һуғыштың күрһәткән яуызлығы, күз йәштәре, етем балалар һәм ҡатындар һыҡтауы, тугелгән ҡан уны оноттормай. Һуғыш тураһындағы материалдарҙы уҡығанда ла иҫ китәрлек. Һәр бер һан артында күпме ҡайғы. Бына улар: 32 мең шартлатылған завод һәм фабрикалар, 65 мең километр тимер юлы, 40 миллион совет халҡы, 1725 мең юҡҡа сығалырған поселок һәм ҡалалар, 70 меңдән артыҡ ауылдар. Бына нимә ул был һуғыш - 1418 көн.

Һуғыш йылдары күптәрҙең күңелендә уңалмаҫлыҡ эҙҙәр ҡалдырҙы. Ул күптәрҙе етем итте, яҡын кешеһеҙ ҡалдырҙы. Был ҡәһәрле һуғыш әҙәм балаһының кескәй генә шатлыҡтарын , оло өмөттәрен юҡҡа сығарҙы. Тотош ауыл типһә тимер өҙөрлөк көслө, имәндәй ныҡлы улдарын һуғышҡа оҙата. Һәр кем үҙенең яҡындарын гармун моңона, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына ҡағылырлыҡ һағышлы йырҙарына әсе күҙ йәштәрен ҡушып, оҙатып бара. Ошо мәлдәге илаш – һыҡташты кисереүе ололарға ғына түгел, бала сағаларға ла кисереүе бик ауыр була. Ошо мәл баларҙы балалыҡтан сығара ла инде.

Ауыр, бик ауыр була ҡәһәрле һуғыш йылдары. Бар йөктө үҙ өҫтәрендә күтәреп ҡалған ҡатындар тырышлығынан башҡа еңеү яуланмаҫ ине. Уларҙың тырышлығынан яуҙағылар ас булмаған, дәүләт тарафынан иңдәренә һалынған йөкләмә лә тулыһынса үтәлгән. Хөрмәтле ҡатындарҙың күбеһе биш, ете, ун бала тәрбиәләгәндәр. Балалыҡ, үҫмер йылдары һуғыш йылдарына тура килгәндәр бар. Уларҙың хәтирәләре онотолмаҫ бер тарих.

Өләсәйем – һуғыш йылы балаһы. Уның бала сағы, үҫмер йылдары , яҙмышы миллионлаған тиҫтерҙәренекенән айырылмай. Бары тик ул ғына һуғыштың ауыр йылдары тураһында һәм һүрәттәге бәләкәй ҡыҙҙың үткән тарихын һәм йыраҡ киләсәктә тырыш хеҙмәте өсөн бирелгән орден, миҙалдары турында ул ғына һөйләй ала.

Һуғыш хәтирәләрен өләсәйем бер нисә көн кис ултырып беҙгә бәйнә - бәйнә һөйләп бирҙе. Ни өсөн бер нисә? Сөнки ауыр хәтирәләрҙән уның күҙҙәре йәшләнә, күңеле тула.

Сәхрәтуллина Закирә Ғиндулла ҡыҙы йыраҡ 1931 йылдың 5 июлендә Борай районы Иҫке Мостафа ауылында Ғиндулла Сәхрәтов ғаиләһендә тыуа. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең ауыр бала саҡ йылдарын бик яҡшы хәтерләй.

Өләсәйем хәтирәләре: “Һуғыш башланғас ауылда бары тик ҡарттар һәм балалар ғына тороп ҡалды. Беҙҙең атайыбыҙ ул ваҡыт өсөн бик уҡымышлы кеше була. Ул колхозда мал табибы булып эшләй. Һуғышҡа барырға ҙур теләге булһа ла, уны һаулығы буйынса фронтҡа ебәрмәйҙәр. Ауылда етәксе вазифаһын башҡарырға тура килә ауыр һуғыш йылдарында. Шулай атайым бер нисә вазифаны бер юлы башҡара. Ул етәксе лә, кешеләрҙе дауалаусы ла, мал табибы булып та эшләй. Беҙ уны өйҙә бик һирәк күрә инек, сөнки ул эштән бик һуң ҡайта һәм бик иртә китә торған ине. Ул йылдарҙа бөтә халыҡ “Бөтәһе лә фронт өсөн!” лозунгы аҫтында йәшәнеләр. Кешеләр үҙҙәре ас – яланғас хәлдә лә хеҙмәт иттеләр. Серек бәрәңгенән икмәк , яҙын кесерткән ашы, әрем орлоғонан ботҡа ашап аслы туҡлы йәшәне халыҡ. Хеҙмәт юлын балаларға ла бик иртә башларға тура килде. 11-12 йәштә көн буйы баҫыу утау, ураҡ менән иген урыу кеүек эштәр башҡарҙыҡ, 14-15 йәштән торфоға йөрөнөк. Бесән әҙерләү башланғас та балалар бесәнгә сыға. Эшсе ҡулдары етешмәгәс, иген шул килеш эҫкерткә һалынып, ҡышҡа ингәс, һуғып алына ине. Тағы ла фронтҡа бейәләй, ойоҡ, янсыҡ, һәм башҡа әйберҙәр йыйып ебәрҙеләр. Эш ни хәтлем күп булһа, кеше шул тиклем егәрлеләнеп китә икән, бар эшкә лә өлгөрәһең. Рухыбыҙҙы төшөрмәнек. Еңеүгә ышанысыбыҙ ҙур булды ”, - тип хәтерләй өләсәйем.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн өләсәйем “Тыл хеҙмәтсәндәре” миҙалы, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, “1941 -1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Өләсәйем өсөн бынан ҡәҙерлерәк бүләк юҡ та. Тағы ла шуныһы бик ҡыуандыра, тыл ветерандары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тиңләштерелде. Сөнки уларҙың тырыш хеҙмәтенән, фронт өсөн етештерелгән ярҙамдарынан башҡа еңеү яуланмаҫ ине. Мин уның менән сикһеҙ ғорурланам, унан бик күп эштәрҙә үрнәк алам. Уларҙың батыр юлы – беҙҙең бөгөнгө тыныс көндәребеҙ ул. C:\Users\zver\Downloads\IMG_2490.JPG

Беҙ бөгөн матур тормошта, тыныс күк аҫтында, атай-әсәйҙәребеҙҙең йылы ҡосағында ғүмер кисерәбеҙ. Беҙҙең бала саҡ – бәхетле бала саҡ. Күңелде бер нимә борсой. Һуңғы йылдарҙа фронтовиктар ҙа аҙайып, һуғышта улдарын, ирен, атайҙарын юғалтҡандар ҙа аҙайып, кимеп баралар.Уттар – һыуҙар кискән был кешеләрҙең беҙҙең арала һирәгәйә барыуы бик ҡыҙғаныс. Ватан яҙмышы өсөн йәнен бирергә әҙер тороуҙың бер үрнәге булып йәшәй бит улар. Беҙ уларҙың тормош һәм һуғышсан йылдарын өйрәнеп, халҡыбыҙҙың бына шул батырлыҡ һәм фиҙәҡәрлектәрен онотмайсы, киләсәк быуынға ла һөйләп ҡалдырырға бурыслы. Кешелек доъяһы тарих сабаҡтарын оноторға тейеш түгел. Үткәнен онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ.






Автор
Дата добавления 27.11.2015
Раздел Русский язык и литература
Подраздел Конспекты
Просмотров312
Номер материала ДВ-200919
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх