Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / Сочинение на тему: "Мин бәхетле тыуған еремдә"

Сочинение на тему: "Мин бәхетле тыуған еремдә"



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһының

Мәғариф министрлығы

Тәтешле районы муниципаль районы

хакимиәтенең мәғариф бүлеге













Мин бәхетле тыуған еремдә







Башҡарҙы:

Илмәт башланғыс мәктәбенең 4-се класс

уҡыусыһы Ғәлимова Гөлназ

Уҡытыусыһы :

Әсәтова Ф.Ф.



2014 йыл







Минең тыуған төйәгем –Башҡортостан.Ул- икһеҙ- сикһеҙ уңдырышлы баҫыуҙар,таҫмалай һуҙылған йылғалар,шаулап торған урмандар,киң далалар иле. Хәтфә үлән баҫкан болондар, хуш еҫле мәтрүшкәле аҡландар, селтерәп аҡҡан көмөш һыулы шишмәләр,зифа ҡайындар,ғорур имәндәр,һандуғаслы әрәмәләр,ҡара алтын сыҡҡан ерҙәр тыуған еремдә һәркемде үҙенә йәлеп итеп тора.Шуға күрә лә йырактарға киткән апай- ағайҙарыбыҙ тыуған яҡтарын һағынып ҡайталар,йөрәктәренән сыҡҡан уй- хистәрҙе йырҙарға һалалар.

Минең тыуған төйәгем һоҡланып туймаҫлыҡ йомарт тәбиғәте менән кешеләрҙе илһамландыра.Әнғам ағай Атнабевтың ла үҙебеҙҙең төйәгебҙегә ғашыйҡ булыуы ,уның хоҙурлыгын күрһәтергә теләүе ошо шиғыр юлдарында сағыла.

Килегеҙ ,килегеҙ,килегеҙ беҙең яҡҡа,

Шиғыр юлдарына ҡушылып һәр кемде безҙең яҡтарға саҡырам.Һеҙҙең яҡтар ҡайһы яҡ тип һораһағыҙ – ғорурланып әйтә алам .Әнғам ағай Атнабаевтың,Зинира апай Атнабаеваның ,Салауат агай Фәтхетдиновтың тыуған яғы - бай тарихлы Тәтешле еренән.

Мин ошо гүзәл яҡтың Илмәт тигән ауылында йәшәйем. Илмәт ҡушаматлы кеше ауылыбызға нигеҙ һалған. Кара табын ырыуы халҡы барлыҡҡа килгән.

Беҙҙең ауыл тәбиғәттең иң матур еренә сәңгелдәк элгән кеүек тора. Бер яғына ҡараһаң -ҡояштай балҡып торған көнбағыш, тулҡын – тулҡын булып тибрәлгән иген баҫыуҙары,икенсе яғыны ҡараһаң - зифа ҡайындар,баһадир гәүҙәле ҡарағайҙар үҫә.Ауылыбыҙҙың уртаһынан борғаланып-борғаланып Сүәште йылғаһы аға. Унда шатланып ҡаҙ- өйрәктәр йөҙә .Тирә – яҡҡа йәм биреп торған ике быуа бар.Унда килгән ҡунаҡ ҡоштарыбыҙ –селән,ҡыр өйрәктәре,торналарға кешеләр һоҡланып үтә.Йәй буйы малайҙар унда балыҡ тота.Ауылдан уң яҡтағы быуаға көмөш һыулы шишмәбеҙ аға. Уның һыуы бик һалҡын, шуға ла Һалкын шишмә тип атала.Айрат ағай был шишмәне төҙөкләндерергә ярҙам итте. Хәҙер беҙ өләсәйҙәр менән ошо шишмәлә Кәкүк сәйенә йыйылабыҙ. Эргәһенә сәсәктәр ултыртып тәрбиәләп торабыҙ .Алыҫта түгел алма баҡсаһы бар.Ундағы матурлыҡты күрһәгеҙ ине!Бигерәк тә алмағастар сәсәк атҡан саҡта унда ҡунаҡтар күп була.Беҙҙә һәр йыл экскурсияға барабыҙ,матурлыҡҡа һоҡланабыҙ һәм ҡороған ботаҡтарҙы йыябыҙ.Ауылыбыҙҙа дүрт шишмә бар. Унын береһе Изге шишмә. Һыуын эсһәң бөтә сырхауҙарың бөтә тейҙәр.Эргәһендә генә булған ҡайынлыҡ та ауылымдын халҡын бәшмәк,еләктәр менән һыйлай. Сумып уйнап һыу ингән Әри йылгаһы ла күңелде шатландыра.Ниләр генә бүләк итмәгән тәбиғәт минем тыуған еремә!Шуға ла кешеләре эш һөйөүсән,моңло монда. Азан тауыштары ауылыма иман өҫтәй. Малик бабай һәр саҡ өй алдына сығып ултыра ла тальян гармуныда уйнай . Моңло көйҙәре һәр кемде таң ҡалдыра.

Ғәзиз тыуған еремдең матурлығын,байлығын һанап бөтөрөрлөк түгел.Ошо ерҙә мин нидәй бөхетле!

Исән генә булһын ил генәм,

Имин генә булһын ер генәм.






57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 01.12.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров167
Номер материала ДВ-218769
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх