1139462
столько раз учителя, ученики и родители
посетили сайт «Инфоурок»
за прошедшие 24 часа
+Добавить материал
и получить бесплатное
свидетельство о публикации
в СМИ №ФС77-60625 от 20.01.2015
Дистанционные курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации для педагогов

Дистанционные курсы для педагогов - курсы профессиональной переподготовки от 1.410 руб.;
- курсы повышения квалификации от 430 руб.
Московские документы для аттестации

ВЫБРАТЬ КУРС СО СКИДКОЙ ДО 90%

ВНИМАНИЕ: Скидка действует ТОЛЬКО до конца апреля!

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности №038767 выдана ООО "Столичный учебный центр", г.Москва)

ИнфоурокДругоеДругие методич. материалыСочинение на тему "Пою мою республику"

Сочинение на тему "Пою мою республику"

библиотека
материалов
Скачать материал целиком можно бесплатно по ссылке внизу страницы.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы

муниципаль районының

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учереждениеһы

1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе





Бында ерҙең ниғмәттәре,

Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,

Тынғы белмәҫ урман шауы,

Алтындай көн һәм төндәре.



Республика көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған

«Республикама дан йырлайым»

конкурсына инша



Башҡарыусы: Ваһапова Гүзәлиә,

Мәләүез ҡалаһы

1-се урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең

8-се в класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Морозова Фаягөл Кәфил ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы





Мәләүез – 2016

Һин бәхетлеме? Әйт, ни өсөн үҙеңде бәхетлемен, тип уйлайһың, ә? – тип күҙемә кереп киләсе ҡуңыр йөҙлө шуҡ бер сегән малайы. Ҡайҙан килеп сыҡтың әле һин бында? Хәҙер мин һине тыңлап та тормай, үҙемдекен теҙеп һөйләп алып китәм:

Беренсенән, һәм, моғайын, иң мөһимелер, мин сәләмәт ҡыҙыҡаймын. Ә икенсенән, минең атай-әсәйем, олатайым менән өләсәйем бар. Яҡындарым, туғандарым һәм әхирәттәрем бик күп...

Һи, улайһа, мин дә бәхетле! Беләһең килһә, минең туғандарым һинекенән күберәк! – тип бәхәсләшә был минең менән.

Туҡта! Һин мине тыңлап бөт! Эйе, әлбиттә, һинең туғандарың күп. Ә бына тыуған илең бармы һуң һинең? – тип, әңгәмәсемдең бәхәсләшеү теләген һүрелтеп, үҙемдекен һөйләп алып киттем.

Бына һин, беҙҙең яҡтарға килеп сыҡҡас, ожмахҡа эләктем, тип уйлағанһыңдыр әле. Ысынлап та, ожмах кеүек ерҙә йәшәйбеҙ беҙ. Бик аҙға ғына айырылһам да, мин үҙ тыуған еремде һағынып ҡайтам. Ошо ерҙәр элек-электән башҡорттарҙыҡы булған. Бында минең олатайҙарым, өләсәйҙәрем тәү башлап килеп ултырған. Шуға күрә башҡорттарҙы “аҫаба” халыҡ тип йөрөтәләр. Ә инде һуңғараҡ башҡа милләт халыҡтары күсенеп килгән. Киң күңелле башҡорттар уларға үҙ ерҙәренән урын биргән. Бөгөнгө көндә минең илемдә йөҙҙән ашыу милләт халҡы дуҫ һәм татыу йәшәй. Эйе, йомарт, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй беҙҙә. Бына хәҙер үҙеңде өйгә саҡырып, өләсәйемдең ҡоймағы менән һыйлаһам, телеңде йоторһоң әле, - тип, ҡунағымды эйәртеп, өйгә инеп киттем.

... Ошо урында төшөм өҙөлөп, йоҡомдан уянып киттем. Өйҙә яңы бешкән ҡоймаҡ еҫе таралған. Өҫтәлдә әле генә айыртылған ҡаймаҡ, бал ҡуйылған. Өләсәйем, моғайын, тышта ҡош-ҡорт менән булалыр. Хәҙер иртәнге сәйемде эсәм дә ярҙамлашырға сығам.

Ысынлап та, мин иң бәхетле бала! Теге төшөмдәге малайҙы эргәмә ултыртырға ине лә һүҙемде дауам итергә ине! Их, күҙе ҡыҙыр ине минең бәхеткә! Тыуған илем, тыуған ҡалам тураһында һөйләп тә өлгөрмәнем... Юҡ, һөйләп кенә ҡалмаҫ инем, ә күрһәтер инем! Хатта, атайымды өгөтләп, баш ҡалаға ла барып сығыр инек әле. Унда инде иң тәүҙә батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә юл тотор инек. Милли геройым тураһында ғорурланып һөйләр инем! Мөһабәт һәйкәлде күрһәң, белер инең минең ниндәй тоҡомдан икәнемде!

Ә үҙ ҡаламда һәр урамды йөрөп сығыр инек. Бигерәк тыныс, матур ҡала бит ул Мәләүез! Тыуған ҡалам көндән-көн ҙурая, күркәмләнә. Өр-яңы йорттар, биҫтәләр ҡалҡып сыға. Оҡшар ине ул һиңә һис шикһеҙ! Тағы ла ошо яҡтарҙа тыуып үҫкән күренекле кешеләр менән дә таныштырыр инем. Тәнзилә, Флүрә, Юлай Үҙәнбаевтарҙың йырҙарын тыңлап хисләнер инек. Динис олатай Бүләковтың, Булат олатай Рафиҡовтың фәһемле хикәйәләрен дә уҡыр инек. Ә инде диңгеҙ кеүек йәйелеп ятҡан Нөгөш буйынан ҡайтып киткең дә килмәҫ! Тәбиғәте тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт бирер. Беҙ ғаиләбеҙ менән йәйге мәшәҡәтле көндән һуң Ағиҙел һәм Нөгөш буйҙарында талсыҡҡан тәнгә ял, күңелгә тыныслыҡ алып ҡайтабыҙ. Күҙҙең яуын алып торған сәскәле яланда ҡыҙарып бешкән еләктәрҙе йыябыҙ.

Етеш тормошта йәшәү өсөн бөтә мөмкинселектәр ҙә бар беҙҙә. Өләсәйем йыш ҡына: “Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең”, - тип ҡабатлай. Атайым менән әсәйемдең дә бер минут та тик торғандарын күрмәҫһең. Көндөҙ улар эштә булғанда, беҙ өләсәйем менән өйҙәге эштәрҙе эшләйбеҙ. “Аллаға шөкөр, етеш, имен тормошта йәшәйбеҙ” , - ти олатайым. Ысынлап та, мин бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйем – был үҙе ҙур бәхет бит!

Бәлки, төрлө кеше бәхет тигән һүҙҙең мәғәнәһен төрлөсә аңлайҙыр. Их, төшөмдәге теге малайҙың үҙенән дә һорарға ине. Ул бәхетлеме икән? Ә минең бәхетле булыуыма шиге ҡалмағандыр. Сөнки минең өсөн бәхет – ул үҙ еремдә, атай-әсәйем, яҡындарым менән бергә йәшәү, минең дә, уларҙың да иҫән-һау булыуҙары.

Эйе, ил яҙмышы, ер яҙмышы – беҙҙең яҙмышыбыҙ. Еремдә тыныслыҡ булһын! Илем, һиңә булған мөхөббәтем сикһеҙ. Киләсәктә үҙемде еремә кәрәкле кеше итеп күрәһем килә. Бының өсөн тырышып уҡыйһым, кәрәкле һөнәр һайлайһым бар. Күңелем хыялдар менән тулы.

Сегән малайы менән үҙемде сағыштырам. Минең боронғо ата-бабаларым кеүек сегәндәр ҙә күсмә тормош менән йәшәй бит. Иректе һөйгән халыҡ бөгөн дә үҙ тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай, йолаларын һаҡлап килә. Ә минең халҡым, уларҙан айырмалы рәүештә, Урал итәген ғәзиз төйәк итеп йәшәй. Тыуған илен һаҡлап күпме яу саба, ҡан түгә. Сегән халҡы иһә һаман яңынан-яңы ерҙәргә күсеп йөрөй бирә. Матур тормошмо, бәхет эҙләйҙәрме икән…

Илемде үҙ иткән һәр кешегә тыныс тормош һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Донъяла булып торған һәр төрлө һәләкәттәр, ҡот осҡос енәйәттәр, сәйәси болғаныштар һәм халыҡтар араһында ығы-зығылар бер үк тыумаһын ине беҙҙә!



Общая информация

Номер материала: ДБ-271764

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе»
Курс повышения квалификации «Методика написания учебной и научно-исследовательской работы в школе (доклад, реферат, эссе, статья) в процессе реализации метапредметных задач ФГОС ОО»
Курс повышения квалификации «Организация научно-исследовательской работы студентов в соответствии с требованиями ФГОС»
Курс повышения квалификации «Формирование компетенций межкультурной коммуникации в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
Курс повышения квалификации «История и философия науки в условиях реализации ФГОС ВО»
Курс повышения квалификации «Финансы предприятия: актуальные аспекты в оценке стоимости бизнеса»
Курс повышения квалификации «Методы и инструменты современного моделирования»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности секретаря руководителя со знанием английского языка»
Курс профессиональной переподготовки «Организация технической поддержки клиентов при установке и эксплуатации информационно-коммуникационных систем»
Курс профессиональной переподготовки «Осуществление и координация продаж»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинговой деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Информационная поддержка бизнес-процессов в организации»
Курс профессиональной переподготовки «Стратегическое управление деятельностью по дистанционному информационно-справочному обслуживанию»

Благодарность за вклад в развитие крупнейшей онлайн-библиотеки методических разработок для учителей

Опубликуйте минимум 3 материала, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную благодарность

Сертификат о создании сайта

Добавьте минимум пять материалов, чтобы получить сертификат о создании сайта

Грамота за использование ИКТ в работе педагога

Опубликуйте минимум 10 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Свидетельство о представлении обобщённого педагогического опыта на Всероссийском уровне

Опубликуйте минимум 15 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данное cвидетельство

Грамота за высокий профессионализм, проявленный в процессе создания и развития собственного учительского сайта в рамках проекта "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 20 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Грамота за активное участие в работе над повышением качества образования совместно с проектом "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 25 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Почётная грамота за научно-просветительскую и образовательную деятельность в рамках проекта "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 40 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную почётную грамоту

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.