Инфоурок Другое СтатьиСочинение обучающегося 10 класса Тагирова Ильшата "Белем ишектәре бикләнмәһен!"

Сочинение обучающегося 10 класса Тагирова Ильшата "Белем ишектәре бикләнмәһен!"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы

Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы

“1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе ”

муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инша

 

Белем ишектәре бикләнмәһен!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Таһиров Илшат Илгиз улы

Ағиҙел ҡалаһы 1-се урта мәктәптең

10-сы класс уҡыусыһы

 

Етәксе: Зиязетдинова

Фирүзә Бәҙретдин ҡыҙы

башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

 

 

Ағиҙел 2016

                                                                 

 

 

 

Белем ишектәре бикләнмәһен!

                                                                   

                                                                   Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытта,

Китап ҡарау-  ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.

Беҙгә лә ғилем бите ябылған  юҡ,

Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта.

(Мифтахетдин Аҡмулла)

 

Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә эҙҙәр һаҡламай был ер...Халҡыбыҙҙың күренекле шағиры, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулланың да эҙҙәрен һаҡлай был ер. Бында быуат ярымдан элек оло аҡыл эйәһе йәшәгән, ил гиҙгән, халыҡты аң-белем алырға өндәгән, балалар уҡытҡан , шиғырҙар яҙған. Ул үҙенең шиғырҙарының йөҙ йылдар үткәс уҡылырын, уның ижады менән ҡыҙыҡһынырҙарын белдеме икән? Өмөтләнгәндер, ышанғандыр...

Беҙ хәҙер 185  йыл элек донъяға килеп, үҙенең яҙылып, халыҡ араһында иҫкә алып һөйләп йөрөлгән һүҙҙәре, мәғрифәткә, белем алырға саҡырған шиғырҙары менән таң ҡалдырған кеше тураһында әҙәбиәт дәрестәрендә беләбеҙ, өйрәнәбеҙ, ижады менән танышабыҙ. Илен, халҡын, телен яратҡан шағир тураһында белеү бик ҡыҙыҡлы. Уның шиғриәте, рухы күңелемдә яҡты хистәр уятты, уның тураһында күберәк белеү теләге уятты. Мәктәбебеҙҙә уның оло юбилейына арнап төрлө саралар, китап уҡыусылар конференцияһы, шиғыр уҡыусылар конкурсы, иншалар, шиғырҙар яҙыу конкурстары үтә, теләүселәр рәсем төшөрә. Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һәр яҡлап беләбеҙ: мәғрифәтсе, уҡытыусы, балта  оҫтаһы, халҡы яҙмышын еңеләйтергә тырышыусы...  Булған бит илдең хаҡ йырсыһы, Аҡ муллаһы!

Уның тураһында һөйләшкәндә, минең күҙ алдыма шағирҙың тере һыны килеп баҫты: ҡаҡса йөҙлө, бите гел ҡояшта, елдә йөрөүҙән баҡырланған, яңаҡтарын ҡыҫҡаса һаҡал ҡаплаған, сал кергән мыйыҡтары ирен өҫтөнән һыҙылған. Ә күҙҙәре теремек ҡарай. Ул күҙҙәр бер ҡарағанда- уйсан, икенсе ҡарағанда янып, осҡонланып китә. Мулла, байҙар менән һүҙгә килгәндә, осҡон сәсеп, өтөп ала, сәсәндәр менән әйтешкәндә- ярыш сәме менән ялтырай, халҡы яҙмышы хаҡында һөйләшкәндә, борсолоу сағыла, балаларға һабаҡ биргәндә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йылылыҡ, улар тураһында хәстәрлек бөркөлә. Эйе, булған, йәшәгән ундай бөйөк кеше!

Үҙенең, кешеләр күңеленә үтеп керерҙәй ҡараштары, хаҡ һүҙе, ялҡынлы телмәре менән белем алырға, артта ҡалмаҫҡа саҡырған: «.....уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр»,- тип аңлатҡан, халҡының артталығына, хәйерселектә ғүмер һөрөүенә көйөнгән, милләтенең алға китешен теләгән. Бары тик тырышлыҡ, ауырлыҡтарҙы еңеү,  алға ынтылыу менән генә наҙанлыҡтан ҡотолоп булыр, тип өйрәткән. Ул үҙе йөрөгән, йәшәгән ерҙә, башҡорттоң да, татар һәм бүтән халыҡтарҙың да ауыр тормошон күргән, шул яҙмышты үҙе уртаҡлашҡан. Ҡайҙа ла ярлының михнәт сигеүен, байҙарҙың рәхимһеҙлеген, ҡомһоҙлоғон күреп йөрәге әрнегән, тәүгеләренә теләктәшлек, икенселәренә нәфрәт хисе ҡайнаған. Уның менән кәңәшләшкәндәр, ярлы-ябаға ҡайғы-хәсрәттәрен бүлешкән,унан ярҙам көткән.  Илгиҙәр шағирҙы һәр ауылда, һәр өйҙә көтөп алғандар.

Халҡын бик бәхетле итеп күргеһе килгән уның. Үҙенең теләктәренең, хыялдарының ысынға ашыуын (ниндәйҙер бер тылсымлы көс менән аҙ  ғына ваҡытҡа кире ҡайтып) күрә алһа, бик-бик шатланыр ине, моғайын. Ҡала, ауылдарҙың төҙөклөгөнә, ҙур уҡыу йорттарының барлығына, балаларҙың, уҡыусыларҙың белем алыуына, үҙ телдәрендә аралашыуына хайран ҡалыр ине, тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә күтәрелергә өндәр ине.

Үткер күҙҙәре, зирәк аҡылы менән йәмғиәттә булған кире яҡтарҙы ла күреп алыр ине ул. Йәштәрҙең, уҡыусы балаларҙың буш ваҡыттарын файҙаһыҙ үткәреүҙәрен, ҡайһы берҙәренең тәмәке, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыуын, һөнәр алырға ынтылмауҙарын, еңел кәсеп менән донъя көтөргә тырышыуҙарын тәнҡитләр ине. Бигерәк тә, балаларын ҡарамай, тейешле тәрбиә бирмәй, эскелек юлына баҫҡан ата-әсәләргә: «.. булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле, сусҡа ла үҙ балаһын ҡәҙерләй.... »,- тиер ине.

 Миңә лә уның рухы, теләктәре яҡын. Алған, яулаған белемдәрҙә генә туҡтап ҡалырға ярамай, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға тырышайыҡ. Ысынлап та , Аҡмулланың « белем ишеге ябылғаны юҡ» тигән һүҙҙәре хаҡ. Уҡырға, белемде арттырырға, үҙ телеңде камил белергә, сит телдәрҙе өйрәнергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Беҙҙең алда ғилем ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын!

Хәҙер  төрлө технологияларҙың киң таралыуы, яңы быуын телефондар, планшеттар, ноутбук, нетбук, смартфондар менән ҡулланыу заманы булыуына ҡарамаҫтан, тере уҡыуҙы – бөйөк Китапты онотмаһаҡ ине. Мифтахетдин Аҡмулла әйткәнсә, яҡшы ғәҙәтебеҙ- китап ҡарау, китаптан аҡыл, фәһем алыу һәр саҡ кәйефебеҙҙе күтәрһен, күңелебеҙгә хуш килһен!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сочинение обучающегося 10 класса Тагирова Ильшата "Белем ишектәре бикләнмәһен!""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по кредитованию

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 866 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.10.2016 653
    • DOCX 17.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Зиязетдинова Фирюза Бадретдиновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3596
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Основы духовно-нравственной культуры народов России: особенности преподавания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека

Мини-курс

Галерейный бизнес: медиа, PR и cотрудничество

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Уникальный образ как педагога: основные принципы позиционирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 21 человек