Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Сочинение по башкирскому языку на тему "М. Акмулла - просветитель"

Сочинение по башкирскому языку на тему "М. Акмулла - просветитель"

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы

Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1-се урта

дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы





















Аҡмулла


(“Республикамды йырлайым” конкурсына)












10 класс уҡыусыһы

Ғәликаева Азалиәнең иншаһы

Уҡытыусыһы:Хәкимова Р.М.






Йомағужа-2016 йыл



























































Һәр халыҡтың үҙ дәүеренә ҡарата алдынғы фекер йөрөтөүсе аҡыл эйәләре була. Улар- милләтте яҡтылыҡҡа, белемгә, ғилемгә өндәүсе, тыуған халҡы, туған теле, мәҙәниәте яҙмышы хаҡында борсолоусы ябай һәм бөйөк шәхестәр. Шундайҙарҙың береһе - халҡын яҡын күреп “башҡорттарым” тип өндәшеүсе, ғалим, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла.

Ир-егеттең аҫылы эшендә танылыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер боронғо аҡыл эйәләре. Ысынлап та, М. Аҡмулла башҡорт ижтимағи фекере, культураһы һәм әҙәбиәте үҫешенә яңылыҡ өҫтәүсе, оло фекер эйәһе булараҡ тарихҡа инеп ҡалған бөйөк шәхес.

Ул илдән илгә, ҡаланан ҡалаға, ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп йөрөп ижад иткән. Үҙенең шиғырҙарын баҫтырып сығарыу өсөн яҙмаған. Сәсәнлек таланты уға шиғырҙарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ ирекле импровизация рәүешендә ижад итергә мөмкинлек биргән.Уның сәсәнлек һәләте ҡаҙаҡ аҡындары, башҡорт шағирҙары менән бәйгелә (әйтештә) айырыуса асыҡ сағыла.

Аҡмулла туған башҡорт телен генә түгел, ҡаҙаҡ, татар телдәрен дә,шул осор яҙма әҙәби тел- төркиҙе лә, шулай уҡ ғәрәп, фарсы, рус телдәрен дә яҡшы белгән.Ул үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен төркисә теркәп барһа, импровизация рәүешендә сығарған шиғырҙарын башҡорттар араһында башҡортса, ҡаҙаҡтар араһында ҡаҙаҡса әйткән.

Мулла”төшөнсәһенә Аҡмулла иң элек ғалим кеше, ғилем, аҡыл эйәһе тигән мәғәнәне һала. Мулламын тигән кеше иң әүәл донъяуи ғилемгә,һөнәргә эйә булырға һәм йәш быуынды ла шул рухта тәрбиәләргә тейеш. Аҡмулла үҙе лә сәсән-шағир ғына түгел, башҡа оҫталыҡтарға ла эйә булған. Балаларҙы үҙ туған телендә заманса уҡытырға һәм тәрбиәләргә тырышҡан. Шуға ла ҡаҙаҡ дуҫтары уға “Аҡ мулла” тигән исем ҡушҡандар. Был ҡушамат шағирҙың изге күңелле, саф йөрәкле, ғилемле һәм һөнәрле кеше икәнен аңлата.

Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында үткәргән М. Аҡмулланың ижады хеҙмәтсән халыҡтың тормош-көнкүрешенә, теләк-ынтылыштарына, уй-хыялдарына үтә яҡын булыуы менән айырылып тора.Үҙенең тәрән тамырҙары менән был ижад халыҡтың изгелек һәм яуызлыҡ, һөйөү һәм нәфрәт, әхлаҡи камиллыҡ һәм әшәкелек, донъяның матурлығы һәм ҡатмарлығы хаҡындағы уй-ҡараштарына барып тоташа. Шуға ла башҡорттар Аҡмулланы сәсән-шағир итеп һанаған.Ул ғүмере буйына халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүенең сәбәптәре тураһында уйлана.Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың берҙәй аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп йөрәге әрней, бай-түрәләрҙең яуызлығын, ҡомһоҙлоғон күреп нәфрәтләнгән һәм шул хис-тойғоларын шиғыр юлдарына һалған.Бар михнәт –ғазаптарҙың сәбәптәрен тормоштан түгел, ә кешенең үҙенән генә эҙләй, бөтәһен дә уның наҙанлығына ҡайтарып ҡалдыра.Ул нимә тураһында яҙһа ла- ярлы- ябағаның ауыр тормошо, байҙарҙың рәхимһеҙлеге, тәбиғәт һәм кеше, йәшәүҙең мәғәнәһе, рухи байлыҡ тураһындамы- һәр саҡ бөтәһен дә аң-белем, ғилем-һөнәр мәсьәләләренә килтереп бәйләй. Аң –белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡшылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән ныҡлы фекергә килеп, иң беренселәрҙән булып туған халҡына: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк,

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Бында автор күтәрелгән проблемаларҙың мөһимлеген халыҡтың зиһененә мөмкин тиклем тормошсан, образлы, иң мөһим етди уйланырлыҡ, сәменә тиерлек итеп еткереү ниәте менән уларҙы фәлсәфәүи рәүештә яҡтыртырға тырыша.

М.Аҡмулла бер яҡтан мәғрифәтселек проблемаларын үҙәккә ҡуйһа, икенсе яҡтан-әхлаҡи- тәрбиә мәсьәләләре. Сәсән-шағир өсөн донъялағы иң ҡиммәтле, ҡәҙерле нәмә- кешенең күңел донъяһы, уның сафлығы.

Иң әүәл паҡлау кәрәк эстең керен,

Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.

Аһ дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,

Булмаһа файҙа бирмәҫ ҡоро белем.

Кешенең кешелеген, ысын ғилемлеген уның аң –белеменә генә түгел, әҙәплегенә, ғәҙеллегенә, яҡшылығына һәм кешелеклегенә лә ҡарап баһалай һәм ҡан-ҡәрҙәштәрен шул сифаттарға эйә булырға өндәй:


Ғүмереңде яҡшыларға һөйкәлеп үт-

Һәр аулаған ереңдә бер төн ҡалһын,

Ғәҙеллек ҡыл, әгәр ҡунһа башыңа баҡ

Мин-минлек ҡылма аслан, менһәң дә таҡ.

Шулай итеп, М. Аҡмулла беренсе урынға “инсан” төшөнсәһен ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыл, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай.Уныңса, кешенең иманһыҙлығы михнәт эсендә йәшәүенең төп сәбәпсеһе. Шуға ла сәсән-шағир ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур булырға саҡыра. Шул сағында ғына ғәҙелһеҙлектәр,тигеҙһеҙлектәр бөтөр тигән фекерҙе күҙ уңында тота.

Кешенең күңел паклығын Аҡмулла иң ҙур хазина тип иҫәпләй.Ул,тик рухи байлыҡҡа ғына ҡыҙығырға лайыҡлы, ә байырға тырышыу шәхестең боҙолоуына алып килә, ти.Әҙәми заттың шул хәҡиҡәтте аңлау, ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын, тормошта үҙ урынын табып, мөмкин тиклем мәғәнәле итеп уҙғарыуы бик мөһим.

Бына ошондай фәлсәфәүи ҡараштар менән һуғарылған Аҡмулла ижады. Сәсән- шағирҙың бындай уйланыуҙары үҙ быуын кешеһенә генә түгел, йылдар, быуаттар үтеүенә ҡарамаҫтан,әле лә бик актуаль яңғырай. Сөнки әхлаҡ, рухи аңһыҙлыҡ кеүек мәсьәләләр йәшәгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә лә йәшәй бирә.Был инде бөтә кешелеккә хас етешһеҙлектер, моғайын.

Ә бына ошоно аңлап, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе Аҡмуллаларыбыҙ ҡоромаһын ине, һәм Аҡмулла кеүек оло фекер эйәләре, мәшһүр сәсән-шағирҙары онотолмаһын, беҙҙе яҡты киләсәккә өндәүсе маяҡ булып мәңге балҡыһындар.

Фани донъя- ҡыйыш юл ул борғоланған,

Ҡыйыш булһын, ҡыйын булһын- юлсы барған.

Юл ауыр, тип, мин-бахыр, тип туҡтап ҡалма,

Өмөтөңдө өҙә күрмә истиҡбалдан!












































































































































Автор
Дата добавления 10.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров38
Номер материала ДБ-249723
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх