Инфоурок Всеобщая история СтатьиСтатья о селе Габдюково

Статья о селе Габдюково

Скачать материал

Тыуған ауылым тарихы

Ырыуым – ҡатай,

Ҡошом—ҡоҙғон,

Тамғам—балға,

Ағасым—ҡарама,

Ораным—аҡтайлаҡ,

Һыуым—ҡамаһыу.

Ауыл райондың төньяҡ ситендә урынлашҡан. Тирә-яғында бейек-бейек тауҙар теҙмәһе.Ауылда 200-ләп хужалыҡ иҫәпләнә.Ауыл йылдан-йыл үҫә, яңы йорттар төҙөлә.Халыҡ борон-борондан балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, урмансылыҡ,ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.Шул кәсепте әле лә ташламай.

Ауыл ике исемдә йөрөй.Документтарҙа,элекке яҙмаларҙа уның исеме Габдюк тип яҙылған. Халыҡ телендә Сысҡан тип йөрөтәләр.

...Француз баярының писары яҙып ҡалдырған яҙмала

“Руда тейәлгән һалды батырған өсөн Илемғужаға 30 тапҡыр ҡамсы  менән һуҡтырҙылар, ул Ғәбдөк ауылы кешеһе ине...”

Һунарсы иҫтәлегенән...“ Аҙашып йөрөй торғас,бер йылға буйлап аҫҡа төшөп киттем.Ул мине бәләкәйерәк бер ауылға алып килде, ауылдың исеме Сысҡан ине” (1824 йыл).

Ауылдың исеме әле лә ике төрлө йөрөй:документтар-ҙа,рәсми телдә Ғәбдөк,ә халыҡ телендә Сысҡан булып йөрөй.

Ауыл халҡы араһында шундай легенда йәшәй.“Ниндәйҙер илбаҫарҙар беҙҙән өҫтә йәшәгән бер утарҙы талаған,яндырған.Шунан Мәлек исемле берәү ғаиләһе менән ҡасып ҡотолған,һал менән аҡҡан.Төнгөлөккә әле ауыл ултырған урынға туҡтай.Иртән тороп ҡараһа,иҫ киткес матурлыҡты күреп, ошо ерҙә төйәкләнә. Уның ике улы була Ғәбдиғулла һәм Сысҡанғол. Үҫеп еткәс, егеттәр ситтән кәләш ала, мал аҫрап, балыҡсылап көн итә.”

Тағы бер миҫал: М. В. Чурко “Тамъян – Ҡатай кантонының тарихы” очергында  “Инйәр йылғаһы буйҙарындағы ерҙәргә батшанан жалованный грамота килгән. Ҡолман тархандың Ғәбдүк, Сысҡан, Уҫманғәле, Йөйәк исемле улдары булған, аҙаҡтан улар ауылдарға күсеп ултырған”, тип  1920 йылда яҙып алған легенданы килтерә.

Ауыл халҡы тураһында

   Ауыл халҡы ҡатай ҡәбиләһенең Инйәр ҡатайҙары ырыуына ингән .Ҡатай ҡәбиләһе 6 ырыуҙы берләштергән. Хәҙерге ваҡытта “ҡатай” атамаһы төрлө урындарҙа осрай. Ҡатай ҡәбиләһе сығышы менән кидем, ҡараҡатай ҡәбиләләренә барып тоташа. Х быуаттан ХIII быуатҡа тиклем ҡараҡатай империяһы булған. ХIII быуатта улар Сыңғыҙ хан тарафынан буйһондоролғандар, күптәре далаларға ҡасҡан.

Р. Г. Кузеев ҡатайҙарҙың әлеге территорияға күсенеүен ХIV быуат аҙағында тип аңлата. Ҡатайҙар тәүҙә Ағиҙелдең урта ағымы һәм Инйәр буйҙарының тамағы, урта өлөштәрен биләһә, аҙаҡтан инде табын ҡәбиләләре менән талаша һәм хәҙерге Белорет районы территорияһына күскәндәр. Был инде  ХV быуат баштарына тура килә.

Ҡыҫҡа мәғлүмәттәр

1847 йыл – 101 ир-ат, 88 ҡатын-ҡыҙ, 13-20 хужалыҡ.

1859 йыл – 102 ир-ат, 99 ҡатын-ҡыҙ, 21 хужалыҡ.

1920 йыл – 93/99

1984 йыл – 132 хужалыҡ

1982 йыл – “Ильич  лампалары” тоҡана

1993 йыл – 9 йәш ғаилә артҡан

54 яугир һуғышта ҡатнаша, 33 яугир һәләк була

1993 йыл – 13 йорт төҙөлә.

2010 йыл—500-ҙән ашыу

Герой – әсәләр (10 – ар бала): Баязитова Ғилминур, Мәһәҙиева Хәмиҙә, Мөхәмәтйәнова Сәхирә, Мөхәмәтйәнова Әҡлимә, Мөхәмәтйәнова Зәкиә, Саликова Фәүзиә, Мөхәмәтшина Ләлә, Рәхмәтова Сания,Ғәлиәкбәрова Мәрфүға.

2000-се йылдарҙа – Камалетдинова Илмира, Мөхәмәтйәнова Луиза, Тәҡиуллина Римма.

2005 йыл – 2 ҡатлы заманса йыһазландырылған яңы мәктәп ҡулланыуға тапшырылды, 88 урынға иҫәпләнә. Шунда уҡ ауыл китапханаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан.

2011 йыл – китапхана заманса технология менән тәьмин ителде (модельный).

Ауылды  ауыл итеп һаҡлаған ойошма “спаттара”. Урындағы контора Архангел ҡасабаһында була. Тәүҙә ар-

тель  дөйөм хужалыҡ иҫәпләнә.Ағас әҙерләү,таҡта бысыу, аҙаҡтан икмәк йәшниктәре—лотоктар эшләү менән мәшғүл. Һуғыш йылдарында был ойошма халыҡты аслыҡтан ҡотҡарып ҡала. 9-10 йәшлек малайҙар  һуңынан хеҙмәт ветерандары буласаҡ олатайҙар Абдрахманов Шәрифулла,Фәтҡуллин Шәрифулла,Шөғәйепов Насретдин,Йыһангиров Фәсхетдин,Баязитов Хәйрулла, Мөхәмәтйәнов Йыһанур,Тәҡиуллин Йыһанурҙар көс етмәҫлек урман эшенә егелә.Һуңынан ошо  ойошмала Мөхәмәтйәнов Таһир,Баязитов Сәмиғулла,Садыҡов Ғиззәтулла  бабайҙар хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә.

Ойошманың ҡарамағында 4-5 дизель тракторы, треловочный тракторы,таҡта ярыу цехы, пилорама була.Ошо дизель аша ауылға тәүге  электр  яҡтылығы бирелә. Яҡтылыҡты тәүлектең иртәнге  7—9 сәғәттәрендә,кисен 6—11 сәғәттәрҙә бирәләр.Электрик булып махсус белемле Исламов Зәит,пилорамсы—Мөхәмәтйәнов Шаймырҙан,тракторсылар Закиров Әхәт,Йыһангиров Вәкил, Сәлихов Муса була.Улар Ғәбдөк,Йөйәк ауылы халҡына йорт төҙөү өсөн ағас сығарырға,таҡта ярырға ярҙамлаша.

 Ойошма ҡарамағында шулай уҡ 40-лап ат көсө иҫәпләнә.Ат ҡараусыбулып һуғыш ветераны Нәжметдинов Әхмәҙғәлим эшләй.

 “Спаттара”ла ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләй.Улар арҡан ишә,септә һуға,бамазуктар әҙерләй.Мөхәмәтйәнова Сәмсиямал,Баязитова Вәжилә,Нәжметдинова Мәҙинә,Ғәлләмова Сабира,Ғәлләмова Саима, Йыһангирова  Хәлимә,Ибраһимова Тәнзилә,Ғаббасова Хәлисә,Мәһәҙиева Файҙа  инәйҙәрлайыҡлы хеҙмәт юлы үтәләр.

 “Спаттара”ның эшселәрен ҡарар өсөн үҙенең лавкаһы ла була.Архангел ҡасабаһынан аҙыҡ-түлек,көнкүреш тауарҙары килтерелә.Һатыусы булып һуғыш ветераныСаликов Мирсаяф, аҙаҡтан төрлө йылдарҙа Йомағужин Шәйхислам, Йосопов Шафиҡ, Низамова Инзира эшләй. Урында хужалыҡ менән  мастер Ғәлиуллин Исламетдин етәкселек итә.

Ауылда мәктәп эшләй. Яңыса тәүбашлап Абдрахманов Абдулла уҡыта. Аҙаҡтан уның балалары Мозафар, Хызыр уҡып ҡайта. Ноғаманов Рәшит Ленинградта тарих  факультетын тамамлап, ауылда  эш башлай. Закирова Рәшиҙә Кумертауҙан физкультура уҡытыусыһы булып ҡайта. Уларға тиклем уҡытыусылар ситтән килеп уҡытҡан булалар.

Тәүге фельдшер – Фәтҡуллина Рәсимә. Культура эше лә гөрләп тора: клуб мөдире  булып махсус белемле  Ғилманов Хәким ағай  эш башлай.Ҡустыһы Ғилманов Хәлит киномеханик була, ул йәйәүләп Инйәрҙән,Белореттан кинотаҫмалар ташый.Кистәрен ауыл ир-егеттәре клубта шашка, шахмат, бильярд һәм домино уйнай.

Сельпо магазины мөдире булып оҙаҡ йылдар Мөхәмәтшин Минһажетдин эшләне, ул  халыҡты тормош-көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итте. Етешмәгәнен халыҡ Орсоҡ тауы аша йөрөп ,күрше Ҡарағай ауылынан йөкләп ташыны. Шул ваҡытта уҡ өйҙәр буяулы, төҙөк, матур булды.

Халыҡ бик теләп матбуғатҡа яҙылды һәм уҡыны, Абайдуллин Мәүлит Йөйәктән почта ташыны. Халыҡ мәҙәниәткә аң-белемгә ынтылышлы булды, транспорт булмауына ҡарамаҫтан, балалар Өфөлә юғары уҡыу йорттарында ла уҡып белем алды: Юсупова Фирҙәүес, Ғәлләмова Рәмилә, Ноғоманова  Гөлира, Абдрахманов Барый,Мостафа, Хәмзә, Хызыр, Ноғоманов Рәшит, Хөсәйенова Рәшиҙә, Мырҙағилдин Радик . . .

 

Һәм бөгөнгөһө...

Ауыл йылдам үҫә. Заманса мәктәп, телефон, һыу, интернет селтәре, спутник-антенналар, урамдарҙа таш юл, йорт һайын машиналар, техника...


 

Тыуған ауылым

Инйәр буйында көлөп,

 Алһыу таң ата,

Тауҙар ҡуйынында иҙрәп

 Ғәбдөгөм ята.

Бында ағастар күп төрлө,

Еләк тәуңып бешә.

Ағастарҙан ҡойолошоп

Алмалар төшә.

Сут – сут итеп һайрай ҡоштар,

Сылтырап аға шишмәһе.

Үҫә бында ҡыуаҡлыҡтар,

Ни теләйһең – һәммәһе.

Ҡырҙарға сыҡһаң,

Күҙ ҡамаша гөлдәрҙән!

Ауылыбыҙға килһәң инде,

Нур һибеләөйҙәрҙән.

Баязитова Юлиә, Ғәбдөк

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Статья о селе Габдюково"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель клубного филиала

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 650 787 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.03.2017 808
    • DOCX 21.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Закирова Сария Нуримановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Закирова Сария Нуримановна
    Закирова Сария Нуримановна
    • На сайте: 7 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 18978
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 118 человек из 42 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Педагогическая деятельность по проектированию и реализации образовательного процесса в общеобразовательных организациях (предмет "История")

Учитель истории

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к проведению ВПР в рамках мониторинга качества образования обучающихся по учебному предмету "История" в условиях реализации ФГОС ООО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 89 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 537 человек

Курс повышения квалификации

Развитие ИКТ-компетенции обучающихся в процессе организации проектной деятельности при изучении курсов истории

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 95 человек

Мини-курс

Теория вероятности и комбинаторика в современной математике

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методы и подходы проведения трекинга и менторства

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные подходы к духовно-нравственному воспитанию дошкольников

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек