Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Статья о значимости родного языка

Статья о значимости родного языка



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов

Һүҙ.

Нефтекама ҡалаһы 12-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Әхмәтшина Әлфирә Рәхимйән ҡыҙы.

Бала донъяға килеү менән өн, һүҙ, телмәр ҡоршауына эләгә. Башта ул ололар һүҙен үҙенсә аңларға тырыша. Был уның хәрәкәттәрендә, бит-йөҙ үҙенсәлектәрендә сағыла. Хатта шулар аша өлкәндәр һүҙенә яуап бирергә ынтыла. Ата-әсәһен ҡыуандырып төрлө өндәр, ижектәр сығара, беренсе һүҙен әйтә.

Былар бөтәһе лә донъяның көндәлек мәшәҡәттәре һәм ҡыуаныстары. Әсә балаһын йоҡлатыр өсөн бишек йырҙарын көйләй, йырлай, әкиәт һөйләй. Бәпес бишек йыры, әкиәт тыңлай. Теле сыҡҡас әсәһе артынан тиҙәйткестәр, һанашмаҡтар ҡабатлай. Күп тә үтмәй бәләкәй генә шиғырҙар ятлай, ата-әсәләр һөйләгән әкиәттәрҙең йөкмәткеһен һөйләй…

Бына ул йәшәүҙең мәңгелек ағышы. Кеше тыуа, үҫә, йәшәй. Кеше тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем уның менән бергә һүҙ була. Был һүҙ ниндәй телдә һуң? Туған телдә, тибеҙ. Йә булмаһа ата-әсәнән тора, тип яуапларға күнеккәнбеҙ. Ата-әсәнән генә торамы һуң? Туған телдәме һуң? Ә ата-әсә үҙ туған телен белмәһә кем ярҙамға килер һуң? Әлбиттә, тәрбиәсе, уҡытыусы, мәктәп.

Бөгөнгө көндө мәктәптә уҡыған быуын һәм уларҙың ата-әсәләре тарих хатаһын төҙәткән ваҡытта йәшәй. Бәтә донъя үҙ хатаһын төҙәтә-туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Ә бындай хаталарҙы төҙәтеү оҙайлы ваҡыт талап итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала әсәне, әсә баланы аңламаған осорҙа йәшәйбеҙ. Ата-әсәләр балалары менән бергә үҙ тамырҙарына әйләнеп ҡайта, үҙ телен өйрәнә. Тарихтың ҡайһылыр киҫкен боролошонда ата-бабаларыбыҙ үҙ телен өйрәнеүҙән мәхрүм булғандар. Тамырҙарын юғалтҡандар. Үҙ телен, халҡының тарихын өйрәнеүҙән ваз кискәндәр. Бөтөнләй башҡа телде үҙ телендәй яҡын креп шул телдә һөйләшә башлаған кешеләр күбәйгән. Тора бара был күренеш туған телде һанға һуҡмауға, туған телдең яҙмышына тулы битарафлыҡҡа килтергән. Шул ваҡытта уҡ үренекле ғалимдар, яҙыусылар, тарихсылар, телселәр үҙ милләтеңде һанға һуҡмау, йә булмаһа киреһенсә, үҙ милләтеңде башҡа милләттәрҙән өҫтөн ҡуйыуҙы берҙәй зарарлы һәм хәүефле тип һәр саҡ иҫкәртеп килгәндәр.

Башҡорт халҡының аҫыл ирҙәренең береһе-Рәми Ғарипов үҙенең шиғырында:

Телде телдәр хушһынмаһа,

Артылмаҫлыҡ тау булыр,

Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,

Дау артында яу булыр,-тип әҫенеп киҫәткән.

2000 йылдар башындағы кеүек киҫкен ҡаршылыҡтар тыумаһа ла был темаға бәхәстәр яңынан-яңы ҡуҙғалып тора. Бына тағы мәктәптәрҙә туған телдәргә бүленгән ваҡыт артыҡ тип иҫәпләде, дәреҫтәр ҡыҫҡарҙы, “оптимизация” еле ҡағылыу менән балалар һаны әҙ булған төркөмдәр ябылып туған тел уҡытылыу туҡталып ҡалды. Башланған эш ярты юлда өҙөлдө. Бөгөнгө көндә туған телдәрҙе өйрәтеүҙә бер сиктән икенсе сиккә бәрелеү, туған телде уҡытыу-уҡытмау тураһында һүҙ барырға тейеш түгел. Йөҙ йылға яҡын барған үҙгәрештәрҙе ҡаурыйҙың бер елпеүендә генә алып ташлап булмай. Бындай глобаль эштәрҙең һөҙөмтәһе мәктәптә уҡып йөрөгән балаларҙың балалары уҡырға килгәс кенә күренәсәк. Баланың ата-әсәһе дәрес әҙерләшергә ярҙам итешә ала икән, тик шунда ғына беҙ, уҡытыусылар, эшебеҙҙең емешен күрә аласаҡбыҙ. Ә хәҙергә көндәлек ҡәҙимге эш бара. Көндәлек дәрестәр, аралашыу, сираттағы ярыштар… Тик уҡыусының туған теле уҡытыусыһы менән һәр осрашыуы уның күңелендә бер тойғо үҫтереүен онотмайыҡ. Был тойғо яралғыһы телгә һөйөүме, нәфрәтме-уныһы беҙҙән, уҡытыусыларҙан-йәш быуын тәрбиәләүселәрҙән тора. Кешегә бар тик һүҙ-бер һүҙ етә. Тик бары бер йылы һүҙ.





Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДВ-125713

Похожие материалы