Инфоурок Родная литература СтатьиСтатья. Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу үҙенсәлектәре

Статья. Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу үҙенсәлектәре

Скачать материал

 

Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу үҙенсәлектәре

 

           Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрендә туған телде, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеү ҡарала. Башланғыс кластарҙан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөү һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү төп ролде уйнай.          Яңы информацион-технологик осор йәш быуын башҡорттарынан хәҙерге кешегә мотлаҡ кәрәк булған белем, тәжрибә, компьютерҙы белеү, функциональ белем, үҙ тормошоңдо ҡора белеүҙе талап итә.

  Төрлө проблемаларҙы, мәсьәләләрҙе ижади сисеү юлдарын тапҡан уҡыусыларҙы тәрбиәләргә кәрәк беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте  дәрестәрендә. Беҙ, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, төп иғтибарҙы балаларҙың ижади фекерләү һәләтлеген, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә йүнәлтергә лә бурыслыбыҙ.

          Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡортса өйрәтеүҙә төрлө психологик  үҙенсәлектәр иҫкә алына.

          Рус мәктәптәрендә уҡыусылар бер кимәлдә башҡорт телен үҙләштерә алмай. Башҡорт телен бер аҙ аңлай белгән һәм бөтөнләй ҙә аңламаған  уҡыусылар бар. Был иһә үҙенсәлекле уҡытыуҙы талап  итә.       Бәләкәй класс уҡыусыларының хәтерләү һәләте үҫеш ала. Улар ишетеп, күреп иҫтә ҡалдыра алалар. Дәрестә телмәр үҫтереү өҫтөндә эш алымдары ҡулланыу кәрәк: һорауҙарға яуап биреү, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, шиғырҙар, тел шымартҡыстарҙы үҙ аллы, хор менән ҡабатлау, иң мөһиме - өндәрҙе   дөрөҫ әйтә белеү. Класта бөтә бала  ла бер төрлө ҡатнашмай. Йомшағыраҡ уҡыған уҡыусылар менән йышыраҡ эшләү, телмәрҙәрен үҫтереү—уларҙы нығыраҡ йәлеп итеү—һәләттәренә ярашлы эштәр, биремдәр тәҡдим итеү мөһим.

         Мәктәптә рус телле балаларҙың күбеһе дәрестән тыш башҡортса аралашыу хоҡуғынан мәхрүм. Шуға өйрәнелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе дәрес һайын төрлө формала иҫкә төшөрәбеҙ.  Грамматика өйрәнгәндә башҡорт һәм рус орфографик ҡағиҙәләрен сағыштырабыҙ, айырмаларын билдәләйбеҙ.

           Дәрес барышында уҡыусылар алдына проблемалы һорау ҡуйыу һәм дәрес аҙағында ошо һорауға яуап табыу уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр итә, танып-белеү һәләтен үҫтерә.

  Тел дәрестәрендә, ҡағиҙә үҙләштерелгәс, ижади характерҙағы күнегеүҙәр эшләтеп, һөйләмдәр уйлатыу, картина буйынса иншалар йәки терәк һүҙҙәр ярҙамында бәйләнешле миниатюр хикәйәләр төҙөтөү бик файҙалы. Бындай эштәр, уҡыусыларҙың ҡағиҙәне үҙләштереүен тикшерергә мөмкинселек бирә, уларҙың ижади фекерләүен, яҙыу телмәре күнекмәһен үҫтерә. Хикәйә төҙҙөрөүҙә, инша яҙҙырыуҙа эш еңелдән ауырға табан алып барыла.

Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң: проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, уҡыу тиҙлеген күтәреү, тасуири уҡыу, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙҙырыу, картиналар өҫтөндә эш, яҙыусылар менән оҫрашыуҙар һ.б.

Бындай ижади эштәрҙе төрлө формаларҙа һәр һүҙ төркөмөн үткәндән һуң эшләтергә була һәм күберәк уҡыусыларҙың тормош тәжрибәһенә бәйле темаларҙы һайлап алыу отошлораҡ тип һанайым. Берәй грамматик категорияны үткәндә йәки тыныш билдәләрен системалаштырғанда уҡыусыларҙы үҙ аллы ижадҡа өйрәтеү мөһим.

  Әҙәби темаларға йыш инша яҙҙырыу, әҫәрҙәге күренештәргә, геройҙарға үҙ ҡарашыңды белдереү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Айырым хикәйәләрҙе уҡығандан һуң иншалар яҙабыҙ. Мәҫәлән, Т.Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” хикәйәһен уҡығас,”Әсәйҙәрҙе рәнйетмәгеҙ!” тигән темаға инша яҙҙыҡ. Юғары кластарҙа бындай иншалар етди төҫ ала, уй-фекерҙәре лә сағыла. Шулай уҡ юғары кластарҙа семинар дәрестәрҙең дә уҡыусының һөйләм телмәрен үҫтереүҙә бик кәрәк икәнен һиҙәм. Был дәрестәрҙә “Бәхетте һин нисек аңлайһың?”, “Дуҫлыҡты мин нисек аңлайым?” һ.б. темалар тәҡдим итәм.

Ижади иншалар  яҙырға өйрәтеүҙә балалар матбуғатының роле ҙур. Тиҫтерҙәренең гәзит-журналдарҙа даими донъя күргән шиғырҙарына, әкиәттәренә һәм мәҡәлдәренә анализ яһау ыңғай һөҙөмтә бирә. Шулай уҡ бала һәләтен үҫтереүҙә радио һәм  телевидениеның да роле баһалап бөтҡөһөҙ. Ошо ҡеүәтле мәғлүмәт  сараларын белем биреүҙә, балаларҙың  ижади һәләтен үҫтереүҙә, тәрбиә эшендә  дөрөҫ файҙаланыу мөһим.

Башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу ҙа ижади һәләтте үҫтерә. Һәр дәрестә мәҡәлдәр ҡулланам, сөнки мәҡәлдәр аша уҡыусыларҙа туған халҡына, телгә, ғаиләгә,тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләнә. Уҡыусыларға ижади күнегеүҙәр тәҡдим итәм. Күп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе тултырып яҙырға. Мәҫәлән, күрше хаҡы -… … , ил төкөрһә -… … .

  Ижади эштәрҙе бәләкәй кластарҙан уҡ башларға, һөҙөмтәһе буйынса әҙәби ижадҡа һәләтле балаларҙы асыҡларға һәм улар менән айырым шөғөлләнергә кәрәк тип иҫәпләйем. Бирелгән фекергә, рифмаларға, темаға таянып балалар шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр ижад итәләр. 4-5-се кластарҙа эште әкиәт яҙыуҙан башлайбыҙ. Юмор алымдарын ҡулланып, әкиәтте үҙем башлайым. Мәҫәлән, борон заманда әтәс менән өйрәк бик дуҫ булған. Әтәс һыуҙа йөҙә белгән, өйрәк – белмәгән. Өйрәтә әтәс быны йөҙөргә. Шул саҡ ҡапыл суртан балығы әтәсте тәпәйенән эләктереп һыу төбөнә һөйрәй башлаған… Уҡыусылар дауам итә. Һәр береһенән һөйләтеп ҡарайым. Ә ни өсөн әтәс бөгөн йөҙә белмәй? тигән һорау ҡуйып, уларҙы логик фекерләүгә мәжбүр итәм.

  Ижади эш дәфтәрҙәрендә уҡыусыларҙың ижади эштәре төрлөсә. Бер уҡыусы шиғырҙы оҫта яҙһа, икенсеһе - кроссворд, ребус төҙөй, өсөнсөһө - әкиәт яҙа һ.б. Бөгөнгө көндә уҡыусылар өй эштәрен ижади формаларҙа  башҡаралар. Бындай  эш  төрҙәре  уҡыусыларҙы ижади  эҙләнеүгә  этәрә, фекерләү ҡеүәһен,  фантазияһын  үҫтерә, һүҙҙең матурлығын, көсөн тоя   белергә өйрәтә. Бындай  эш  төрҙәре  уҡыусыларҙы ижади  эҙләнеүгә этәрә, фекерләү ҡеүәһен,  фантазияһын  үҫтерә, һүҙҙең матурлығын тоя   белергә өйрәтә. Ижади эшләүсе уҡыусылар үҙ эштәрен “Илһам шишмәләре” түңәрәктәрендә дауам итәләр.

  Балалар әлеге ваҡытта ижад итә торған яҙыусыларҙың әҫәрҙәре менән таныш булһындар, тип, гәзит-журналдарҙан портреттарын йыйып, стенд яһаным, әҫәрҙәрен айырым карточкаларға яҙҙым. Уҡыу йылы аҙағында һәр уҡыусыға карточканы авторы янына беркетергә ҡушам. Был үҙенә күрә бер һынау булып тора.

    Дәрестә эҙләнеүҙәрҙән, асыштарҙан торған эш алымдарын ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшкә йәлеп итә. «Ауылым таңдары”, “Етегән” гәзиттәрендә уҡыусыларымдың шиғырҙары баҫылып тора.

     Юғары кластарҙа уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса белемдәре бай. Иркен аралаша белеү, фекер алышыуҙары, телмәрҙәре үҫешкән була. Дәрестәрҙе төрләндереү буйынса индивидуаль карточкаларҙағы биремдәрҙе башҡарыу, схемалар төҙөү,  үҫтереүсе система буйынса логик мәғәнәле  моделдәр эшләү һәр яҡлап та логик фекерләү һәләттәрен үҫтерә.  Ошо йәһәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында айырым папкаларҙа уҡыусыларҙың төҙөгән моделдәре тупланып тора.

Дәрестәрҙә  хәҙерге  ваҡытта   яңы  мәғлүмәти  технологиялар  ҡулланыу  отошло.  Был  уҡыусыларҙа  ла  шулай  уҡ  ҡыҙыҡһыныу  уята.  Компьютер  ярҙамында  дәрес  үткәреү,  уның  аша  күнегеүҙәр,  тестар  башҡарыу, электрон дәреслектәр менән эшләү, эҙләнеү  уҡыусылар  өсөн  яңылыҡ  алыу. 

  Башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәтен уҡытыуҙа  эффектлы  юлдар  эҙләгәндә  һәм  туҡтауһыҙ  камиллашҡанда  ғына  ыңғай  һөҙөмтәләргә  ирешеп  була. Уҡыусыларҙы  һәр  ваҡыт  яңы  технологиялар  менән  тәьмин  итеп,  яңы  асыштар  булдырып,  артабан  да  башҡорт  телен  -  туған  телебеҙҙе  нығытыу  өҫтөндә  эшләйек.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1. Ф.Ш.Сынбулатова.Балаларҙың уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү. “Башҡортостан уҡытыусыһы”,2008, №3 -23-25

 2.Ф.Ишбирҙина. Һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһенән. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №1, 2005 й.

3. Мортазин. Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма ижади эштәр. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №8, 2005 й.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Статья. Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу үҙенсәлектәре"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Контент-менеджер

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 654 952 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.02.2021 436
    • DOCX 46.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галиуллина Таслия Инсафовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галиуллина Таслия Инсафовна
    Галиуллина Таслия Инсафовна
    • На сайте: 3 года и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 538996
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по литературе в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 165 человек

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Курс повышения квалификации

Методические аспекты при изучении русской литературы последней трети XIX века в современной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 374 человека

Мини-курс

Управление рисками и финансовое моделирование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективное продвижение и организация проектов в сфере искусства

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Информационные технологии и безопасность

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 49 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 28 человек