Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
Ыласынташ бөркөтө
Яҙыусы ғүмере уҡыусылары менән үлемһеҙ.
Рафаэль Аҙнағолов
Рафаэль Сафин-ВАТАНСЫ
Рафаэль Сафин-ШАҒИР
Рафаэль Сафин-ДРАМАТУРГ
Ватансы-йәғни кеше булараҡ, эскерһеҙ, ихласлыҡ, кешелеклелек, кеселеклелек, йылылыҡ хас ул. Уның шиғырҙары кеше күңеленә осҡон һала, йоҡлап йөрөмәһен өсөн; ут һала, уттай дөрләп йәшәһен өсөн; йәшен сатҡыһын һала, йәшнәп ижад итһен, хеҙмәт итһен өсөн; моң һала, моңһоҙлоҡтан, ғәмһеҙлектән ваз кисһен өсөн; йыр һала, бәғерһеҙ булмаһын өсөн. Әммә ул кеше ғүмеренә, донъяһына ут һалмай. Һәр шиғыры шиғриәт баҫыуында көслө, туҡ башаҡлы. Шиғырына тәрән мәғәнә, йәшәү асылы һалынған.
Шағир булараҡ, күңелде үҙенә тартыусы, хис-тойғоно берсә ярһытыусы, берсә моңға һалыусы, йәшен сатҡылары менән балҡытыусы, дауылланып рухи көс биреүсе ул. Рафаэль Сафин
шиғриәте-даулы, дауыллы ижад. Һәр әҫәре шағир
күңеленең дөрләп янған ялҡынында, ут эсендә ижад ителгән. Һәр һүҙҙең тасуирилыҡ асылын тоя
белеү, шуның аша теге йәки был хәл-ваҡиғаны һүрәтләү нигеҙендә уҡыусыны тетрәндерерлек картиналар тыуҙырыу, йәнле картиналар ярҙамында образлы фекергә килеү һәм башҡа күп төрлө поэтик саралар автор әҫәрҙәренең кеше күңеленә тәҫир итеү көсөн арттыра. Башҡорт шиғриәтен үҫтереүҙә, образлы-күркәм фекерләүгә үҙенсәлекле өлөш индереүҙә Рафаэль Сафин ижадының әһәмиәте ҙур.
Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1947 йылда, үҙ ауылдарындағы тулы булмаған урта мәктәпте бөтөргәс, Өфөгә килә. Баш ҡаланың 9-сы интернат-мәктәбен тамамлағас, музыка училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡырға инә. Бер үк ваҡытта тағы ла әҙәби ижадҡа маһир булған һәм үҙенең тәүге шиғырҙарын 1950 йылдан республика гәзиттәрендә баҫтырған егет Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы юлланмаһы менән 1952—1956 йылдарҙа Мәскәүҙә, СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.
Йәш әҙип хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында башлай, артабан 1957—1961 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. 1962 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы органы булған «Ағиҙел» журналы редакцияһына саҡырыла, был баҫмала 1973 йылға тиклем шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 1974—1983 йылдарҙа Рафаэль Сафин Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең ижад эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Рафаэль Әхмәтсафа улы 2002 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Драматург - башҡорт поэзияһында һәм драматургияһында яҡты эҙ ҡалдырған әҙип, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ул тәбиғәттән бирелгән һәләт нигеҙендә бала сағынан уҡ гармунда уйнарға өйрәнә. «Ауыр йылдарҙа ауыл кешеһенә шат моң сәсеп, дәрт биреүсе гармун ҡулдан төшмәне» тип яҙа ул. Мәктәптән һуң музыка училищеһында, аҙаҡ Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Тиҫтәләрсә шиғри китаптарынан тыш, 70-се йылдарҙа уның «Йәнбикә», «Тилекәй», «Ғәзизәкәй балдыҙ» драмалары ла милли театрҙар сәхнәләрендә уңыш яулай.
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
6 656 275 материалов в базе
«Башҡорт теле ??м ???би?те (Башкирский язык и литература)», Хажин В.И., Вильданов А.Х., Аккужина Ф.А., Карабаев М.И.
Больше материалов по этому УМКНастоящий материал опубликован пользователем Муллабаева Альмира Раиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс профессиональной переподготовки
500/1000 ч.
Курс повышения квалификации
72 ч. — 180 ч.
Курс профессиональной переподготовки
300 ч. — 1200 ч.
Курс повышения квалификации
36 ч. — 144 ч.
Мини-курс
3 ч.
Мини-курс
6 ч.
Мини-курс
2 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.