Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / История / Другие методич. материалы / Стихи к сценарию мероприятия, посвященного 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии к 70-летию Великой Победы. “Оҙатып ҡалды күк Урал”
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • История

Стихи к сценарию мероприятия, посвященного 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии к 70-летию Великой Победы. “Оҙатып ҡалды күк Урал”

библиотека
материалов

Ученик в национальном костюме под звуки курая читает стих “Урал”

Шарафутдинова Т.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –

Атай-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.



Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.



Ай Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарын,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.



Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған

Ир-егеттең ғүмере лә йәл булмаҫ.













Ученик в национальном костюме читает стихотворение Б. Нугманова

Ил Һалдаты". Ишимбаев Ч.

Йәйге таңда һандуғастар

Ярһып һайрап киткән саҡта,

Уянамын тертләп китеп,

Уйланамын һинең хаҡта.



Ул йылда ла йәйҙең таңы

Тыуған, йәйеп ал шаршауын.

Ҡапыл. Шартлап, туптар өҙгән

Тыныс ятҡан ер ҡоршауын.

Ут-ялҡынға ингәнһен һин,

Арыҫландай ажар булып.

Ташланғанһын алыштарға,

Дошмандарҙың юлын быуып.



Елдәй елгән осҡор атың,

Йәшен хас та – ялтлай ҡылыс.

Халҡың алдында шул антың:

Атһын ерҙә таңдар тыныс.













Уҡыусы шиғыр ятлай.

Эйәрләне атай, ялын үреп,

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!



Ышан, атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ.

Йәшен тамған был ҡылысты, әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанында.



Йыуырмын мин фашист ҡаны менән

Илем күкрәгенең яраһын,

Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа

Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.



Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,

Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,

Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,



Тыусаҡ таң, тыуасыҡ яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Уҡыусы шиғыр ятлай.

Ҡайтмай ҡалһам, һәйкәл күтәрмәгеҙ,

Мин һәйкәлгә хаҡлы тугел бит.

Ләкин хәтерләгеҙ: “Ябай егет,

Оло йәшәү өсөн үлде”, - тип.

Миңә һәйкәл булыр, кис – кәкүктең,

Таңда һандуғастың һайрауы.

Ҡайта алмай ҡалһам, үҙемдең һәм

Һеҙҙең йәшәү өсөн һуғышып,

Күтәрегеҙ миңә һәйкәл итеп,

Бәхетле һәм гүзәл тормошто.




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 12.03.2016
Раздел История
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров133
Номер материала ДВ-520505
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх