Әсәйҙәр берәү генә.
Максаты: укыусыларға әсәйҙәрҙә яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү;
Укыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.
1-се алып барыусы: слайд1
2-се алып барыусы .
-Хәйерле кис, хөрмәтле әсәйҙәр,ҡунаҡтар, дуҫтар!
1-се алып барыусы
-Хәйерле кис, тамашасылар!
2-се алып барыусы
Барығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
1-се алып барыусы
Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған,
Йыр йырларға, көй көйләргә
2-се алып барыусы
Оҫта булған туғыҙынсы мәктәп уҡыусыларынан
Ҡайнар сәләм!
1-се алып барыусы
- Әсәй-ерҙә иң ғәзиз, иң якын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән ,йыр көйләп бишектә тирбәткән, беренсе аҙымыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңелеңә һеңдергән.
2-се алып барыусы
Көндөң я7тылы4ы-7ояшта,
Күктең матурлы4ы- йондоҙҙарҙа,
Ерҙең гүзәллеге -ҡатын-7ыҙҙарҙа. 2 слайд
1-се алып барыусы
Әсә - бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға.
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
2-се алып барыусы
- ?әҙерле әсәйҙәребеҙ, ер йөзөндә һеҙҙән дә яҡын, һеҙҙән дә рәхимле, һеҙҙән дә оло йәнле зат юҡтыр.
1-се алып барыусы
Өй түрендә гөлбаксала
Йырсы коштар һайраша.
Бөгөн-әсәйҙәр һеҙҙең өсөн,
Әҙерләнек ҙур бер тамаша
2-се алып барыусы
- Бөтөн кешелек донъяһына йәм биреүсе, йылмайыуығыз менән беҙҙе иркәләүсе, йылы ҡараштарығыз менән наҙлаусы, беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ!
1-се алып барыусы
- Хәҙер һеҙҙең иғтибарға үҙебеҙ әҙерләгән концертты тәҡдим итәбеҙ. Башҡарған йыр-бейеүҙәр - һеҙгә ысын күңелдән бүләгебеҙ булыр. Ҡул сабып, йылмайып , ял итегеҙ! Һүҙҙе иң кескәй дуҫтарыбыҙға бирәбеҙ. икенсе класс уҡыусыһы Әхмәтшина КАМИЛА шиғыр һөйләй.
Камила
Байрам көткәндә.
Байрамды көтә – көтә,
Беҙ тик кенә ятманыҡ.
Йыр – бейеүҙәр өйрәндек,
Шиғырҙар ҙа ятланыҡ.
Байрамға әҙерләнгәндә,
Ҡуйҙыҡ әле уйлап та.
Әсәйҙәрҙе был көндә
Саҡырабыҙ ҡунаҡҡа.
Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең
Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
Һеҙгә бүләк итеп
Әҙерләнек үҙебеҙ.
2-се алып барыусы
Айгөл бейей сәхнәлә
Йәш ҡыҙҙар бейеүен
Ҡарағыҙсы әле уның
Өҫтөндәге кейемен.
Һеҙҙең алдығыҙҙа Әхмәҙуллина Айгөл үҙенең дәртле бейеүе менән
1-се алып барыусы слайд 3
Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа,
Бала күңеле, тиҙәр, далала,
Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй,
Хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.
Әсәкәйем бөгөн эштән
Арып ҡайтты,
Шуға ла ул йоҡларға ла
Иртә ятты.
Өшөмәһен әсәкәйем –
Юрған ябам.
Баш аҫтына тағы ла бер
Мендәр һалам.
Эшем бөткәс карауаты
Тирәһендә,
Ултырам да әсәйемдең
Эргәһенә,
Йоҡлатырмын бишек йыры
Йырлап ҡына,
Ә әсәйем йылмая ла
Күҙен йома.
2--се алып барыусы
Була шундай уңғандар,
Уҡыуҙа ла тырыштар.
Йыр-моңға ла ғашиҡтар,
Спортты ла һөйәләр.
Кескәй генә булһалар ҙа
Һәр ергә өлгөрәләр.
Һеҙҙең өсөн дүртенсе класс уҡыусылары сығышы . Ҡаршы алығыҙ. 4 слайд
Ягубова
Әсәкәйем, гүзәлкәйем,
Күҙ нурым һин, гөлкәйем,
Нурланып сыҡҡан ҡояштай
Яҡты һинең йөҙкәйең.
Заһир
Әсәкәйем, берҙән – берем,
Изге һинең уйҙарың.
Яҙғы елдәр кеүек наҙлы,
Йомшаҡ ҡына ҡулдарың.
Ягафарова
Әсәкәйем, тауышҡайың
Сылтырап аға шишмәләй.
Моңо менән һәр иртәлә.
Тор, ҡыҙым, тип иркәләй.
Гөлгөнә
Әсәкәйем, матурҡайым,
Йөҙҙәрең нурҙар сәсә.
Мәңге йәшел шыршы һымаҡ,
Һәр саҡ йәш бул, йөҙ йәшә!
Павлова Диана
Кескәй генә булһаҡ та
Беҙ шатлыҡ таратабыҙ
Тирә-яҡты янғыратып
Йырларға яратабыҙ
Күмәк йыр. Мин үҙемде яратам.
1-се алып барыусы
Әсәй һүҙе - йырлы үҙе
Йәшәү шикелле серле.
Әсәй һүҙе өлгө миңә
Әсәй һүҙе яғымлы.
2--се алып барыусы 5 слайд
Айҙан, ҡояштан ҡәҙерле
Һин ул әсәйем!
Иң яғымлы, иң һөйкөмлө
Һин ул әсәйем!
1-се алып барыусы
Таңдар ҙа нурлыраҡ,
Көндәр ҙә йылыраҡ,
Күңел дә йылыраҡ,
Янда һин булғанда.
Ә хәҙер һүҙҙе бишенсе класс уҡыусыларына бирәбеҙ.
Даша 6 слайд
“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел
Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт
Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт!
Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк! Саша
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Донъя йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк! Ингель
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
ЭЛИНА
Йыр УЯТАЛАР
2--се алып барыусы слайд 7
Бейеү бит ул ялҡынлы дәрт
Бейеү спорт һәм сәнғәт
Бейеү талант һәм хеҙмәт ул
Бейеү тылсымлы хикмәт.
Һеҙҙең өсөн Әхмәҙиева Айгөл көнсығыш бейеүе менән.
1-се алып барыусы
Әсәй! Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул
Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен
2--се алып барыусы
Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй
Илһам бирә миңә йәшәргә
Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын
“Әсәй” тиеп уға әйтергә.
Һеҙҙең алдығыҙҙа алтынсы класс уҡыусыһы Хәсәнова Динара шиғыр һөйләй.
1--се алып барыусы
- Ә хәҙер,хөрмәтле ҡунаҡтар, Һеҙҙең өсөн Халикова алина башҡарыуында йыр .Туған яҡ
1-се алып барыусы
Слад 8
Киләһе концерт номерыбыҙ Ибикаева Милана һәм Губина Ангелина башҡарыуында . Рәхим итегеҙ!
Милана
Бөгөн байрам.
Булмәбеҙҙә
Уйындар ҡыҙыҡ бара.
Белмәгәне ҡарап тора,
Белгәне бейеп ала.
Минән дә Ҡыҙҙар, малайҙар
Йырлауымды һораны.
Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
Йырһыҙ, моңһоҙ буламы!
АНГЕЛИНА
Мин бәхетле – әсәйем бар…
Мин бәхетле – ҡояшым бар,
Ул йылмайып, көлөп тора,
Зәңгәр күктән ер өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора.
Мин бәхетле – әсәйем бар.
Ул иркәләп, наҙлап тора.
Йөрәгемдә ниҙәр барын
Күҙҙәремдән аңлап тора.
Мин бәхетле ил ҡыҙы, тип
Ғорурланып өндәшәмен.
Бәхетле, шат тормош өсөн
Тынғы белмәй көрәшәмен. Зөлфиә Ханнанова
1-се алып барыусы
Ни булыр ине доньяла
Әгәр ҙә йыр булмаһа
Кешеләрҙең күңелендә
Яңғырап гел тормаһа
Йырҙан ҡиммәт, йырҙан ҡәҙерлерәк
Күстәнәсем башҡа юҡ минең
2--се алып барыусы
Әсәләргә арналған концертыбыҙ аҙағына ла яҡынлашты . Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.
1-се алып барыусы
Һеҙ килгәнһегеҙ был донъяға
Былбыл булып таңда һайрарға
Һәм әйтергә гөлдө, сәскәләрҙе
Ҡайҙа, нисек, ҡасан һаҡларға.
Был донъяла һеҙ булғанға
Йәшәү матур, йәшәү күңелле
һау булығыҙ, осрашҡанға тиклем тағы ла.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.