Инфоурок Классному руководителю КонспектыӘсәйҙәр тормош биҙәге(Әсәләр көнөнә сценарий)

Әсәйҙәр тормош биҙәге(Әсәләр көнөнә сценарий)

Скачать материал

ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.

«ӘСӘЙҘӘР ТОРМОШ БИҘӘГЕ »

 

БАЛАЛАР ШАРҘАР МЕНӘН МЕНӘН МУЗЫКА АҪТЫНДА БЕЙЕП СЫҒА.

 ГӨЛНАЗ

аумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

АЯЗ

-Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға,  йәшегеҙгә, кесегеҙгә!

Хеҙмәт һөйгән,эштә уңған

Йыр йырларға, көй көйләргә

Оҫта булған әсәйҙәргә

ҠАЙНАР СӘЛӘМ!

ИЛЬСУН

- «Әсәйҙәр көнөнә арналған «ӘСӘЙҘӘР-ТОРМОШ БИҘӘГЕ»- тип аталған кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

ГӨЛНАЗ

- Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

ИЛЬСУН

-Барығыҙға ла иҫәнлек -именлек, һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ!

   ГӨЛНАЗ

-Ә хәҙер һүҙҙе мәктәп директоры Гөлназ Әкрәм ҡыҙына  бирәйек.

АЯЗ

Тантана бөгөн ерҙә,

Һәр кешенең йөҙөндә.

Шатлыҡ урғый йөрәктән,

Нур һибелә күҙҙәрҙән.

Бөгөн һоҡланғыс байрам-

Әсәйҙәребеҙ көнө.

АЗАЛИЯ

Әсәй бит ул һәр кешегә

Ғүмер бүләк итеүсе.

Әсәй тиеп әйтеү менән

Донъя нурға күмелә.

 

ЙЫР”ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠОСАҒЫ”

 

 

НАҘГӨЛ

Ғумерем буйына

Бурыслы мин уға

Көслө   һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам,

Абынып тормаһам,

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

ИЛЬСУН

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә                        

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

 

ҠЫҘҘАР ЙЫРЛАЙ “ӘСӘЙЕМ”

 

РУСЛАН

Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!               

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

 

БУЛАТ

Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен,

Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй,

Илһам бирә миңә йәшәргә,

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ яҙһын

“Әсәй”тиеп уға әйтергә.

 

ГӨЛНАЗ - Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

Әсәйем бөгөн эштән

Арып ҡайтты.

Шуға ла ул йоҡларға ла

Иртә ятты.

Өшөмәһен әсәкәйем,

Юрған ябам.

Баш аҫтына тағы ла бер

Мендәр һалам.

Эшем бөткәс карауаты

Тирәһендә

Ултырам да әсәйемдең

Эргәһенә.

Йоҡлатамын бишек йыры

Йырлап ҡына

Ә әсәйем йылмая ла

 Күҙен йома.,

 

БУЛАТ

 

Ильмира                  Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

                                       Йылы һүҙе, ярҙамы

                                       Бөтә эштә лә өлгөрә

                                       Әсәйҙең алтын ҡулы.

Асман                     Бәлеш һала, туҡмас киҫә

                                       Тәмле аштар бешерә:

                                       Торт яһаһа өҫтәренә

                                       һырлап сәскә төшөрә.

Алмаз.                        Аш - һыуына, тәм - томона

                                       Бөтә халыҡ һоҡлана.

                                       Шуға, алтынға тиң күреп,

                                       Әсәй ҡулы маҡтала.

Ильнар                           Иң аҫылын йырҙарымдың

                                   Йырлайым, әсәй, һиңә.

                                   Гөлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

                                      Сибәрһең, әсәй миңә.

Радмир                                 Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

                                          Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

                                          һәр ваҡыт эшсән булғанға,

                                          Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

Наҙгөл :                     Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

                                          Иң беренсе һин беләһең.

                                          Оҙон юлды яҡын итеп

                                          Ваҡыт табып һин киләһең.

 Руслан                             Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

                                         Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

                                    ҡайғылырҙы таратырлыҡ

                                         һүҙҙәр табып көс бирәһең.

  ильсун                     Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

                                   Күргән әсәй ғүмер эсендә.

                                   Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

                                   Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.

Йыр “Бәхет өсөн”

 

Гөлназ  

Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул,  шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.

 

АЛЫП БАРЫУСЫ :  Байрамыбыҙ дауам итә. Ә кемдең әсәһе сибәр ҙә, уңган да, өҫтәүенә йырға – бейеүгә лә оҫта булыуын асыҡларға бөгөнге бәйге ярҙам итәсәк.! Был бәйгелә ике команда ҡатнаша. Һеҙ шулай ултырҙығыҙ инде. Конмандаларҙың исемен беренсе бәйгенән һуң белербеҙ

БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ :Ике команданан  берәр кеше сыға һәм шар шартлата. Шар эсендә карточкалар , шул карточкаларҙан һүҙ төҙөлә.(бер команда  “ЙОНДОҘ” , “ҠОЯШҠАЙ”

 

1.Хәҙер һеҙҙең өсөн _Руслан Галиакберов йырлай

 

ИКЕНСЕ БӘЙГЕ: :.”УҠЫМЫШЛЫ ӘСӘЙ” .

1) Башҡортостанда нисә район, нисә ҡала?(54,21)

2) Башҡортостанда нисә кеше ?(4 мил. ашыу)

3)Башҡортостандың иң бейек ике түбәһе?(янғантау, ирәмәл)

 4)Башҡортостандың иң ҙур ике күле?(Асылыкүл, Ҡандракүл)

5)Башҡортоандың иң ҙур алты йылғаһы?(Ағиҙел,Ҡариҙел,Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар)

6) Башҡортостанда башҡорт  телендә ниндәй  журналдар сыға ?(Ағиҙел, Башҡортостан ҡыҙы, Аманат, Шоңҡар, Аҡбуҙат, Башҡортостан уҡытыусыһы, Ватандаш)

7) Быйыл ниндәй донья күләмендәге  зур ваҡийғалар булды ?(Олимпиада в Сочи, Мәҙәниәт йылы ,Рус армияһының Парижға инеүенә ике йөҙ йыл,етмеш йыл Ленинградтың блокаданан сығыуына, һикһән йәш Юрий Гагаринға).,)

 

2.Хәҙер һеҙҙең өсөн Асман Юлмухаметов йырлай

 

ӨСӨНСӨ БӘЙГЕ:"ЙОМАҠ ҠОЙҘОМ-ҠАС, ЙОМОЛДОҒОН АС"

 Хәҙер әсәйҙәребеҙҙе тапкырлыкта һәм зирәклектә лә һынап ҡарайык . йомаҡтар әйтешеү.

 

3.Һеҙҙең алда  йырлай Ильясова Ильмира “Рәхмәт әсәйем”

ДҮРТЕНСЕ БӘЙГЕ: «БАЛА БИЛӘҮ»
(атрибуттар: ө
ҫтәл, ҡурсаҡтар, распашонка, чепчик, пеленки, одеяла, лента)
бәйгелә ике әсәй
ҡатнаша. Матур, тиҙ итеп баланы биләргә.

 

4.Һеҙҙең өсөн:---дүртенсе класс малайҙары башҡарыуында “ӨЛӘСӘЙЕМ ВАСЫЯТТАРЫ-“-

 

БИШЕНСЕ БӘЙГЕ: «ӘЛЛИ-БӘЛЛИ БӘҮ-БӘҮ»
Бе
ҙ балаларыбыҙҙың ниндәй булғандарын хәтергә төшөрә башлағас инде, әйҙәгеҙ бишек эргәһендә үткән йоҡоһоҙ төндәребеҙҙе лә иҫкә алайыҡ. Ҡайһы саҡта баланы әсәнең яғымлы, наҙлы бишек йыры ғына тынысландыра ала.. Бәйгелә ике әсә ҡатнаша. Улар ҡулдарына биләнгән баланы ала һәм сиратлап бишек йыры йырлап уны йоҡлата
А.Б. Бе
ҙҙең әсәйҙәрҙең тауыштары ниндәй матур, нисек матур йырлай улар.

 

5.һеҙең өсөн генә йырлай Радмир Ибраков.”Әсәйем ҡояшым”

АЛТЫНСЫ БӘЙГЕ: 
“Әртистәр”(шалҡан, теремок) Бәйге  дауам итә . Әсәйҙәр һеҙҙең тағы бер оҫталығығыҙҙҙы тикшереп үтәһе килә. Һеҙҙең алда маскалар һеҙ хәҙер бер әкиәт сәхнәләштерегә тейешегеҙ

 

Ә хәҙер Һеҙҙең өсөн генә икенсе һәм дүртенсе класс малайҙары башҡарыуында йыр “ҠЫҘЫЛ ЮРҒА”

 

ЕТЕНСЕ БӘЙГЕ: “МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘ”

Бала мәктәпкә һуңлай. Ниндәй генә әсә балаһына ярҙамға килмәһен. Балалар ултырғыстарында йоҡонан уяна алмай ултыраю әсәй тиҙ генә расписание буйынса портфель йыйырға тейеш. Баланы кейендереп жюриға алып бара.

 

Һеҙҙең өсөнБИШЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ БАШҠАРЫУЫНДА БЕЙЕҮ

 

ҺИГЕҘЕНСЕ БӘЙГЕ: ОҪТА ҠУЛ.

Әсәйҙәр тиҙ генә төймә таға

 

Һеҙҙең өсөн беренсе класс уҡыусылары башҡарыуында-----

 

ТУҒЫҘЫНСЫ БӘЙГЕ: “ҠОЯШ ТӨШӨР”

Залдың бер яғында ике обруч. Һәр ҡатнашыусының ҡулында ҡояш нуры. Сигнал буйынса беренсе ҡатнашыусы йүгепе бара һәм нурҙы ҡуя. Һәм эстафетаны икенсе кешекгә тапшыра

 

.Һеҙҙең өсөн генә  алтынсы класс уҡыусылыары башҡарыуында---

УНЫНСЫ БӘЙГЕ:  “йыр тоҡсайы”

Әсәй һүҙе менән йырҙар иҫкә төшөрөү

 

Һеҙҙең өсөн унынсы класс уҡыусылары башҡарыуында

 

УН БЕРЕНСЕ БӘЙГЕ: “ЙЫР БИТ КҮҢЕЛ КҮТӘРӘ”

Хөрмәтле әсәйҙәр! Бөгөнге бәйгенең һуңгы туры – үҙешсән сәнғәт туры. Был турҙа беҙҙең әсәйҙәребеҙ йыр башҡарырға тиештәр. Беҙ һеҙгә шпаргалкалар әҙерләнек һеҙгә йырҙарҙы һайлап алыу мөмкинселеге бирелә

 

Һеҙҙең өсөн өсөнсө  класс уҡыусылары башҡарыуында

 

 Ильсун :

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар! Әсәйҙәребеҙгә иғтибарлы, итәғәтле булайыҡ, ҡылган яҡшы эштәребеҙ, яғымлы һүҙебеҙ менән уларҙы ҡыуандырып йәшәйек. Әсәйҙәр алдында беҙ мәңге бурыслы.

 

Гөлназ

“Әсәй – ул изге  зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә, һандугас һайрауҙары , агас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп, бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңне тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең   йоҡоһоҙ  төндәренән. Улар  иҫән саҡта ҡараштарына күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек”

 

 

УҠЫТЫУСЫ:Әсә- һәм бала! Алар бер бөтөн, айырылғыһыз. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлек,  бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тагын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүзҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 



 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Әсәйҙәр тормош биҙәге(Әсәләр көнөнә сценарий)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Страховой брокер

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

          “Әсәй – ул изге  зат. Әгәр биттәреңдән наҙлы елдәр иркәләһә, һандуғас һайрауҙары , агас япраҡтары леперҙәткән ауаздар, йөрәгеңә кереп, бәғереңде өҙһә, бел – был әсәйең рухы булыр. Әгәр һин шатланһаң, бәхетеңде тапһаң, бел – бөтәһе лә әсәйеңдең   йоҡоһоҙ  төндәренән. Улар  иҫән саҡта ҡараштарына күләгә төшөрмәйек, яҡшы уҡыуыбыҙ, матур йәшәүебеҙ, изгелекле эштәребеҙ менән һөйөндөрәйек”

           Әсә- һәм бала! Алар бер бөтөн, айырылғыһыз. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Был бөтөнлөк,  бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тагын да нығыһын, бер-берегеҙҙе бер һүзҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 054 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.01.2015 26868
    • DOCX 63 кбайт
    • 190 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ильясова Гульфинур Рауфовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ильясова Гульфинур Рауфовна
    Ильясова Гульфинур Рауфовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 14563
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Тьюторское сопровождение в образовательных организациях

Тьютор

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 766 человек из 70 регионов

Курс повышения квалификации

Современные технологии профилактики зависимого поведения среди подростков и молодежи

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 23 регионов

Курс повышения квалификации

Организация работы с молодежью

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 78 человек из 33 регионов

Мини-курс

Искусство и техника: совершенствование в художественной гимнастике

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Читательская грамотность у школьников

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 16 регионов

Мини-курс

Архитектурное творчество для подростков (обучение детей от 12 лет и старше)

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе