1-се
контроль күсереп яҙыу
«Илем – Башҡортостан»
Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы
киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ – сикһеҙ
урмандар ҙа күп бында.
Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ
тиһеңме, күмер һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме- бөтәһе лә бар был
ерҙәрҙә.
Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған
Башҡортостан. (65 һүҙ).
2-се
контроль күсереп
яҙыу «Йәшел
аптека»
Күп үҫемлектәр кешене һәм хайуандарҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалай ала. Уларҙы
кешеләр дарыу үләндәре тип атай. Башҡортостанда дарыу үләндәренең күп төрҙәре
үҫә. Мәҫәлән, аҡ сәскә, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, балан, андыҙ, пәйғәмбәр
тырнағы, гөлйемеш һәм башҡалар.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙе кеше үҙе лә үҫтерә ала. Алоэны өйҙә, сөгөлдөр менә
кишер, ҡара торманы баҡсала үҫтерергә була.
Дарыу
үләндәрен танырға һәм уларҙы кәрәк саҡта файҙалана белергә кәрәк. Мәҫәлән,
кишер менән сөгөлдөр һуты тымау тейгәндә ярҙам итә.
(70
һүҙ)
Изложение
Адтын тамсы
(Башҡорт халыҡ әкиәте)
Борон-борон заманда Янһары тигән бер кеше булған, ти. Ул
мал аҫрап, ете ерҙә йәйләп, биш ерҙә ҡышлап йөрөгән. Бик тырыш булған Янһары.
Көн тимәгән, төн тимәгән, эшләгән дә эшләгән. Шуға күрә ул етеш көн иткән.
Берҙән-бер көн Янһары үлеп киткән. Уның Ярулла исемле бер
улы тороп ҡалған. Ул бик ялҡау булған, эшләргә яратмаған. Күп ашаған, күп
йоҡлаған. Атаһы үлгәс, ул иркенләп йәшәй башлаған. Көн дә ҡунаҡ йыйған.
Ырыуҙың олораҡ ҡарттары килеп, егетте өгөтлөп тә ҡарайҙар.
Тик Ярулла уларҙы тыңламай. Шулай ҙа иркен йәшәү оҙаҡҡа бармай. Атаһының
байлығы бөтә.
Шул саҡ Ярулла ҡарттар әйткәнде иҫенә төшөрә. Тырыш эш кенә
кешегә бәхет, байлыҡ килтереүен аңлай. Шунан алып ул ҡара эштән ҡурҡмай,
тырышып донъя көтә башлай. Шунан һуң Ярулла донъяла иң бәхетле , иң бай кеше
булып киткән. Әле лә бай йәшәй, ти.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.