Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Научные работыТел -белемдең асҡысы,ул-аҡыл баҫҡысы

Тел -белемдең асҡысы,ул-аҡыл баҫҡысы

Скачать материал
библиотека
материалов












Район фәнни-ғәмәли конференцияһы

Шәжәрә ул - йәшәү тамырыбыҙ“







Тема: Тел -белем асҡысы, ул-аҡыл баҫҡысы









Башҡарҙы: Шиһабетдинова Резида .

Етәксеһе: башҡорт теле уҡытыусыһы

Ғизәтуллина Филүзә Фәрит ҡыҙы









Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән…

Тел – тере шишмә - үлмәгән,

Бөгөнгә еткән ! 

Б.Бикбай


 

Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы, " Халыҡтың иң боронғо тарихи көҙгөһө”. Тел юҡ икән – халыҡ та, милләт тә юҡ. Милләттең эске тәбиғәтен, матурлығын, байлығын күрһәткән билгеләрҙән тел иң беренсе урында тора. Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иң даһи асыш, бер мөғжизә ул тел. Тел халҡы менән бергә үҫә. Шуның өсөн ул халыҡтың бөтә яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра. Шуның өсөн милләтте теле буйынса атап йөрөтәләр ҙә тип уйлайым. Халыҡ үҙе лә бит тыуған еренә, мәҙәниәтенә ҡарағанда ла телен алға ҡуя. Тел уның рухи донъяһын, милли тойғо менән милли ғорурлығын, ата-бабаһы менән балалары алдындағы тарихи бурысын үҙ эсенә ала. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып кемдәр генә тыумаған да, кемдәр генә фани донъя менән хушлашмаған.Ә тел, боронғолар ҡалдырған тел, һаман йәшәй. Төрлө үҙгәрештәр кисерә, әммә йәшәй. Һәр милләттең үҙ туған теле йәшәй. Туған телен юғалтҡан милләт йәшәүҙән туҡтай.

Шуның өсөн һәр ата- әсә үҙ балаһына сәңгелдәктә үк туған телендә бишек йырын ишеттерергә,уның тәүге өнөн үҙ телендә әйттерергә бурыслы.Бала туған телендә йырларға,әкиәттәр һөйләргә,йомаҡтар белергә тейеш.

Мин - башҡорт ҡыҙы.Шуның өсөн дә телем башҡортса асылған,әле лә матур итеп башҡортса һөйләшәм.

Туған телем - башҡорт теле, ысынлап та, матур.Ул минең өсөн атам- әсәм кеүек яҡын.Башҡорт теле беҙгә рус һәм инглиз телдәрен өйрәнеүгә һис тә ҡамасауламай, киреһенсә, ул телдәрҙе ныҡлы өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Беҙ өйҙә һәр көн дә башҡортса һөйләшәбеҙ . Әсәйем Филүзә - башҡорт теле уҡытыусыһы. Шуға ла ул беҙгә ,ағайым менән миңә, туған телде ҡәҙерләргә,

һаҡларға,ул телдә матур итеп һөйләшергә өйрәтә. Башҡорт телендә матур, яғымлы һүҙҙәрҙең күп булыуын беҙгә лә әйтә. Мәҫәлән, рәхмәт,һаумыһығыҙ , рәхим ит, тәүфиҡлы бул,төклө аяғың менән,аҡ юлдар теләйем,оҙон ғүмерле бул,

хәйерле көн ,хәйерле юл ,хәйерле кис ,тыныс йоҡо кеүек һүҙҙәр беҙҙең телмәребеҙгә инде лә инде. “Яғымлы һүҙ- йән аҙығы” , ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәң һинең мәҙәниәтең арта , тип беҙгә өйрәтә. Башҡорт халҡының тел, һүҙ тураһында мәҡәлдәрен дә ул йыш ҡуллана.

Мәҡәлдәр

Телһеҙ кеше-ярты кеше.

Тура юлды тел табыр.

Теле барҙың юлы бар.

Көйҙөргән дә тел,һөйҙәргән дә тел;

бөлдөргән дә тел,көлдәргән дә тел.

Үҙ телем-үҙ ҡылысым,атайҙан ҡалған ҡоросом.

Тел зиннәте –тура һүҙ.

Тел- белем асҡысы,ул аҡыл баҫҡысы.

Йылы һүҙ - йән аҙығы,яман һүҙ - баш ҡаҙығы.

Йылы һүҙҙән боҙ ирей.

Яҡшы һүҙ йәнгә рәхәт, яман һүҙ йәнгә

йәрәхәт.

Әйткән һүҙ-атҡан уҡ.

Ҡайһы бер мәҡәлдәр шул хәтле хиҡмәтле ул,уны төшөнөү өсөн тел асҡысы кәрәк.

Был әйтем - мәҡәлдәрҙе әсәйем беҙҙе тәрбиәләгәндә йыш ҡуллана .

Тимәк, тел ул тәрбиә сараһы ла булып тора.

Рәми Ғарипов, Баязит Бикбай, Рауил Бикбаев,Ҡәҙим Аралбаев,Зәйнәб Биишева,

Факиһа Туғыҙбаева, Риф Тойғоновтоң тел тураһында яҙған шағирҙарҙың шиғырҙарын да яратып уҡыйым.

Беҙҙең ғаилә шулай уҡ башҡорт матбуғатына ла күпләп яҙыла. “Шоңҡар”,”Ағиҙел”,”Аманат”,”Аҡбуҙат”журналдарына,”Инйәр”,Башҡортостан”,

Йәншишмә” гәзиттәренә. Шуларҙың мин уҡығандары : “Аманат”, ”Аҡбуҙат”журналдары ”Йәншишмә”гәзите.Был гәзит – журналдарҙы уҡып мин тағын да үҙ тиҫтерҙәрем ижады менән дә танышам,кәрәкле материалдарҙы һалып та ҡуям. Һәм башҡорт телендә матур һүҙҙәрҙең күп булыуына тағы ла бер ышанам.

Тел- белем асҡысы, ул- аҡыл баҫҡысы. Тимәк , кеше ни тиклем үҙ телендә башҡортса күберәк һөйләшә ,шул тиклем аҡылы ла күп, мәҙәниәте лә юғары була.

Үҙ телебеҙҙе өйрәнәйек, һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға тапшырайыҡ !











































  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс повышения квалификации
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Педагогическая риторика в условиях реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Организация научно-исследовательской работы студентов в соответствии с требованиями ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Клиническая психология: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Управление финансами: как уйти от банкротства»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС юридических направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «Разработка бизнес-плана и анализ инвестиционных проектов»
Курс повышения квалификации «Страхование и актуарные расчеты»
Курс повышения квалификации «Организация маркетинга в туризме»
Курс повышения квалификации «Психодинамический подход в консультировании»
Курс повышения квалификации «Методы и инструменты современного моделирования»
Курс профессиональной переподготовки «Корпоративная культура как фактор эффективности современной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Метрология, стандартизация и сертификация»
Курс профессиональной переподготовки «Стандартизация и метрология»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.