Муниципаль мәктәпкәсә
белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге – «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы
Һаулыҡ һаҡлау
бейынса проект эше:
“ Телмәр һулышын үҫтереү”
Тәрбиәсе:
Харисова З.М.
Проекттың
актуаллеге
Тын алыу аппараты үҙ
эсенә күкрәе ситлегекн, уның эсендә урынлашҡан үпкәләрҙе, трахеяларҙы һәм
бронхаларҙы, шулай уҡ диафрагма, ҡорһаҡ пресы мускулдарын ала. Тын алыу
аппаратының эшмәкәрлеге арҡаһында беҙ телмәр өсөн кәрәкле һауаны һулайбыҙ.
Беҙҙең телмәр һулышҡа ҡоролған, тап үпкәнән сыҡҡан тын тауыш һәм өн сығарыуға
булышлыҡ итә. Әгәр һулыш алғанда тыныбыҙ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ауыҙ
ҡыуышлығына эләкмәһә, һөйләшеп булмаясаҡ. Әгәр ҙә тамаҡ аша үткән һауа насар
ғына булһа, кешенең тауышы ла яй ғына сыға. Шуға күрә бәләкәй саҡтан баланың
тын алыу аппаратын үҫтереү һәм нығытыу мөһим.
Балаларҙың телмәрен
үҫтереүҙә дөрөҫ тын алыу ҙур роль уйнай. Әлбиттә, өндәр артикуляция
органдарының билдәле торошонда сыға, әммә үпкәнән килгән тын артикуляцион
органдар аша үтергә тейешлеге мәжбүри шарт. Һауа тын алыу өсөн һулана. Тимәк,
бала бер юлы тын алырға ла һөйләшергә лә өйрәнергә тейеш. Физиологик тын алыу
кешенең иркенә, аңына бәйле түгел. Ул рефлекс рәүешендә һәм йәшәү сығанағы
булып тора. Тын алыу шулай уҡ телмәр процессының нигеҙен тәшкил итә. Телмәр тын
алышы-ул танау аша ҡыҫҡа тын һулау һәм һулаған һауаны ауыҙ ҡыуышлығы аша
оҙайлы сығарыу. Телмәр һауа һулау һәм тынды сығарыу ныҡлы бәйләнгән һәм ул
туҡтауһыҙ ҡабатланған процесс. Шуға күрә күнекмәләр барышында тауыш оҙайлы
булһын өсөн тынды даими һәм талғын сығарырға өйрәнергә кәрәк. Баланың өндәрен
ҡуйыу өсөн уның дөрөҫ тын алышын тәьмин итеү бурыс. Тын алыуҙы төрлө уйындар
һәм күнекмәләр үҫтерә.
Проекттың
маҡсаты: балаларҙа тын юлдары органдары менән
идара итеүҙе формалаштырыу, аҫҡы диафрагмаль тын алыуҙы үҫтереү.
Бурыстар:
-
Балаларҙа сәләмәт йәшәү рәүешен
формалаштырыу һәм дөрөҫ тын алырға күнектереү; балаларҙы
диафрагмаль-релаксацион тын алыу техникаһына өйрәтеү;
-
Балаларҙың танау һәм ауыҙ ҡыуышлығы аша
тын алыу үҙенсәлектәрен, телмәр өсөн мөһим тындың эффектлылығын үҙләштереү;
-
Был өлкәлә тәрбиәсенең белемен арттырыу;
-
Балаларҙың тын алышын үҫтереү буйынса
дөйөм эшкә ата-әсәләрҙе йәлеп итеү;
Һөҙөмтә:
-
Балалар һөйләшкәндә дөрөҫ тын алырға
өйрәнә, һөҙөмтәлә телмәрҙәре асыҡ, аңлайышлы була;
-
Тын алыуҙы формалаштырыу буйынса уйындар
картотекаһы булдырыла;
-
Телмәрендә етешһеҙлектәр булған балаларҙың
ата-әсәләренең тәрбиә, белем биреү мәсьәләһендә белемдәрен арттырыу;
Проектты
тормошҡа ашырыу ваҡыты: сентябрь- май.
Проектты
тормошҡа ашырыу этаптары:
1.
Әҙерлек этабы:
-теманың
актуаллеген нигеҙләү, уны һайлауҙың мотивациялары, проекттың маҡсатын һәм бурысын
билдәләү;
-
методик әҙәбиәтте өйрәнеү;
-
перспектив план төҙөү;
-уйындар
һәм ҡорамалдар әҙерләү.
2.Практик
этап;
Балалар
менән эшләү
-Балаларҙың тын алышын һәм һулыштарын үҫтереү, иртәнге гимнастикалағы уйындарҙа
һәм гимнастик күнекмәләр эшләгәндә, дөрөҫ һуларға, һауа сығарырға өйрәтеү;
- Физиологик (түбәнге диафрагмаль) телмәр тын алышын үҫтереү өсөн
презентациялар, иллюстрациялар, махсус пособиялар ҡулланып уйын күнекмәләре
уҙғарыу;
3.
Йомғаҡлау этабы;
Ата-әсәләр менән эш:
-
“Дөрөҫ телмәр өсөн тын алышты
формалаштырыу”, “Тын алыу һәм телмәр”,
“Тын
алыу гимнастикалары” темаларына консультация;
-
“Дөрөҫ тын аласаҡбыҙ”, “Тын алыуҙы
үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” иҫкәрмәләр сығарыу;
-
Ата-әсәләр йыйылышында сығыш “Дөрөҫ тын
алыу-дөрөҫ һөйләшеүҙең нигеҙе”
Проекттың йөкмәткеһе
Саралар
|
Үтәү
ваҡыты
|
·
Проблема буйынса маҡсат һәм бурыс
билдәләү
·
Тема буйынса әҙәбиәт һәм материалдар
туплау
·
Ата-әсәләргә консультация,
папка-йәймәләр эшләү, тәҡдим итеү
·
Тын юлдарына гимнастика:
“Водолаз”, “Шар тултырыу”,
“Бәпембә өрөү”, “Эттәр”, “Сәскәләр”, “Моңло өндәр”,
“Киреһенсә эшлә”, “Берәм-һәрәм” һ.б.
·
Тынды ауыҙ аша талғын сығарыу өсөн
уйыдар һәм күнегеүҙәр:
“Күбәләктәр”, “Ел”, “Көҙгө япраҡтар”, “Ҡар яуа”,
“Бәпембә өрөү”, “Ҡоштар”, “Шарҙар”, “Кәмә йөҙҙөрөү”, “ Ос ҡаурый, ос”,
“Һабынлы күбек”,“Күбек”
“Мин футбол уйнайым”, “Борсаҡ” һ.б.
·
Телмәр һулышын үҫтереү:
“Бегемот”, “ Тәгәрмәс
тишелде”,
“Ҡарға”, “Борсаҡ”,
“Күбәләк”,
“Өн йомғағы”,
“Цыплята”, “Йомро икмәк”
Ата-әсәләр
менән эш:
·
“Дөрөҫ телмәр өсөн тын алышты
формалаштырыу”, “Тын алыу һәм телмәр”,
“Тын алыу гимнастикалары” темаларына консультация;
“Дөрөҫ тын
аласаҡбыҙ”, “Тын алыуҙы үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” иҫкәрмәләр
сығарыу;
Ата-әсәләр
йыйылышында сығыш “Дөрөҫ тын алыу-дөрөҫ һөйләшеүҙең нигеҙе”
|
Сентябрь
Йыл буйы
Октябрь-май
Ноябрь- май
Октябрь - май
|
Йомғаҡлау:
Өндәр
ҡуйыуҙа һауа һулау һәм уны үпкәнән дөрөҫ сығарыу мөһим шарт булып тора. Дөрөҫ
телмәр тын алышы- өндө әйтеүҙең, дөйөм телмәрҙең нигеҙе. Тын алыуҙы үҫтереүгә
йүнәлтелгән эш, һауаны дөрөҫ һулау һәм сығара белеү ыңғай һөҙөмтә бирә.
Педагогтар тәьҫирендә дөрөҫ тын алыу үҙенсәлектәре тиҙерәк үҙләштерелә, һауаны
үпкәнән сығарыу ваҡыты оҙоная һәм нығына, өндәрҙе һуҙып әйтә белеүгә илтә. Ошо
арҡала баланың телмәрендә етешмәгән өндәр тиҙерәк ҡуйыла.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.