Инфоурок Другое КонспектыТЕМА: А. Игебаев “ Ҡара икмәк”

ТЕМА: А. Игебаев “ Ҡара икмәк”

Скачать материал

ТЕМА: А. Игебаев “ Ҡара икмәк”.

 

Маҡсат: 1) А. Игебаевтың тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһау; 2) шиғырҙың йөкмәткеһе менән таныштырыу; 3) шиғырҙан сығып уҡыусыларҙа икмәккә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; 4) игенселәрҙең хеҙмәтен һөйә һәм күрә белергә өйрәтеү; 5) уҡыусыларҙың аңлау күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш.

 

Йыһазландырыу: яҙыусының портреты, китаптары, электрон ҡулланма, икмәк һүрәте, эпиграф, видеоматериал, ураҡ, мәҡәлдәр.

 

Дәрес барышы.

 

I.                   Ойоштороу мәле.

 

II.                Фонетик күнегеү.

 

                                         Икмәк - илдең кеүәте,

Беҙҙең бөтмәҫ ғорурлыҡ.

Был донъяла байлыҡтың

                                         Икмәктән дә ҙуры юҡ.

                              (Ш. Бикҡол)

 

   Игендән дә изге нәмә бармы,

                                      Бар изгелек ята игендә.

                                      Игенсе һин,

                                      Бәхет игеүсе һин,

   Бөтә тормош – һинең иңеңдә.

                                       (И. Кинйәбулатов)

 

III.             Яңы тема.

 

1)       Инеш әңгәмә.  Уҡылған фонетик күнегеүҙәргә таянып икмәк ҡәҙере, икмәктең үткән юлы, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмә ойоштороу.

Уҡытыусы:

-         Уҡыусылар, уҡылған шиғырҙарҙы яңынан ҡарап сығайыҡ әле. Был шиғырҙар нимә тураһында?

Уҡыусы:

-         Икмәк, иген, игенселәр тураһында.

-         Дөрөҫ. Бөгөн һеҙҙең менән икмәк, уның ҡәҙере, игенселәрҙең ауыр хеҙмәте тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

 

2)       Ә. Атнабаевтың икмәк тураһында әйткән һүҙҙәрҙе таратып биреү һәм уҡыу.

          Бөтә ғаилә йыйылып, табынға ултырыр алдынан, күкрәктәренә терәп, ҡатындарҙың икмәк телгәнен күргәнегеҙ барҙыр?! Күпереп торған аҡ ҡалас киҫеүе үҙе бер ҡыуаныс. Шунда бер нәмәгә иғтибар итегеҙ: хужабикә икмәк киҫеп бөткәндән һуң, өҫтәлгә ҡойолған валсыҡтарҙы һаҡлыҡ менән генә усына һепереп төшөлә лә, бер бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, ауыҙына ҡаба. Нимә был?! Ҡытлыҡтанмы әллә һаранлыҡтанмы? Юҡ, тегеһе лә, быныһы ла түгел. Был – икмәккә табыныуҙан.

                                                                ( Ә. Атнабаевтан)

Уҡытыусы:

-         Был текст нимә тураһында? Уны кем яҙған?

Уҡыусы:

-         Был текст шулай уҡ икмәк һәм уның ҡәҙере тураһында. Ә. Атнабаев яҙған.

-         Уҡыусылар, шулай итеп ҡатын ас булғанмы?

-         Юҡ. Ул шулай икмәкте ҡәҙерләгән.

-         Эйе, уҡыусылар. Был текст та икмәк һәм уның ҡәҙере тураһында. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән икмәк тураһындағы тағы бер шиғыр менән танышып китәбеҙ. Ул да кемдең шиғыры тип уйлайһығыҙ?

-         Ә. Атнабаевтыҡы.

-         Әйе, дөрөҫ. Ә кем һуң ул Ә. Атнабаев? Кем уның ижады менән таныш?

-         Яҙыусы, шағир һ.б.

 

3)       Дәреслектән Ә. Атнабаевтың биографияһы менән таныштырыу.

 

4)       Электрон ҡуланманан халыҡ шағирының фотоһын, әҫәрҙәренең исемлеген, фотоальбомын ҡарап үтеү. Китаптарына туҡталып китеү.

 

5)       Ә Атнабаевтың “Ҡара икмәк” шиғыры өҫтөндә эш:

·        Һүҙлек эше;

·        Шиғырҙы уҡыу;

·        Йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эш;

·        Һорауҙарға яуап биреү;

6)       Видеотаҫма ҡарау.

  Уҡытыусы:

- Бына һеҙ ҡарап үткән видеотаҫмала беҙҙең районыбыҙҙың матур, киң, ҙур баҫыуҙары төшөрөлгән. Әлеге көндә игенде нимә менән уралар?

Уҡыусы:

-         Комбайндар менән.

-         Дөрөҫ. Ә элек нимә менән урғандар? Был турала беҙ уҡыған “Ҡара икмәк” шиғынында ла әйтелеп үтелә.

-         Ураҡ менән.

 

  7) Орлоҡтар күргәҙмәһе.

-         Дөрөҫ. Элек игенселәр игенде ураҡ менән урғандар. Бына ул уҡыусылар ураҡ( ураҡты күрһәтеп үтәм). Ошо ураҡ менән урып улар игенде көлтәләргә бәйләгәндәр. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ ниндәй иген культураларын беләһегеҙ? Ондо нимәнән эшләйҙәр?

-         Бойҙай, арыш, һоло.

-         Дөрөҫ. Бына һеҙҙең алда уларҙың күргәҙмәһе. Бына был бойҙай, быныһы арыш, ә быныһы һоло.

-         Ә икмәктең ниндәйҙәре була?

-         Аҡ, ҡара, һоло икмәге.

-         Дөрөҫ, икмәктең ағы, ҡараһы, беренсе, икенсе, өсөнсө сартлыһы бар.

-         Беҙ уҡыған шиғырҙа ниндәй икмәк тураһында һүҙ бара?

-         Ҡара икмәк тураһында.

 

7)       Мәҡәлдәр уҡыу.

Иген – баҫыуҙа, ашлыҡ – келәттә, икмәк - өҫтәлдә була.

Именлек булһа, иген дә булыр.

Игенсенең көҙгөһө - көҙ.

Тамсылап табылған танһыҡ була.

      Уҡытыусы:

-         Икмәк тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Уҡыусылар таҡтаға яҙылған мәҡәлдәрҙе уҡый, мәғәнәләрен аңлата. Уларҙың ҡайһылары беҙ уҡыған шиғырға тап килгәнен әйтә.

 

IV.            Йомғаҡлау.

 

Икмәк һәм иген кеше өсөн иң төп йәшәү сығынағы тигән һығымтаны уҡыусыларҙың әйтеүе мөһим.

 

V.               Балаларҙың белемдәрен баһалау.

 

VI.            Өйгә эш.

         Шиғырҙы ятларға.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "ТЕМА: А. Игебаев “ Ҡара икмәк”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по ипотечному кредитованию

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 719 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.11.2016 1626
    • DOCX 40 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бадретдинова Гульназ Раисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Бадретдинова Гульназ Раисовна
    Бадретдинова Гульназ Раисовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 23367
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 16 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Развитие коммуникации и речи у детей раннего возраста

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 31 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

От романтизма к современности: шедевры и новаторство

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология учебной среды и развития детей: от диагностики к коррекции

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 25 человек