Инфоурок Другое КонспектыТема НОУ "Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе"

Тема НОУ "Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе"

Скачать материал

МУНИЦИПАЛЬ  БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕ*Ы

«ЛИЦЕЙ № ҠАЛА ОКРУГЫ САЛАУАТ  ҠАЛА*Ы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА*Ы

-------------------------------------------------------------------------------------

 

 

Фәрит  Иҫәнғолов — балалар

әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе

                                       

                                                           

 

 

 

              Салауат ҡалаһы

                                                           8-се лицейҙың

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                         Ғарипова Альбина Малик ҡыҙы

 

 

 

 

                                               Инеш

Фәрит Иҫәнғолов— шағир, яҙыусы.

Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында тыуа.1935—1945 йылдарҙа урта мәктәптә, 1945—1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ике йыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч булып эшләгәс, Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә күсерелә һәм мөхәррир, 1957 йылға тиклем өлкән мөхәррир булып эшләй. 1958—1960 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

1965 йылға тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була.

Фәрит Иҫәнғоловтоң тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк «Йәш төҙөүсе» газетаһында баҫыла башлай. Ләкин ул башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып таныла.

1970 йылда «Арыш башағы» романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

Эҙләнеү- тикшеренеү эшенә дөйөм характеристика

     Эштең  тикшереү объекты. Ф.Иҫәғоловтың   балалар

әҙәбиәте  өсөн яҙылған хикәйәләренәдә һүрәтләү саралары.

     Тикшереү предметы. Ф.Иҫәғоловтың  хикәйәләрен өйрәнеү.

      Эҙләнеү-тикшеренеү эшенең  актуаллеге: Тыуған телебеҙҙе өрәнеүҙә Ф.Иҫәнғоловтың хикәйәләре. Ошо һорауҙарға яуап эҙләү тикшеренеү эшенең  проблемаһы булып тора.

Проблеманан сығып, Эҙләнеү-тикшеренеү темаһы асыҡланды: «Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе»

Эҙләнеү-тикшеренеү эшенең  маҡсаты:

Проблемаға һәм маҡсатҡа ярашлы шундай бурыстар ҡуйылды:

-Ф.Иҫәғоловтың  тормош юлын, ижадын өйрәнеү, белешмә биреү;

-Хикәйәләрендә яҡтыртылған темаларҙы к ү ҙәте ү;

-Хикәйәләрендә ҡулланылған һүрәтләү сараларын асыҡлау.

Эштең  структураһы.Тикшеренеү эше инештән, ике бүлектән торған төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм

 ҡушымтанан тора.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Төп өлөш

I б7лек   Фәрит Иҫәнғәоловтың  балалар өсөн яҙылған хикәйәләрендә яҡтыртылған темалар

Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе. 1950 йылда «Ҡотлоәхмәт ҡарт» тигән тәүге хикәйәһе баҫыла. Бер-бер артлы «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл  йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә.

Авторҙың балалар өсөн яҙылған төрлө  жанрлы һәм төрлө тематикалы китаптары тиҫтәнән ашҡан. Геройҙар ҙа төрлө был әҫәрҙәрҙә: уңғандар,һәм ялҡауҙар, тәүәккәл,ҡыйыу малайҙар һәм ҡыҙҙар, улар менән йәнәш дан, шөһрәт артынан иртәрәк ҡыуа башлаусы үҫмерҙәр, эскерһеҙҙәр һәм хәйләкәрҙәр,батырҙар һәм ҡурҡаҡтар- төрлө йәштәге төрлө холоҡло персонаждар. Геройҙары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, әҫәрҙә уларҙың  конкрет йөҙө бар. Йәш үҫмерме ул, әллә мәктәпкәсә йәштәге баламы ,яҙыусы уларҙа билдәле бер характер  һыҙаттары, үҙенә күрә хатта конкрет шәхесте күрә белә.  Яҙыусың  балалар менән була торған ғәҙәти ваҡиғаларҙы, үҙенсәлекле хәлдәрҙе  мауыҡтырғыс итеп һөйләй белеүе,вәғәз уҡыуға юл  ҡуймауы,йәш айырмаһын иҫәпкә алыусы образлы һығылмалы тел, үткер диалогтар -былар барыһы ла  әҫәрҙең  кимәлен, уңыштарын билдәләй. Яҙыусының ижади алымдары ла күп төрлө. Йыш ҡына ул теге йәки был геройҙың һүҙе менән эше, хыял  менән ысынбарлыҡ тура килмәүен файҙалана. «Һоп»хикәйәһендәге Хафиз , мәҫәлән, кескәй генә йылғасыҡты һикереп сығаһы урында, һикереү буйынса донъя чемпионы булып китеүе тураһында хыяллана. «Батырҙар» хикәйәһендә иһә батырлыҡ тураһында күп уйлаған, күп хыялланған малайҙар(Йәмил, Әмир,Тимер), һарай эргәһендә эленеп торған бүре тиреһен күреү менән ҡотторы оса. «Йорт алды ниңә йәмһеҙләнде?» тигән кескәй генә әҫәрҙә лә  һәйбәт эш эшләргә йыйынған Төхвәт  тәртип , тыныслыҡ урынлаштырам тип кескәйҙәрҙе сыр-сыу туҙҙыра, ирекеҙҙән ағас ботаҡ тарын һындырып төшөрә, «ҡаш төҙәтәһе урында күҙ сығарып», йорт алдын йәмһеҙләп йөрөй.

Яҙыусы геройғҙарҙа   ыңғай сифаттарҙы күберәк күрергә ,уларҙың күңел яҡтылығын һүрәтләргә тырыша. Шөһрәт, ялған дан артынан ҡыуыусы үҫмерҙәргә лә ныҡ эләгә.*әр урын да үҙ исемен бәке менән уйып яҙып йөрөүсе ((хтәй («Тиктормаҫ бәке»),иптәштәренән ҡасып,бер үҙе генә күберәк муйыл,йыйырға уйлаған, тик емеш тигәне яраҡһыҙ эт муйылы булып сыҡҡан Хөрмәт(«Күстәнәс»)ана шундайҙар. Улар аша яҙыусы дуҫлыҡты, тоғролоҡто, берҙәмлекте  яҡлай. Ф.Иҫәғоловтың әҫәрҙәрендә хеҙмәт темаһы, хеҙмәт кешеһе образы ҙур урын алып тора. «Йылмайыу» хикәйәһендә күрһәтелгәнсә, ялҡаулыҡ кешене йылмайыуҙан да мәхрүм итһә, «Тәүге һынау»ҙа ,мәҫәлән, үҙе яһаған ултырғыс яңы ғына һөнәрселек мәктәбен тамамлаған Фәхриҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Сөнки, бик үк шәп килеп сыҡмаһа ла, был уның тәүге ижади эше,үҙ аллы хеҙмәте.

Хеҙмәт темаһы Ф.Иҫәнғоловтың «Хәмит күпере »әҫәрендә күп яҡлап асыла. Ул кешенең йәмғиәттәге изге вазифаһы,кешелек хәтере.

Вафат булыр алдынан ата улдарына, имеш, васыят әйтеп ҡалдыра : «&ҙегеҙ үлгәс тә донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ».Ләкин ике төрлө аңлай балалар ата васыятын. Әгәр Хәмит эшһөйөүсән булып ,кешеләргә гелән изгелек ҡылып йәшәһә, уның ағаһы Вәлит үҙ исемен мәңгеләштереү өсөн ,ҡайҙа бармаһын , шунда яҙыу ҡалдырырға тырыша. Хатта ҡустыһы һалып ҡуйған күпергә лә: «Был күперҙе  атаҡлы оҫта Вәлит һалды» тип ялған яҙыуҙан да оялмай.

 

       

II бүлек  

Фәрит Иҫәнғәоловтың хикәйәләрендә тел-һүрәтләү  өлгөләре

Фәрит Иҫәнғәоловтың  балалар өсөн яҙылған хикәйәләрендә тел-һүрәтләү  өлгөләрен күрергә була. Автор үҙенең хикәйәләрендә  ыңғай һәм кире образдарҙы асыу өсөн төрлө һүрәтләү  сараларын ҡулланған.

Шуны  миҫалдар  үрнәгендә  ҡарайыҡ.  Ф.Иҫәнғолов «Хәмит күпере» хикәйәһендә   синоним,антоним һүҙҙәр ярҙамында һәр геройға хас төп һыҙаттар билдәләнә, характеристика бирелә.

Синонимдар. Хәмит: ыңғай, ә Вәлит тиҫкәре герой итеп һүрәтләнә.  Хәмит: а)егәрле, эшлекле, булдыҡлы, уңған;б) сыҙамлы, сабыр, түҙемле; в) ихлас, әүәҫ.

 Вәлит:а) ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан,арлы-бирле эшләгән;б) эшлекһеҙ, ялҡау, иренсәк, әрпеш; в) кире, тиҫкәре; г)изгелекһеҙ , игелекһеҙ.

         Халыҡ Хәмитте хөрмәтләп, ихтирам итеп, ҙурлап, ололап, һоҡланып ә, Вәлитте көлөп, кәмһетеп, хурлап, түбәнһетеп телгә ала. «Уны тирә-яҡ та олһонан кесеһенә тиклем беләләр».

Антонимдар: олһонан- кесеһенә, хөрмәтләп- көлөп, ихтирам итеп- кәмһетеп, ҙурлап-хурлап, ололап -түбәнһетеп

         Автор үҙнең  хикәйәләрендә  халыҡ ижады жанрҙарында  оҫта ҡулланған. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе, мәҡәл, һәм әйтемдәрҙе күрһәтеп китергә була. Яҡшы һүҙ таш иретә, тиҙәр бит («Яң ғыраубикә»), бер аҡыл-һәйбәт, ике аҡыл унан да һәйбәт («Йылмайыу»). Әкиәт алымы: Әүәле йәшәгән, ти,  бер бабай. Ҡасандыр  булған, ти бик ҙур зиһенле бер йәш егет («Йылмайыу»).

-Ағай, юҡ менән булышҡансы, бушыраҡ арала әйҙә анау Айбатҡан күперенә баҫма һалайыҡ.  Файҙаһыҙ  нәмә  менән булыу, бушҡа  ваҡ ыт уҙғарыу.

-Уландарым миңә был донъянан китер  ваҡыт етте. Үлеү.

Вәлит менән Хәмит баш ватырға  керешкәндәр. Уйланырға.

Юҡты бар итәм, тип, ҡыланған һин  ҡылан инде! Ҙур булдыҡлылыҡ күрһәтеү. Йылы һүҙ  менән телгә алғандар Хәмитте. Яҡшы һүҙ. «Уны тирә-яҡ та олһонан кесеһенә тиклем беләләр». Бөтәһе лә.

 Күңеле хушланып китте.  Дәрт уяныу. («Йылмайыу») Күҙ йомдо. Иғтибарһыҙлыҡ. «&ҙегеҙ үлгәс тә донъяла исемегеҙ ҡалырлыҡ итеп йәшәгеҙ». Матур итеп йәшәү.

Мин ни тиклем генә көсәнһәм дә, (тырышһам да) йылмая ла көлә лә алмайым.. Аҡыл эйәһе йөҙөн һытып, (асыуланып) ыңғыраша-ыңғыраша урынынан тороп, тәнтерекләй-тәнтерекләй  ҡарт артынан эйәргән («Йылмайыу»). «Ҡаш төҙәтәһе урында күҙ сығарып» Бер нәмәне йүнәтәм , яҡшыртам тип, икенсеһен, мөһимерәк булғанын боҙоп ҡуйыу.(«Йорт алды ниңә йәмһеҙләнде?»)

 

 

 

 

 

 

 

Йомғаҡлау

Тикшереүҙәр барышында алдыбыҙға ҡуйылған бурыс үтәлде. Ф.Иҫәғоловтың  тормош юлы, ижадына байҡау һалынды. Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы, геройҙарҙың эш хәрәкәттәрен,  холоҡтарын, тормошҡа ҡараштарын, теге йәки был ситуацияларҙа үҙҙәрен нисек тотоуҙарын асыҡлау өсөн ҡулланылған һүрәтләү өлгөләре  асыҡланды. Геройҙарының телмәрҙәрендә тапҡыр һүҙҙәр, мәҡәләр, әйтемдәр аша халыҡ ижады өлгөләре  күҙәтелде.

 Йыш  ҡына теге  йәки был геройҙар урынында мин үҙемде нисек тотор инем, нимә эшләр инем?- тигән һорауҙарға яуаптар эҙләнем.   Ыңғай һәм кире геройҙар аша « Яҡшылыҡ, матурлыҡ, изгелек бер ҡасан да онотолмай, быуындан – быуынға күсә килә»- тигән һүҙҙәрҙең айышын әҙәби геройҙар ябай халыҡсан тел менән аңлатып бирҙе. Шуға ла        Ф. Иҫәнғоловтың  әҫәрҙәре  яратып уҡыла.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ғымта

Ф.Иҫәнғоловтың  балалар өсөн яҙылған хикәйәләрен өйрәнгәндән һуң, шундай һығымта яһарға була. Ошо хикәйәләр туған телдең байлығын, матурлығын аңларға, образлы һүҙҙең нәфислеген һәм көсөн тойорға өйрәтә

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта.-ө,1999.

2.Башҡорт әҙәбиәт тарихы.ҫ томда.- ө, Китап,1996.

3.Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.Уҡыусыларҙың фәни-тьикшеренеү эшен ойоштороу:Методик ҡулланма.- ө:Китап, 2012.-128 бит.

4.Ураҡсин З.!.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. -Яңыртылған,2-се баҫма.  -%фө: Китап, 2006.- 344 бит.

5.Хөсөйенов !.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. -%фө: Китап, 2006.- 248 бит.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымта

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тема НОУ "Фәрит Иҫәнғолов — балалар әҙәбиәтенең иң күренекле әҙибе""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Редактор

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 299 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.10.2015 1892
    • DOCX 49.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гарипова Альбина Маликовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гарипова Альбина Маликовна
    Гарипова Альбина Маликовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8078
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 848 человек

Мини-курс

Психологическая работа с эмоциональными и поведенческими проблемами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 223 человека из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 51 человек

Мини-курс

Психологическая экспертиза в юридической сфере: теоретические аспекты

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление проектами: от планирования до реализации

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 22 регионов