Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Тематическое планирование 3 класс

Тематическое планирование 3 класс

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ЛИЦЕЙ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН


Рассмотрено на Согласовано: Утверждаю:

заседании ШМО Зам. директора по УВР: Директор МБОУ

Протокол №_1_ _____________ лицея с. Месягутово

от 21.08.2015 г. Н.Ю. Насибуллина _________________

Руководитель ШМО: 22.08.2015г А.Л.Неустроев

____________ Приказ №163-а

Р.М. Янова от 24.08.2015 г.




РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

башкирскому языку

для 3а класса

на 2015-2016 учебный год


Составлена на основе:
- Федерального государственного стандарта начального общего образования (приказ МО и НРФ №373 от 06.10.2009г.);
- примерный основной образовательной программы начального общего образования (одобрена решением Федерального учебно-методического объединения по общему образованию, протокол №1/15 от 08.04.2015г.
- 3 варианта недельного учебного плана начального общего образования на 2015-2016 учебный год;

-программы начального общего образования по башкирскому языку для ОУ с русским неродным языком обучения, (стандарты второго поколения) Китап, Уфа-2011г.Составители программы:З.М. Габитова, М.Ф. Абдуллина, Н.Н. Кинзябаева, З.Ф. Хажиева.




Рабочую программу составила:

Янова Рамиля Мухаметьяновна

учитель башкирского языка и

литературы высшей категории

Месягутово – 2015


Аңлатма яҙыу.

Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 3-сө класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы (Мәғариф Министерствоһы һәм Ғилми Рәсәй Федерацияһы бойороғо №373, 06.10.2009 й., №1241, 26.11.2010й.); яҡынса башланғыс белем биреү программаһы( Федераль уҡытыу- методик бүлеге менән хупланған, протокол №1/15, 08.04.2015й.; 2015-2016 уҡыу йылының аҙналыҡ башланғыс дөйөм уҡыу планының өсөнсө варианты; Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Ижевск: «Книгоград», 2008 й.

Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

Башҡорт теле дәрестәре мәктәп компонентынан бер сәғәт алына. Аҙнаһына бер сәғәт, йылына 33 сәғәт үткәрелә.

Эш программаһы 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлгән.

Башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы дөйөм бер документты тәшкил итә һәм дүрт бүлектән тора: аңлатма; маҡсат һәм бурыстар; предмет йөкмәткеһе; календарь - тематик план.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.


Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  • тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  • лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең өсөнсө класс уҡыусылары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  • бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу;

  • һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;

  • һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;

  • текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;

  • программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;

  • тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Бүлектәр

Сәғәттәр һаны

Йөкмәткеһе

Танышыу

2

Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.)

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

Ҡайҙа?

2

Танышыу темаһын дауам итеү. Ҡайҙа һорауы, уға яуап биреү.

Килеш һәм күплек ялғауҙары. Интонация һәм тыныш билдәләре.

Мәктәптә

3

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

Ғаилә

3

Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Һөнәрҙәр

2

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдәре

3

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

Кейемдәр

2

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.

Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Тыуған көн

2

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт

3

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Һорау һәм хәбәр һөйләм. Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Башҡортостан

4

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары.

Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.

Сәйәхәт

3

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

Байрамдар

2

Башҡортростанда байрамдар, уларҙың төрҙәре, әҙерлек мәшәҡәттәре.

Башҡорт халҡының милли байрамдары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Предметтың билдәләрен, уларҙың сағыштырыу формаларын практик үҙләштереү.

Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

Ҡабатлау

2

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу.

Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Бөтәһе

33 сәғәт



Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар.


  • Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;

  • Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү;

  • Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү;

  • Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;

  • Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;

  • Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;

  • Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү;

  • Өйрәтеү диктанттар яҙа белеү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм ижади эштәр;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
















3а класы өсөн башҡорт теленән календарь-тематик план

Йылына 34 сәғәт

Аҙнаһына 1 сәғәт



Тема

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Эшмәкәрлек төрө

Сәғәт һаны

Дата

План буйынса

Үткәрелгән көнө


Беренсе сирек-9 дәрес





1

Танышыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре, алфавит.

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү, башҡорт алфавиты менән танышыу. Уҡыусы үҙе менән таныштыра. Һин кем? Исемең нисек? Был кем? Һорауҙарын бирә белеү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнеү.

Әңгәмә, һорауҙарға яуап биреү

1

4.09


2

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре. Ғаилә

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереү, әйтергә күнегеү. Ғаилә темаһына бәйле яңы һүҙҙәр менән танышыу. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.


Уҡыу, тасуири уҡыу

1

11.09


3

Ялғауҙар. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Һорауҙарына яуап. Ғаилә ағзалары

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, ҡабатлау. Үҙенең ғаилә ағзалары менән таныштырыу

Үҙ аллы эш

1

18.09


4

Кемдең? Нимәнең? Һорауҙарына яуаптар. Мәктәптә

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

Әңгәмә, үҙ аллы эш

1

25.09


5

Һандар. Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙары. Мәктәптә

Башҡортса һанарға, һандарҙы дөрөҫ әйтергә, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү. Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙары менән танышыу.Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу.

сығыштар

1

2.10


6

Кем? Нимә? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр. Уҡыу әсбаптары.

Кем? Нимә? һорауына яуап биргән яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

9.10


7

Кемдең? Кемдеке? Нимәнең? Һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәр. Һөнәрҙәр.

Кемдең? Кемдеке? Нимәнең? Һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәнеү. Темаға бәйле яңы һүҙҙәр менән танышыу. Телмәр күнекмәләрен үҫтереү Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Башҡорт телендә һорау мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

16.10


8

Күсереп яҙыу

Үтелгән тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатлау.

Үҙ аллы эш

1

23.10


9

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау.

Ҡабатлау темаһына тәҡдим ителгән күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү.

Әңгәмә, һорауҙарға яуап

1

30.10




Икенсе сирек- 8 дәрес





1

Ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр. Йыл миҙгелдәре. Көҙ миҙгеле

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү Үҙ аллы уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

6.11


2

Ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр. Төҫтәр.

Ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, яҙырға.Башҡорт телендә төҫтәрҙе дөрөҫ әйтеү.


Әңгәмә, сығыштар

1

13.10


3

Ни эшләй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр. Йыл миҙгелдәре. Ҡыш миҙгеле .

Ни эшләй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу. Дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәнеү күнекмәләре. Темаға бәйле яңы һүҙҙәр менән танышыу. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

Үҙ аллы эш

1

20.10


4

ТҮ”Ҡыш миҙгеле темаһын ҡабатлап ижади эш яҙыу. “Ҡышҡы уйындар

Үтелгән тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатлау, тикшереү. Ижади эшләү

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

27.10


5

Башҡорт телендә нәҙек һәм һәм ҡалын ялғауҙар. Кейем –һалым.

Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштыру. Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

4.12


6

Ялғауҙар буйынса үтелгәнде ҡабатлау Миҙгел кейемдәре

Кешенең тән өлөштәре атамаларын өйрәнеү, шәхси гигиена талаптарын белеү, көн режимы, һаулыҡ төшөнсәләрен үҙләштереү.

Үҙ аллы эш

1

11.12


7

Контроль диктант “Ҡыш”

Белемдәрен камиллаштырыу,нығытыу


1

18.12


8

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау


Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап алыу

1

25.12




Өсөнсө сирек- 10 сәғәт





1

Ни эшләй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙең төрлө формала килеүе.Ҡышҡы кейемдәр

Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.

Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

Яңы тема өҫтөндә эш, һорауҙарға яуаптар

1

15.01


2

Ни эшлгән? Ни эшләр? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр. Йәйге кейемдәр

Ҡылымдың заман формаларын билдәләү. Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Миҙгел кейемдәрен үҙләштереү.

Әҫәр буйынса план төҙөү, һөйләү

1

22.01


3

Интонация. Һөйләм төрҙәре. Тән өлөштәре.

Хәбәр, һорау һөйләмдәрҙе дөрөҫ уҡыу, телмәрҙә ҡулланыу. Башҡорт телендә төҫ исемдәре менән танышыу. Ниндәй һорауына яуап булып килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәнеү

Үҙ аллы эш, һорауҙарға яуаптар

1

29.-01


4

Хәбәр, һорау һөйләмдәр. Тыуған көн

Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен билдәләргә өйрәнеү. Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тасуири уҡыу, әгәмә үткәреү

1

5.02


5

Өндәү һөйләмдәр. Тәбиғәт

Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен билдәләргә өйрәнеүҙе дауам итеү. Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Яңы теманы аңлатыу, төркөмләп эшләү

1

12.02


6

Йорт хайуандары. Рус теленән тәржемә итеү

Башҡорт телендә йорт хайуандарының атамаларын дөрөҫ әйтеү, яҙыу. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Һүҙлек ярҙамында рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнеү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.


Уҡыу, әгәмә

1

19.02


7

Бойороҡ һөйләмдәр. Ҡырағай йәнлектәр

Башҡорт телендә ҡырағай йәнлектәрҙең атамаларын дөрөҫ әйтеү, яҙыу. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Һүҙлек ярҙамында рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнеү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.


сығыштар

1

26.02


8

Һөйләм төрҙәре. Йорт ҡоштары

Һөйләм төрҙәрен билдәләргә өйрәнеү. Башҡорт телендә йорт ҡоштарының атамаларын дөрөҫ әйтеү, яҙыу. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Һүҙлек ярҙамында рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнеү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.


бүлектәргә бүлергә, йөкмәткеһен һөйләргә

1

4.03


9

Һөйләм төрҙәре темаһын ҡабатлап контроль диктант яҙыу

Тема буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

Үҙ аллы эш Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

11.03


10

Үтелгәнде ҡабатлау. Бөжәктәр

Тема буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Әңгәмә, уҡыу

1

18.03




Дүртенсе сирек-7 дәрес




1

Исем тураһында. Башҡортостан

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы..

Исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.

сығыштар

1

8.04


2

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Башҡортостандың байлығы

яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу. Башҡортостандың данлы урындары, байлығына бәйле һүҙҙәр, атамалар. Тулы, бәйләнешле һөйләм төҙөү, һүҙлектәр менән ҡулланыу

Тасуири уҡыу. Һорауҙарға яуаптар

1

15.04


3

Менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу. Сәйәхәт

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

сығыштар

1

22.04


4

Ижади эш. Башҡорт теленән тәржемә Үтелгәнде ҡабатлау.Һандар темаһын ҡабатлау. Башҡортостан ҡалалары

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. Башҡортостандың ҡалаларын дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәнеү. Һүлек ярҙмында башҡорт теленән рус теленә тәржемә итеү. Һүҙлектәр менән ҡулланыу, белемдәрен тәрәнәйтеү

Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү

1

29.04


5

Предметтарҙы сағыштырыу. Спорт һәм мин.

Предметтарҙы сағыштырыу өсөн башҡорт телендә –раҡ, -рәк, -ыраҡ, -ерәк ялғауҙарын ҡулланыу. Спорт, сәләмәтлек тураһында һүҙҙәр үҙләштереү, текстар уҡыу Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу

Тасуири уҡыу, реферат эшләү

1

13.05


6

Йыл буйына үтелгәнде ҡабатлап контроль диктант яҙыу

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу


1

20.05


7

Башҡорт телендә кире ҡағыу. Үтелгәнде ҡабатлау. Һүҙлек менән эш

Үтелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе нығытыу

Һорауҙарға яуап бирергә

1

27.05




Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.


Материаль-техник ҡулланмалар.

  • телевизор;

  • компьютер;

  • DVD-проигрыватель,


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.


  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  8. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2007.

  9. М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. - Өфө : Китап, 2010.

  10. Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

  11. Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.

  12. Башкирско-русский, русско-башкирский. Учебный словарь. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И.-Уфа, 2006.





Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 11.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров118
Номер материала ДВ-441457
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх