Инфоурок Другое Рабочие программыТематическое планирование по башкирскому языку (как государственный), 9 класс

Тематическое планирование по башкирскому языку (как государственный), 9 класс

Скачать материал

9-сы класс, башҡорт (дәүләт) теле

Дәрес темаһы

Дәрестең маҡсаты, йөкмәткеһе

Мәғлүмәти йыһаз

Өй эше

План. дата

Факт. дата

Иҫкәрмә

1

Башҡорт халыҡ ижады.

Башҡорт халыҡ ижады буйынса 7-8-се синыфтарҙа алған белемдәрҙә алған белемдәрҙе ҡыҫҡаса ҡабатлау. Йыр, таҡмаҡ, легенда, ҡобайыр, әкиәт жанрҙарын иҫкә төшөрөү.

 Халыҡ ижалы (фольклор) тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Фольклор әҫәрҙәренең тыуыу һәм йәшәүе.Фольклорҙың әһәмиәте. Фольклорҙа халыҡ педагогикаһының сағылышы. Ауыҙ-тел ижадының яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле.

  Башҡорт халыҡ ижадының традицион жанрҙары.

  Иң боронғо мифтар, ҡыҫҡаса мәғлүиәт.

 Йола поэзияһы. Башҡорт халыҡ йолаһына бәйле төрҙәре.

 Халыҡтың художестволы аңы үҫешенә йырҙарҙың һәм бәйеттәрҙең тотҡан урыны. Уларҙа халыҡтың поэтик тарихының һәм рухи донъяһының сағылышы.

  Халыҡ ижадының сәсмә формалары: әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр. Уларҙың халыҡ фантазияһын сағылдырыуҙары, жанр үҙенсәлектәре.

  Халыҡтың афористик жанры: мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр. Халыҡ хәтере һәм традицион халыҡ институты төшөнсәһе.

  Хәҙерге башҡорт фольклоры һәм уның үҫеш тенденциялары. Йыр жанрының киң үҫеш  алыуы. Профессиональ сәнғәттә халыҡ йыры. 

Дәреслек, хрестоматия, башҡорт халыҡ ижады (томлыҡтары)

Презентация

Халыҡ ижады тураһында һөйләргә өйрәнергә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йола поэзияһы, әкиәттәр. ҡобайыр, бәйеттәр, сеңләүҙәр, афористик ижад, көләмәстәр

2

Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.

 Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.

Ябай һөйләмдәрҙән айырмалы уларҙың кәмендә ике ябай һөйләмдән тороуы. Ҡушма һөйләм составындағы ябай һөйләмдәрҙең бер-береһенә бәйләнеү юлдары һәм саралары. Уҡылған әҫәрҙәрҙән ябай һәм ҡушма миҫалдар килтереү.

Терәк таблица, электрон дәреслек

11-се күнегеү, 12-се бит.

 

 

Телмәр, ябай һәм ҡушма һөйләм

3

Урал батыр эпосы.

Урал батыр эпосы.Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы – халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән  халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы.

  Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художество үҙәнсәлектәре. “Урал батыр” эпосының боронғо донъя  мәҙәниәтендә тотҡан урыны.

Урал батыр эпосы, дәреслек

Эпостан өҙөк ятлаларға,

 

 

Һунар, Йәнбирҙе, Йәнбикә, Урал, Шүлгән, ҡабырсаҡ, Һомай ҡош

4

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Алда уҡылған әҫәрҙәрҙән теҙмә ҡушма һөйләмгә миҫалдар табып, уларға синтаксик анализ эшләү.

Терәк таблица, электрон дәреслек

26-сы күнегеү. 32-се бит.

 

 

Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр

5

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Улар эргәһендәге тыныс билдәләре. Теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙе бәйләүсе теркәүестәр.

Дәреслек

29-сы күнегеү, башҡорт теленә тәржемә итеп яҙырға, 34-се бит.

 

 

Йыйыу, ҡаршы ҡуйыу, бүлеү, аныҡлау, һығымта яһау теркәүестәре

6

Диктант «Октябрь».

Диктант «Октябрь». Белемде һәм темалар үҙләштерелеүен тикшереү.

Диктанттар йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.

 

 

 

7

Иҙеүкәй менән Мораҙым.

Иҙеүкәй менән Мораҙым.Тарих һәм халыҡ эпосы. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым – ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары.

  Һабрау – башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо.

  Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһында тәхет өсөн тартыш, янъял. Аҡһаҡ Тимер яуы. Бының эпос сюжетенда бирелеш рәүеше.

  Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажаралылыҡ. Әҫәрҙең композицияһы. Теле һәм стиле.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Һорауҙарға яуаптар әҙерләргә, 40-сы бит.

 

 

Алтын Урҙа, Иҙеүкәй, Мораҙым, хан, ҡул аҫтында, баш бей, ҡуҙғаған, серге, миктәлеп, фарман. Уҡалы, бей, ҡәмәр. ҡамҡа тун

8

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Эйәртеүле ҡушма һәйләмдәр. Баш һәм эйәрсән һөйләм.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, улар тураһында төшөнсә. Эйәрсән һөйләмдрәҙең мәғәнә һәм төҙөлөшө яғынан бүленеше.

Баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙең  урынлашыу тәртибе, улар арһындағы тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең үҙ-ара синонимлығы һәм вариантлылығы. Уҡылған әҙәби әҫәрҙәрҙән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә миҫалдар килтереү.

Дәреслек һәм карточка-р.

 Электрон дәреслек

39-сы күнегеү, 42-се бит.

 

 

Таяҡты тотҡан еренән һындырыу; тейһә  - тейенгә, теймәһә - ботаҡҡа.

9

Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре.

Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре.

Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, бәйләнеү юлдары. Баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙең  урынлашыу тәртибе, улар арһындағы тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең үҙ-ара синонимлығы һәм вариантлылығы. Уҡылған әҙәби әҫәрҙәрҙән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә миҫалдар килтереү.

Дидактик материал

41-се күнегеүҙе эшләргә, 44-се бит.

 

 

Интонация, килеш ялғауҙары, хәл, сифат, шарт ҡылым ялғауҙары, бәйләүестәр, мөнәсәбәт һүҙҙәр.

10

Инша

«Башҡортостан -  минең яҙмышым».

Инша «Башҡортостан -  минең яҙмышым».Яҙма һөйләм телен үҫтереү. Республикаға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Иншалар йыйынтығы

Презентациялар

Инша яҙып бөтөрөргә.

 

 

Ғорурлыҡ, ҡыуаныс, дан, изгелек, мәрхәмәт, яҙмыш

11

Боронғо әҙәби  ҡомартҡылар. Уғыҙнамә.

Боронғо әҙәби  ҡомартҡылар. Уғыҙнамә. Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник төрки ташъяҙмалар. Ҡыҫҡаса аңлатып үтеү: Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге, ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. Уғыҙнамә хикәйәте.

Дәреслек, хрест - я

Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә.

 

 

Уғыҙнамә, уғлы, ирәбе, мәжүси, һәләк итеүҙәре ихтимал, мәртәбәле, фал, күрәҙәлек, хаким итеү, ике яры.

12

Ҡол Ғәли «Ҡисса-и Йософ».

Ҡол Ғәли «Ҡисса-и Йософ». Идея-тематик йөкмәткеһе һәм художестволы үҙенсәлеге.Авторы тураһында. Поэманың ҡулъяҙма көйө таралыуы.  Баҫмаһы. Башҡорт халыҡ варианттары.

Ҡол Ғәли «Ҡисса-и Йософ» әҫәренең тулы варианты.

Һорауҙарға яуаптар уйларға. 57-се бит.

 

 

Төрки теле, пәйғәмбәр, ҡисса, көнләшеп ҡарағандар, төш юрау, үс алыу, ожмах, каруан, Мысыр иле.

13

Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

Эйәрсән һөйләм төрҙәре, мәғәнә яғынан бүленеше. Эйәрсән һөйләмдең төрөн баш һөйләмдән сығып бирелгән һорау ярҙамында билдәләү. Эйәрсән һөйләм баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙҙе асыҡлаһа, уның мәғәнәһен мөнәсәбәтле һүҙҙең ниндәй һөйләм киҫәге булыуҙан сығып билдәләү. Әҙәби әҫәрҙәрҙән эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә миҫалдар килтереү.

Терәк таблица

Электрон дәреслек

45-се күнегеүҙе яҙып үтәргә, 61-се бит.

 

 

Йомартҡанан йөй эҙләү, йөҙөк ҡашы урынына йөрөү

14

Изложение «Урманда».

Изложение «Урманда».

Һөйләм һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү, тәбиғәтте һаҡларға саҡырыу.

Изложение йыйынтығы

Үтелгән темаларҙы ҡабатларға.

 

 

Изложение буйынса

15

Хәрәзмиҙең        “Мөхәббәтнамә” әҫәре.

Хәрәзмиҙең “ Мөхәббәтнамә” әҫәре. Идея-тематик йөкмәткеһе, тел-стиль, поэтик үҙенсәлектәре.

Дәреслек

Һорауҙарға яуаптар уйларға. 68-се бит.

 

 

Мосафирлыҡ ҡылыу, Ғазраил, әҙәм, ғәҙел, вәзир, фәҡир, ғиллә, тамуҡ, михнәт, ғибәҙәт

16

Эйә һөйләм.

Эйә һөйләм тураһында белешмә биреү, телмәр үҫтереү.

Терәк таблица

49-сы к-негеүҙе эшләргә. 70-се бит.

 

 

Ҡоролтай, сәйәси һәм гражданлыҡ хоҡуҡтар

17

Хәбәр эйәрсән һөйләм.

Хәбәр эйәрсән һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн өйрәтеү, тыныш билдәләренең ҡуйылышын күҙәтеү

Дәреслек, схемалар тупланған диск

53-сө күнегеүҙе эшләргә, 75-се бит.

 

 

Икмәгенә май яғыу. Ер тишегенә инерҙәй булыу

18

Контроль диктант «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! ».

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү,

Тәбиғәтте һаҡларға саҡырыу.

Диктанттар йыйынтығы

Тәбиғәт темаһына сығыш (доклад) әҙерләргә.

 

 

Диктант тексы буйынса

19

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу.

“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” өҙөгөн уҡып, мәғәнәһен аңлатыу; “вәғәҙә” төшөнсәһенең мәғәнәһен биреү.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

82-се бит. һорауҙарға яуаптар бирергә.

 

 

Ау, һөмһөҙ, тәхет, уғыл, уғрылар, килмешәк, баҙарған, әмер, йәлләттәр, ваз кисеү, ҡәтғи.

20

Аныҡлаусы һөйләм.

 

Аныҡлаусы һөйләмдең телмәрҙәге мәғәнәһен билгеләү; схема менән күрһәтеү

Терәк таблица

56-сы күнегеүҙе эшләргә, 86- сы бит.

 

 

Дилбегәне ҡулға алыу; ете ят

21

Йырауҙар.

Йырауҙар. Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары йырауҙар һәм сәсәндәлҙең йәмәғәт тормошонда тотҡан урындары. Уларҙың халыҡ шағирҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы.

Дәреслек

Һорауҙарға яуаптар бирергә, 92-се бит.

 

 

Йырау, ҡосҡан. Сайраған,монар, тонйорау, хурлыҡ, ҡаҙа

22

Тултырыусы һөйләм.

Тултырыусы һөйләмдәр тураһында белешмә биреү, уларҙың һөйләмдәге ролен билгеләү.

Терәк таблица

62-се күнегеүҙе яҙып үтәргә, 89-сы бит.

 

 

Мөнәсәбәт һүҙ, бәйләүес, шарт һөйкәлешле ҡылым,

23

Асан Ҡайғы. Ҡаҙтуған йырау.

Асан Ҡайғы. Ҡаҙтуған йырау. Уларҙың тормошо һәм ижады тураһында айырым мәғлүмәттәр, риүәйәттәр.Был йырауҙарҙа һүҙ оҫталығы һәм музыкаллек һәләттәренең берләшеүе.

Дәреслек

Йырауҙар тураһында һөйләргә әҙерләнергә.

 

 

Заң, ҡәрҙәштәр, мәйел, ҡәһәр, һөйөнөс, анам, кендек, ябалаҡ, баҡа, саян.

24

Ваҡыт һөйләм.

Ваҡыт һөйләмдәр тураһында белешмә биреү, телмәрҙә ваҡыт һөйләмдәрҙең сағылышын һәм ролен билгеләү; башҡорт телендә дөрөҫ һәм матур һөйләргә, аралашырға өйрәтеү.

Биремдәр менән карточ-р.

67-се күнегеү, 104-се бит.

 

 

Иҫкә төштө - һабан екте. Баш менән таш ярыу.

25

Сәсәндәр ижады.

Сәсәндәр ижады. Сәсәнлек сәнғәте. Сәсәндәрҙең йыраусылыҡ традицияларын дауам итеүе. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәге хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр.

Башҡорт халыҡ ижады (том.)

Дәреслектән 96-107-се б. уҡырға.

 

 

Үҫәргән, кәңәш-төңәш иткән, йомаҡ, һүҙ төйнәп, ғәййәр, тайяр.

26

Инша «Минең яратҡан әҫәрем».

Инша «Минең яратҡан әҫәрем ». Яҙма телмәрҙе үҫтереү. Әҙәби китаптар уҡырға саҡырыу.

Һүҙлектәр

Инша яҙып бөтөрөргә.

 

 

Матур  (нәфис) әҙәбиәт

27

Хәл һөйләмдәр. Урын һөйләм.

Хәл һөйләмдәр тураһында белешмә биреү; телмәр үҫтереү. Урын һөйләмдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу.

Терәк таблица

70-се күнегеү, 105-се бит.

 

 

Аяҡты юрғанға ҡарап һуҙыу, теле тимер тишә.

28

Байыҡ сәсән.

Байыҡ сәсән. Биографияһы. Ижади эшмәкәрлеге. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне. Сәсәндең йәш Салауатҡа һамаҡлап әйткәне, Байыҡ сәсән ижадының халыҡсанлығы. Идея юғарылығы. Художество көсө.

Сәсәндәр тураһында презентация.

“Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне” әйтеш уҡырға, 110-111-се бит.

 

 

Дияр, ыҡлаған, ҡашҡа, ғәйеп булған, аҡлатҡан, усҡар, ҡаҡ ер, ҡолаҡсын, ҡуш

29

Буранбай Йәркәй сәсән.

 

Буранбай Йәркәй сәсән.Тормошо һәм ижады. Ҡурайсылыҡ һөнәре һәм үҙе сығарған йырҙары.

фонохрестоматия

 

111-115-се биттәрҙән уҡырға.

 

 

Бөҙрә, меҫкен, беҙҙәрҙәйҙе, ғибрәт, һыртлан, бүҙәнә, тәүәккәл, үҙәк, салғы, күбә, күк ала, сауыл, вафат, тибен тибеү, шипкән, важибат.

30

Диктант «Ҡамыр батыр».

 

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү.

Диктанттар йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға, сәсәндәр тураһында һөйләргә әҙерләнергә.

 

 

батыр

31

Ғәбит сәсән.

Ғәбит сәсән. Ишмөхәммәт сәсәндең шәкерте. Эпик жанрҙан торған бай репертуары. Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традицияларының сағылышы.

Дәреслек

“Иҙел менән Яйыҡ” өҙөгөн уҡырға, 116-сы бит.

 

 

Солоҡ, байманлыҡ. Ишәйә, түлләнә, көтөр ер, биләм, торлаҡ

32

Тәржемә эше.

 

Тәржемә эше. Һүҙ байлығын үҫтереү.Һүҙлектәр менән эш.

Һүҙлектәр

Карточкаларҙағы бирем буыйнса тәржемә итергә.

 

 

 

33

Салауат Юлаев.

 

Салауат Юлаев тураһында 8-се синыфта үткәнде ҡыҫҡаса ҡабатлау.”Тыуған илем”, “Уралым” шиғырҙарын иҫкә төшөрөү.

  С.Юлаевтың тормошо һәм яу тураһында һөйләүгә күсерҙән алда 1773 - 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һығышы хаҡында тарих дәресе буйынса үткән материалды хәтергә төшөрөү.

  Салауаттың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – башҡорт халҡының легендар батыры һәм сәсән шағиры. Уның шиғырҙарының һаҡланыу тарихы.

  Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Тыуған тәбиғәтте һөйөү. Азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек. Шиғырҙарының поэтик үҙексәлектәре.

  Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияларының берләшеүе.

  Башҡорт фольклорында, художестволы әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә Салауат образын күрһәткән әҫәрҙәр.

Әҙәбиәт теорияһы. Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Прототип. Таприхи ваҡиға һәм художестволы әҫәр (С.Злобиндың “Салауат Юлаев” романын миҫалға алыу.)   

Дәреслек

Фонохрестоматия

Плакаттар

Папкалар

Видео кассета

5-се бирем 120-се бит.

“Яу”, “Уҡ” шиғырҙарын ятларға.

 

 

Бөтә ғаләм, сихырсы, мәкер-хәйлә, шөһрәт, сойорғоттом, хур ҡыҙы, Зөһрә йондоҙо, ер хуры, ожмах шәүләһе, һындарың, фәрештә, телем зәғиф, һүҙем зәғиф.

34

Бүгәсәүгә ҡушылылып, ир-батырға ҡуш булып.

Бүгәсәүгә ҡушылылып, ир-батырға ҡуш булып. Ҡобайырҙың идея – тематик йөкмәткеһе. Салауаттың йырҙары.

Дәреслек

Һорауҙарға яуаптар уйларға. 125-се бит.

 

 

Бүгәсәү, Йәмәлкә, саңҡылдау, янған үрттәй. оран, ялпы, хитап, бихисап, һанаты менән батшаның, Яйыҡ, тышауын йолҡам, Тамъян, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Түңгәүер, Ҡатай, йәбер-золом. 

35

Инша «Тарихи шәхес һәм әҙәби герой»

«Тарихи шәхес һәм әҙәби герой»темаһына инша яҙыу; Яҙма телмәрҙе үҫтереү; Салауат Юлаев тураһында белгәндәрҙе системаға һалыу.

Иншалар йыйынтығы

Инша яҙып бөтөрөргә

 

 

Тарихи шәхес, ваҡиға

36

Рәүеш һөйләм.

 

Рәүеш һөйләмдәр тураһында белешмә биреү; телмәр үҫтереү

Терәк таблица

75-се күнегеүҙе эшләргә, 128-се бит.

 

 

Бәхет йондоҙо ҡалҡыу, һүҙ өсөн күршегә инмәй

37

Сәбәп һөйләм .

 

Сәбәп һөйләм тураһында белешмә биреү.

Дәреслек

78-се күнегеүҙе эшләрҙә, 130-сы бит.

 

 

Күҙҙән сүп эҙләү, күңел ҡылын сиртеү

38

Ғәли Соҡорой ижады.

Ғәли Соҡорой ижады.

  Тормош юлы. Шәжәрәһе. Уның поэтик яҙмаһы. ”Тәуарихи Болғария” әҫәре. Шиғырҙары.

Ғәли Соҡорой тураһында белешмәләр менән гәзит, китаптар, буклеттар, дәреслек

Ғ. Соҡорой тураһында һөйләргә әҙерләнергә.

 

 

Тәуарих-и Болгария

39

Маҡсат һөйләм .

 

Маҡсат һөйләмдәр тураһында белешмә биреү

Терәк таблица, дәреслек

81-се күнегеү, 132-се бит.

 

 

Ыжғыр ел, көлөмһөрәү, хәбәр алыу

40

Күләм-дәрәжә һөйләм.

Күләм-дәрәжә һөйләм тураһында белешмә биреү

Дәреслек, дид. материал

84-се күнегеү. 140-сы бит.

 

 

Сыҡмаған ҡояшҡа йылыныу; өс быҙауға кәбәк айыра белмәү

41

Шарт һөйләм. Кире һөйләм.

Шарт һәм кире һөйләм тураһында белешмә биреү; был  һөйләмдәрҙең телмәрҙәге ролен күрһәтеү.

Дәеслек, карточкалар

91-се күнегеүҙе эшләү, 143-сө бит.

 

 

Һәнәк һорағанға көрәк биреү; ҡомдан арҡан ишеү

42

Теҙмә һәм ҡушма һөйләмдәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Теҙмә һәм ҡушма һөйләмдәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Улар составындағы ябай һөйләмдәрҙең үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнеүе, теркәүесле һәм теркәүесһеҙ бәйләнеш.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

96-сы күнегеүҙе эшләргә, 146-сы бит.

 

 

Шаян бала, бейек ҡая, сая кеше, яй һөйләй, елек майы, емеш һуты, һөт ойой, йүргәк йыуам.

43

Һөйләм төрҙәре буйынса диктант «Ҡоштарҙы  ашатығыҙ!».

Үтелгән темалар буйынса йомғаҡлау эше, белемде дөрөҫ һәм урынлы ҡуллана белергә өйрәтеү. Ҡоштарға һалҡындарҙа ярҙам итергә саҡырыу.

Диктант йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе тикшерергә.

 

 

(диктант буйынса)

44

Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы.

 

Рус ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы сағылышын күрһәтеү, урыҫ һәм башҡорт әҙәбиәтенә иғтибар итеү. Тыуған Республикаға,Ватанға һөйөү тәрбиәләү.

Дәреслек

Һорауҙарға яуаптар әҙерләргә, 150-се бит.

 

 

Сәйәсәт, ғилми хеҙмәт, ҡыҙыҡһыныу, әүҙемләшеп китә.

45

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре ҡуйылышын аңлатыу, белемде тәрәнәйтеү.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

99-сы күнегеүҙе эшләргә, 153-сө бит.

 

 

Ҡыйылғас, үрәтник, түңәрәкләшеп.

46

Изложение «Данлы мәктәп».

Изложение «Данлы мәктәп». Яҙыу телмәрен үҫтереү.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы  һәм һуғыштан һуңғы осор мәктәптәр тураһында мәғлүмәт биреү.

Изложение йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

 

 

Изложение буйынса

47

Ғәли Соҡорой.

Ғәли Соҡорой. Яҡташ яҙыусы тураһында тәрәнтәк һөйләү, музейы, шиғырҙары тураһынды мәғлүмәттәр биреү, яҡташ яҙыусылар ижадына ҡәҙер, хөрмәт уятыу.

Дәреслек

Соҡорой шиғырҙарын уҡырға.

 

 

Тарихи-этнографик хеҙмәт

48

Мифтахетдин Аҡмулла.

 

Мифтахетдин Аҡмулла.

Тормошо һәм ижад юлы. Бала һәм үҫмер сағы: мәҙрәсә йылдары. Аҡмулла башҡорттар, ҡаҙаҡтар араһында. Китаптары: “Дамелла Шиһабетдинхәҙрәттең мәрҫиәһе” (1892) һ.б. Аҡмулланың автобиогрфик әҫәрҙәре.Туҡһанбай ауылында Аҡмулла музейы.

  Халыҡты мәфрифәткә өндәү, феодаль иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Аҡмулла поэзияһының төп идея йөкмәткеһе.”Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғыры. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Шиғыр ятларға “Башҡорттарым уҡыу кәрәк”

 

 

Тимерғаҙыҡ, ҡибла, инсаф, мәшһүр. Бөхтә, ҡаяу, аты зиндан. Остаз, залимдар, пәйғәмбәр, сауҙа, тауис, мастаҡ.

49

Теҙемдәр һәм уларҙа тыныш  билдәләре .

 

Теҙемдәр һәм уларҙа тыныш  билдәләре .

Теҙемдәр, йә уларҙың тиң кисәктәре, йә тиң һөйләмдәре күп булыуы һөҙөмтәһендә ҡатмарландырылған ябай йәки ҡушма һөйләм булыуы. Теҙемдәрҙең төрө, төҙөлөшө, уларҙың ҡушма һөйләм булыуы. Теҙемдәрҙең төрө, төҙөлөшө, уларҙың структураһында һәнәу һәм йомғаҡлау бүлеген барлыҡҡа килтереүсе конструкцияларҙың булыуы. Һанау һәм йомғаҡлау бүлегенең ҡайҙа килеүенә ҡарап, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Теҙемдәргә ҡобайырҙарҙан миҫалдар табыу.

Дидак. материал

107-се күнегеүҙе эшләргә, 170-се бит.

 

 

Энә менән ҡойо ҡаҙыу, ҡоҙағый ашы менән ҡунаҡ һыйлау

50

Диктант «Шифалы  үҫемлек».

 

Диктант «Шифалы  үҫемлек».

Белемде тикшереү. Дарыу үләндәре тураһында белешмә биреү.

Диктанттар йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға

 

 

Диктант буйынса

51

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Башҡорттар».

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Башҡорттар».

  Тормошо, ғилми, әҙәбиһәм ижтимағи эшмәкәрлеге.Старшина булып эшләүе.

  Өмөтбаев мөғрифәтсе һәм шағир.

Дәреслек

Хикәйәне уҡырға, 181-183-сө бит.

 

 

Миҫле, арар, шадкам, кисерһең яр ғазиҙарҙан, әйям, һәнкам, хозур, аҡ ҡалпаҡ, наҙ, хайран өләң.

52

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау.

 

Тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау. Тыныш билдәләре тураһында дөйөм төшөнсә. Тыныш билдәләрен төркөмләү. Һөйләм төҙөлөшө, мәғәнәһе, интонация һәм тыныш билдәләре ҡуйылышы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, һүҙлектәр

113-сө күнегеүҙе эшләргә, 186-сы бит.

 

 

Ҡомға һеңгән һыу кеүек, турғай тубығынан

53

Һөйләм  аҙағында тыныш билдәләре .

 

Һөйләм  аҙағында тыныш билдәләре: нөктә, һорау, өндәү билдәләренең ҡуйылыу осраҡтары.

Дәреслек, терәк таблицалар

116-сы күнегеү, 188-се бит.

 

 

Һыу һөлөгөндәй. арпа эсендә бер бойҙай

 

54

Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары.

 

Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары: ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә өтөрҙөң ҡуйылышы.

Дәреслек

121-се күнегеү, 190-сы бит.

 

 

Елһеҙ тирәк һелкенмәҫ

55

Ризаитдин Фәхретдин «Сәлимә»,  «Әсмә».

 

Ризаитдин Фәхретдин «Сәлимә»,  «Әсмә» повестарының идея – тематик йөкмәткеһе. Мәғрифәтселек ҡараштарының бирелеше. Ыңғай образдар. Кире образдар.Повестарҙың жанр үҙенсәлектәре, теле, стиле, детектив элементтар.

Ризаитдин Фәхретдин «Сәлимә»,  «Әсмә» әҫәрҙәре менән китаптар, дәреслек.

 

Һорауҙарға яуаптар, 196-сы бит.

 

 

Мәктүб, ошбу, һәүәҫле, ғаҡыллы, кеби

56

Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары.

Һыҙыҡтың ҡуйылыу осраҡтары. Ябай һөйләмдәрҙә һәм ҡушма һөйләмдәрҙә һыҙыҡтың ҡуйылышы. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын уҡылған әҫәрҙәрҙән алынған миҫалдарҙа күрһәтеү.

Дид. Материал, терәк таблица, дәреслек

124-се күнегеүҙе эшләргә. 192-се бит.

 

 

әүлиә, ынйы-гәүһәр. мосафир, ғәжәйеп бер донъя

57

Инша  «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ»

Инша  «Һаулыҡ – ҙур байлыҡ».

Яҙма телмәрҙе үҫтереү.

Сәләмәт тормош тураһында фекерләшеү.

Иншалар йыйынтығы

Инша яҙып бөтөрөргә.

 

 

Һаулыҡ, сәләмәт тормош

58

Фәтхелҡадир Сәләймәнов

 “Тимербай ҡурайсы".

 

Фәтхелҡадир Сәләймәнов  “ Тимербай ҡурайсы" хикәйәһенең йөкмәткеһен уҡыу. Темаһын, идеяһын асыҡлау. План төҙөп, һөйләргә өйрәнеү.Тимербай образы аша башҡорт халҡының яҙмышын һүрәтләү.

Дәреслек

5-се бирем, 210-сы бит.

 

 

Садә, хасиятлы, киәле, күбәтә, һаба, мәҡбәрә, кеүәҫ, йәйләү. Ғасыр, тәгәс

59

Нөктәле өтөр, ике нөктә, йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары.

Нөктәле өтөр, ике нөктә, йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары.Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Терәк таблицалар, дәреслек

135-се күнегеүҙе эшләргә, 202-се бит.

 

 

Усағының төтөнө тура сыға

60

Мәжит Ғафури  «Шағирҙың

алтын приискыһында».

Мәжит Ғафури  «Шағирҙың алтын приискыһында».Тормошо. Белемгә ынтылышы. Троицк, Ҡазан, Өфө мәҙрәсәләрендә белем алыуы. Бөтә тормошо, эшсәнлеге Башҡортостанда үтә. Ижади эшмәкәрлегенә 1924 йылда 20 йыл тулыу байрамы. Уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе.

  “Шағирҙың алтын приискыһында” повесы, уның автобиографик характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарттарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормошон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ынтылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, Сибғәт бабайҙар, ҡарауылсы ҡарт, ат башы ҙурлығы алтын тапҡпн башҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ егеттәре образдары. Ауыр тормош һөҙөмтәһендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡлығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу.

  Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиевтар, управляющийҙар тупаслығы, эрелеге, кешеләр ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыуҙары.

  Әҫәрҙә синфи көрәш юлы.менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡоҡтарын яулап алыуы мөмкин, тигән идея үткәрелеүе.

  Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты, контраст алымының уңышлы ҡулланылыуы. Тел – стиль сараларының байлығы.

М. Ғафуриҙың портреты, дәреслек

Художестволы образ тураһында уҡырға, 248-се бит.

 

 

Утар, тәпән, әүәләү, ишан, хәҙрәт, мәхәллә, төпсөнөп һорашҡан, ҡолаҡтар үрә торҙо, шәп кәсеп, хәлфә, өйлә намаҙы, мөрид, сапан, кәйлә, ҡорамаларҙан теркәп тегелгән, ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаң да артыңдан ҡалмаҫ, ғилемең ояты юҡ, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған, тәҡдир, аҫтыртын рәүештә, зәһәр, үткер егет, ат башылай алтын, күҙҙәребеҙҙе майҙан уртаһына аттыҡ, имза

61

Контроль диктант «Башҡорт милли аш-һыуҙары».

 

Контроль диктант «Башҡорт милли аш -һыуҙары».

Белем кимәлен тикшереү.

Башҡорт халҡының милли аш-һыуы тураһында мәғлүмәт биреү.

Диктанттар йыйынтығы

Үтелгәндәрҙе ҡабатларға.

 

 

Диктант буйынса

62

Шәйехзада Бабич «Халҡым  өсөн»,  «Бер минут».

 

Шәйехзада Бабич «Халҡым  өсөн»,  «Бер минут».

   Ш.Бабичтың тормошо һәм ижад юлы. 

  Бабич – шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: халыҡсанлыҡ. Тәрән мәғәнәлек, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.

  Ш.бабичтың башҡорт әҙәбиәтендә тарихында тотҡан урыны.

 

Видео фильм, шағир портреты, дәреслек

“Халҡым өсөн” шиғырын ятларға, 250-се бит.

 

 

Зауҡым өсөн, көләс, һырғаҡ, булһын фиҙа, парса-парса булды меҫкен күкрәгем, утлы йөрәк, үткен күңел, киҫкен күңел

63

Морфология, синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Морфология, синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Һүҙлектәр, дәреслек

139-сы күнегеү, 217-се бит.

 

 

Битләүҙәрҙә, гүйә, ҡатҡылланған, ерлектән

64

65

Изложение «Ураҡ өҫтө ине».

 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Телмәр үҫтереү, өйрәнелгән темаларҙы һәм яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып изложение яҙыу, икмәккә дан йырлау.

Изложение йыйынтығы

Изложение яҙырға

“Икмәк” темаһына

мәҡәлдәр яҙып килергә.

 

 

Текст буйынса

66

Ш. Бабич «Башҡортостан», «Башҡорт халҡына көйлө хитап».

Ш. Бабич «Башҡортостан», «Башҡорт халҡына көйлө хитап». Ш.Бабичтың Башҡортостан, уның үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы шиғырҙары.

Башҡорт әҙәбиәте

Шиғырҙар уҡырға 259-265-се биттәрҙән.

 

 

Залим, намыҫ, фаш, ҡаһарман, хәләл, тәрсим, ғәкес инҡилапсы, залим түрәләргә башын бирмәй, ҡара көскә, мәлиәттән сыҡтыҡ, ер тарайҙы, ил ҡарайҙы, форсат ваҡыт, мәғрүр халыҡ, ҡалды хайранға, яуыз фекер, тыу

67

Йомғаҡлау.

Йыл дауамынды өйрәнелгәндәрҙе йомғаҡлау.

Дәреслек

Башҡорт телендә әҙәби китаптар уҡырға.

 

 

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тематическое планирование по башкирскому языку (как государственный), 9 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Старший рекрутер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 386 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.01.2016 1373
    • DOCX 209 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муллаярова Эльвира Рифовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Муллаярова Эльвира Рифовна
    Муллаярова Эльвира Рифовна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 114833
    • Всего материалов: 89

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 473 человека из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Мини-курс

Введение в экономическую теорию и практику

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Преодоление расстройств: путь к психическому здоровью"

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективное управление запасами

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе