Инфоурок Другое Другие методич. материалыТематическое планирование по башкирскому языку 4 класс. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С.

Тематическое планирование по башкирскому языку 4 класс. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С.

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИҠАҺЫ САЛАУАТ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ МИӘШӘГӘР АУЫЛЫ ТӨП ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ ФИЛИАЛЫ ҺАРҒАМЫШ АУЫЛЫ БАШЛАНҒЫС ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

 

 

Ҡаралған

Мәктәптең методик берләшмәһендә

Етәксеһе

Низамутдинова Р.Р.

(ҡултамға)______________

«___» ____________2017 г.

Килешелгән

уҡыу буйынса директор урынбаҫары

Ғәлләмова В.В.

(ҡултамға)______________

«___» ____________2017 г.

Раҫлайым

директор

 

Нәсибуллина И.Ә.

(ҡултамға)______________

«___» ____________2017 г.

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт теленән (дәүләт теле) эш программаһы

2017-2018 уҡыу йылына

 

 

 

Предмет: башҡорт теле (дәүләт теле)

Уҡытыусы: Русина В.Г.

Синыф: 4

План буйынса: 34 сәғәт.

 

 

 

 

 

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М. С. : Рус мәктәптәрендә уҡыусы  урыҫ балалары өсөн башҡорт теле. – Өфө: Китап, 2016.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Аңлатма яҙыу

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Маҡсаттар һәм бурыстар

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 4-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.       Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

2.      Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

3.      Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

4.      Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

5.      Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

6.      Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

7.      Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

8.      Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

 

4 класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.

Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, 4 класта  башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:

уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;

уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;

башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхси  һөҙөмтәләр

                    Башҡорт телен 4 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр

Уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре

                Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

             А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

               Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

            -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

ҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

ағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

ҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

 Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе

               Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

               Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.

               Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

               Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

               Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.

Коммуникатив оҫталыҡтар

Һөйләү телмәре

Диалогик форма:

-типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

-һорау-яуап рәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

            - уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

-өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

-башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

-текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

Әҙерлек кимәленә талаптар

            Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

ҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:        

ҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү):

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

Социомәҙәни компетенция:

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

ағиҙәләр ҡуллана белеү;

ҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

             В.Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

ҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡыу курсының йөкмәткеһе .                       

Көн дә мәктәпкә барам.Беренсе сентябрь- Белем көнө.   Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм?  Мин нимә уҡырға яратам? Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы?

Мин ғайләмде яратам.  Беҙгә бергәләп күңелле. Мин- тәрбиәле бала. Минең өйҙәге бурыстарым. Минең яратҡан шөгөлөм.

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем. Мин йәшәгән Ер. Мин йәшәгән йорт. Мин яратҡан урындар.  Беҙҙен уйындарыбыҙ.

Ауылда йәшәйем. Минең тыуған ауылым. Ауыл һәм ҡала тормошо. Тыуған ерем мөғжизәләре.

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ. Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Бөжәктәр нисек йәшәй? Һауа торошон белеү ниңә ҡәрәк?

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшбеҙ. Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Мажаралар илендә.  Минең иң ҙур хыялым. Минең кумирҙарым. Ҡылым.Телмәр үҫтереү.

Һатып алырға өйрәнәм. Минең бюджет. Мин кейем һатып алам. Мин модалы кейем яратам . Бүләк һайлайым.

 

 

                                                                                


Тематик план башҡорт теле (дәүләт теле) дәрестәренән.

(Аҙнаға 1 сәғәт, йылына 34 сәғәт).

Темалар

Дата

Иҫкәрмә

пландан

үтелгән

1

Беренсе сентябрь - Белем көнө!

01.09.2017

 

 

2

Мин  мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм ? Һөйләм.

08.09.2017

 

 

3

Мин  ниндәй дәресте яратам(яратмайым)?

15.09.2017

 

 

4

Мин нимә уҡырға яратам? Исем.

22.09.2017

 

 

5

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Исем.

29.09.2017

 

 

6

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Исем.

06.10.2017

 

 

7

Беҙгә бергәләп күңелле.Сифат.

13.10.2017

 

 

8

Мин –тәрбиәле бала. Сифат.

20.10.2017

 

 

9

Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат.

27.10.2017

 

 

10

Минең яратҡан шөгөлөм. Сифат.

10.11.2017

 

 

11

Мин йәшәгән бүлмә. Сифат.

17.11.2017

 

 

12

Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.

24.11.2017

 

 

13

Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

01.12.2017

 

 

14

Мин йәшәгән йорт/район. Алмаш.

08.12.2017

 

 

15

Минең күршеләрем. Алмаш.

15.12.2017

 

 

16

Мин яратҡан урындар.Алмаш.

22.12.2017

 

 

17

Беҙҙең урам/йорт балалары.Алмаш.

29.12.2017

 

 

18

Беҙҙең уйындарыбыҙ. Алмаш.

19.01.2018

 

 

19

Минең тыуған ауылым. Һан.

26.01.2018

 

 

20

Ауыл һәм ҡала тормошо.Һан.

02.02.2018

 

 

21

Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр. Һан.

09.02.2018

 

 

22

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары.Һан.

16.02.2018

 

 

23

Тыуған ерем мөғжизәләре. Һан.

02.03.2018

 

 

24

Йыл миҙгелдәре нинә үҙгәрә? Рәүеш.

09.03.2018

 

 

25

Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Рәүеш.

16.03.2018

 

 

26

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш.

23.03.2018

 

 

27

Һауа торошон белеү ниңә кәрәк? Рәүеш. 

06.04.2018

 

 

28

Киләсәктә тәбигәттә үҙгәрештәр буламы? Рәүеш.

13.04.2018

 

 

29

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр Мажаралар илендә..Ҡылым.

20.04.2018

 

 

30

Минең иң ҙур хыялым. Минең кумирҙарым.Ҡылым.

27.04.2018

 

 

31

Минең бюджет. Мин кейем һатып алам. Ҡылым.

04.05.2018

 

 

32

Мин модалы кейем яратам. Ҡылым.

11.05.2018

 

 

33

Контроль диктант

18.05.2018

 

 

34

Хаталар өстөндә эшләү.

25.05.2018

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тематическое планирование по башкирскому языку 4 класс. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по переработке нефти и газа

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 960 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.04.2018 613
    • DOCX 53.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Русина Вазира Гранитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Русина Вазира Гранитовна
    Русина Вазира Гранитовна
    • На сайте: 6 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6080
    • Всего материалов: 12

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Особенности психологической помощи детям

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 587 человек из 75 регионов
  • Этот курс уже прошли 227 человек

Мини-курс

Методы сохранения баланса в жизни

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 29 человек

Мини-курс

Организация и планирование воспитательной работы в СПО

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе