Инфоурок Начальные классы Рабочие программыТематик план Әҙәби уҡыу 2 класс

Тематик план Әҙәби уҡыу 2 класс

Скачать материал

Тематик планлаштырыу

Аҙнаһына - 2 с242т. Б0т23е  -  68 с242т.

№ п\п

Тема

С2-

42т

Планлаштырылған һөҙөмтә

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Дата

И9к2рм2

план

факт

Уҡы, эшлә, аҡыл йый (4 с.)

         1.          

Мин уҡыусы. Ф. Туғыҙбаева.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙәрҙән кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу, үҙеңдең уй-фекереңде әйтә һәм әңгәмәсеңә еткерә белергә өйрәнеү.

Шәхси үҫеш: тырышып белем алыу – төп маҡсат икәненә төшөнөү, класташтар, уҡытыусы менән осрашыу шатлыҡлы, тулҡынландырғыс хис- тойғоларҙы белдереү, яңы теләктәр, пландар, хыялдар менән уртаҡлашыу.

Шиғырҙарҙы аңлы, тасуири, етеҙ уҡыу һәләттәрен үҫтереү, кәңәштәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү.

02.09.

 

 

         2.          

Баҫҡыс. Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙең төп фекерен асыҡлау, аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу.

Шәхси: белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн еәрәклеген аңлау, китап уҡырға ҡыҙыҡһыныу теләге булдырыу.

Әҫәрҙе тасуири, аңлап, етеҙ уҡыу күнекмәләрен булдырыу. Һүҙлек менән эш итә белеү.

05.09.

 

 

         3.          

Ҡанатһыҙ турғай. З. Кускилдина.

1

Метапредмет: әҫәр тураһында башҡаларҙың фекерен белеү, тексҡа һәм үҙ тәжрибәңә таянып, үҙеңдең фекереңде иҫбатлау.

Шәхси: уҡымышлы, үҙ халҡына, илеңә кәрәкле шәхес булып үҫергә кәрәклеген төшөнөү, әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып, үҙ фекереңде булдырыу.

Әкиәтте аңлап, тасуири уҡыу, геройҙарҙың эш-ҡылығын анализлау, уларға телдең тасуирлау сараларын ҡулланып, ҡылыҡһырлама биреү.

09.09.

 

 

         4.          

Кешегә кәрәк белем. Ш. Биҡҡолов.

1

Метапредмет: әҫәр йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡорорға өйрәнеү, аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу.

Шәхси: белем ҡиммәттәренә төшөнөү, белем менән хеҙмәттең тығыҙ бәйлйнештә булыуын аңлау, кеше һәр ваҡыт белемгә ынтылырға тейешлеген төшөнөү.

Шиғырҙарҙы тейешле хис-тойғолар менән тасуири, ярашлы тауыш, темп һайлап, дөрөҫ уҡырға өйрәнеү, әҫәрҙең  йөкмәткеһен аңлау, текстан төп мәғлүмәтте таба белеү.

12.09.

 

 

Халҡым йыйған ынйылар (6 с.)

         5.          

Бишек йырҙары.

1

Метапредмет: үҙеңдең уй-фекреңде әңгәмәсегә еткерә алырға, ғаиләләге әхлаҡ ҡағиҙәләрен үҙләштерергә, бирелгән иллюстрациялар ярҙамында текстың йөкмәткеһен күҙалларға өйрәнеү.

Шәхси: яңы тыуған баланың наҙға, иркәләүгә, иғтибарға мохтаж булыуын төшөнөү, яҡындарың менән яғымлы итеп мөғәләмә итергә өйрәнеү.

Бишек йырҙарын көйләп, һамаҡлап уҡырға өйрәтеү, тасуири, аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу, бишек йырҙарының тәғәйенләнешен аңлатыу, уларҙы бала тәрбиәләгәндә бик ҙур әһәмиәткә эйә булыуын төшөндөрөү.

16.09.

 

 

         6.          

Әшкәк-бешкәк, йәки беҙҙең уйыныбыҙ.

1

Метапредмет: балаға уйындың тәғәйенләнешен аңлата белергә, ойоштороусанлыҡ һәләте, үҙаллылыҡ тәрбиәләү, уйнағанда бер-береңә Иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәнеү.

Шәхси: Уйынды уйнарға өйрәтеү, уйын ярҙамында үҙ мөмкинлектәреңде асыҡлау һәм уның аша тағы нимәләргә өйрәнергә мөмкин икәнен билдәләү, уҡыусыны үҙ ҡылыҡ-фиғелеңә баһа бирергә өйрәтеү.

Етеҙ, аңлы һәм тасуири уҡырға өйрәнеү, ижад итеү, шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

19.09.

 

 

         7.          

Бармаҡтар менән уйындар.

1

Метапредмет: иптәштәрең менән татыу итеп уйнарға, бер-береңдең һүҙен тыңларға, дөйөм фекергә килергә, кәңәшләшеп эшләргә өйрәнергә.

Шәхси: шиғыр юлдары аша бармаҡ атамаларын иҫтә ҡалдырыу, бармаҡтар менән уйнағанда, тормошта бармаҡ атамаларын белеү мөһимлеген аңлау.

Шиғырҙарҙы ролдәргә бүлеп, һамаҡлап, дөрөҫ интонация менән уйнап, тасуири уҡыу оҫталығын үҫтереү.

23.09.

 

 

         8.          

Шаяртыуҙар.

1

Метапредмет: үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҫтереү, бергәләп эшләү барышында һығымта яһарға өйрәнергә, төркөмдә эшләү барышында бер һүҙгә килешеп, мәсьәләне бер йүнәлештә хәл итеүгә булышлыҡ итергә өйрәнергә, һорауҙарға тулы, асыҡ итеп яуап бирергә өйрәнеү.

Шәхси: кешене кәмһетмәй генә, урынлы шаярта белергә, һәм шул уҡ ваҡытта үҙеңә әйтелгән шаяртыу һүҙҙәрен аңлап, үпкәләмәй, үсекмәй ҡабул итеп өйрәнергә.

Әҫәрҙәрҙе аңлап, дөрөҫ итеп, һамаҡлап, көйләп уҡыу оҫталығын үҫтереү. Тормоштағы күренештәр менән бәйләп, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыу.

26.09.

 

 

         9.          

Таҡмаҡтар.

1

Метапредмет: тирә-яҡтағы донъя, мөхит менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен үҙләштерергә, дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләргә өйрәнергә, уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөргә, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырырға.

Шәхси: шаян таҡмаҡтарҙың, фәстереүҙәрҙең күңел күтәренкелеге биреүе, һәм улар шаярыуҙың бер төрө икәненә төшөнөргә, кешене кәмһетмәй генә таҡмаҡ әйтергә, һәм шул уҡ ваҡытта үҙеңә әйтелгән  таҡмаҡты аңлап, үпкәләмәй, үсекмәй ҡабул итеп өйрәнергә

Таҡмаҡтарҙы, фәстереүҙәрҙе аңлап, төшөнөп уҡырға, таҡмаҡтарҙы көйләп әйтергә өйрәнергә, ижад итеү һәләтен үҫтерергә.

30.09.

 

 

       10.        

Йомғаҡлау дәресе.

1

Метапредмет: төркөмдә бергәләшеп эшләү барышында бер һүҙгә килешеп, дуҫ эшләргә, һығымта эшләргә өйрәнеү.

Шәхси: халҡым йыйған ынйыларҙың тормошта тәрбиә мәктәбе икәненә төшөнөү.

Һөйләү оҫталығын үҙләштереү, үҫтереү, ижад итеү.

03.10.

07.10.

 

Әкиәт уҡырға яратам (13 с.)

       11.        

Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ.

1

Метапредмет: төркөмдәрҙә мәҙәниле итеп аралашыу күнекмәләрен үҙләштереү, башҡаларҙың әйткәнен тыныс тыңлай белергә, үҙеңдең фекреңде нигеҙләп, дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу.

Шәхси: китап менән эшләү оҫталығын үҫтереү, әҙәби әҫәрҫәрҙе уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү, үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу.

Бүлектең исеменә, иллюстрацияларға ҡарап, уның йөкмәткеһен күҙаллау, дәреслектең йөкмәткеһенә таянып, уҡыласаҡ өҫөрҙе билдәләү, әкиәт тураһында киңерәк мәғлүмәт алыу.

07.10.

10.10.

 

       12.        

Төлкө менән әтәс.

1

Метапредмет: әҫәр йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡорорға: партнерыңдың әйткәнен тыңлай белергә, уның фекерен хуплап, үҙеңдекен дә тыңлауға йәлеп итергә өйрәнергә, моделләү күнекмәһе оҫталығын камиллаштырыу.

Шәхси: үҙ-үҙең менән маҡтаныу, ҡыҙыу, аҡылһыҙ, ғорур булыу насар сифат икәнен төшөндөрөргә, үҙеңдә яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләргә кәрәклеген аңлатырға, үҙеңдең холғоң, тәртибеңде баһаларға күнектереү.

Әкиәттең исеме, иллюстрациялары буйынса йөкмәткеһен, геройҙарына хас сифаттарын күҙалларға, текстан геройҙарҙы ҡылыҡһырлаған юлдарҙы, өҙөктәрҙе табып, уларға ябай ғына ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнә башларға, әкиәтте аңлап, төшөнөп уҡырға өйрәнеү.

10.10.

14.10.

 

       13.        

Төлкө менән әтәс.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙе анализларға, уның төп фекерен асыҡларға,  парҙарҙа, төркөмдәрҙә эшләргә өйрәнергә, үҙеңдең уй-фекереңде әңгәмәсеңә аңлайышлы итеп еткерә белеү. Баһалау критерийҙарына ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирергә өйрәнеү.

Шәхси: фажиғәле хәлгә осрамаҫ өсөн һәр эште уйлап эш итә белергә, уның һөҙөмтәһен күҙалларға, эште планлаштырырға өйрәнергә, тормош юлыңда осраған һәр кемдең һиңә иптәш, дуҫ була алмауын асығлау, уратып алған объектҡа, күренешкә һәр кемдең үҙ фекере, ҡарашы булырға тейешлегенә төшөнөү.

Иллюстрацияға ҡарап, әкиәттең нисек тамамланыуын күҙаллау, геройҙың эске кисерештәрен тойоп, уның ҡылыҡ-фиғеленә ярашлы тауыш менән ҡысҡырып уҡыу, бүлектәр:ең төп фекерен билдәләп, план төҙөү, әкиәт геройҙарының холҡо һәм ҡылыҡтары тураһында уй-фекер йөрөтөп, уларға ҡылыҡһырлама биреү.

14.10.

 

 

       14.        

Айыухас менән Айыукәс мәктәптә.

1

Метапредмет: йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен һәм әхлаҡ нормаларын үҙләштерергә, төркөмдә эшләүҙең әһәмиәтен аңларға һәм бергәләшеп эшләү ҡағиҙәләрен үҙләштерергә.

Шәхси: үҙеңдә яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләргә кәрәклеген аңлатырға, үҙеңдең холҡоң, тәртибеңде баһаларға өйрәнеү.

Етеҙ һәм аңлы уҡырға, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға, геройҙарға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнергә, әҫәрҙә автор әйтергә теләгән төп фекерҙе аңларға, әҫәрҙе анализлау алымдарына эйә булырға.

17.10.

17.10.

 

       15.        

Айыухас менән Айыукәс мәктәптә.

1

Метапредмет: йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен үҙләштерергә, төркөмдә эшләүҙең әһәмиәтен аңларға һәм бергәләшеп эшләү ҡағиҙәләрен үҙләштерергә.

Шәхси: белемле, уҡымышлы, намыҫлы булырға, үҙеңдә яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләргә кәрәклеген аңлатырға, үҙеңдең холҡоңдо, тәртибеңде баһаларға.

Әҫәрҙе аңлы уҡырға, йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға, геройҙарға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнергә, әҫәрҙә автор әйтергә теләгән төп фекерҙе аңларға һәм бергәләшеп эшләү ҡағиҙәләрен үҙләштерергә.

21.10.

 

 

       16.        

Батыр малай.

1

Метапредмет: дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү, әҫәр йөкмәткеһе буйынса диалог ҡорорға: үҙ уйыңды әңгәмәсеңә еткерергә өйрәнергә, әҫәрҙең төп фекерен асыҡларға.

Шәхси: социаль әхлаҡи ҡанундарға эйә булырға, кеше зарын аңлай, уртаҡлаша белергә һәм ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә өйрәнергә.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен  исеме, иллюстрациялар ярҙамында күҙалларға өйрәтеү, әкиәтте аңлап, эстән уҡыу, йөкмәткеһе буйынса йәнле әңгәмә ҡороу, тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү – ябай план төҙөү.

24.10.

24.10

 

       17.        

Саҡырылмаған ҡунаҡ.

1

Метапредмет: әҫәр йөкмәткеһе буйынса бер-берең менән диалог ҡороу: үҙеңдең фекереңде әңгәмәсеңә еткерергә өйрәнеү, йәмғиәттәге әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, әкиәттең төп фекерен асыҡлау.

Шәхси: туғандарҙың бер-береһе менән ҡатышып йәшәргә тейешлегенә төшөнөү, ҡунаҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнеү, яҡын кешеләрең менән йылы мөнәсәбәт ҡороуҙың әһәмиәтенә төшөнөү.

Әкиәтте аңлап, төшөнөп уҡыу, тексты уҡығанда геройҙың эске кисерештәрен тойоп, уның ҡылыҡ-фиғеленә ярашлы тауышты көйләп уҡыу, әҫәрҙең геройҙарына ҡылған эштәре нигеҙендә ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнә башлау.

28.10.

21.10.

 

       18.        

Күгәрсен күҙҙәре. Д. Талхина.

1

Метапредмет: дәрестең темаһын, маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү, уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу.

Шәхси: дуҫһыҙ донъяла йәшәүе күңелһеҙ, ҡыйын икәненә төшөнөү, дуҫты һайлай белергә өйрәнеү, сәскәләрҙең ер күрке булыуын аңлау.

Текстың исеменә, иллюстрацияға, терәк һүҙҙәргә ҡарап, уның йөкмәткеһен күҙаллау, текстан геройҙы ҡылыҡһырлаған материалды таба белеү.

07.11.

28.10.

 

       19.        

Төлкө менән ҡырмыҫҡа. А. Мөсифуллин.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙе анализлау, тексты өлөштәргә бүлеә, план төҙөү һәм текстың төп фекерен асыҡлау, тирә-йүн менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

Шәхси: изгелеклелек сифаттары тәрбиәләү, яуызлыҡтың насар сифат булыуына төшөнөү.

Текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, терәк һүҙҙәр буйынса хикәйә төҙөү, әҫәрҙең геройҙарына ҡылған эштәре нигеҙендә уларҙың ҡылыҡ-фиғеленә баһа бирергә өйрәнеү.

11.11.

07.11.

 

       20.        

Терпе ниңә энәле? А. Ғарифуллина.

1

Метапредмет: ғаиләләге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен үҙләштереү, төркөмдә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау бергәләшеп эшләү ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

Шәхси: еңмеш булыуҙың, мыжыуҙың насар сифат икәнен төшөнөү, үҙеңдә яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләргә кәрәклеген  аңлау, үҙеңдең холҡоң, тәртибеңде баһалау.

Геройҙарға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнеү, әҫәрҙе аңлау һәм уны анализлау алымдарына эйә булыу.

14.11.

11.11.

 

       21.        

Ай аҡылға ултыртты. З. Кускилдина.

1

Метапредмет: әҫәр йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡорорға: партнерыңдың әйткәнен тыңлай белергә, уның фекерен хуплап, үҙеңдекен дә тыңлауға йәлеп итергә өйрәнеү.

Шәхси: бөхтә һәм килешле кейенергә өйрәнеү һәм үҙеңдең тышҡы ҡиәфәтең менән ҡәнәғәт булырға кәрәклегенә төшөнөү.

Әкиәтте аңлап, төшөнөп уҡырға тырышыу, тексты уҡығанда геройҙың эске кисерештәрен тойоп, уның ҡылыҡ-фиғеленә ярашлы тауышты көйләп уҡыу, әҫәрҙең геройҙарына ҡылған эштәре нигеҙендә ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнә башлау.

18.11.

14.11.

 

       22.        

Төлкө менән кәзә тәкәһе.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙе анализларға, уның төп фекерен асыҡларға, парҙарҙа эшләргә өйрәнеү, үҙ фекереңде башҡаларға еткереү.

Шәхси: һәр нәмәгә ышанып бармаҫҡа, бер ҡатлы булмағҡа өйрәнеү, кешеләрҙең ҡылығына ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдерергә өйрәнеү.

Һорауҙарға яуаптар биреү, ролдәргә бүлеп уҡырға өйрәнеү, әкиәт геройының холҡо һәм ҡылыҡтары тураһында уй-фекер йөрөтөү.

21.11.

 

 

       23.        

“Әкиәттәр илендә» йомғаҡлау.

1

Метапредмет: бергәләп төркөмдә эшләү барышында бер һүҙгә килешеп эшләргә һәм һығымта яһарға өйрәнеү.

Шәхси: китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, алған белемдәрен, уңыштарны билдәләү, уларға баһа ҡуйырға, ҡыйыу булырға өйрәнеү.

Үтелгән әкиәттәрҙе ҡабатлау, белемдәрен системаға һалыу, әкиәт тураһында бөтә белгәндәрҙе һөйләргә өйрәнеү.

25.11.

 

 

Шып-шым булдыҡ, тынғанбыҙ,

Беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ (7 с.)

       24.        

Әсәйемдең ҡулы күп. Ф. Туғыҙбаева.

1

Метапредмет: иптәштәреңдең уҡыуын тыңлап, анализларға һәм баһаларға өйрәнеү, бер-береңә класта, ғаиләлә ихтирамлы, иғтибарлы булыу.

Шәхси:әсәйгә булған хөрмәтте, һөйөүҙе, хәстәрлекте эшең аша еткерергә өйрәнеү, һөнәргә өйрәнеүҙең кәрәклеген аңлау.

Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, шиғырҙарҙың кем тарафынан һөйләнелеүен асыҡлау.

28.11.

 

 

       25.        

Ҡарлуғас. Бесәй менән сысҡандар.

1

Метапредмет: әҫәр йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡорорға:

Шәхси: әҫәр йөкмәткеһе буйынса бер-берең менән диалог ҡорорға: үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә аңлайышлы итеп еткерә белергә өйрәнергә.

Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, телмәрҙәрен нәфис һүҙҙәр менән байытыу: шиғырҙан рифмалы һүҙҙәрҙе табырға өйрәнеү, һүҙҙәргә рифмалы һүҙҙәр уйлатыу.

02.12.

 

 

       26.        

Тыуған яҡ. А. Игебаев.

1

Метапредмет: иптәштәреңдең  яуаптарын иғтибар менән тыңлап, үҙ-ара мәҙәниле аралашырға өйрәнергә.

Шәхси: Тыуған илде яратырға, уның ҡәҙерен белергә өйрәнеү.

Шиғырҙарҙы аңлап, тасуири уҡыу һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Һүҙлекте байытыу.

05.12.

 

 

       27.        

Ҡорот. Буҙа. Көбө. С. Ғәләүетдинов.

1

Метапредмет: үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алырға өйрәнеү.

Шәхси: башҡорт халҡының ашамлыҡтарына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Шиғырҙарҙы мәғәнәһенә ярашлы тауыш, темп һайлап дөрөҫ уҡырға өйрәтеү – тасуири уҡыу.

09.12.

 

 

       28.        

Балыҡсы Айтуған бабай. Ф. Туғыҙбаева.

1

Метапредмет: мәҙәниле бәхәс ҡороу, аралашыу, кешеләрҙең, тормоштоң яҡшы, насар яҡтарын күрә белеү һәләтттәрен булдырыу.

Шәхси: туған тәбиғәтте һаҡлау – ул Тыуған илде һаҡлау икәненә төшөнөү.

Шиғырҙарҙы аңлап, мәғәнәһенә ярашлы тауыш, темп һайлап дөрөҫ уҡырға өйрәтеү, текстың йөкмәикеһе аша кеше һәм тәбиғәттең берҙәмлеген аңлатыу.

12.12.

 

 

       29.        

Бесәйҙең өйө яна.

1

Метапредмет: шиғырҙа һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар аша хәҡиҡәтте эҙләй белеү күнекмәләрен булдырыу, үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алырға өйрәнеү.

Шәхси: йәмғиәткә, ғаиләгә файҙалы шәхес булып үҫеү теләге уяныу. Ут менән уйнарға ярамағанлыҡты төшөнөү.

Шиғырҙарҙы аңлап, мәғәнәһенә ярашлы тауыш, темп һайлап дөрөҫ уҡырға өйрәтеү, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, уның актуаллеген билдәләү.

16.12.

 

 

       30.        

Йомғаҡлау дәресе. Шаяндар һәм тапҡырҙар.

1

Метапредмет: бергәләп төркөмдә эшләү барышында бер һүҙгә килешеп, дуҫ эшләргә һәм һығымта яһарға өйрәнергә.

Шәхси: китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, алған белемдәрен, уңыштарын билдәләү, уларға баһа ҡуйырға, ҡыйыу булырға өйрәнеү.

Бүлек буйынса алған белемдәрен системалаштырыу. Һөйләү оҫталығын үҙләштереү, ижад итеү.

19.12.

 

 

Тәбиғәт – матурлыҡ, байлыҡ;

Һаҡлаһын уны бар халыҡ (8 с.)

       31.        

Урман китабы. Б. Ноғоманов.

1

Метапредмет: шиғыр йөкмәткеһе нигеҙендә тәбиғәттә белгән-күргәндәрең тураһында һөйләшергә өйрәнеү, диалог ҡороу, иғтибар менән иптәшеңде тыңлай, хуплай белеү, башҡаларҙы ла үҙ фекереңә йәлеп итеү, итәғәтле итеп аралашыу.

Шәхси: кеше – тәбиғәт балаһы, ул тәбиғәтте белергә тейеш, тәбиғәтте һаҡлау кешенең төп бурысы икәненә төшөнөү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә.

Шиғырҙарҙы аңлап, уҡылғанды күҙ алдына килтереп, тасуири уҡыу, һүҙлек һүҙҙәрен отоу, йәнлек, ҡоштар эҙҙәрен таныу, урмандың ҡышҡы мәлен һүрәтләү.

23.12.

 

 

       32.        

Урмансы малай. А. Игебаев.

1

Метапредмет: әҫәр йөкмәткеһе буйынса бер-берең менән диалог ҡорорға: үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә аңлайышлы итеп еткерә белергә өйрәнергә, шиғырҙың төп фекерен асыҡларға.

Шәхси: урмандың кешелек өсөн әһәмиәтен белергә, һәр кеше урманды һаҡларға тейеш икәненә төшөнөү, тәбиғәт йәнле булырға өйрәнеү.

Шиғырҙы аңлап, төшөнөп уҡырға тырышырға, тексты уҡығанда геройҙың эске кисерештәрен тойомларға, уның ғорурланыуын тауыш ярҙамында күрһәтеп уҡырға, ағастарҙы матур һүҙбәйләнештәр менән һүрәтләп һөйләргә өйрәнергә.

26.12.

 

 

       33.        

Шыҡыйыусы, шәп йүгереүсе ҡоштар. Ғ. Ишбулатов.

1

Метапредмет: дәрестең темаһын, маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү, уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу.

Шәхси: ҡоштар – тәбиғәт биҙәге, кешенең ҡанатлы дуҫтары, ҡоштарҙың кешегә файҙа килтереүҙәрен аңлау, уларға ҡышын ярҙам итергә кәрәк булыуына төшөнөү.

Текстың исеменә, иллюстрацияға ҡарап, уның йөкмәткеһен күҙалларға, ҡоштар тураһында өҫтәмә материал таба белергә өйрәнеү.

16.01.

 

 

       34.        

Тыңлауһыҙ сана менән саңғы. Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: хикәйә йөкмәткеһе нигеҙендә ҡышҡы уйындар тураһында үҙ-ара диалог ҡорорға, иптәшеңде иғтибарлы, сабыр тыңлай, хуплай белергә, башҡаларҙы ла үҙ фекереңә йәлеп итеп, итәғәтле аралашырға күнегеү.

Шәхси: дуҫтар менән татыу уйнарға кәрәклегенә төшөнөү, дуҫыңа ысын терәк, дуҫ булырға өйрәнеү, маҡтаныуҙың насар ғәҙәт булыуын аңлау.

Хикәйәне аңлап, уҡылғанды күҙ алдына килтереп, тасуири уҡыу, йөкмәткеһен белеү, тәбиғәт күренештәренә арналған һынамыштарҙы өйрәнеү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Һынамыштарға таянып, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе алдан һиҙемләргә өйрәнеү.

20.01.

 

 

       35.        

Сәнскеле күлдәк. А. Йәғәфәрова.

1

Метапредмет: әкиәт йөкмәткеһе өҫтөндә эшләгәндә бер-берең менән итәғәтле диалог ҡороу, башҡаларҙың әйткәндәрен иғтибар менән сабыр итеп тыңлау, хуплау, үҙеңдең фекереңде лә тыңлауға йәлеп итеү.

Шәхси: әкиәт геройы өлгөһөндә етеҙлек, тәүәкәллек сифаттары үҫтереү, өлкәндәр өйрәткәнен тыңларға кәрәк икәнен асыҡлау.

Әкиәтте тасуири уҡыу, геройҙарҙың кисерештәрен сағылдырып уҡыу, геройҙар ҡылығын баһалау.

23.01.

 

 

       36.        

Ҡарҙағы яҙыуҙар. Ф. Фәтҡуллина.

1

Метапредмет: хикәйә йөкмәткеһе өҫтөндә эшләгәндә бер-берең менән диалог ҡорорға, партнерыңдың әйткәнен сабыр итеп тыңларға, өңгәмәлә ҡатнашып, үҙеңдең фекереңә лә иғтибар иттереү.

Шәхси: тәбиғәтте кәҙәтеү уның серҙәрен төшөнөргә ярҙам итә икәнен аңлау, ҡар аҫтында йоҡлаған йәнлектәр тормошо менән ҡыҙыҡһыныу.

Хикәйәне аңлап, диалогты тасуири уҡырға, урмандағы ҡарҙың матурлығын һөйләй белергә.

27.01.

 

 

       37.        

Тирәк. Н. Игеҙйәнова.

1

Метапредмет: хикәйә йөкмәткеһе өҫтөндә эшләгәндә бер-берең менән диалог ҡорорға, партнерыңдың әйткәнен сабыр итеп тыңларға, әңгәмәлә ҡатнашып, үҙеңдең фекереңә лә иғтибар иттереү.

Шәхси: тәбиғәттең кешелек өсөн әһәмиәтен аңлау, һәр кеше тәбиғәтте һаҡларға тейеш икәненә төшөнөү.

Хикәйәнең йөкмәткеһен аңлау, герой кисерешен тауыш ярҙамында күрһәтергә тырышыу, герой ҡылығына баһа биреү.

30.01.

 

 

       38.        

Йомғаҡлау дәресе.

1

Метапредмет: әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡорорға, партнерың менән дөрөҫ аралашырға, әңгәмәлә ҡатнашып, үҙеңдең фекереңде белдерергә өйрәнеү, өҫтәлмә мәғлүмәтле булыу, эшләнгән эште йомғаҡларға, уның буйынса һығымта яһарға өйрәнеү.

Шәхси: тәбиғәтте яратыу, уға һаҡсыл ҡараш кәрәклегенә төшөнөү, уны һаҡлау, яҡлау, һәр кемдең изге бурысы икәнен белеү, яҡшыны ямандан айырыу, фәһем алыу.

Әҫәрҙәр йөкмәткеһен аңлау, герой кисерешен аңлап, тасуири уҡырға тырышыу, геройҙарҙың ҡылыҡтарына баһа биреү.

03.02.

 

 

Әҙәп төбө – матур ғәҙәт (16 с.)

       39.        

Флүрәнең ғәйебе нимәлә? Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: әҫәрҙең исеме буйынса текстың йөкмәткеһен фаразлау, бер-берең менән диалог ҡороу, үҙеңдең фекереңде әңгәмәсеңә еткереү, әҫәрҙең төп фекерен асыҡлау. Кешеләр менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү.

Шәхси: кешенән көлөү, уға ҡушамат тағыу насар ғәҙәт икәненә төшөнөү, һәр кешегә исемде ата-әсәһе яратып ҡушыуын һәм уны боҙоп әйтеү – кәмһетеү булыуын, насар ғәҙәттең һинең менән иптәштәрең араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырыуын һәм үҙеңә ҡарата кире ҡараш булдырыуын аңлау.

Тасуири уҡыу техникаһын үҙләштереү, кире геройҙың хаталарын асыҡлау, ҡылған эштәре нигеҙендә уға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнеү.

06.02.

 

 

       40.        

Ҡунаҡ табыны. Ф. Фәтҡуллина.

1

Метапредмет: яҙыусы күтәргән әҙәп сифаттарын асыҡлау, уҡытыусы менән берлектә пьесаны сәхнәләштереүҙең планын төҙөү, ҡуйылған маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн план буйынса эш итеү.

Шәхси: әҙәплелек ҡағиҙәләрен үҙләштереү, матур һүҙҙәр ҡулланып һөйләшергә, иптәштәрең алдында оялмайынса сығыш яһарға өйрәнеү, ҡыйыулыҡ тәрбиәләү, актерлыҡ һәләтен үҫтереү.

Пьесаны ролдәргә бәлеп уҡыу, ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәниле аралашыу ҙағиҙәләрен үҙләштереү, әҙәрҙең төп фекерен билдәләү.

10.02.

 

 

       41.        

Кем маҡтансыҡ? С. Яҡупов.

1

Метапредмет: эште планлаштырырға,уға ярашлы эш итергә, уны атҡарыу юлдарын билдәләргә, эш процесын анализлап, һөҙөмтәне күҙалларға өйрәнеү.

Шәхси: маҡтаныуҙың насар ғәҙәт булыуына төшөнөү, эшләгән эшеңә яуаплы булырға өйрәнеү.

Уҡыу техникаһын үҫтереү, текст буйынса план төҙөү, малайҙарға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнеү.

13.02.

 

 

       42.        

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. А. Йәғәфәрова.

1

Метапредмет: исем һәм бирелгән асҡыс һүҙҙәр ярҙамында әҫәрҙең йөкмәткеһен күҙалларға өйрәнеү. Уҡыу диалогында ҡатнашыу.

Шәхси: дуҫтарыңа ярҙамсыл булыу, үҙеңдә уларға иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, дуҫлыҡты һаҡларға, дуҫыңдың ҡәҙерен белергә өйрәнеү.

Тасуири уҡыуға өлгәшеү, текстан геройҙы ҡылыҡһырлаған материалды таба белеү, уҡылғанға үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

17.02.

 

 

       43.        

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар. А. Йәғәфәрова.

1

Метапредмет: дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, үҙ-ара аралашып, йылы мөғәләмә итергә һәм уртаҡ эште планға ярашлы теүәл үтәргә өйрәнеү, эшләнгән эште йомғаҡларға, уның буйынса һығымта яһарға өйрәнеү.

Шәхси: дуҫтарыңа ярҙамсыл булыу, үҙеңдә уларға иғтибарлы һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, дуҫлыҡты һаҡларға, дуҫыңдың ҡәҙерен белергә өйрәнеү.

Ролдәргә бүлеп уҡыу. Тасуири уҡырға өйрәнеү. Әкиәттең аҙағын үҙеңсә үҙгәртеү.

20.02.

 

 

       44.        

Рәхмәт яуғанда. Г. Яҡупова.

1

Метапредмет: үҙең уйлағанды тартынмайынса бәйән итергә күнегеү, үҙ фекереңде башҡалар аңларлыҡ итеп әйтергә өйрәнеү, диалог ҡороу оҫталығын камиллаштырыу.

Шәхси: ололарға ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булырға өйрәнеү, хеҙмәтте һөйөү.

Һорауҙарға яуаптар биреү, ролдәргә бүлеп уҡырға өйрәнеү, әҫәр геройының холҡо һәм ҡылыҡтары тураһында уй-фекер йөрөтөү.

24.02.

 

 

       45.        

Батырҙар! Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: әҫәрҙең исеме буйынса әҫәр геройҙарының ҡылыҡ-фиғелдәрен анализлау, баһалау.

Шәхси: маҡтаныуҙың насар ғәҙәт булыуына төшөнөү, өлкәндәр фекеренә ҡолаҡ һалыу, тапҡыр һүҙҙәрен отоп алыу, уларҙы үҙ телмәреңдә ҡулланыу, үҙеңдә ҡыйыулыҡ тәрбиәләү.

Тасуири уҡыуға өлгәшеү, хикәйәнең бәлектәренә исем ҡушыу, план төҙөү, һөйләү телмәрен үҫтереү.

27.02.

 

 

       46.        

Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы? Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: парлашып эшләү процесында парталашыңа ярҙам итеү, уның уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, эш һөҙөмтәһен ғәҙел баһаларға күнегеү, әңгәмәсене тыңлай, хуплай белеү, килешмәгән осраҡта әҙәпле бәхәскә инеү.

Шәхси: ҡыҙҙар менән малайҙар араһындағы дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙамлашыу, бер-береңә ҡарата иғтибарлы булыуҙың ыңғай сифаттар икәненә һәм уларҙың балалар коллективында күндәлек даими күренештәр булырға тейешлегенә инаныу.

Автор һәм герой һүҙҙәрен айырыу, тасуири уҡыуға күнегеү, тексты тулыһынса һөйләй белеү.

02.03.

 

 

       47.        

Тиҫкәре. К. Ильясов.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙе анализлау, тирә-йүндәге кешеләр менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

Шәхси: тиҫкәрелек, кирелектең насар ғәҙәттәр булыуына төшөнөү, үҙеңдең насар ғәҙәттәреңдән ҡотолоу теләге тыуҙырыу.

Тексты шыма уҡырға өлгәшеү, ҡылған эштәре нигеҙендә геройҙарҙың ҡылыҡ-фиғеленә баһа бирергә өйрәнергә.

05.03.

 

 

       48.        

Ҡасҡан әйберҙәр. З. Кускилдина.

1

Метапредмет: әҫәрҙең исеме буйынса йөкмәткеһен фаразлау, төп фекерен асыҡлау, үҙ уйыңды телдән һәм яҙма рәүештә еткерә белеү, әҫәр геройына үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Шәхси: үҙеңдең әйберҙәреңде урынына ҡуйырға кәрәклегенә төшөнөү, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалыу, уларҙың әтенесен үтәү.

Ролдәргә бүлеп, тасуири уҡыуға өлгәшеү, әҫәрҙең жанрын, төп геройҙарын билдәләү.

09.03.

 

 

       49.        

Ғәбиттең сере нимәлә? Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу.

Шәхси: әҫәрҙәге геройҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү, үҙеңдә ныҡышмалылыҡ тәрбиәләү, сәмләнеп эшләүҙең яҡшы һыҙат икәненә төшөнөү.

Уҡытыусы, уҡыусы башҡарыуында тексты тыңлап ҡабул итә белеү, текстың һорауына яуап табыу, уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу.

12.03.

 

 

       50.        

Һин ни эшләр инең? Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: дәрестең темаһын, маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү, уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү, башҡаларҙы ишетә һәм тыңларға өйрәнеү.

Шәхси: сәләмләү һүҙҙәрен үҙләштереү, сәләм биреп йөрөргә күнегеү, ауыр хәлгә ҡалған өлкән кешенең үтенесен үтәргә әҙер булыу.

Аңлап, дөрөҫ итеп, тасуири уҡыу, ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлау өсөн һайлап уҡыу, әҫәрҙең геройҙарын айырыу.

16.03.

 

 

       51.        

Үсегеүсән бер малай. Ф. Туғыҙбаева.

1

Метапредмет: уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү, телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү.

Шәхси: үсегеүҙең насар холоҡ икәненә төшөнөү, насар ғәҙәтте төҙәтеү юлдарын аңлау, һөйләүсене бүлдермәй түҙемле тыңларға, уның фекерен ихтирам итергә өйрәнеү.

Текстан малайҙы ҡылыҡһырлаған материалды таба белеү, геройға ҡылыҡһырлама биреү, уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

19.03.

 

 

       52.        

Нимә тип яуап бирер инең? Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: әҫәр геройына ҡарата мөнәсәбәтеңде белдереү, кешеләрҙең тәртибен, үҙен тотошон йәмғиәттәге нормалар һәм ҡиммәттәр күҙлегенән баһалау, үҙ фекереңде әйтә, яҡлай белеү, икенсе фекерҙәрҙе ҡабул итеү, кәрәкһә, үҙеңдең  фекереңде үҙгәртеү.

Шәхси: буш ваҡытыңды файҙалы итеп үткәрергә өйрәнеү, таҙалыҡ, бөхтәлек тәрбиәләү, хикәйәлә күтәрелгән һорауҙарға үҙ ҡарашыңды белдереү.

Тексты дөрөҫ интонация, темп менән уҡыу, тексты уҡыр алдынан ҡуйылған һорауҙарға яуап биреү, геройҙарға ҡылыҡһырлама биреү.

23.03.

 

 

       53.        

Оморҙаҡ бабай. Ж. Кейекбаев.

1

Метапредмет: йөкмәткегә ҡарата геройҙарҙың ҡылыҡ-фиғелен аңларға тырышыу, тексты ҡыҫҡартып һөйләргә өйрәнеү, дәрестәге эш буйынса һығымта яһарға өйрәнеү, тексты эмоциональ ҡабул итеү.

Шәхси: ҡыйыу, батыр булырға, юҡ-бар нәмәнән ҡурҡмаҫҡа өйрәнеү, текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу, уҡыуға теләк уятыу, өлкәндәр фекеренә ҡолаҡ һалыу, мәғәнәле, тапҡыр һүҙҙәрен отоп алыу, үҙ телмәәреңдә ҡулланыу.

Уҡылған әҙәби әҫәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу, уның төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү, быны дәлилләгән һөйләмдәрҙе текстан табып уҡыу.

06.04.

 

 

       54.        

Йомғаҡлау дәресе.

1

Метапредмет: үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм уны дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу. Сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү, дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү.

Шәхси: аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү, бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлдарына төшөнөү, әҙәплелек ҡағиҙәләрен үҙләштереү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙең авторын, геройҙарын дөрөҫ атай белеү, төрлө текст атамалары араһынан бер авторҙыҡын таныу, бер герой исеменән телдән хикәйә төҙөү.

09.04.

 

 

Тыуған йортом, ерем – минең күңел нурым! (6 с.)

       55.        

Мин йәшәйем Уралда. Г. Ғәлиева.

1

Метапредмет: эмоциональ ҡабул итеүҙе үҫтереү, үҙеңдең фекереңде шиғыр юлдары аша нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу, карта буйынса Уралды, Башҡортостанды күрһәтергә өйрәнеү.

Шәхси: тыуған Урал менән хаҡлы рәүештә ғорурланыу, уға ҡарата һөйөү тойғолары тәрбиәләү, ерһеҙ кешенң илһеҙ кеше икәненә төшөнөү.

Аңлап, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, тексты уҡығанда геройҙың эске кисерештәрен тойомларға, уның ғорурланыуын тауышта күрһәтеп уҡыу.

13.04.

 

 

       56.        

Баш ҡалала шундай матур. . Ф. Туғыҙбаева.

1

Метапредмет: баш ҡала менән танышыу теләге уятыу, карта буйынса Өфө ҡалаһын күрһәтергә өйрәнеү, белешмә материал менән файҙалана белеү.

Шәхси: баш ҡала менән ғорурланыу, һоҡланыу, уның тураһында күберәк белеү теләге уятыу.

Уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында тексты тыңлап ҡабул итеү, шиғырҙы тасуири уҡыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү, үҙләштереү, текстың йөкмәткеһен асыҡлау.

16.04.

 

 

       57.        

Өфө – беҙҙең баш ҡалабыҙ. Й. Солтанов.

1

Метапредмет: текстан мәғлүмәт ала белеү, Республиканың баш ҡалаһы тураһында киңерәк мәғлүмәтле булыу өсөн әҙәби сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә өйрәнеү.

Шәхси: баш ҡала менән һоҡланыу, ғорурланыу, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу, Тыуған ил тарихын хөрмәт итеү, Салауат Юлаев менән ғорурланыу, рус халҡына дуҫлыҡ, ихтирам тойғолары уятыу.

Текстарҙы дөрөҫ итеп уҡыу күнекмәләре, тексҡа яҡын итеп Өфө тураһында һөйләргә өйрәнеү.

20.04.

 

 

       58.        

Тыуған яҡтарым һәйбәт! М. Садиҡова.

1

Метапредмет: әҫәрҙең исеме буйынса йөкмәткеһен фаразлау, төп фекерен асыҡлау, үҙ уйыңды телдән һәм яҙма рәүештә еткерә белеү.

Шәхси: һәр бер кешегә үҙ тыуған ере яҡын булыуына төшөнөү, үҙ тыуған төйәгеңдең әһәмиәтен аңлау, уны яратыу, уның менән ғорурланыу.

Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп тасуири уҡырға күнегеү, уның төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү.

23.04.

 

 

       59.        

Өй туйы. З. Кускилдина.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙе анализлау,  төп фекерен билдәләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡороу: үҙеңдең фекереңде, уйыңды  әңгәмәсеңә аңлайышлы итеп еткерергә өйрәнеү.

Шәхси: өй туйы – йола булыуын үҙләштереү, яңф өй менән ҡотлау кәрәклегенә төшөнөү, тәбиғәт матурлығын күрә белеү.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әҫәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәнеү.

27.04.

 

 

       60.        

Үгәй инә үләне. Кесерткән. Бәпембә һамаҡтары. Оҫҡон.

1

Метапредмет: шиғырҙан дарыу үләндәре тураһында мәғлүмәт алыу, ололарҙан һорашып, мәғлүмәт йыйыу, йыйылған мәғлүмәтте башҡаларға еткереү алымдарына өйрәнеү, мәғлүмәтте моделләштереү.

Шәхси: үҫемлектәрҙе һаҡсыл рәүештә йыйыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға өйрәнеү.

Шиғырҙы аңлап, эске кисереш менән тасуири уҡыу, яңы һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу.

30.04.

 

 

Байлыҡ, муллыҡ – тормош етеш,

хеҙмәттән алынған емеш (8 с.)

       61.        

Өлгөргәнлек һынауы. Ф. Иҫәнғолов.

1

Метапредмет: мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу, үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу, планды тәртипкә килтереп, текстың йөкмәткеһен план буйынса ҡыҫҡартып һөйләргә өйрәнеү.

Шәхси: ата-бабаларҙан ҡалған кәсеп менән ҡыҙыҡһыныу, умартасы хеҙмәтен хөрмәт итеү, бал ҡорттары кеүек эшсән булыу, хеҙмәтте һөйөү кәрәклеген аңлау.

Текстағы төҫлө һүҙҙәрҙе ҡулланып, геройға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнеү, ниндәйҙер фекерҙе иҫбатлар өсөн һайлап уҡыу.

04.05.

 

 

       62.        

Уңған уң ҡул. Икмәк. Әпәкәй.

1

Метапредмет: уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең мығышына баһа бирә белеү.

Шәхси: икмәккә һаҡсыл булырға кәрәклеккә төшөнөү, хеҙмәтте яратырға өйрәнеү, нәфис һүҙҙең матурлығына төшөнөү, иптәштәрең алдында оялмайынса сығыш яһарға өйрәнеү, үҙеңдә ҡыйыулыҡ тәрбиәләү.

Шиғырҙарҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләргә өйрәнеү, рифма, ритм төшөнсәһен нығытыу.

07.05.

 

 

       63.        

Көтөлмәгән осрашыу. А. Ғарифуллина.

1

Метапредмет: әҫәр геройына үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, кешеләрҙең тәртибен, үҙ-үҙен тотошон йәмғиәттәге нормалар һәм ҡиммәттәр күҙлегенән баһалау.

Шәхси: кешене талауҙың, алдашыуҙың насар икәнлегенә төшөнөү.

Төҫлө һөйләмдәрҙе ҡулланып, хикәйәне ҡыҫҡартып һөйләргә өйрәнеү.

11.05.

 

 

       64.        

Янғын. Н. Игеҙйәнова.

1

Метапредмет: бәйләнешле һөйләү һәләтен үҫтереү, текста һүрәтләнгән ваҡиға аша әҫәрҙең төп фекерен белеү, әңгәмә ҡора белеү һәләттәрен үҫтереү.

Шәхси: ут меән уйнауҙың хәүефле булыуына төшөнөү, бәләкәй балаларҙы шырпы менән уйнауҙан тыйыу кәрәклеген аңлау.

Төҫлө һөйләмдәрҙе ҡулланып, план төҙөргә өйрәнеү, хикәйәне һөйләүҙә күнегеү, үҙ уйыңды яҙма рәүештә башҡаларға еткерә белеү.

14.05.

 

 

       65.        

Әсә рәхмәте. Рәхмәттәр биргән рәхәт.

1

Метапредмет: әҙәби әҫәрҙе анализлау, төп фекерен асыҡлау, әҫәрҙең йөкмәткеһе нигеҙендә бер-берең менән диалог ҡороу: үҙеңдең фекереңде, уйыңды  әңгәмәсеңә аңлайышлы итеп еткерергә өйрәнеү.

Шәхси: ата-әсәңә ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итеү кәрәклегенә төшөнөү, хайуандарға хәстәрлекле булыу.

Текстың йөкмәткеһенә төшөнөү, аңлап уҡыу, йөкмәткеһен ентекле һөйләргә өйрәнеү.

18.05.

 

 

       66.        

Ярғанат. Кемдәр маладис була?

1

Метапредмет: белешмә материал менән файҙалана белеү, текстан кәрәкле һөйләмдәрҙе айырып алып, ҡыҫҡартып һөйләргә өйрәнеү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү, әңгәмә ҡора белеү һәләттәрен үҫтереү.

Шәхси: мохтаж булған кешеләргә үҙ кәңәштәреңде биреү кәрәклеген аңлау, иртә тороуҙың кеше өсөн файҙалы икәненә төшөнөү, яҡшыны насарҙан айыра белеү.

Текстың йөкмәткеһен аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп уҡыу, геройҙы һүрәтләгән һүҙҙәрҙе текстан табып уҡыу, ул һүҙҙәрҙең һәр береһе малайҙың ниндәй сифаттары, ҡылыҡ-фиғелдәре тураһында һөйләүен аңлата белеү.

21.05.

 

 

       67.        

Сер. Бик ярата мине эш.

1

Метапредмет: әҫәр геройҙарының ҡылыҡ-фиғелдәрен анализлау, сағыштырыу һәм баһалау, аңларға тырышыу, парлашып эшләү процесында парталашыңа ярҙам итеү, уның уй-фекерен үҙеңдеке менән сағыштырыу, эш һөҙөмтәһен баһаларға күнегеү.

Шәхси: алдашыуҙың насар ғәҙәт булыуына төшөнөү, ҡайһы бер ваҡыттарҡа дөрөҫөн һөйләмәй тороу кәрәклеген аңлау, өй эштәрен, ҡыҙҙарҙыҡына һәм малайҙарҙыҡына бүлмәйенсә, тигеҙ башҡарырға кәрәклегенә төшөнөү.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәнеү, текстан геройҙы ҡылыҡһырлаған материалды таба белеү, уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

25.05.

 

 

       68.        

Йомғаҡлау.

1

Метапредмет: йыл буйына алған белемеңде дөйөмләштерергә өйрәнеү, текстың йөкмәткеһен иҫкә төшөрөү өсөн әҫәрҙе күҙ йүгертеп уҡып сығыу.

Шәхси: китап уҡыуҙың кәрәклегенә төшөнөү, уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, алған белемдәреңде, уңыштарыңды билдәләргә, баһаларға өйрәнеү.

Уҡылған әҫәрҙәрҙән ниндәй фәһем алыуыңды әйтә белеү, яратҡан әҫәрең, геройың тураһында һөйләү.

28.05.

 

 

 

Баш7орт 262би2те” д2рест2ренд2 фай6аланыл4ан  262би2т, электрон ресурстар 32м материаль-техник саралар

 

1. Сынбулатова, Ф.Ш., Дәүләтшина, М.С. Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 2-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 1-се киҫәк/Ф. Ш. Сынбулатова, М.С. Дәүләтшина. – Өфө: Китап, 2014. – 108 бит. бит.

2. Сынбулатова, Ф.Ш., Дәүләтшина, М.С. Әҙәби уҡыу: Дөйөм белем биреү учреждениеларының 2-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. 2-се киҫәк/Ф. Ш. Сынбулатова, М.С. Дәүләтшина. – Өфө: Китап, 2014. – 108 бит. бит.

3.  Сынбулатова, Ф.Ш., Мараканова, Р.Й. “Әҙәби уҡыу” дәреслегенә эш дәфтәре: дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн. Ике киҫәктә. / Ф.Ш. Сынбулатова, Р.Й. Мараканова. – 2-се баҫма. – Өфө: Китап, 2015.

4.   “Әҙәби уҡыу” дәреслегенә методик ҡулланма: дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн/ [Ф.Ш. Сынбулатова, М.Р. Аллабирҙина, Ф.Х. Ханнанова, Р.Х. Ҡолмөхәмәтова, С.Н. Баһауетдинова]. – Өфө: Китап, 2015. – 188 бит.

5.    “Әҙәби уҡыу” дәреслегенә программа (1 – 4) кластар.

 

www.bashskazki.ru

www. sarmanai.narod.ru

 

Техник саралар:

ноутбук

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тематик план Әҙәби уҡыу 2 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Режиссер монтажа

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 136 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.02.2016 2992
    • DOCX 61.9 кбайт
    • 29 скачиваний
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Губайдуллина Залия Ишбулдовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Губайдуллина Залия Ишбулдовна
    Губайдуллина Залия Ишбулдовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16812
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Ресурсы библиотерапии в работе с детьми дошкольного и младшего школьного возраста

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика обучения информатике в начальной школе

Учитель информатики в начальной школе

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 94 человека из 34 регионов

Курс повышения квалификации

Стратегия формирования навыков смыслового чтения у младших школьников в условиях реализации ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 140 человек из 40 регионов

Мини-курс

Экономика и управление

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии клиентоориентированного бизнеса

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Преодоление внутренних барьеров: убеждения, зависимости, и самооценка

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 92 человека из 36 регионов