Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Теоретические основы написания сочинений

Теоретические основы написания сочинений

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

hello_html_m416235f8.gifБаш7ортостан Республика3ы МР Т2тешле районы

Муниципаль бюджет д0й0м белем бире1 учреждение3ы

Ш1лг2н урта д0й0м белем бире1 м2кт2бе





У?ЫТЫУСЫЛАР )С)Н МЕТОДИК РЕКОМЕНДАЦИЯЛАР



Инша яҙыуҙың теоретик нигеҙҙәре.







Т0601се: ю4ары квалификациялы баш7орт теле 32м 262би2те у7ытыусы3ы М0х0тдинова «лфин2 Муллаяр 7ы6ы.





2015 йыл



Яҙма телмәр үҫтереүҙең юғары баҫҡысы – уҡыусыларҙы инша яҙырға өйрәтеү. Был эш йылдар дауамында системалы рәүештә тел-әҙәбиәт дәрестәрендә алып барыла, шулай уҡ әҙәби-ижад түңәрәктәрендә, факультатив курстарҙа махсус ойошторола. Әлеге программа шундай түңәрәк эшен ойоштороу маҡсаты менән төҙөлдө.

Иншаларҙың белем биреү һәм тәрбиәүи әһәмиәте:

-телмәр күнекмәләре булдырыу;

- балаларҙа күҙәтеүсәнлекте үҫтереү;

-күргән-белгән, ишеткәндәрҙе дөйөмләштереп, билдәле эҙмә-эҙлеклелектә яҙырға өйрәтеү;

-образлы һәм логик фекерләү һәләтлеген үҫтереү;

  1. -ижади активлыҡты үҫтереү;

- эстетик зауыҡ тәрбиәләү.

1.Иншаларҙың төрҙәре.

1) Тормош-көнкүреш иншалары.

Үҙенсәлектәре: был төр иншалар айырым әҫәр буйынса яҙылмай, ә уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, тирә-яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫирҙәренән сығып, нигеҙҙә, 5-9 кластарҙа яҙҙырыла. Темалар, өлөшсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаларының «5-9 кластарҙың әҙәбиәт дәрестәрендә һөйләм үҫтереү эштәре» бүлегендә бирелә. Шулай уҡ илде һаҡлау, патриотизм, Бөйөк Ватан һуғышы эпизодтарына бәйле темалар иҫкә алынырға тейеш. Был төр иншалар өсөн үрнәк темалар тәҡдим ителә:

«Мин кем булырға теләйем?»,

«Беҙҙең ауыл»,

Минең иң яҡын дуҫым»,

«Тыуған еремдең ғорурланырлыҡ шәхестәре»,

«Хеҙмәт кешене биҙәй»

,«Ауылым уңғандары»,

«Яратам мин илемде, бөйөк туған телемде»,

«Шиғриәт илендә».

2)Әҙәби иншалар.

Үҙенсәлектәре: был төр инша дәрестә йәки синыфтан тыш уҡылған әҙәбиәт буйынса образ йәки ваҡиғаларға ҡылыҡһырлама яҙыу, әҫәрҙең йәки уның бер өлөшөнөң йөкмәткеһен биреү, идеяһын асыу маҡсатынан сығып яҙҙырыла. 5-9 кластарҙа – өйрәтеү һәм контроль, ә 10-11 кластарҙа контроль инша булараҡ үткәрелә.

Туранан-тура өйрәнелә торған әҫәрҙәр нигеҙендә яҙылғанға, был иншалар уҡыусыларҙың әҙәбиәттән алған белемдәрен нығытыуға хеҙмәт итәләр. Шунлыҡтан улар уҡыусылар әҫәр менән бик ныҡлап танышҡандан һәм уның өҫтөндә эшләгәндән һуң яҙҙырыла. Уҡыусылар, эстетик зауыҡ табып, әҫәрҙе ни тиклем тәрәнерәк аңлаһалар, эштәре шул тиклем йөкмәткеле, һүрәтләүҙәргә бай була. Әҙәби иншалар өсөн түбәндәге темалар тәҡдим ителә(урта кластар өсөн):

А)Образға өлөшсә ҡылыҡһырлама биреү өсөн:

«Хәмит образында хеҙмәтте, кешене данлау»(5кл.)

«Бәләкәй Ҡотош» әҫәрендә Апуштың азатлыҡ өсөн көрәше»,

«Ҡунаҡ һәм намыҫ» хикәйәһендә башҡорт халҡының ҡунаҡсыллыҡ йолалары»(6 кл.)

«Тормошто үҙгәртеп ҡороуҙа Айбикә образы» (7кл.)

«Һөнәрсе менән Өйрәнсектең хеҙмәткә ҡарашы»(8 кл.)

Б) Образдарға тулы ҡылыҡһырлама биреү өсөн:

«Турыҡай образына хас сифаттар»(5 кл.)

«Комбриг Мортазин образы»(6 кл.)

«Салауат батыр» шиғырында Салауатҡа дан йырлау»(7 кл.)

«Үлмәҫбай һәм Теребай – совет һалдаттарының дөйөмләштерелгән образы» (8 кл.)

В)Әҫәрҙең идея-йөкмәткеһен асыу өсөн:

«Тупраҡ» шиғыры менән Ш.Бабич ни әйтергә теләй?»(6 кл.)

«Айгөл иле» драмаһында Ватанды һөйөү темаһы»(7 кл.)

«Әсә һәм бала» хикәйәһендә үҙ-ара мөнәсәбәттәр сағылышы»(8 кл.)

Г) Әҙәбиәт теорияһы һәм әҫәрҙәрҙең сәнғәтсә эшләнеше буйынса:

«Йылмайыу» әҫәрендә әкиәт алымы»(5 кл.)

«Көмөш миҙалдар» әҫәрендә һүрәтләү сараларының байлығы»(6 кл.)

«Тарихи йырҙарҙа халыҡ яҙмышы сағылышы»(7 кл.)

«Н.Нәжми шиғырҙарында лирик герой образы»(8 кл.)

3)Әҙәби-ижади иншалар.

Үҙенсәлектәре: был төр иншалар өйрәнелгән (уҡылған) әҫәрҙәргә, уларҙа кәүҙәләндерелгән образ йәки ваҡиғаларға ҡарата уҡыусының үҙ фекерен, үҙ баһаһын биреүҙе булдырыу маҡсаты менән яҙыла. Шул сәбәпле улар әҙәбиәтте тәрәнтен аңларға, уларға баһа бирергә өйрәтеү яғынан бик әһәмиәтле эш төрҙәренән һанала.

Әҙәби-ижади иншалар, нигеҙҙә, 10-11 кластарҙа яҙҙырыла. Шулай ҙа уларҙың беренсе үрнәктәре алдағы кластарҙа уҡ бирелә башлай. Әҙәби-ижади иншалар өҫтөндә эшләү методикаһында темаларҙы һайлау - яуаплы эш. Һайланған теманың исеме үк уҡыусыларҙы әҫәрҙәргә мөстәҡил рәүештә эстетик баһа биреүгә йүнәлдерерлек булһын. Мәҫәлән, «Дуҫ булайыҡ» әҫәренең әһәмиәте (6 кл.); «Бөгөнгө көндә сәсәнлек традицияларын дауам итеүселәр» (9 кл.);Һ.Дәүләтшинаның тормош һәм ижад ҡаһарманлығы» (10 кл.); «М.Кәрим ижадының һоҡланғыс бер өлгөһө»(11 кл.) кеүек темалар - шуның миҫалдары. Был иншалар яҙыусының ижады өйрәнелгәндән , әҫәре анализланғандан һуң яҙҙырыла. Улар күберәк өй иншаһы итеп бирелә. Былай эшләү уҡыусыларға тәнҡит-библиография материалдарын киңерәк файҙаланыу мөмкинлеге тыуҙыра. Бының өсөн тел-әҙәбиәт кабинетында өйрәнелә торған әҫәрҙәргә бәйләнешле библиографик материалдар исемлеге булырға тейеш. Өҫтәмә әҙәбиәт менән танышыу әҫәрҙең идеяһын, эстетик көсөн тулыраҡ аңларға ярҙам итә. Әҙәби инша, нигеҙҙә, рецензия жанрында яҙыла, һәм ул уҡыусыларға үҙ фекерҙәрен тулы, асыҡ итеп әйтеү мөмкинлеген тыуҙыра.

4) Ирекле иншалар.

Үҙенсәлектәре: бында уҡыусы тәҡдим ителгән теманы үҙенсә аса: ваҡиға һәм күренештәргә баһа бирә, улар тураһында хөкөм йөрөтә, төрлө күренештәр араһындағы бәйләнеште күрһәтә, уларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Шул процеста , үҙ фекерҙәрен дәлиләү өсөн, теләһә ниндәй әҙәбиәттән, сәнғәттең бүтән төрҙәренән, ваҡытлы матбуғаттан, тормошта күргән-белгәндәрҙән, киләсәккә булған хыялдарынан файҙалана.

Ирекле иншаларҙы тормош-көнкүреш иншалары менән бутарға ярамай. Әҙәби-ижади иншалар кеүек үк, ирекле иншалар ҙа, бер яҡтан, әҙәби әҫәрҙәргә, икенсе яҡтан, уҡыусыларҙың тормошта күргәндәренә, мөстәҡил рәүештә фекер йөрөтөүҙәренә нигеҙләнә. Әҙәби инша бөтә класс менән бер темаға яҙыла, уның күпселек өлөшөн шул әҫәр материалы алып тора. Ирекле иншаларҙа иһә әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән ваҡиға һәм күренештәр, образдар хәрәкәте уҡыусылар фекерен раҫлаусы дәлил булараҡ файҙаланыла. Теманы асыу процесында уҡыусы бер үк ваҡытта төрлө яҙыусының теләһә ҡайһы әҫәренән, фәнни-популяр әҙәбиәттән, халыҡ ижадынан өҙөктәр, миҫалдар, раҫлауҙар килтерә ала. Ҡайһы бер ваҡыт уҡытыусы бындай иншалар өсөн бер нисә конкрет тема тәҡдим итә. Әммә ул темалар араһында билдәле дәрәжәлә уртаҡлыҡ булыуы талап ителә. Үрнәк темалар:

«Беҙгә йәшлек ни өсөн бирелгән?», «Беҙҙең алда күп юлдар»;

«Мин ышана торған кеше», «Минең идеалым», «Мин кем менән кәңәшәм?»;

«Һыуын күберәк биргән һайын, ҡоҙоҡ систара ғына бара», «Хеҙмәт – дан, батырлыҡ һәм маҡтау юлы»; «Ел булһам…»; «Балаларҙан ата-әсәләргә асыҡ хат: боронғоларҙың яҙылмаған закондары онотолмаһын»; «Матурлыҡ».

Шулай итеп, ирекле инша яҙғанда, уҡыусылар күп төрлө сығанаҡтар менән эш итәләр. Дәлилләү өсөн алынған цитата, өҙөк һәм башҡа сығанаҡтар төгәл күрһәтелергә тейеш.

Ирекле иншалар өйҙә яҙыла. Класта яҙҙырыу күҙҙә тотолғанда, дөйөм тема уҡыусыларға бер-ике аҙна элегерәк еткерелә.Шул ваҡыт эсендә улар материал туплайҙар.

2.Иншаларҙың жанрҙары.

1.Ябай хикәйәләү жанры. Бирелгән теманы, сифатлама элементтары индереп, мәҡәлә формаһында асыу. Әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен, идеяһын асҡанда, образ һәм ваҡиғаларға характеристика биргәндә, был жанр йышыраҡ ҡулланыла.

2. Очерк жанры. Уҡыусы, үҙенең фекерҙәрен төгәл факттар, һандар ерлегендә раҫлап, теманы аса. Ҡоро һандар, факттар ғына булмаһын өсөн, хикәйәләүендә һүрәтләү сараларынан файҙаланыла. Был жанр тормош-көнкүреш темаларына үткәрелә торған иншаларға хаҫ.

3. Реценция жанры. Уҡыусы теманы йә тормош күренештәренән, айырым әҫәрҙән, образ һәм ваҡиғаларҙан тыуған тәьҫирҙе яҙыу рәүешендә аса. Башта уҡыусы материалдың кыҫҡаса йөкмәткеһен яҙа, аннары үҙенә ошаған һәм ошамаған урындарын күрһәтә, әҫәргә йәки образ һәм күренештәргә мөстәҡил баһа бирә. Был жанрҙа әҙәби-ижади иншалар яҙыла.

4. Иҫтәлек (көндәлек) жанры. Бирелгән тема йәки элек булып үткән ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөү (көндәлекте уҡыу), хәтерҙә һаҡланырға тейешле образ һәм ваҡиғаларҙы яҙыу рәүешендә асыла. Был жанр уҡыусыларҙы системалы рәүештә иҫтәлек дәфтәре яҙыуға әҙерләү яғынан да әһәмиәтле.

5. Хат жанры. Уҡыусы теманы үҙенең берәр кешегә яҙған йәки унан хат алған формаһында аса. Ул ваҡиға, күренеш, образ тураһында хат аша һөйләшеү, фекер алышыу формаһын ала.

6. Сценарий жанры. Теманы, ваҡиға, күренеш, образдарҙың хәрәкәтен, эшен күҙ алдына килтереп баҫтырыу алымы менән асыу – был жанрҙың характерлы үҙенсәлеге.

7. Диалог жанры. Теманы кешеләр, һынландырылған предметтар араһында барған һөйләшеү рәүешендә асыу. Сценарий жанры кеүек үк, был жанр тормош-көнкүреш темаларына яҙыла торған иншаларға хаҫ.



3. Тема буйынса материал туплау.

Уңышлы һайланған тема үҙе үк материалды ҡайҙан һәм нисек йыйыу юлын күрһәтә. Иң мөһиме, уҡыусыларҙа күҙәтә белеү күнекмәләрен үҫтерергә кәрәк. Эш предметтың үҙенсәлекле билдәләрен айырырға, тойорға өйрәтеүҙән башлана. Мәҫәлән, тәбиғәткә экскурсия ойоштороп йәки уҡыусыларҙың үҙ аллы күҙәтеүҙәре нигеҙендә инша яҙҙырыу башланғыс кластарҙа уҡ ойошторолорға мөмкин. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтеүҙе ойошторғанда һорауҙар һәм план биреү балаларҙың күреү, һиҙеү эшмәкәрлеген активлаштыра, һөҙөмтәлә инша өсөн бай материал туплана.

Иншаға материал әҫәрҙәрҙән дә һайлана.Был эшкә лә балаларҙы өйрәтергә кәрәк. Ирекле темаға инша яҙғанда әҫәр йөкмәткеһен файҙаланыу эпиграфтар, цитаталар ҡулланыуҙа асыҡ күренә. Үҙ фекерен уҡыусы китаптан миҫалдар менән дә нығытырға тейеш.

Күҙәтеү нигеҙендә материал йыйыу ваҡытлы матбуғат, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре буйынса ла ойошторола. Художестволы әҙәбиәттәге һымаҡ, рәссам да реаль ысынбарлыҡты сағылдыра, шәхестәр яҙмышына мөрәжәғәт итә, ил тарихындағы төрлө осорҙо һүрәтләй. Ана шуларҙы күҙәтә, күрә һәм аңлай белергә, телдән йәки яҙма формала текст төҙөргә өйрәтеү – уҡытыусының төп бурысы.

4.Материалды системаға килтереү.

Күҙәтеү, күреү, тойоу һөҙөмтәһендә йыйылған материалды бер системаға килтерергә кәрәк. Был эш план төҙөү ярҙамында тормошҡа ашырыла. План материалды анализлау һөҙөмтәһендә төҙөлә. Уҡытыусы башта әҙер план бирә, ә билдәле дәрәжәлә күнекмә тупланғандан һуң, уҡыусылар планды үҙ аллы төҙөй. План төҙөүҙең талаптары: ул яҙыласаҡ иншаның темаһына, төп фекеренә тап килергә, логик эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле булырға тейеш.

Инша өсөн ябай һәм ҡатмарлы план төҙөлә. Ҡатмарлы план өс өлөштән тора:1. Инеш.2. Төп өлөш. 3. Йомғаҡлау.

Инештә иншала һүҙ барасаҡ әйбер тураһында ҡыҫҡаса тезис яҙыла. Төп өлөштә теманың йөкмәткеһе асыла; күләме яғынан ул эштең өстән ике өлөшөн биләй, шунлыҡтан ул бер нисә пункттан тора. Йомғаҡлауҙа бөтә әйтелгән нәмәләр хаҡында һығымта яһала.

Иншаның маҡсатын, темаһын, унда һүрәтләнәсәк күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы, образдарҙы уҡыусы тулыһынса күҙ алдына баҫтырғандан һуң, был материалды ниндәй формала яҙыу асыҡлана. Шунда әҙерлек эшен тамам тип иҫәпләргә мөмкин.

5.Иншаны камиллаштырыу өҫтөндә эш.

Яҙма эште камиллаштырыу – телмәр үҫтереүҙә мөһим этап. Бында орфографик, пунктацион, стилистик хаталарҙы бөтөрөүҙе, текстың йөкмәткеһен тулыландырыуҙы, уның композицион төҙөклөгөнә ирешеүҙе аңлайбыҙ. Иншаны камиллаштырыу күнекмәһе биреү алымдары күп. Мәҫәлән, уҡыусыларға етешһеҙлектәре булған эштәр таратыла. Улар шул текстың йөкмәткеһендәге, телмәрендәге кәмселектәрҙе бөтөрөргә өйрәнәләр. Иптәшеңдең иншаһына телдән характеристика биреү ҙә уҡыусыларҙы үҙ эшенә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәтә. Уҡыусыларҙы сит эшкә отзыв яҙырға ла өйрәтергә кәрәк.

Иншаны камиллаштырыу өҫтөндә эшләгәндә ҡулға ҡәҡәм тотоп өйрәтеү файҙалы. Иғтибар үҙәгендә:

- текстың йөкмәткеһе;

- текста ҡулланылған һәр һүҙ, фраза, һөйләмдең дөрөҫ төҙөлөшө һәм үҙ-ара бәйләнеше.

Ҡараламаны аҡҡа күсереп яҙыу һәм тапшырыу. Күсергәндә эштең оформлениеһына, бөхтәлегенә иғтибар ителә.

















«Уҡыусыларҙы инша яҙырға өйрәтеү» программаһының эш төрҙәре, сәғәттәргә бүленеше (17 сәғәт)

Теманың исеме

Эш төрө


Сәғәт

1

Иншаларҙың төрҙәре.

Дөйөм төшөнсә биреү.Бер үк темаға төрлө төрҙә яҙылған иншаларҙы уҡыу

1

2

Тормош-көнкүреш иншалары

Үҙенсәлектәре менән танышыу. «Беҙҙең ауыл» темаһына яҙылған инша уҡыу, әңгәмә. Иншаның темаһын үҙенсәлекле образ аша асыу юлдарын эҙләү.

1

3

Әҙәби иншалар. Образдарға ҡылыҡһырлама биреү.

Үҙенсәлектәре менән танышыу. Үрнәк инша уҡыу. «Хәмит күпере» әҫәрендә төп образдарҙы телдән ҡылыҡһырлау. Яҙыу. Эштәрҙе тикшереү, йомғаҡ яһау.

1

4

Әҙәби-ижади иншалар

Үҙенсәлектәре менән танышыу. Инша өсөн тупланған материал үрнәктәре менән танышыу.

1

5

Ирекле иншалар

Үҙенсәлектәре менән танышыу. «Мин һәм …» темаһына әңгәмә. Иншала авторҙың урыны. «Матурлыҡ» темаһына өйҙә инша яҙырға әҙерлек эше.

1

6

Иншаларҙың жанрҙары

Миҫалдар ярҙамында дөйөм төшөнсә биреү. Инша яҙыу өсөн иң тап килгән жанрҙы һайларға өйрәтеү. Материалды системаға килтереүҙе аңлатыу.

1

7

Ябай хикәйәләү жанры

Мәҡәлә яҙыу өсөн план төҙөү. Пландың төрлө стилдәре менән танышыу.

1

8

Очерк жанры

Очерк жанрындағы иншаны уҡып, үҙенсәлеген билдәләү. Был иншаға отзыв яҙыу.


1

9

Рецензия жанры

Был жанрҙағы иншаны уҡып, үҙенсәлеген билдәләү. Башҡа жанрҙағы иншаларҙан айырмалы яҡтарын тикшереү

1

10

Иҫтәлек жанры

Р.Ғариповтың иҫтәлектәренән өҙөк уҡыу. Бөгөнгө көндө һүрәтләп, көндәлек итеп яҙыу. Иң мөһим күренеште, ваҡиғаны асыҡлау, уға баһа биреү.

1

11

Сценарий жанры

Төшөнсә биреү.Үрнәк инша менән танышыу. Иншаны камиллаштырыу өҫтөндә эшләү.

1

12

Диалог жанры

Бирелгән темаға («Мин ышана торған кеше») диалог төҙөп, инша яҙырға әҙерләнеү

1

13

Хат жанры

Матур әҙәбиәттә осрай торған хат үрнәктәре менән танышыу. Диалог рәүешендә яҙылған иншаны хат жанрына әйләндереп яҙыу

1

14

Ирекле иншалар яҙыу

Бирелгән темаларҙан һайлап алып өйҙә инша яҙырға әҙерлек эше. Библиографик материалдар менән танышып, план төҙөү, иншаның жанрын билдәләү

1


15




Ирекле иншаларҙы тикшереү, баһалау.

Бирелгән темаға яҙылған иншалар буйынса фекер алышыу, баһалау. Яҙма эштәрҙең уңышлы яҡтарын күрһәтеү. Яҡшы башҡарылған эштәрҙе уҡыу.Етешһеҙлектәрҙе(төрлө типтағы хаталар) асыҡлау, уларҙы бөтөрөү юлдарын күрһәтеү.Иншаны камиллаштырыу юлдары. Ҡайһы бер эштәргә отзыв яҙыу.

2

16

17

Йомғаҡлау

Йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһау. Киләһе уҡыу йылына бурыстар ҡуйыу.

1











Библиография

1. Б.Б. ;афаров, ««62би2т д2рест2ренд2 я6ма эшт2р 1тк2ре1»,

)ф0, Баш7ортостан китап н2шри2те, 1984.

2. З.М. ;2битова, «Телм2р 19тере1 д2рест2ре», )ф0, З.Биишева исеменд2ге «Китап» н2шри2те, 2009

3. З.М. ;2битова /Баш7ортостан у7ытыусы3ы/ «Картина буйынса инша я6ыу», №1, 2004, 40-сы бит

4. Х.Йосопов, /Баш7ортостан у7ытыусы3ы/ «У7ыусылар6ы8 316леген байытыу алымдары», №3-2002, 23- с0 бит

5. Б.М. Мифтахов, «5-11 классларда язма эшл2рне 1тк2р1, тикшер1, б2ял21 32м анализ ясау методикасы», Казан, Татарстан китап н2шрияты, 1976

6. Баш7орт теле 32м 262би2тен2н программа, у7ытыу рус теленд2 алып барыл4ан м2кт2пт2р6е8 I-XI синыфтары 0с0н, )ф0 - 2005









10


Автор
Дата добавления 05.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров169
Номер материала ДВ-308899
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх