Тест по башкирскому языку для 7-9
Предпросмотр материала:
Задание: данный материал изучить, вкратце конспектировать
Синтаксис тураһында төшөнсә
Синтаксис – грамматиканың бер өлөшө. Синтаксис термины грек телендәге syntaxis һүҙенән алынған, ул төҙөү, теҙеү тигән мәғәнәне аңлата. Синтаксис телдәге һүҙҙәрҙең бер-береһенә бәйләнеү закондарын, һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм уларҙың төрҙәрен, шулай уҡ телдең төп аралашыу берәмеге булған һөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һүҙҙәр айырым торғанда ысынбарлыҡ тураһында хәбәр бирә алмай. Әйтәйек, Салауат, батыр, милли халыҡ, башҡорт тигән һүҙҙәр теҙмәһе беҙгә бер нәмә лә белдермәй. Шуға күрә һүҙҙәр, һөйләм булып ойошҡас, ысынбарлыҡ, эш-хәл тураһында хәбәр бирә ала.
Һөйләм – үҙе бик ҡатмарлы берәмек; уның төрлө төрҙәре бар, мәҫәлән, эйәһеҙ, эйәле һ.б. һөйләмдәр була, йә булмаһа төрлө һөйләмдәрҙең төрлө маҡсаты булырға мөмкин. Мәҫәлән: Салауат нисә йәшендә үлгән? һөйләме ысынбарлыҡ тураһында бер нәмә лә белдермәй, ә берәй ваҡиға тураһында белергә генә теләй. Салауат 1880 йылдың 26 сентябрендә үлгән һөйләме ысынбарлыҡ тураһында хәбәр итә һ.б. Артабан: һөйләм үҙе һүҙбәйләнештәрҙән, һүҙҙәрҙән тора, тимәк, һүҙбәйләнештәрҙең үҙҙәренең яһалыу закондары бар. Быларҙың барыһын да синтаксис фәне өйрәнә лә инде.
Әммә йыш ҡына айырым бер һөйләм кешенең әйтергә теләгән уй-фекерен, белдерергә теләгән мәғлүмәтен тулыһынса биреп бөтөрә алмай, шуның өсөн ул бер-береһе менән бәйләнгән, береһе икенсеһен асыҡлаған йәки тултырған бер нисә һөйләмде ҡулланырға мәжбүр. Миҫал өсөн бер өҙөк алайыҡ:
Уҙып барған ҡыш Иҫәкәй өсөн тынғыһыҙыраҡ булды. Инде яһаҡ йыйыу эштәре осланды тигәндә, Өфө воеводаһынан сапҡын килеп төштө һәм ун көндән Имәнҡалаға барып етергә тигән хәбәр тапшырҙы. Бындай хәбәр бөтә волость башлыҡтарына, тархандарға ла ебәрелгән икән. Иҫәкәй, ҡыш өҫтөндә ниндәй йыйын ул, тип ныҡышып ҡарағайны сапҡындан, ул бер ни тип тә яуап бирә алманы. (Н. Мусин.)
Был өҙөктә 4 һөйләм булып, беренсеһен ҡалған өсәүһе асыҡлай, тултыра. (Ни өсөн уҙып барған ҡыш Иҫәкәй өсөн тынғыһыҙ булған?) Бер-береһен асыҡлап, тултырып килгән һөйләмдәрҙән төҙөлгән өҙөктәрҙе дөйөм тел белемендә текст тип атайҙар. Һуңғы йылдарҙа тексты синтаксистың өсөнсө өйрәнеү объекты (предметы) тип ҡарайҙар. Тимәк, һүҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең һәм текстарҙың яһалыу юлдарын, уларҙың бөтә төрҙәрен өйрәнеүсе фән синтаксис тип атала. Һүҙбәйләнеш менән һөйләмдәр ябай һөйләм синтаксисы эсендә өйрәнелһә, текст мәсьәләһе ҡушма һөйләм синтаксисы өлкәһенә ҡарай.
Синтаксис морфология менән бик тығыҙ бәйләнгән: һүҙҙәр, үҙ-ара ойошоп, һөйләм барлыҡҡа килтергәндә, үҙҙәре төрлө-төрлө морфологик ялғауҙар ҡабул итә, шунһыҙ һөйләм барлыҡҡа килмәй. Тимәк, синтаксисты яҡшы һәм аңлы үҙләштереү өсөн, морфологияны иҫтә тоторға кәрәк.
Һүҙбәйләнештең төрҙәре
Ниндәй генә һүҙбәйләнеш булмаһын, уның эйәртеүсе (буйһондороусы) киҫәктәре була. Һүҙбәйләнештәрҙең эйәртеүсе һүҙе төрлө һүҙ төркөмдәренән килергә мөмкин, мәҫәлән: ҡыҙыл байраҡ (исемдән), һауала елберләй (ҡылымдан), сәләмәтлеккә файҙалы (сифаттан) һ.б. Телдәге бөтә һүҙбәйләнештәрҙе, эйәртеүсе һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүенә ҡарап, түбәндәге төркөмдәргә бүлергә мөмкин:
1. Эйәртеүсе һүҙе ҡылымдан килгән һүҙбәйләнештәр: Үр менгәндә, атың яҡшы булһын, тау төшкәндә, арбаң ныҡ булһын. (Мәҡәл.)
2. Эйәртеүсе һүҙе исемдән килгән һүҙбәйләнештәр: 1) Хәйләле эштә хәйер юҡ. (Мәҡәл.) 2) Эшләгән кеше туҡ булыр, эшләмәгән юҡ булыр. (Мәҡәл.)
3. Эйәртеүсе һүҙе сифаттан килгән һүҙбәйләнештәр:
Эшкә батыр, төҫкә матур
Беҙҙең колхоз ҡыҙҙары,
Ҡара ҡашлы, бөҙрә сәсле,
Һөрмәлелер күҙҙәре.
(С. Ҡудаш.)
4. Эйәртеүсе һүҙе һандан килгән һүҙбәйләнештәр: 1) уларҙың икәүһе, исемлектә беренсе, һалдаттарҙан берәү. 2) Улар араһында берәү ҡысҡырып тороп уйлап ҡына: «Бына кәрәк булһа һиңә нәсихәт!» - тип ҡуйҙы (Һ. Дәүләтшина.)
5. Эйәртеүсе һүҙе рәүештән килгән һүҙбәйләнештәр: 1) ҡаланан
алыҫ, тауҙан бейек, ат башындай, күҙ ҡараһындай.
2. Балҡантауҙың бейеге,
Башында уйнар кейеге.
(«Заятүләк менән Һыуһылыу».)
6. Эйәртеүсе һүҙе мөнәсәбәт һүҙҙәрҙән килгән һүҙбәйләнештәр:
1) миңә кәрәк, килергә тейеш, китергә мөмкин.
2. Баҫ, баҫ, йышыраҡ,
Тулҡынланһын йәш йөрәк,
Тулҡыны ла, ялҡыны ла
Йәш йөрәккә бик кәрәк.
(Ҡ. Даян.)
Виды предложений по цели высказывания. Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре
В башкирском языке предложения могут быть четырех типов: повествовательные, вопросительные, повелительные, восклицательные.
Повествовательные предложения характеризуются последним местом сказуемого, повествовательной интонацией, которая на слове перед сказуемым повышается, затем — понижается. Это предложение имеет прямой порядок расположения членов: группа подлежащего впереди, группа сказуемого — за ним.
Например: Беҙҙең баҡсала төрлө сәскәләр үҫә. – В нашем саду растут разные цветы.
Вопросительное предложение характеризуется вопросительной интонацией, логическим ударением на вопросительном местоимении и на слове с вопросительной частицей.
Например: Һеҙ ҡайҙа уҡыйһығыҙ? – Где вы учитесь? Иртәгә һин ҡайтаһыңмы? – Ты завтра приедешь?
Повелительное предложение характеризуется употреблением глагола в повелительном наклонении в функции сказуемого.
Например: Тиҙ генә өйгә ҡайт! – Быстро иди домой!
Восклицательное предложение характеризуется часто инверсией членов предложения, употреблением междометий, повторов, обращений, эмоциональных слов, восклицательной интонацией.
Например: Йәшәһен тыныслыҡ! – Да здравствует мир! Ур-ра, каникулдар етте! – Ур-ра, каникулы начались!
Һөйләм
В башкирском языке в отличие от русского нет предлогов, их значения передаются послелогами. Они соединяют подчиненное слово с подчинительным словом и главное предложение с придаточным.
Послелоги подразделяются на следующие группы:
а) послелоги, требующие именительного и
притяжательного падежей:
менән – с, совместно с
өсөн – за, из-за, благодаря, для, ради, чтобы
кеүек, шикелле, һымаҡ - как, словно, подобно
төҫлө – как, словно
арҡыры, аша, үтә – через
буйлап, буйы, буйына, буйынса – по, у, вдоль, в течение
һайын – каждый, каждый раз
сәбәпле, арҡаһында, айҡанлы – по причине, из-за, вследствие, в связи
турала, тураһында, хаҡында, хаҡта – о, про; тип - с целью,из-за, за, для
урынына - на место, вместо, как
ошоноң саҡлы (тиклем, һымаҡ) – как это
минең кеүек (һымаҡ) – как я
б) послелоги, требующие направительного
падежа:
таба, табан,ҡарай – к, по, по направлению, в направлении, в сторону
тикле, тиклем, хәтле, хәтлем, ҡәҙәр, саҡлы – до, вплоть до
күрә – по причине, так как, поэтому, ввиду, из-за того что...;
ҡаршы – напротив, к
табан – по направлению
ҡарамаҫтан – несмотря на, вопреки
ҡарағанда - по сравнению
бәйле - в связи
мәктәпкә тиклем – до школы
беҙгә табан – к нам, в нашу сторону
в) послелоги, требующие исходного
падежа:
бирле – с, с тех пор, с момента, начиная с
башҡа – кроме
бүтән – кроме, без, помимо, за исключением
һуң, аҙаҡ – с, после, затем, потом
тыш – кроме
элек, алда, әүәл – до
дәрестәрҙән һуң – после уроков
ошонан тыш – кроме этого
шунан бирле – с тех пор
минән башҡа – кроме меня
Обратите внимание! По падежам склоняются только вспомогательные имена. Местоимения с этими послеложными словами стоят в притяжательном падеже, например: минең яныма кил - подойди ко мне; һинең яныңда торһон - пусть стоит около тебя
В башкирском языке в функции послелога активно употребляются имена существительные, имеющие значения времени и места: ара – промежуток, урта – середина, өҫ – верх, аҫ – низ и другие. К ним присоединяются аффиксы притяжательности III лица -ы, -е, -һы, -һе и направительного, исходного, местно-временного падежей. Например: эсендә - внутри, в; эсенән – из; алдына – перед; алдынан – спереди; янына – от, мимо; янында – около; аҫтына – под; артынан – за, из-за; артында – за; ҡаршыһында – напротив, перед.
1. Структура предложения
Башкирское предложение строится из главных и второстепенных членов. Главные члены — подлежащее и сказуемое, второстепенные — дополнения, определения и обстоятельства.
- Подлежащее (тәржемәсе) — обозначает предмет или лицо, о котором говорится.
- Сказуемое (хәл итеүсе) — выражает действие, состояние или признак подлежащего.
Пример: Мин (подлежащее) уҡыумын (сказуемое). — Я учусь.
2. Типы предложений по цели высказывания
В башкирском языке выделяются следующие типы предложений:
· Повествовательные (Хәбәр итеү) — сообщают о факте, событии, состоянии. Пример: Ул эшкә китте. — Он ушёл на работу.
· Вопросительные (Һорау) — выражают вопрос. Различают общий вопрос (требующий ответа «да» или «нет») и специальный вопрос (с вопросительными словами). Общий вопрос: Һин киттеңме? — Ты ушёл? Специальный вопрос: Кем ул? — Кто он?
· Побудительные (Ҡушымса) — выражают просьбу, приказ, совет. Пример: Кит! — Иди! Вежливая форма: Ярҙам итегеҙ, зинһар. — Помогите, пожалуйста.
3. Структура сказуемого
Сказуемое в башкирском языке может выражаться:
- Глаголом в личной форме (Мин барам — Я иду)
- Глагольной формой с аффиксами (спряжение)
- Составным глагольным сказуемым (башҡа һүҙе менән берлектә)
- Именным сказуемым, выраженным именем с формой связки — (ул) уҡыусы (ул) була — он ученик.
4. Порядок слов в предложении
Башкирский язык характеризуется относительно свободным порядком слов, но есть базовая схема:
Подлежащее + Сказуемое + Дополнение + Обстоятельство
Пример: Мин китап уҡыйым. — Я читаю книгу. При этом вариации возможны для подчёркивания или стилистических целей: Китапты мин уҡыйым.
5. Сложные предложения
Сложные предложения в башкирском языке бывают сложносочинённые и сложноподчинённые.
· Сложносочинённые состоят из двух и более равноправных простых предложений, связанных союзами: һәм, ләкин, йә, йәки. Пример: Мин киттем, әммә ул ҡалды. — Я ушёл, но он остался.
· Сложноподчинённые включают главное и придаточное предложение, связаны союзами: тигән, тигәнсе, сөнки, сәбәпле, өсөн, и др. Пример: Мин эшкә киттем, сөнки ваҡытым етте. — Я ушёл на работу, потому что время пришло.
6. Виды придаточных предложений
· Определительные (атама) — поясняют существительное. Пример: Мин һөйгән кеше, кем йырлай, килде. — Пришёл человек, которого я люблю и который поёт.
· Изъяснительные (фекерләү) — передают содержание мысли, речи. Пример: Ул әйтте, тип, мин киләм. — Он сказал, что придёт.
· Обстоятельственные (заман, урын, сәбәп, шарт) — выражают время, место, причину, условие. Пример: Мин килгән саҡта ул китте. — Когда я пришёл, он ушёл.
7. Особенности отрицательных предложений
Отрицание в башкирском языке выражается при помощи частицы “түгел” или аффиксов:
- Частица ставится после сказуемого или в конце предложения: Мин килмәнем түгел. — Я не пришёл.
- Аффиксы отрицания в глаголе: Ул эшләмәй. — Он не работает.
8. Интонация и её роль
Интонация в башкирском языке имеет важное значение для передачи смысла:
- Вопросительные предложения сопровождаются повышением тона в конце.
- Побудительные — часто срезка тона, выражающая приказ или просьбу.
9. Неличные формы предложения
Иногда предложение может состоять из:
· Инфинитива: Пример: Эшләргә кәрәк. — Нужно работать.
· Деепричастия (һүҙсән): Пример: Китеп барғанда, китап алдым. — Уходя, взял книгу.
10. Упрощённые и эллиптические предложения
Для краткости и выразительности в разговорной речи широко используются эллиптические конструкции, где опущены одни из членов предложения, но смысл сохраняется.
Пример: — Кем килә? — Мин. (полное: Мин киләмен.)
Башкирское предложение — живой и гибкий механизм, позволяющий точно и многозначно выражать мысли. Его изучение требует внимания к форме сказуемого, взаимосвязям членов предложения, а также умения правильно использовать союзы и частицы. Это фундамент для развития навыков речи и письменной грамотности.
СИНТАКСИС ҺӘМ ПУНКТУАЦИЯ.
СИНТАКСИСТЫҢ ТӨП МАҠСАТЫ.
Һөйләмдәрҙең һәм һүҙҙәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә
торған фән синтаксис тип атала.
Тыныш билдәләрен ҡулланыу ҡағиҙәләренең
йыйылмаһы пунктуация тип атала.
Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.
Тамамланған уй-фекерҙе аңлатҡан һүҙ йәки һүҙҙәр
теҙмәһе һөйләм тип атала. Көҙ. Ергә һары япраҡтар -ҡойола башлаған.
Һүҙбәйләнеш бер бөтөн уйҙы аңлатмай һәм уларҙың
тамамланған интонацияһы булмай. Ул мотлаҡ ике йәки бер нисә һүҙҙән тора. Һары
япраҡтар. Ергә ҡойола башлаған.
ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШТӘРҘЕҢ ЯҺАЛЫУ ЮЛДАРЫ.
Һүҙбәйләнештәр теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш
юлдары менән барлыҡҡа килә.
Теҙмә һүҙбәйләнештә һүҙҙәр бер-береһенә
буйһонмайҙар, тиң булалар һәм бер үк һорауға яуап булалар. Айыу менән бабай.
Уҡыйҙар һәм яҙалар.
Береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап килгән,
тиң булмаған һүҙҙәр бәйләнеше эйәртеүле һүҙбәйләнеш тип атала. Ул эйәртеүсе һәм
эйәреүсе өлөштәрҙән тора. Ҡыҙыл байраҡ. Байрасҡа һөйләнем. Ҡаланың баҡсаһы.
Балалар уйнайҙар.
ЭЙӘРТЕҮЛЕ ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШ ТӨРҘӘРЕ.
Эйәртеүле һүҙбәйләнештәр дүрт төрлө килә.
Ярашыу.
Эйәреүсе һүҙ эйәртеүсе һүҙгә бер үк затта һәм
һанда бәйләнһә, бындай бәйләнеш ярашыу тип атала. Беҙ эшләнек. Ул уҡый.
Башҡарылыу.
Эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер
килештә килеүен талап иткән бәйләнеш башҡарылыу тип атала. Урманға барҙыҡ.
Йәнәшәлек.
Эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙ менән, бер ниндәй
ялғау ҡабул итмәйенсә, мәғәнә яғынан йәнәшә тороп бәйләнеүе йәнәшәлек тип
атала. Биш китап. Был кешеләр. Ҡыҙыл сәскә.
Һөйкәлеү.
Эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ
эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул иткән бәйләнеш һөйкәлеү тип атала. Баланың китабы.
Мәктәп баҡсаһы.
ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШ ҺӘМ ҠУШМА ҺҮҘ.
Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр, бер генә предметты
аңлатып, ҡушма һүҙгә әйләнеп китәләр. Ауыл осонда өс тирәк үҫә. «Өстирәк»
колхозы сәсеүҙә еңеп сыҡты.
Һүҙбәйләнеш ҡушма һүҙгә әйләнһә:
Бер генә баҫым ҡала. Аҡ ҡош — аҡҡош.
Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы була. Ҡара ҡош —
ҡарағош.
Эйәлек заты ялғауы төшөп ҡала. Һүҙ бәйләнеше —
һүҙбәйләнеш, бал ҡалағы — балғалаҡ.
Беренсе һүҙ һуҙынҡыға бөтөп, икенсеһе лә һуҙынҡы
менән башланһа, ҡушма һүҙҙә тәүге һүҙҙең һуҙынҡы өнө төшөп ҡала. Алма ағасы —
алмағас.
Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәр, телдә бик оҙаҡ
ҡулланыла торғас, нығынып китәләр, уларҙың мәғәнәһе тарая, бер һүҙҙең генә
мәғәнәһең белдерә башлайҙар. Берҙе биш итеп — арттырып һөйләй.
ЯБАЙ ҺӨЙЛӘМ. ҺӨЙЛӘМДЕҢ БАШ КИҪӘКТӘРЕ.
Эйә менән хәбәр.
Һөйләмдә һәр ваҡыт нимә тураһындалыр әйтелә,
хәбәр ителә. Хәбәр итеүҙең предметын белдергән һүҙҙәр эйә була. Эйә һөйләм
эсендә башҡа һүҙҙәргә буйһонмай, һәр ваҡыт төп килештә килеп, кем?, нимә?,
кемдәр?, нимәләр? һорауҙарына яуап була.
Һөйләмдең эйәһе төрлө һүҙ төркөмдәренән, шулай
уҡ ҡушма һүҙҙәрҙән һәм бөтөн һүҙбәйләнештәрҙән килергә мөмкин. Тырышҡан ташҡа
ҡаҙаҡ ҡаға (сифат ҡылымдан).
Бер һүҙҙән килгән эйәне ябай эйә, бер нисә
һүҙҙән торғанын ҡушма эйә тип атайҙар.
Эйә тураһында ниҙер белдергән, хәбәр иткән
һөйләм киҫәге хәбәр була. Хәбәр эйәгә буйһоноп, уның менән ярашып килә. Эйә
үҙгәрһә, хәбәр ҙә үҙгәрешһеҙ ҡала алмай. Хәбәрҙәр ни эшләй?, ни эшләйҙәр?, һәм
башҡа һорауҙарға яуап була. Хәбәр ҙә эйә кеүек төрлө- төрлө һүҙ төркөмдәренән,
ҡушма һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән килә. Делегаттар йыйыла башланы.
Бер һүҙҙән торған хәбәр ябай, бер нисә һүҙҙән
торған хәбәр ҡушма хәбәр тип атала.
ЭЙӘ МЕНӘН ХӘБӘР АРАҺЫНДА ҺЫҘЫҠ.
Эйә менән хәбәр икеһе лә бер үк һүҙ төркөмөнән:
исемдән, һандан, исем һәм сифат ҡылымдарҙан килһә, улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла.
Ике икең — дурт. Уҡыу — энә менән ҡойо ҡаҙыу.
Эйә алмаштан, хәбәр исемдән килеп, эйәнән һуң
пауза яһалһа, һыҙыҡ ҡуйылыуы мөмкин. Ул — инженер, ә мин — уҡытыусы.
Иҫкәрмә. Эйә менән хәбәр араһында ул алмашы
килһә, һыҙыҡ ошо алмаш алдынан ҡуйыла. Рәми Ғарипов — ул Башҡортостандың халыҡ
шағиры.
ИКЕ СОСТАВЛЫ
ҺӨЙЛӘМДӘР.
Эйә составы ла, хәбәр составы ла булған
һөйләмдәр ике составлы һөйләм тип атала. Эйә составы бер эйәнән йәки бер эйәнән
һәм уға эйәргән эйәрсән киҫәктәрҙән торорға мөмкин. Хәбәр составы ла бер
хәбәрҙән генә йәки бер хәбәрҙән һәм уға эйәргән эйәрсән киҫәктәрҙән тора.
Тыуған ауылым йоҡонан бик иртә уяна.
БЕР СОСТАВЛЫ ҺӨЙЛӘМДӘР.
Йә эйәһе, йә хәбәре булмаған һөйләмдәр бер
составлы һөйләмдәр тип атала. Себеште көҙ һанайҙар. Ҡыш. Буран. Бер составлы
һөйләмдәр түбәндәге төрҙәргә бүленә.
БИЛДӘЛЕ ЭЙӘЛЕ ҺӨЙЛӘМ.
Эйәһе бирелмәһә лә, ниндәй һүҙҙең эйә булып
килеүе хәбәрҙән беленеп торған һөйләм билдәле эйәле һөйләм тип атала. Билдәле
эйәле һөйләмдең хәбәре 1-се һәм 2-се зат ҡылымдарҙан килә, шуға күрә ниндәй
һүҙҙең эйә булыуы ла беленеп тора. Иғланды иртәгә элермен.
Был һөйләмдәрҙә ниндәй алмаштарҙың эйә булып
килеүе асыҡ беленеп тора. Әммә һөйләмдә эйә бирелмәгәс, бындай һөйләмдәрҙе ике
составлы һөйләмдәргә индерә алмайбыҙ, бер составлы һөйләм тип йөрөтәбеҙ.
БИЛДӘҺЕҘ ЭЙӘЛЕ ҺӨЙЛӘМ.
Билдәһеҙ эйәле һөйләмдә эште башҡарыусы була.
Ләкин кемдең эште башҡарғаны билдәһеҙ. Билдәһеҙ эйәле һөйләмдең хәбәре һәр
ваҡыт 3-сө зат ҡылымдарҙан килә. Ҡаланан саңғылар алып ҡайттылар.
ЭЙӘҺЕҘ ҺӨЙЛӘМ.
Ҡайһы бер һөйләмдәрҙә эйә бөтөнләй булмай һәм
уның кәрәге лә һиҙелеп тормай. Бындай һөйләмдәр эйәһеҙ һөйләмдәр тип атала.
Эйәһеҙ һөйләмдәрҙең хәбәрҙәре теләк, уртаҡ ҡылымдарҙан, шулай уҡ төшөм һәм
ҡайтым йүнәлеше ҡылымдарынан килә. Бөгөн бик арытылды Атама һөйләмдәр.
Бер составлы атама һөйләмдәрҙә эйә составы ғына,
йәғни эйә һәм уға эйәргән башҡа һүҙҙәр генә була, ә хәбәр составы бөтөнләй
булмай. Шуның өсөн атама һөйләмдәр предметтарҙың булыуын атап, һанап ҡына
сығалар, улар тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр бирелмәй. Улар уй-фекерҙе йыйнаҡ
итеп әйтергә ярҙам итәләр. Ағиҙел яры. Кәмәләр.
ТУЛЫ ҺӘМ КӘМ ҺӨЙЛӘМДӘР.
Күҙ ағышында һөйләмдәрҙең ҡайһы бер киҫәктәре
төшөп ҡала, йәғни әйтелмәй. Был әҫәр геройҙарының үҙ-ара һөйләшеүҙәрендә йыш
осрай.
Бөгөн клубта кино буламы?
Юн, булмай.
Кәм һөйләмдәр кеше телмәрендә бик әһәмиәтле роль
уйнайҙар. Улар телмәрҙе ҡыҫҡа, ыҡсым һәм еңел аңлайышлы яһайҙар. Әммә әйтергә
теләгән уй-фекергә бер ниндәй ҙә зыян килмәй. Хәбәре төшөп ҡалған кәм
һөйләмдәрҙә хәбәр урынына һыҙыҡ ҡуйыла. Беҙҙең си- IIыф хеҙмәт лагерында булды,
ә һигеҙенселәр — туристик походта.
ТИҢ КИҪӘКЛЕ ҺӨЙЛӘМДӘР.
Бер үк һорауға яуап булып, бер үк һүҙгә
бәйләнеп, уны бер яҡтан ғына асыҡлап килгән һөйләм киҫәктәре тиң киҫәктәр тип
атала.
Тиң киҫәктәр үҙ-ара интонация һәм теркәүестәр
ярҙамында, йәғни теҙмә юл менән, бәйләнәләр. Улар бер һүҙ төркөмөнән һәм бер үк
грамматик формала булалар. Тик ҡыйыҡ килештәрҙә торған тиң киҫәктәрҙә күплек,
килеш ялғауҙары ҡайһы саҡта һуңғы һүҙҙә була. Һин дә үҙеңде батыр, көслө,
ирекле итеп тояһың. Рәшит уҙенең китап, дәфтәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын
әҙерләне.
Йыш ҡына тиң киҫәктәр тарҡау булалар, йәғни
уларға теге йәки был һүҙҙәр эйәреп килә. Ғабдулланың ике ҡабырғаһы, һул ҡулы
һынғайны. (М. Кәрим.)
Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.
Теркәүесһеҙ бәйләнгән тиң киҫәктәр араһында өтөр
ҡуйыла. Тулҡын һаман ҡоторондо, кәмәне алға ҡыуҙы. (3. Биишева.)
Ҡаршы ҡуйыу, сәбәп һәм аныҡлау теркәүестәре
менән бәйләнгән тиң киҫәктәр бер-береһенән өтөр менән айырыла. Беҙ байтаҡ ер
урман ситенән барҙыҡ, ләкин иҫке юлды таба алманыҡ. (Б. Бикбай.)
Йыйыу һәм бүлеү теркәүестәре менән бәйләнгән тиң
киҫәктәр араһында бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай. Сәлих һиҫкәнеп китте лә
әсәһенә һораулы ҡарашын текәне. (X. Мохтар.)
Әгәр ҙә йыйыу һәм бүлеү теркәүестәре ҡабатланып
килһәләр, тиң киҫәктәр бер-береһенән өтөр менән айырыла. Мин шатландым да,
борсолдом да. (Ғ. Ғүмәр.)
ТИҢ КИҪӘКТӘР ЭРГӘҺЕНДӘ ДӨЙӨМЛӘШТЕРЕҮСЕ ҺҮҘҘӘР.
Ҡайһы саҡта тиң киҫәктәрҙең алдынан йәки һуңынан
дөйөмләштереүсе һүҙҙәр ҡулланыла. Тиң киҫәктәрҙең алдынан түбәндәге һүҙҙәр
дөйөмләштереүсе булып килә: түбәндәге нәмәләр, ошолар, ошо нәмәләр, бер кем дә,
бер нәмә лә һәм башҡалар. Тиң киҫәктәр һуңынан: барыһы ла, бөтәһе лә, былар,
ошолар, былар бөтәһе лә, уларҙың бөтәһе лә һәм башҡа һүҙҙәр килергә мөмкин.
Тиң киҫәктәрҙең алдында килгән дөйөмләштереүсе
һүҙҙәрҙән һуң ике нөктә, тиң киҫәктәрҙең һуңынан килгән дөйөмләштереүсе һүҙ
алдынан һыҙыҡ ҡуйыла. Башҡортостан ҡалалары: Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат,
Ишембай, Мәләуез, Бөрө — бөтәһе лә Ағиҙел буйында урынлашҡан.
Тиң киҫәктәр һөйләмдең ниндәй киҫәге булһа,
дөйөмләштереүсе һүҙҙәр ҙә һөйләмдең шул киҫәге булып килә.
ҺӨЙЛӘМ КИҪӘКТӘРЕ МЕНӘН ГРАММАТИК БӘЙЛӘНЕШЕ
БУЛМАҒАН ҺҮҘҘӘР.
ӨНДӘШ ҺҮҘ.
Өндәш һүҙҙәр телмәрҙең кемгә төбәп әйтелгәнен
белдерә. Өндәш һүҙҙәр кешеләргә, хайуандарға төбәлгән була. Шулай ҙа йәнһеҙ
предметтарға ла йүнәлгән өндәш һүҙҙәр осрай.
Өндәш һүҙҙәр үҙҙәре иҫемдәрҙән һәм ҡайһы саҡта
исем урынында килгән башҡа һүҙ төркөмдәренән килергә мөмкин.
Ә һин йоҡламайһың, дуҫҡай,
Ваҡыт инде, уян, һылыуҡай! (А. С. Пушкин.)
Өндәш һүҙҙәр йыйнаҡ та, тарҡау хәлдә лә киләләр.
Бай, матур һәм татлы Вьетнам иле,
Уйҙарымда был кис һин булдың. (М. Кәрим.)
Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. Өндәш
һүҙҙәр һөйләмдең башҡа киҫәктәренән өтөр,
о көслө тауыш һәм интонация менән әйтелһәләр,
өндәү билдәһе менән айырылалар. Иптәштәр, йыйылышҡа ваҡытында килегеҙ.
ИНЕШ ҺҮҘ ҺӘМ ИНЕШ ҺӨЙЛӘМДӘР.
Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр эш-хәл тураһында
хобэр итмәйҙәр, ә һөйләүсенең йәки яҙыусының әйтел- п)|и’ө ҡарата фекерен,
ҡарашын ғына белдерәләр.
Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр һөйләүсенең йәки
яҙыусының шатланыуын, икеләнеүен, ышаныуын, һөҙөмтә сығарыуын, икенсе бер
фекергә таяныуын, ғәжәплә- неүен, мөрәжәғәт итеүен, раҫлауын йәки кире ҡағыуын
белдерәләр.
Инеш һүҙҙәр башҡа һөйләм киҫәктәренән ике яҡтан
да өтөр менән айырыла. Э инеш һөйләмдәр йәйәләр эсенә алына йәки, һөйләм
уртаһында килгәндә, ике яғына ла һыҙыҡ ҡуйыла.
Тегеләр янына еткәс,
Ҡулды күтәргән булам,
Йәнәһе, рәтен килтерәм
(Хәйлә кәрәк бит, туған). (М. Кәрим.)
Инеш һүҙҙәргә һорау ҡуйып булмай, сөнки улар,
өндәш һүҙҙәр кеүек үк, һөйләмдең башҡа киҫәктәре менән грамматик яҡтан бәйләнмәйҙәр.
Тест по башкирскому языку для 7-9
Что Вы хотите изменить?
Например: обновить оформление, добавить задания, изменить класс, сократить текст или адаптировать материал.
Что Вы хотите изменить?
Например: обновить оформление, добавить задания, изменить класс, сократить текст или адаптировать материал.
Найдите подходящий для Вас курс
В каталоге 7 851 курс по разным направлениям
Другие материалы
Вам будут интересны эти курсы:
- Курс повышения квалификации «Актуальные вопросы банковской деятельности»
- Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
- Курс повышения квалификации «Маркетинг в организации как средство привлечения новых клиентов»
- Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
- Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС медицинских направлений подготовки»
- Курс повышения квалификации «Основы построения коммуникаций в организации»
- Курс повышения квалификации «Педагогическая риторика в условиях реализации ФГОС»
- Курс повышения квалификации «Экономика: инструменты контроллинга»
- Курс повышения квалификации «Этика делового общения»
- Курс профессиональной переподготовки «Клиническая психология: теория и методика преподавания в образовательной организации»
- Курс профессиональной переподготовки «Логистика: теория и методика преподавания в образовательной организации»