М.Аҡмулла
тормошо һәм ижады буйынса тест.
1) Мифтахетдин Аҡмулла йәшәгән йылдар:
a)
1752-1800
b)
1903-1965
c)
1831-1895
2) М. Аҡмулланың
тыуған урыны
a) Миәкә районы, Туҡһанбай ауылы
b) Салауат районы, Малаяҙ ауылы
c)
Нуриман районы, Ҡыҙылъяр ауылы
3) Аҡмулланың атаһы кем булған?
a)
Крәҫтиән
b)
Мулла
c)
Мал ҡараусы
4) Тәүге һабаҡты ҡайҙа алған?
a) Туҡһанбай
b) Мәнәүезтамаҡ
c)
Стәрлебаш
5) М. Аҡмулланың тәүге уҡытыусыһы?
a) М. Өмөтбаев
b) Ш. Зәки
c)
Р. Фахретдинов
6) Тыуған ауылына нисә йылдан һуң әйләнеп ҡайта?
a)
10 йыл
b)
8 йыл
c)
13 йыл
7) Аҡмулла исемен уға кем биргән?
a) Халыҡ
b) Атаһы
c)
Үҙе
8) Аҡмулла исеме ниндәй мәғәнәгә эйә?
a)
тура, ғәҙел һүҙле, уҡымышлы
b)
өлкән кеше
c)
ялҡау, белемле
9) Ҡайһы ҡалала
төрмәлә ултыра?
a)
Петербург
b)
Троицк
c)
Ҡустанай
10) 1894 йылда Өфөлә ҡайһы
күренекле башҡорт әҙибе менән осрашып китабын сығарырға килешә?
a)
Р.Фәхретдинов
b)
М. Өмөтбаев
c)
Ғ. Соҡорой
11) Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән?
a)
Туҡһанбай
b)
Өфө
c)
Миәс
12)
М.Аҡмулла ниндәй шағир
булараҡ билдәле?
a) Мәғрифәтсе
шағир
b) Суфый
шағир
c) Шағир-
импровизатор
13)
М. Аҡмулла исемендәге
премия нисәнсе йылда бирелә башлай?
a) 1962
й.
b) 1989
й.
c) 1980
й.
14)
“Аҡмулла” исемендәге
премияның тәүге лауреаты?
a) Р.
Шәкүр
b) Ә.
Вилданов
c) Я.
Хамматов
15)
“Аҡмулла” операһын
яҙған композитор?
a) Х.
Әхмәтов
b) З.
Исмағилов
c) Н.
Ирсаева
16)
Аҡмулла ижад иткән
жанрҙар:
a) Әкиәт,
новелла, роман;
b) Мәҫәл,
хикәйә, шиғыр;
c) Нәсихәт,
ҡобайыр, шиғыр.
17)
Түбәндәге өҙөктәр ҡайһы
шиғырҙарҙан алынған?
a) Ғәйебенә
күҙ һалма дуҫтың – ғәйебе мәнзур түгел,
Ғәйебе
асыҡ булһа булһын, ғәйеп асыусы булмаһын.
b) Белемлелек
– арыҫландан көслө батыр,
Шуға
атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.
c) Бай
уйлар, ҡалай ярлы булмайым, тип,
Фәләнсә
байҙан артҡа ҡалмайым, тип.
18)
Ниндәй шиғырҙа
байҙарҙан көлә?
a) “Нәфсе”
b) “Дуҫлыҡ”
c) “Өлгөр
һүҙ”
19)
“Башҡорттарым, уҡыу
кәрәк!” шиғырында автор беҙҙе нимәгә өндәй?
a)
Наҙанлыҡҡа ҡаршы кәрәшкә, аң- белемгә
b)
Тәбиғәткә һөйөү хистәренә
c)
Патриотик рухты күтәреүгә
20)
Мифтахетдин Аҡмулла һеҙҙең өсөн
кем ул? ( 3 – 4 һөйләм яҙырға).
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.