Инфоурок Другое КонспектыТикшеренеү эше "Исемең матур,кемдәр ҡушҡан?"

Тикшеренеү эше "Исемең матур,кемдәр ҡушҡан?"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Мәләүез районы муниципаль районы

муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы

4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

Тикшеренеү эше:

“Исемең  матур,   кемдәр ҡушҡан?”

Башҡарҙы:Мәләүез  ҡалаһы

4-се  урта мәктәбенең

5г класы уҡыусыһы

Яҡшыбаева Айгөл

Етәксеһе:башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

 Ғәҙелева Гөлшат Ғәлимйән ҡыҙы

 

 

 

Мәләүез-2013

 

Йөкмәтке

I.Инеш өлөш

II.Төп өлөш

1.Башҡорт исемдәренең  тарихы.

2. Исемдәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

3. Исем биреү-балаға фатиха биреү. Дөрөҫ исем һайлау.

III.Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инеш өлөш

— Исемең нисек? — тип һорай һәр кем бер-береһе менән танышҡанда .

— Ниндәй ырыуҙанһың? Кем балаһы булаһың? Атың кем? Кем атлыһың?- тип һорашыр булған ят кеше менән осрашҡанда борон замандарҙа беҙҙең ата-бабалар. Кеше исемдәре ҡасан, нисек, тел һәм йәмғиәт үҫешенең ҡайһы баҫҡысында барлыҡҡа килгәндер — быны әйтеүе  ҡыйын. Билдәле булған кешелек йәмғиәте тарихының һәр бер дәүерендә кеше исемдәре булған. Улар бик борон замандарҙа тәүтормош дәүерендә аныҡ телмәр  менән бер ваҡытта барлыҡҡа килгән, тигән фекер йәшәй.

Быйылғы  уҡыу йылында мин Вилена исемле ҡыҙ менән дуҫлаштым. “Исемең бик тә үҙенсәлекле яңғырай,нимәне аңлата ул?” –тигән һорауға ул аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Ҡыҙыҡһынып интернет селтәренән ҡараным.Мәғәнәһен белгәс бик тә ғәжәпләндем.

Тикшеренеү эшенең актуаллеге:

Беҙҙең илдә бөгөнгө көндә 126 төрлө халыҡ йәшәй. Һәр халыҡтың үҙ телендә быуаттар буйына формалашҡан кеше исемдәре, исем ҡушыу йолалары барлыҡҡа килгән. Беҙҙең йәмғиәттә кешене рәсми рәүештә фамилия, исем ,шәрифе  менән теркәү һәм атап  йөрөтөү формаһы ҡабул ителгән.

      Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Бөгөнгө көндә лә исем ҡушыуҙа яңы йолалар барлыҡҡа килә.. Башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат бай. Шулай булыуға  ҡарамаҫтан нисекмәғәнәhеҙ, йәмhеҙ, бөтөнләй ят, яhалма исемдәр ҡушыуҙан һаҡланырға?Һәр заманда дөрөҫ исем һайлау актуаль тема  булып ҡала.

 

Тикшеренеү эшенең  мәсьәләләре:

1.Башҡорт исемдәренең тарихы өйрәнеү.

2.Исемдәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен асыҡлау.

3.Мәләүез ҡалаһында 2010-2012 й. тыуған башҡорт  балаларының  исемдәрен  билдәләү.

4. 4 -се мәктәп уҡыусыларының  исемдәрен тикшереү.

 

 

 

 

 

Төп өлөш

Кеше исеменең мәғәнәһе быуаттар буйына формалашҡан.Төрлө исемдәр төрлөсә яңғырай:ҡайһы берҙәре яғымлы,икенселәре күңелгә ят. Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Кеше тыуғас та бирелгән  исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай әле. Атай-әсәй балаға ғүмер һәм исем бүләк итә. Ошо исем уны ғүмер буйы оҙата килә.Исем менән кеше донъя күрә,ауырлыҡ-  шатлыҡтарын да бергә күтәрә.Исемдең асылы күп мәғлүмәт бирә Ул яғымлы,йомшаҡ,иркә мөмкин,шул уҡ ваҡытта ҡоро,ҡурҡыныс, яңғырарға мөмкин.Исем  кешенең характерына,яҙмышына тьәҫир итә тигән фекер йәшәй халыҡта.Тимәк, исемдәре-халыҡ тарихының  бер айырылмаҫ өлөшө.

1.Башҡорт исемдәренең тарихы.

Башҡорт теле  төрки телдәр  ғаиләһенә ҡарай.Күп  башҡорт исемдәре  нәҡ ғәрәп,төрөк,грек,фарсы телдәренән үҙләштерелгән. Һәр ғаиләлә бала тыуыуы- ҙур шатлыҡ.Исемдәрҙе  тик мулла рөхсәте менән генә ҡушҡандар.Баланың тыуыуы башҡа шатлыҡлы ваҡиғаға тура килһә,ул сағында ир-балаға Башир, (“шатлыҡ хәбәрсеһе” тигәнде аңлата),ә ҡыҙ балаға Башорат тип исем ҡушҡандар.Был исемдәрҙе йөрөтөүселәр  бәхетле булыр тип ышанғандар. Уларҙы һәр ерҙә “яҡшы хәбәр” килтереүселәр тип ҡыуанып ҡаршы алғандар.Башҡорттар  балаға яуыз  көстәрҙән һаҡлаусы исемдәр ҡушҡандар.Шулай күп исемдәрҙә таш һүҙе бар.Бындай исемдәрҙе ҡушып балаларына  характер ныҡлығы,оҙон ғүмер теләгәндәр.Был таш исеменән башҡа һаҡлаусы исемдәр ҙә ҡулланылған. “Таш” мәғәнәһе  булған исемдәр башҡа халыҡтарҙа ла осрай .Рус телендә киң таралған исемдәрҙең береһе Петр шулай уҡ таш тигәнде аңлата икән.

Төркиәлә  балаға ике исем бирәләр:береһе -ялған ,икенсеһе ысын исем.Яуыз  көстәрҙән һаҡлау өсөн шулай тип атайҙар икән.Тарихсылар билдәләүенсә исемдәрҙе йәшереү йолаһы күп халыҡтарҙа бар. Кеше бик ныҡ ауырыған осраҡта уның исемен алмаштырғандар.

Минең исемем Айгөл башҡорт исемдәре араһында киң таралған. АЙГӨЛ  исеме фарсы теленән ингән. Ике һүҙҙән яһалған ай + гөл; ай гөлө .Минең исемемде атайымдыҡына оҡшатып ҡушҡандар.Минеңсә был исем яғымлы,йомшаҡ һәм матур яңғырай.

Артабан  башҡорт исемдәренең төркөмдәргә бүленеше тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китмәксемен. Ғалимдар исемдәрҙе ҙур өс төркөмгә бүлә.Тасуири,арнау,теләк исемдәр.

Башҡорт исемдәренең төркөмдәре.

I. ТАСУИРИ ИСЕМДӘР

1. Баланың төҫөн, һәм башҡа  үҙенсәлектәрен сағылдырған

исемдәр

 Мәҫәлән: Баҙыҡ, Сибек, Сулаҡ ,Күккүҙ, Ҡарабаш, Ҡараҡаш, һарысәс, Аҡбала,«Миң» һүҙе менән күп исемдәр яһалған: Миңһылыу, Миңдекәй, Миңлебай, Миңлеғол уға Йөҙлөкәй, Йәҙөкәс, Йөҙлөкбай, Йөҙөбәк, Йөҙөкәй

2. Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр

Башҡорт исемдәре составында тәбиғәт күренештәрен

күрһәткән һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр күп: Буранбай, Бу­

жансы, Буранғол, Томансы, Аяҙ, Аяҙғол, Ҡояшбикә, Аҡ-

сыуаҡ, Байсыуаҡ, Айсыуаҡ, Яуа, Ямғур, Йәйсән, Борсаҡ,

Елкәй, Елбулды, Елкәс, Болотбай һ. б.

 

3. Ваҡыт төшөнсәһенә бәйле исемдәр

Мәҫәлән:Айһылыу, Айсыуаҡ, Айбикә, Айбаҡты, Айгилде, Айсыл, Айҙағол, Айтаман, Көнбикә, Көнһылыу, Төннөк, Төнғатар, Көнтоғмош, Таңғатар, Таңатар, Таңбикә, Таңһылыу, Таңсулпан, Сулпан, Ҡояшбай, Ҡояшбикә ,Мөхәррәм, Сәфәр, Рәжәп, Шаһбан, Рамазан, Шәүәл(и), Зөлҡәғиҙә, Зөлхизә, Йомадил тигәндәре, баланың

шул айҙа тыуыуын күрһәтеп (тасуирлап), исем итеп ҡушылған. Көн исемләренән «аҙна» һәм «йома» һүҙҙәре исем яһауҙа йыш ҡулланылған: Аҙнабай, Йомабай, Йомаҡай, Аҙнабикә, Аҙнаҡай, Йомабикә .

4. Тормошта төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған исемдәр

 Күсәк, Күсәкбай, Күсем, Күсекәй, Күсей, Күсмәк, Күсәш, Күсәрбай, Күсенбай ,Юлдыбай, Юлтый, Юламан, Юлсығол, Юлдыбикә, Юлсура, Юлбуға, Юлдаш, Юлбулды, Юлай, Юлдашбикэ, Юлдыҡай, Юлаҡ ,Яубатыр, Яуғасты, Яухужа, Яуҡай, Яубасар, Яулыбай, Яугилде, Яубикә, Босҡон, Босҡонбатыр, Боҫтанай, Ҡасҡын, Ҡасҡынбай һәм Болаш, Болғаҡ һ. б. Ҡунаҡ, туй, Ҡунаҡбикә,Ҡунаҡбай, Туйсы, Туйбикә, Туйсура, Туйһылыу, Туйҡуныр, Туйбаҡты, Байрамбикә, Байрамғол, Байрас, Байрамғәли; ураҡ өҫтөндә, бесән сапҡанда тыуған балаға Ураҡбай, Ураҡсы, Ураҡ, Ураҡай.

5. Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр

 Аҡһылыу, Аҡбай, Аҡбатыр, Аҡйегет, Аҡйән, Аҡкөсөк; Аҡсура, Аҡсыуаҡ, Аҡбикә, Аҡсолтан, Аҡсулпан, Ҡарабаш, Ҡарахан, Ҡаралан, Ҡараҡаш, Ҡарасабей, Ишҡара, Ҡараабыз, Ҡаракөсөк, Ҡарағол, Ҡарабикә, Ҡарасәс, һарығол, һарыман, һарыбай, Сарбай, Йәнһары, Сарманай, Сарынбәт, Ҡыҙылбай, Ҡыҙырас, Ҡыҙылғол, Күкбаш, Күкҡужа, Күккүҙ, Күкәш, Күгәш, Күкән,Алағужа, Алабай, Алаҡай, Алабик .

6. Үҫемлек, иген, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр

Талботаҡ, Имәнҡол, Байтирәк, Муйылбикә, Ҡарағай, Сейәбикә, Ҡамыш, Ҡурай, Мышар, Ҡаранай, Емешбай, Сәсәк ,Гөлкәй, Гөлниса, Гөлдәр, Гөлшат, Гөлбаныу, Гөлһылыу, Гөлбикә, Гөлбостан ,Аралбай, Урмантай, Яланбаш, Туҡай, Туғай, Үҙәнбай, Ҡырбатыр, Таулыбай ,Ирәндек, Уралтау, һамар, Иҙелбай, Иҙелбәк, Иҙелғужа, Туҡбирҙе, Туҡсораң, Туҡсаба, Туҡҡужа, Ыҡсура, Ыҡбирҙе, Яйыҡбай, Нөгөш, Ырғыҙ, Иргиз.

8. Баланың ниндәй хәлдә (еңелме, ауырмы)

тыуыуына ҡарап ҡушылған исемдәр

Аҙналы

9. Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр

Илсе, Илсекәй, Илсебай, Илсен, Илсеғол, Сиру, Сирубай, Сирбай, Сирүкәй Һаҡсығол, Һаҡтағол, һаҡбай, һунарсы, һабансы, Ялсығол, Уҡсы, Мәргән, Алтынсы, Урмансы, Ҡаҙансы, Балтасы, Балтас.

10. Эш, яу ҡорамалдарын, һауыт-һабаны сағылдырған

кеше исемдәре

Мәҫәлән: Ыҡбалта, Балтағол, Балтаҡай, Балтабикә, Балтагэрәй, Балтай, Бысҡыбай,

Киле, Килекәй, Иләкбай, Таған, Тағанай, һабанай, һабанғол, Һабансы, Ураҡ, Ураҡай, Ураҡбай, Тирмәнбай , Ҡылысбай, Ҡаҙан, Ҡаҙансы, Ҡотлоғаҙан, Ҡаҙантархан, Ҡаҙанай, Ҡаҙанғол, Ҡаҙанбай, Ҡаҙанкөн, Ҡаҙанҡай.

11. Аҙыҡ-түлек, кейем атамаларынан яһалған исемдәр

Аҙыҡ, Ризыҡ, Ризыҡҡужа, Буҙабей, Баллыбикә, Баллыбай ,Айбарсын, Барсын, Барсынһылыу.

12. һанды һәм һан төшөнсәһен аңлатҡан һүҙҙәрҙән

яһалған исемдәр

Мәҫәлән: Тәүей, Тәүлесура, Тәүлембэт, Тәүләй, Тәүләбай, Тәүге, Тәүләкән,Тәүет, Тәүеней, Алйегет, Алгилде, Алда, Алдансиру, Алдагәрәй, Алдағуза, Икенсе, Игеҙәк, Ҡушар, Ҡушый, Ҡушали, Ҡушығол, Килдегуш, Ҡушкилде , Өскилде, Осҡа, Әсәкәй, Өстөм, Өстәк, Әҫтәкәй, Өсйән, Бербиш, Бишҡортҡабей, Бишембай, Бишуңғар, Би-

шем, Туғыҙбай, Туғыҙбикә, Туғыҙбак, Туғыҙаҡ, Упай, Ундан, Унғам,

Төпсөк, Төпсөн, Кинйә, Кинйәбай, Кинйәбикә, Кинйәкәй, Кинйәбулат, Кинйәғәли, Кинйәабыз, Кинйәһолтан .

13. Оҡшаш исемдәр

Мәҫәлән: Ҡамырбатыр , Тамырбатыр,Иллмырҙа , Ишмырҙа,  Бикмырҙа,  Аҡмырҙа, Буранбай һәм Ейәнбай, Төлкөбай һәм Ҡонанбай; Ҡарлуғас, Ҡарасәс, Һандуғас , Ҡолоҡас, Байрас, Ишбулды, Ишкилде ,Ишбай, Ишей, Ишкенә, Ишбикә, Ишҡол, Ишҡужа, Ишҡара, Ишҡусты, Ишбирҙе, Ишбулды, Иштуған һ. б.

II. Теләк исемдәр.

1. Яҡшы, изге теләк, бәхет, уңыш теләп

ҡушылған исемдәр

Мәҫәлән: Ҡоткилде, Ҡотлобай, Ҡотлоғужа, Уразбай, Уразым, Ураз,Уразбак, Ырыҫҡол, Ырыҫбикә, Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу ,Яҡшығол, Яҡшыбирҙе .

3. Таш, төрлө металл атамаларынан яһалған исемдәр

Мәҫәлән: Таштимер, Тимерйән, Тимербай, Тимерғәли, Биктимер, Иштимер, Юлтимер, Яҡшытимер, Йәнтимер, Тимербикә, Ташбулат, Бикташ, Ташбай,Ташкөрәк, Ташбаш Айбулат, Аҡбулат, Ташбулат, Тимербулат, Йәнбулат, Алтынбай, Алтынбикә, Алтынсәс, Көмөшбай, Көмөшбикә, Көмөшҡол, Көмөшһылыу, Еҙбикә.

4. Көслө януар, ҡош-ҡорт атамаларынан

яһалған исемдәр

Барс, Иәнбарс, Ҡолбарс, Арслан, Арсланбәк, Арсланбай, Арсланғужа, Арслангәрәй, Ҡылыс Арслан, Арсланбабр, Арсланъюл , Ҡашҡарбай, Бүребай, Шоңҡар, Ыласын, Аҡҡош, Ҡарағош, Ҡобағош, Ҡарлуғас, һандуғас, Ҡарсыға .

5. Социаль титул, дәрәжә, батырлыҡ атамаларынан

яһалған исемдәр

Мәҫәлән: Ишембай, Тимербәк, Сурабай, Түрәкәй, Иштүрә, Байтүрә, Байгөбәк, Аҡкөбәк, Батырҡай, Батырхан, Ҡаныҡай (Ханыҡай), Ейәнсура, Аҡсура, Ҡансура, Ҡаймырҙа, Ишсолтан, Солтанғол, Яҡшығол, Ҡарағол, Ишбикә, Аҡбиби, Ғилемхан

Йәнтүрә, Иштүрә, Байтүрә, Түрдкәй, Түрәбирҙе, Ҡантүру,Алғышай батыр, Ямантай батыр, Ҡартбатыр, Боҫҡонбатыр, Яубатыр, Илбатыр, Туйбатыр, Ҡырбатыр, Арсланбабур, Иртуған, Ирҡол, Ират, Ирбай, Ирман, Ирғужа, Иртүкән, Иркәй, Ирәмәт, Ирғәли, Иргөбәк исемдәре бар.

 

III. АРНАУ ИСЕМДӘР

1. Табыныу йолаларына бәйле исемдәр

Бүләк, Бүләкбай, Бүләкбикә , Мирас, Мирасбай,  Иәҙегәр һәм Һәҙиә (бүләк),  Аҡа, Аҡай, Ағый, Ағабек, Ағабыҙ (Аға абыз),  Абзай, Абызай, Абыз, Абысҡай, Кинйәабыз, Килмәкабыз һ. б. исемдәр бар. «Ҡусты», «мырҙа » һүҙҙәре лә

исем яһаған: Ишҡусты, Ҡустыбай, Эткусты, Ҡусты, Мырҙабай, Мырҙағол, Ишмырҙа,Мөһөрбала, Ырыҫбала, Балағош, Бәпәй, Тәнәкәй, Тәнәк, Биктәнәй. бикә, Ейәнсура, Ейәнбай, Ейәнғол, Ейәнбирҙе, Ейәндыуан, Ейәнсары, Ейәнембәт .

4. Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәре

Мөхәммәт, Ғәли, Ғайса, Муса, Йосоп, Фатима, Ғәйшә, Хәҙисә,Салауат, Юлай, Арҫлан, Маркс, Ингил (Энгельс) Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилена, Ленар (ленинская армия), Ким (коммунистический интернационал молодежи). Рева һәм Люция (революция), Октябрь, Октябрина, Марат, Клара, Рифмир

революционный мир

 

Исем биреү-балаға фатиха биреү. Дөрөҫ исем һайлау.

Ниндәй генә заман булмаһын, донъялағы бөтә ата-әсәләрҙең исемгә ҡарата үҙгәрешһеҙ бер талабы, теләге йәшәп килә: уның балаһы оҙон ғүмерле, ныҡ, аҡыллы, эшлекле, белемле, изге күңелле, һәйбәт характерлы, матур һәм батыр булһын.

Билдәле булыуынса, мәғәнәhеҙ, йәмhеҙ, бөтөнләй ят, яhалма исемдәр көнөнә, айына, йылына нисә тапҡыр ҡабатланып, баланың киләсәгенә, хатта яҙмышына, рухи донъяhына, үҙаңына насар тәьҫир итә. Зөфәр ағай Толомғужиндың мәҡәләһен ҡарап китәйек.Ошо хәҡиҡәтте белмәйме икән инде үҙ балаhына мәғәнәhеҙ яhалма исем ҡушҡан ата-әсә?-тип яҙа ул “Асылға ҡайтыу” мәҡәләһендә. Ни өсөн балаға матур, яғымлы, мәғәнәле исем ҡушыу тантанаһы ҡушамат тағыуға әйләнде?
 Ят, мәғәнәhеҙ исемдәр халҡыбыҙ араhына уҙған быуаттың 60 – 90-сы йылдарында түгел, ә байтаҡҡа иртәрәк – Октябрь революцияhынан hуң килеп инә. Тап ошо мәлдә халҡыбыҙҙың тормошонда, рухи донъяhында ҙур hынылыш башланған. Революция hәм Граждандар hуғышы халҡыбыҙ аңына бөтөнләй ят төшөнсәләр, телебеҙгә элек бер ҡасан да билдәле булмаған hүҙҙәр алып килгән: революция, контра, кулак, буржуй, яңы тормош, аҡтар, ҡыҙылдар, ҡыҙыл йондоҙ, бөтә донъя революцияhы hәм башҡалар. Йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йөҙәр йыл йәшәй килгән башҡорт исемдәре, исем ҡушыу йолалары яңы властар тарафынан «иҫкелек ҡалдығы», «иҫкелек мираҫы», «үткән ваҡыт мираҫы», «үткән колониаль мираҫ» тип иғлан ителгән. Шулай итеп, бөтә ил күләмендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, иҫкелек ҡалдыҡтарына ҡаршы аяуhыҙ көрәш асылған. Тап ошо ваҡытта Галилей, Бруно, Спартак, Томас, Уот, Тайлор, Марат, Камиль, Ноэль, Марсель, Луиза, Ванцет, Клара, Роза, Риль, Радек, Фрунзе, Интерна, Кинталина, Капиталина hәм башҡа исемдәр барлыҡҡа килгән
Бик күп яңы исем Ленин, Октябрь революцияhы, бөтә донъя революцияhы, Коммунистик Интернационал менән бәйле.
Яңы тыуған сабыйҙарға календарь биш йыл буйы бына ниндәй исемдәр тәҡдим иткән Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилким (Владимир Ильич Ленин hәм Коммунистический интернационал молодежи), Вилена, Влаил, Вилера (В. И. Ленин и революция), Ленир (Ленин и революция), Револь, Люция (революция), Октябрина, Дамир (Да здравствует мировая революция), Замир (За мировую революцию), Радмир (Рады мировой революции), Ревлен (Революция и Ленин), Ревмир (революция мировая), Зарема (за революцию мировую), Ренат, Рената (революция, наука, труд), Юнир (юный революционер) hәм башҡалар. Бөгөн был исемдәрҙе йөрөткән кешеләр бихисап.
Йылдан-йыл ҡабатланған был исемдәр, hис шикhеҙ, кешеләрҙең аңына hеңә башлаған, уларҙың иғтибарын йәлеп иткән
. Рус халҡында, мәҫәлән, Равиль, Наиль, Камиль, Спартак, Ренат, Ревмир, Дамир, Замир, Чарта, Интерна тигән hәм башҡа тәҡдим ителгән исемдәрҙе осратырмын тимә
Ә бына башҡорттар, Ленин менән Сталин төҙөй башлаған «яңы тормош»ҡа тиҙерәк барып инергә ашығып, үҙҙәренең тарихи исемдәренән ваз кисеп, туҙға яҙмаған
дарын ҡабул иткән. Һуңыраҡ, 60 – 70-се йылдарҙа, үрҙә килтерелгән исемдәр бер аҙ юғала төшкән. Ләкин уларға алмашҡа тағы ла мәғәнәhеҙерәк, рухи донъябыҙға бөтөнләй тап килмәгән исемдәр килгән: Фрат, Фрит, Финат, Фидат, Фирдәт, Фирғәт, Флит, Фәрзәт, Филәс, Фларит, Фларис, Фәнзил, Фәнзит, Филарет h.б... Был исемдәр бер нәмәне лә аңлатмай.Дәүерҙе дәүер алмаштырған, Башҡортостаныбыҙҙа рухи үҫеш өсөн яңы шарттар тыуған, әммә сабыйға исем ҡушыу мәсьәләhендә хәлдәр үҙгәрмәгән. Киреhенсә, йәштәр бер-береhе менән ярышып тигәндәй үҙ балаhына Альфред, Леонардо, Динис, Лидия, Олеся, Юлия, Ирина, Лариса, Женя, Олег, Валерий, Ангелина кеүек христиан исемдәре таға башлаған. Үрҙә килтерелгән бихисап факттан күренеүенсә, бөгөн дә байтаҡ  йәш ата-әсә балаға исем ҡушыуға етди ҡарамай, баланың киләсәген уйламай, «мода»ға эйәреп hәм рухи hуҡырлығын бөтә илгә күрhәтеп, үҙ балаhына мәғәнәhеҙ исем эҙләп таба hәм баланы ғүмерлеккә ризаhыҙлыҡҡа, әҙәм көлкөhөнә дусар итә.

Беҙҙең мәктәптә, ҡалала  киң таралған  башҡорт исемдәре.

Исемдәр тарихын өйрәнгәндән һуң, мин үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыусы башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙары араһында тикшереү үткәрҙем. Был тикшереүҙә бөтәһе 89 кеше ҡатнашты.Бөгөнгө көндә киң таралған башҡорт исемдәрен  билдәләү ине минең маҡсатым. Тикшеренеүҙәрҙән  сығып шуны әйтергә инем,башҡорт исемдәре күп булыуға ҡарамаҫтан,бер үк исемдәр йыш  ҡабатлана.


Тикшеренеүҙә 89 уҡыусыҡатнашты.
Йыш ҡабатланған исемдәр:
-Алина 11% (10 у
ҡ.);
-Карина 6% (6 у
ҡ.);
-Азалия 9% (8у
ҡ.);
-Рената 4,4% (4 у
ҡ.);
-Руслан 3% (3 у
ҡ.)
-Аделина 3% (3 у
ҡ.)
-Динар 3% (3 у
ҡ.)

 

 

 

 

-Элина  3% (3 уҡ.)
-Диана 3% (3 у
ҡ.)

-Айгөл 3% (3 уҡ.)
-Камил 3% (3 у
ҡ.)
-Алмаз 2 у
ҡ.
-Артур 2 у
ҡ.
-Данил  2 у
ҡ.
-Вадим  2 у
ҡ.
-Рама
ҙан  2 уҡ.


Ҡалғандары:
Юли
ә,Марат,Зарина,Вилдан,Дамир,Эльза,Венера,Альберт,Алһыуәйсән,Илназ,Альбина,Регина,Гүзәл,Радик,Фидан,Фәнүр,Лиана,Илүзә,Лилиә.

Уҡыусыларҙың араһындаАзамат, Рәсим,Ғәзиз,Айҙар,Әнүр   исемле башҡортисемдәреләосраны.

Мәләүезҡалаһында 2011-2012 йылдарҙа тыуған башҡорт балаларының исемдәре:
1-се урында Асҡар,Тимур,Асия,Кәмилә,Алина,Наҙгөл, Диана,Эвелина
2-се урында  Руслан,Динис,Илдан

Әминәғәр. —тыныс тәбиғәтле;
ышаныслы, то
ғро
М
әҙинәғәр.—Ғәрәбстандағы
изге
ҡала исеменән
Сабир
ғәр.-сабыр,түҙемле
К
әримғәр. — йомарт, киң күңел­ле,

Әмирғәр. — түрә, башлыҡисемлемәғәнәле исемдәрҙә бар.

Йомғаҡлау

 

       Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш.

Яны тыуған сабыйға—киләсәктә үҙ иленең тулы хоҡуҡлы граж­

данына — исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы,

 башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе

иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа

кәрәк.

   Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп,исемен яратып үҫһә,унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна.Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн,үҙгәртмәһен,оялмаһын. 

Милли аң тәрбиәләү, саф башҡорт исемдәрен пропагандалауға ныҡлы иғтибар бирелһен ине.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1.Т. Кусимова “Исемдәр донъяһында”

2.З.Толомғужин “Асылға ҡайтыу”

3.Ф.Аҡбулатова  “Исем биреү-балаға фатиха биреү”(мәҡәлә)

4.Современные Башкирские имена, Список Башкирских имен, Значение...

Режим доступа:namesforyou.rubashkirskie-imena

5.Башкирские имена

Режим доступа:childsname.narod.rur1.html 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Яҡшыбаева А.А.

 

Исемең  матур,   кемдәр ҡушҡан?

 

-Исемең нисек?-тип һорай һәр кем бер-береһе менән танышҡанда .

 -Ниндәй ырыуҙанһың? Кем балаһы булаһың? Атың кем? Кем атлыһың?- тип һорашыр булған ят кеше менән осрашҡанда борон замандарҙа беҙҙең ата-бабалар. Кеше исемдәре ҡасан, нисек, тел һәм йәмғиәт үҫешенең ҡайһы баҫҡысында барлыҡҡа килгәндер — быны әйтеүе  ҡыйын. Билдәле булған кешелек йәмғиәте тарихының һәр бер дәүерендә кеше исемдәре булған. Улар бик борон замандарҙа тәүтормош дәүерендә аныҡ телмәр  менән бер ваҡытта барлыҡҡа килгән, тигән фекер йәшәй.

        Быйылғы  уҡыу йылында мин Вилена исемле ҡыҙ менән дуҫлаштым. “Исемең бик тә үҙенсәлекле яңғырай,нимәне аңлата ул?” –тигән һорауға ул аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Ҡыҙыҡһынып интернет селтәренән ҡараным.Мәғәнәһен белгәс бик тә ғәжәпләндем.

    Беҙҙең илдә бөгөнгө көндә 126 төрлө халыҡ йәшәй. Һәр халыҡтың үҙ телендә быуаттар буйына формалашҡан кеше исемдәре, исем ҡушыу йолалары барлыҡҡа килгән. Беҙҙең йәмғиәттә кешене рәсми рәүештә фамилия, исем ,шәрифе  менән теркәү һәм атап  йөрөтөү формаһы ҡабул ителгән.

      Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Бөгөнгө көндә лә исем ҡушыуҙа яңы йолалар барлыҡҡа килә.. Башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат бай. Шулай булыуға  ҡарамаҫтан нисек мәғәнәhеҙ, йәмhеҙ, бөтөнләй ят, яhалма исемдәр ҡушыуҙан һаҡланырға?  Һәр заманда дөрөҫ исем һайлау актуаль тема  булып ҡала.

        Кеше исеменең мәғәнәһе быуаттар буйына формалашҡан.Төрлө исемдәр төрлөсә яңғырай:ҡайһы берҙәре яғымлы,икенселәре күңелгәят. Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш. Кеше тыуғас та бирелгән  исемен ғүмере буйына йөрөтә. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай әле. Атай-әсәй балаға ғүмер һәм исем бүләк итә. Ошо исем уны ғүмер буйы оҙата килә.Исем менән кеше донъя күрә,ауырлыҡ-  шатлыҡтарын да бергә күтәрә.Исемдең асылы күп мәғлүмәт бирә Ул яғымлы,йомшаҡ,иркә мөмкин, шул уҡ ваҡытта ҡоро,ҡурҡыныс, яңғырарға мөмкин.Исем  кешенең характерына,яҙмышына тьәҫир итә тигән фекер йәшәй халыҡта. Тимәк, исемдәре-халыҡ тарихының  бер айырылмаҫ өлөшө.

1.Башҡорт исемдәренең тарихы.

     Башҡорт теле  төрки телдәр  ғаиләһенә ҡарай. Күп  башҡорт исемдәре  нәҡ ғәрәп,төрөк,грек  ,фарсы телдәренән үҙләштерелгән. Һәр ғаиләлә бала тыуыуы- ҙур шатлыҡ. Исемдәрҙе  тик мулла рөхсәте менән генә ҡушҡандар. Баланың тыуыуы башҡа шатлыҡлы ваҡиғаға тура килһә, ул сағында ир-балаға Башир, (“шатлыҡ хәбәрсеһе” тигәнде аңлата),ә ҡыҙ балаға Башорат тип исем ҡушҡандар. Был исемдәрҙе йөрөтөүселәр  бәхетле булыр тип ышанғандар.  Уларҙы һәр ерҙә “яҡшы хәбәр” килтереүселәр тип ҡыуанып ҡаршы алғандар.Башҡорттар  балаға яуыз  көстәрҙән һаҡлаусы исемдәр ҡушҡандар.Шулай күп исемдәрҙә таш һүҙе бар.Бындай исемдәрҙе ҡушып балаларына  характер ныҡлығы,оҙон ғүмер теләгәндәр.Был таш исеменән башҡа һаҡлаусы исемдәр ҙә ҡулланылған. “Таш” мәғәнәһе  булған исемдәр башҡа халыҡтарҙа ла осрай .Рус телендә киң таралған исемдәрҙең береһе Петр шулай уҡ таш тигәнде аңлата икән.

Төркиәлә  балаға ике исем бирәләр:береһе -ялған ,икенсеһе ысын исем.Яуыз  көстәрҙән һаҡлау өсөн шулай тип атайҙар икән.Тарихсылар билдәләүенсә исемдәрҙе йәшереү йолаһы күп халыҡтарҙа бар. Кеше бик ныҡ ауырыған осраҡта уның исемен алмаштырғандар.

Минең исемем Айгөл башҡорт исемдәре араһында киң таралған. АЙГӨЛ  исеме фарсы теленән ингән. Ике һүҙҙән яһалған ай + гөл; ай гөлө .Минең исемемде атайымдыҡына оҡшатып ҡушҡандар.Минеңсә был исем яғымлы,йомшаҡ һәм матур яңғырай.

Артабан  башҡорт исемдәренең төркөмдәргә бүленеше тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китмәксемен. Ғалимдар исемдәрҙе ҙур өс төркөмгә бүлә.Тасуири,арнау,теләк исемдәр.

Башҡорт исемдәренең  төркөмдәре.

I. ТАСУИРИ ИСЕМДӘР

1. Баланың төҫөн, һәм башҡа  үҙенсәлектәрен сағылдырған

исемдәр

 Мәҫәлән: Баҙыҡ, Сибек, Сулаҡ ,Күккүҙ, Ҡарабаш, Ҡараҡаш, һарысәс, Аҡбала,«Миң» һүҙе менән күп исемдәр яһалған: Миңһылыу, Миңдекәй, Миңлебай, Миңлеғол уға Йөҙлөкәй, Йәҙөкәс, Йөҙлөкбай, Йөҙөбәк, Йөҙөкәй

2. Тәбиғәт күренештәренә бәйле исемдәр

Башҡорт исемдәре составында тәбиғәт күренештәрен

күрһәткән һүҙҙәрҙән яһалған исемдәр күп: Буранбай, Бу­

жансы, Буранғол, Томансы, Аяҙ, Аяҙғол, Ҡояшбикә, Аҡ-

сыуаҡ, Байсыуаҡ, Айсыуаҡ, Яуа, Ямғур, Йәйсән, Борсаҡ,

Елкәй, Елбулды, Елкәс, Болотбай һ. б.

 

3. Ваҡыт төшөнсәһенә бәйле исемдәр

Мәҫәлән:Айһылыу, Айсыуаҡ, Айбикә, Айбаҡты, Айгилде, Айсыл, Айҙағол, Айтаман, Көнбикә, Көнһылыу, Төннөк, Төнғатар, Көнтоғмош, Таңғатар, Таңатар, Таңбикә, Таңһылыу, Таңсулпан, Сулпан, Ҡояшбай, Ҡояшбикә ,Мөхәррәм, Сәфәр, Рәжәп, Шаһбан, Рамазан, Шәүәл(и), Зөлҡәғиҙә, Зөлхизә, Йомадил тигәндәре, баланың

шул айҙа тыуыуын күрһәтеп (тасуирлап), исем итеп ҡушылған. Көн исемләренән «аҙна» һәм «йома» һүҙҙәре исем яһауҙа йыш ҡулланылған: Аҙнабай, Йомабай, Йомаҡай, Аҙнабикә, Аҙнаҡай, Йомабикә .

4. Тормошта төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған исемдәр

 Күсәк, Күсәкбай, Күсем, Күсекәй, Күсей, Күсмәк, Күсәш, Күсәрбай, Күсенбай ,Юлдыбай, Юлтый, Юламан, Юлсығол, Юлдыбикә, Юлсура, Юлбуға, Юлдаш, Юлбулды, Юлай, Юлдашбикэ, Юлдыҡай, Юлаҡ ,Яубатыр, Яуғасты, Яухужа, Яуҡай, Яубасар, Яулыбай, Яугилде, Яубикә, Босҡон, Босҡонбатыр, Боҫтанай, Ҡасҡын, Ҡасҡынбай һәм Болаш, Болғаҡ һ. б. Ҡунаҡ, туй, Ҡунаҡбикә,Ҡунаҡбай, Туйсы, Туйбикә, Туйсура, Туйһылыу, Туйҡуныр, Туйбаҡты, Байрамбикә, Байрамғол, Байрас, Байрамғәли; ураҡ өҫтөндә, бесән сапҡанда тыуған балаға Ураҡбай, Ураҡсы, Ураҡ, Ураҡай.

5. Төҫ атамаларынан яһалған исемдәр

 Аҡһылыу, Аҡбай, Аҡбатыр, Аҡйегет, Аҡйән, Аҡкөсөк; Аҡсура, Аҡсыуаҡ, Аҡбикә, Аҡсолтан, Аҡсулпан, Ҡарабаш, Ҡарахан, Ҡаралан, Ҡараҡаш, Ҡарасабей, Ишҡара, Ҡараабыз, Ҡаракөсөк, Ҡарағол, Ҡарабикә, Ҡарасәс, һарығол, һарыман, һарыбай, Сарбай, Йәнһары, Сарманай, Сарынбәт, Ҡыҙылбай, Ҡыҙырас, Ҡыҙылғол, Күкбаш, Күкҡужа, Күккүҙ, Күкәш, Күгәш, Күкән,Алағужа, Алабай, Алаҡай, Алабик .

6. Үҫемлек, иген, сәскә атамаларынан яһалған исемдәр

Талботаҡ, Имәнҡол, Байтирәк, Муйылбикә, Ҡарағай, Сейәбикә, Ҡамыш, Ҡурай, Мышар, Ҡаранай, Емешбай, Сәсәк ,Гөлкәй, Гөлниса, Гөлдәр, Гөлшат, Гөлбаныу, Гөлһылыу, Гөлбикә, Гөлбостан ,Аралбай, Урмантай, Яланбаш, Туҡай, Туғай, Үҙәнбай, Ҡырбатыр, Таулыбай ,Ирәндек, Уралтау, һамар, Иҙелбай, Иҙелбәк, Иҙелғужа, Туҡбирҙе, Туҡсораң, Туҡсаба, Туҡҡужа, Ыҡсура, Ыҡбирҙе, Яйыҡбай, Нөгөш, Ырғыҙ, Иргиз.

8. Баланың ниндәй хәлдә (еңелме, ауырмы)

тыуыуына ҡарап ҡушылған исемдәр

Аҙналы

9. Эш, хеҙмәт, һөнәрҙе сағылдырған исемдәр

Илсе, Илсекәй, Илсебай, Илсен, Илсеғол, Сиру, Сирубай, Сирбай, Сирүкәй Һаҡсығол, Һаҡтағол, һаҡбай, һунарсы, һабансы, Ялсығол, Уҡсы, Мәргән, Алтынсы, Урмансы, Ҡаҙансы, Балтасы, Балтас.

10. Эш, яу ҡорамалдарын, һауыт-һабаны сағылдырған

кеше исемдәре

Мәҫәлән: Ыҡбалта, Балтағол, Балтаҡай, Балтабикә, Балтагэрәй, Балтай, Бысҡыбай,

Киле, Килекәй, Иләкбай, Таған, Тағанай, һабанай, һабанғол, Һабансы, Ураҡ, Ураҡай, Ураҡбай, Тирмәнбай , Ҡылысбай, Ҡаҙан, Ҡаҙансы, Ҡотлоғаҙан, Ҡаҙантархан, Ҡаҙанай, Ҡаҙанғол, Ҡаҙанбай, Ҡаҙанкөн, Ҡаҙанҡай.

11. Аҙыҡ-түлек, кейем атамаларынан яһалған исемдәр

Аҙыҡ, Ризыҡ, Ризыҡҡужа, Буҙабей, Баллыбикә, Баллыбай ,Айбарсын, Барсын, Барсынһылыу.

12. һанды һәм һан төшөнсәһен аңлатҡан һүҙҙәрҙән

яһалған исемдәр

Мәҫәлән: Тәүей, Тәүлесура, Тәүлембэт, Тәүләй, Тәүләбай, Тәүге, Тәүләкән,Тәүет, Тәүеней, Алйегет, Алгилде, Алда, Алдансиру, Алдагәрәй, Алдағуза, Икенсе, Игеҙәк, Ҡушар, Ҡушый, Ҡушали, Ҡушығол, Килдегуш, Ҡушкилде , Өскилде, Осҡа, Әсәкәй, Өстөм, Өстәк, Әҫтәкәй, Өсйән, Бербиш, Бишҡортҡабей, Бишембай, Бишуңғар, Би-

шем, Туғыҙбай, Туғыҙбикә, Туғыҙбак, Туғыҙаҡ, Упай, Ундан, Унғам,

Төпсөк, Төпсөн, Кинйә, Кинйәбай, Кинйәбикә, Кинйәкәй, Кинйәбулат, Кинйәғәли, Кинйәабыз, Кинйәһолтан .

13. Оҡшаш исемдәр

Мәҫәлән: Ҡамырбатыр , Тамырбатыр,Иллмырҙа , Ишмырҙа,  Бикмырҙа,  Аҡмырҙа, Буранбай һәм Ейәнбай, Төлкөбай һәм Ҡонанбай; Ҡарлуғас, Ҡарасәс, Һандуғас , Ҡолоҡас, Байрас, Ишбулды, Ишкилде ,Ишбай, Ишей, Ишкенә, Ишбикә, Ишҡол, Ишҡужа, Ишҡара, Ишҡусты, Ишбирҙе, Ишбулды, Иштуған һ. б.

II. Теләк исемдәр.

1. Яҡшы, изге теләк, бәхет, уңыш теләп

ҡушылған исемдәр

Мәҫәлән: Ҡоткилде, Ҡотлобай, Ҡотлоғужа, Уразбай, Уразым, Ураз,Уразбак, Ырыҫҡол, Ырыҫбикә, Йәнгилде, Йәнгил, Йәнбирҙе, Йәнсура, Йәнбикә, Йәнһылыу ,Яҡшығол, Яҡшыбирҙе .

3. Таш, төрлө металл атамаларынан яһалған исемдәр

Мәҫәлән: Таштимер, Тимерйән, Тимербай, Тимерғәли, Биктимер, Иштимер, Юлтимер, Яҡшытимер, Йәнтимер, Тимербикә, Ташбулат, Бикташ, Ташбай,Ташкөрәк, Ташбаш Айбулат, Аҡбулат, Ташбулат, Тимербулат, Йәнбулат, Алтынбай, Алтынбикә, Алтынсәс, Көмөшбай, Көмөшбикә, Көмөшҡол, Көмөшһылыу, Еҙбикә.

4. Көслө януар, ҡош-ҡорт атамаларынан

яһалған исемдәр 

Барс, Иәнбарс, Ҡолбарс, Арслан, Арсланбәк, Арсланбай, Арсланғужа, Арслангәрәй, Ҡылыс Арслан, Арсланбабр, Арсланъюл , Ҡашҡарбай, Бүребай, Шоңҡар, Ыласын, Аҡҡош, Ҡарағош, Ҡобағош, Ҡарлуғас, һандуғас, Ҡарсыға .

5. Социаль титул, дәрәжә, батырлыҡ атамаларынан

яһалған исемдәр

Мәҫәлән: Ишембай, Тимербәк, Сурабай, Түрәкәй, Иштүрә, Байтүрә, Байгөбәк, Аҡкөбәк, Батырҡай, Батырхан, Ҡаныҡай (Ханыҡай), Ейәнсура, Аҡсура, Ҡансура, Ҡаймырҙа, Ишсолтан, Солтанғол, Яҡшығол, Ҡарағол, Ишбикә, Аҡбиби, Ғилемхан

Йәнтүрә, Иштүрә, Байтүрә, Түрдкәй, Түрәбирҙе, Ҡантүру,Алғышай батыр, Ямантай батыр, Ҡартбатыр, Боҫҡонбатыр, Яубатыр, Илбатыр, Туйбатыр, Ҡырбатыр, Арсланбабур, Иртуған, Ирҡол, Ират, Ирбай, Ирман, Ирғужа, Иртүкән, Иркәй, Ирәмәт, Ирғәли, Иргөбәк исемдәре бар.

 

III. АРНАУ ИСЕМДӘР

1. Табыныу йолаларына бәйле исемдәр

 Бүләк, Бүләкбай, Бүләкбикә , Мирас, Мирасбай,  Иәҙегәр һәм Һәҙиә (бүләк),  Аҡа, Аҡай, Ағый, Ағабек, Ағабыҙ (Аға абыз),  Абзай, Абызай, Абыз, Абысҡай, Кинйәабыз, Килмәкабыз һ. б. исемдәр бар. «Ҡусты», «мырҙа » һүҙҙәре лә

исем яһаған: Ишҡусты, Ҡустыбай, Эткусты, Ҡусты, Мырҙабай, Мырҙағол, Ишмырҙа,Мөһөрбала, Ырыҫбала, Балағош, Бәпәй, Тәнәкәй, Тәнәк, Биктәнәй. бикә, Ейәнсура, Ейәнбай, Ейәнғол, Ейәнбирҙе, Ейәндыуан, Ейәнсары, Ейәнембәт .

4. Тарихи шәхес, халыҡ батырҙары исемдәре

  Мөхәммәт, Ғәли, Ғайса, Муса, Йосоп, Фатима, Ғәйшә, Хәҙисә,Салауат, Юлай, Арҫлан, Маркс, Ингил (Энгельс) Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилена, Ленар (ленинская армия), Ким (коммунистический интернационал молодежи). Рева һәм Люция (революция), Октябрь, Октябрина, Марат, Клара, Рифмир

революционный мир

 

Исем биреү-балаға фатиха биреү. Дөрөҫ исем һайлау.

Ниндәй генә заман булмаһын, донъялағы бөтә ата-әсәләрҙең исемгә ҡарата үҙгәрешһеҙ бер талабы, теләге йәшәп килә: уның балаһы оҙон ғүмерле, ныҡ, аҡыллы, эшлекле, белемле, изге күңелле, һәйбәт характерлы, матур һәм батыр булһын.

      Билдәле булыуынса, мәғәнәhеҙ, йәмhеҙ, бөтөнләй ят, яhалма исемдәр көнөнә, айына, йылына нисә тапҡыр ҡабатланып, баланың киләсәгенә, хатта яҙмышына, рухи донъяhына, үҙаңына насар тәьҫир итә. Зөфәр ағай Толомғужиндың мәҡәләһен ҡарап китәйек.Ошо хәҡиҡәтте белмәйме икән инде үҙ балаhына мәғәнәhеҙ яhалма исем ҡушҡан ата-әсә?-тип яҙа ул “Асылға ҡайтыу” мәҡәләһендә.  Ни өсөн балаға матур, яғымлы, мәғәнәле исем ҡушыу тантанаһы ҡушамат тағыуға әйләнде?
 Ят, мәғәнәhеҙ исемдәр халҡыбыҙ араhына уҙған быуаттың 60 – 90-сы йылдарында түгел, ә байтаҡҡа иртәрәк – Октябрь революцияhынан hуң килеп инә. Тап ошо мәлдә халҡыбыҙҙың тормошонда, рухи донъяhында ҙур hынылыш башланған. Революция hәм Граждандар hуғышы халҡыбыҙ аңына бөтөнләй ят төшөнсәләр, телебеҙгә элек бер ҡасан да билдәле булмаған hүҙҙәр алып килгән: революция, контра, кулак, буржуй, яңы тормош, аҡтар, ҡыҙылдар, ҡыҙыл йондоҙ, бөтә донъя революцияhы hәм башҡалар. Йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йөҙәр йыл йәшәй килгән башҡорт исемдәре, исем ҡушыу йолалары яңы властар тарафынан «иҫкелек ҡалдығы», «иҫкелек мираҫы», «үткән ваҡыт мираҫы», «үткән колониаль мираҫ» тип иғлан ителгән. Шулай итеп, бөтә ил күләмендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, иҫкелек ҡалдыҡтарына ҡаршы аяуhыҙ көрәш асылған. Тап ошо ваҡытта Галилей, Бруно, Спартак, Томас, Уот, Тайлор, Марат, Камиль, Ноэль, Марсель, Луиза, Ванцет, Клара, Роза, Риль, Радек, Фрунзе, Интерна, Кинталина, Капиталина hәм башҡа исемдәр барлыҡҡа килгән
Бик күп яңы исем Ленин, Октябрь революцияhы, бөтә донъя революцияhы, Коммунистик Интернационал менән бәйле.
Яңы тыуған сабыйҙарға календарь биш йыл буйы бына ниндәй исемдәр тәҡдим иткән Вил (Владимир Ильич Ленин), Вилким (Владимир Ильич Ленин hәм Коммунистический интернационал молодежи), Вилена, Влаил, Вилера (В. И. Ленин и революция), Ленир (Ленин и революция), Револь, Люция (революция), Октябрина, Дамир (Да здравствует мировая революция), Замир (За мировую революцию), Радмир (Рады мировой революции), Ревлен (Революция и Ленин), Ревмир (революция мировая), Зарема (за революцию мировую), Ренат, Рената (революция, наука, труд), Юнир (юный революционер) hәм башҡалар. Бөгөн был исемдәрҙе йөрөткән кешеләр бихисап.
Йылдан-йыл ҡабатланған был исемдәр, hис шикhеҙ, кешеләрҙең аңына hеңә башлаған, уларҙың иғтибарын йәлеп иткән
. Рус халҡында, мәҫәлән, Равиль, Наиль, Камиль, Спартак, Ренат, Ревмир, Дамир, Замир, Чарта, Интерна тигән hәм башҡа тәҡдим ителгән исемдәрҙе осратырмын тимә
Ә бына башҡорттар, Ленин менән Сталин төҙөй башлаған «яңы тормош»ҡа тиҙерәк барып инергә ашығып, үҙҙәренең тарихи исемдәренән ваз кисеп, туҙға яҙмаған
дарын ҡабул иткән. Һуңыраҡ, 60 – 70-се йылдарҙа, үрҙә килтерелгән исемдәр бер аҙ юғала төшкән. Ләкин уларға алмашҡа тағы ла мәғәнәhеҙерәк, рухи донъябыҙға бөтөнләй тап килмәгән исемдәр килгән: Фрат, Фрит, Финат, Фидат, Фирдәт, Фирғәт, Флит, Фәрзәт, Филәс, Фларит, Фларис, Фәнзил, Фәнзит, Филарет h.б... Был исемдәр бер нәмәне лә аңлатмай.Дәүерҙе дәүер алмаштырған, Башҡортостаныбыҙҙа рухи үҫеш өсөн яңы шарттар тыуған, әммә сабыйға исем ҡушыу мәсьәләhендә хәлдәр үҙгәрмәгән. Киреhенсә, йәштәр бер-береhе менән ярышып тигәндәй үҙ балаhына Альфред, Леонардо, Динис, Лидия, Олеся, Юлия, Ирина, Лариса, Женя, Олег, Валерий, Ангелина кеүек христиан исемдәре таға башлаған. Үрҙә килтерелгән бихисап факттан күренеүенсә, бөгөн дә байтаҡ  йәш ата-әсә балаға исем ҡушыуға етди ҡарамай, баланың киләсәген уйламай, «мода»ға эйәреп hәм рухи hуҡырлығын бөтә илгә күрhәтеп, үҙ балаhына мәғәнәhеҙ исем эҙләп таба hәм баланы ғүмерлеккә ризаhыҙлыҡҡа, әҙәм көлкөhөнә дусар итә.

Беҙҙең мәктәптә, ҡалала  киң таралған  башҡорт исемдәре.

Исемдәр тарихын өйрәнгәндән һуң, мин үҙебеҙҙең мәктәптә уҡыусы башҡорт ҡыҙҙары һәм малайҙары араһында тикшереү үткәрҙем. Был тикшереүҙә бөтәһе 89 кеше ҡатнашты.Бөгөнгө көндә киң таралған башҡорт исемдәрен  билдәләү ине минең маҡсатым. Тикшеренеүҙәрҙән  сығып шуны әйтергә инем,башҡорт исемдәре күп булыуға ҡарамаҫтан,бер үк исемдәр йыш  ҡабатлана.


Тикшеренеүҙә 89 уҡыусыҡатнашты.
Йыш ҡабатланған исемдәр:
-Алина 11% (10 у
ҡ.);
-Карина 6% (6 у
ҡ.);
-Азалия 9% (8у
ҡ.);
-Рената 4,4% (4 у
ҡ.);
-Руслан 3% (3 у
ҡ.)
-Аделина 3% (3 у
ҡ.)
-Динар 3% (3 у
ҡ.)

 

 

 

 

-Элина  3% (3 уҡ.)
-Диана 3% (3 у
ҡ.)

-Айгөл 3% (3 уҡ.)
-Камил 3% (3 у
ҡ.)
-Алмаз 2 у
ҡ.
-Артур 2 у
ҡ.
-Данил  2 у
ҡ.
-Вадим  2 у
ҡ.
-Рама
ҙан  2 уҡ.


Ҡалғандары:
Юли
ә,Марат,Зарина,Вилдан,Дамир,Эльза,Венера,Альберт,Алһыуәйсән,Илназ,Альбина,Регина,Гүзәл,Радик,Фидан,Фәнүр,Лиана,Илүзә,Лилиә.

Уҡыусыларҙың араһындаАзамат, Рәсим,Ғәзиз,Айҙар,Әнүр   исемле башҡортисемдәреләосраны.

Мәләүезҡалаһында 2011-2012 йылдарҙа тыуған башҡорт балаларының исемдәре:
1-се урында Асҡар,Тимур,Асия,Кәмилә,Алина,Наҙгөл, Диана,Эвелина
2-се урында  Руслан,Динис,Илдан

Әминәғәр. —тыныс тәбиғәтле;
ышаныслы, то
ғро
М
әҙинәғәр.—Ғәрәбстандағы
изге
ҡала исеменән
Сабир
ғәр.-сабыр,түҙемле
К
әримғәр. — йомарт, киң күңел­ле,

Әмирғәр. — түрә, башлыҡ  исемле мәғәнәле исемдәрҙә бар.

Йомғаҡлау

 

       Балаға исем ҡушыу — яуаплы эш.

Яны тыуған сабыйға—киләсәктә үҙ иленең тулы хоҡуҡлы граж­

данына — исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы,

 башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе

иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа

кәрәк.

   Бала бәләкәйҙән үҙ исеменең мәғәнәһен белеп,исемен яратып үҫһә,унда үҙенең милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уяна.Һәр кеше исемен ғорур йөрөтһөн,үҙгәртмәһен,оялмаһын. 

Милли аң тәрбиәләү, саф башҡорт исемдәрен пропагандалауға ныҡлы иғтибар бирелһен ине.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1.Т. Кусимова “Исемдәр донъяһында”

2.З.Толомғужин “Асылға ҡайтыу”

3.Ф.Аҡбулатова  “Исем биреү-балаға фатиха биреү”(мәҡәлә)

4.Современные Башкирские имена, Список Башкирских имен, Значение...

Режим доступа:namesforyou.rubashkirskie-imena

5.Башкирские имена

Режим доступаchildsname.narod.rur1.html 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 



 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тикшеренеү эше "Исемең матур,кемдәр ҡушҡан?""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор дома творчества

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 609 657 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.11.2015 1807
    • DOCX 1 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гаделева Гульшат Галимяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гаделева Гульшат Галимяновна
    Гаделева Гульшат Галимяновна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8769
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 455 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 279 человек из 66 регионов

Мини-курс

Психология аддикции: понимание и распознование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Проектный анализ: стратегии и инструменты управления успешными проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Профориентация детей и подростков

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 14 регионов