Инфоурок Другое Конспекты"Тыуған ил ҡайҙан башлана?" темаһына оҫталыҡ дәресе.

"Тыуған ил ҡайҙан башлана?" темаһына оҫталыҡ дәресе.

Скачать материал

 

Тыуған ил  ҡайҙан башлана?

(Мастер класс “Йыл уҡытыусыһы” конкурсына)

1.Проектор аша сюжет ҡарау.

Һеҙҙең күңелегеҙгә ниндәй уйҙар килде?

Эйе, тыуған ер,тыуған йорт!

2. Ә туған ил ҡайҙан башлана һуң? Был һорауға яуапты бергәләп эҙләп ҡарайыҡ. Яуаптар(тыуған өй, тәбиғәт, мәктәп, урам, ишек алды)

    Һәр кем уны үҙенсә һөйә, үҙенсә аңлай, уның менән ғорурлана. Ниндәй генә гүзәл, иҫ китерлек урындарҙа булһаң да, үҙ төйәгең яҡыныраҡ, йүгереп ҡайтҡы, тиҙерәк үҙ тупрағыңа аяҡ баҫҡы килә. «Тыуған илем – алтын бишек», – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер.

3.Халҡыбыҙҙа  тыуған ер тураһында ниндәй уй-фекерҙәр бар икән?Әйтем- мәҡәлдәргә өндәшәйек әле?!

Тыуған илдең әреме лә хуш еҫле!

Туған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле!

Үҙ илең алтын бишек!

Бик дөрөҫ һүҙҙәр. Халҡыбыҙҙың  билдәле “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында Заятүләк тә бит, һөйгән ҡыҙы янында булыуға ҡарамаҫтан, һыу аҫты батшалығында йәшәһә лә, тыуған ерен, Балҡантауын һағынып зарыға… “Алтын – көмөш яуған ерҙән, тыуған – үҫкән ер яҡшы” тигән боронғолар.

4.Ә беҙҙең бәләкәй Ватаныбыҙ, донъяға килгән еребеҙ – Дәүләкән! Эсәр һыуыбыҙ – Дим!

Илем оран һалғас, дәүләкәндәр

Арыҫландай яуға ташланған.

Ферапонтов, Утин, Бусаргиндар

Герой тигән үлмәҫ дан алған!

    Күп инәйҙәр ирҙәрен һуғышҡа оҙатҡанда, кеҫәләренә бер ус тупраҡты төйнәп һалып ебәргәндәр, шул мөғжизә яу ҡырынан һаҡлап алып ҡайтһын өсөн!

Устарыма алдым ҡара тупраҡ,

Нимә икән был, тип ҡарама.

Ҡәҙимгесә ябай тупраҡ ҡына,

Тик мөғжизә унда ярала.

5. Ә хәҙер күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ – ағас. Аяҡтарығыҙ  ағастың тамыры. Кәүҙәгеҙ ағас олоно. Ул һығылмалы һәм ҡеүәтле була ала. Олондо ботаҡтар уратып алған. Ботаҡтарҙағы япраҡтар елгә хәбәр һөйләй. Ҡояш нурҙары һеҙҙе йылыта. Һеҙ ерҙә ныҡ баҫып тораһығыҙ. Ә хәҙер күҙегеҙҙе асығыҙ ҙа ошо һүрәткә ҡарағыҙ. (Һүрәттә ике ағас) Береһе -көслө, сөнки ул  үҙ ерендә, үҙ тупрағында ныҡлы тамыр йәйеп үҫкән,  ә икенсеһе – ғәрип, тамыры аҡтарылған. Шулай итеп үҙ еребеҙҙә ныҡлы торайыҡ.

6.Ә хәҙер әҙерәк баштарыбыҙҙы эшләтеп алайыҡ әле. Ребус сисәйек. Төркөмдәргә эш.

Ниндәй һүҙ килеп сыҡты? Әҙәбиәт! Ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Сөнки быйылғы йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде.

Нимә ул әҙәбиәт? Ул – тел, халыҡ, тыуған ил, тыуған ер. Халҡым Аҡмулла һүҙе, Мостай һүҙе, Әхиәр һүҙе менән йәшәй.

   Ә беҙҙең ҡалабыҙҙа, районыбыҙҙа  Әҙәбиәт йылында ижадтары менән ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ бармы икән? Кемдәрҙе беләһегеҙ?

     Иң ҙур йондоҙобоҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов. Уның исемен әйткәндә, илебеҙҙә булған фажиғәне иҫкә төшөрөп китмәү мөмкин түгел. Ә.Хәкимов 1941 – 1945 йылдарҙа ауыр һуғыш юлын үтә. Һуғыш тураһында “Осар ҡоштар”, “Күпер”, “Аҡһаҡ бүре”,  “Эшелон”, “Туй” повестарын яҙа, үҙе һуғыш уты эсендә йөрөгән кеше генә шундай әҫәрҙәр яҙа алаҙыр ул.

      Бөгөнгө көндә лә районда үткәрелгән сараларҙың уртаһында булған шағирәбеҙ, коллегабыҙ  Рәсимә Ураҡсина  оло хөрмәткә лайыҡлы шәхес. Балалар өсөн яҙылған шиғырҙары мәктәп дәреслектәрендә ҙур урын ала.

    Яйлап, ләкин ныҡлы аҙымдар менән шиғриәт үренә күтәрелгән, Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Лариса Абдуллина исеме күптәребеҙҙең күңелендә урын алды.

    Шулай уҡ коллегабыҙ,  хәҙер инде, ныҡлы яҡташыбыҙ, Хәлилова Миңзәлә Вәсил ҡыҙының шиғырҙары төрлө йәштәгеләр араһында үҙенең уҡыусыһын таба.

    Шиғырҙарына көйҙәрен дә яҙып халыҡты һөйөндөргән Гөлүзә Арҫланова тураһында әйтмәй китеү мөмкин түгел. Улар инде  республика кимәлендә лә танылыу  тапҡан яҡташтарыбыҙ.

    Әҙәбиәт йылында мин тағы ла, ҡәҙимге тормош алып барып, күңелдәгеһен аҡ ҡағыҙға төшөрөп, баҫалҡы ғына йәшәп ижад иткән кешеләр  хаҡында ла әйтеп китмәксемен. Районыбыҙҙа сыҡҡан “Балҡантау” газетаһында әленән – әле уларҙың шиғырҙары баҫыла. Лариса Абдуллинаның  әсәһе Гөлшат Ҡотләхмәт ҡыҙы Саматова, Юсеева Тәнзилә Ғәлимарҙан ҡыҙы,  Атанғолова Земфира Хәмит ҡыҙы, Фәйзуллин Рәмил Нәбиулла улы, Хәмитов Наил Ғәйзулла улы һәм башҡалар. Улар тыуған ере, уның тәбиғәте, халҡының тормошо, Дим, Асылы тураһында матур шиғырҙар ижад итә.

7.Һәр кемдән дә ҡала ерҙә, ҡала эҙҙәр,

Даһиҙарҙан ҡала илгә даһи һүҙҙәр. (Рәшит Шәкүр)

8.Уҡығыҙ һеҙ шағирҙарҙың китаптарын –

Саф йөрәктән ҡайнап сыҡҡан хитаптарын!

Йәнегеҙгә дауа булыр ялҡындары –

Уҡығыҙ һеҙ шиғырҙарҙың алтындарын!

9. Ә хәҙер беҙ ҙә үҙебеҙҙе шиғриәт өлкәһендә һынап ҡарайыҡ. Синквейн һүҙе бөгөнгө көндә береһенә лә ят түгел, шулай итеп:

Әҙәбиәт (исем әйтәбеҙ)

Рухлы, илһамлы (ике сифат)

Хисләндерә, дәртләндерә, рухландыра (өс ҡылым)

Әҙәбиәт йылында китаптар уҡыйыҡ! (мәғәнәле һөйләм)

Тел.

10. Әҙәбиәт, шиғриәт, яҡташтар, тел, тыуған ер был һүҙҙәр бер – береһе менән бик тығыҙ бәйләнгән тип уйлайым. Улар бөтәһе лә беҙҙең тыуған еребеҙ!Тыуған еребеҙҙе  Ер-әсә тип тә әйтәләр. Беҙҙең бар булмышыбыҙ ҙа әсәйҙән һәм  тыуған еребеҙҙән бит! Шуға ла уларҙың икеһен дә һаҡларға, ҡурсаларға, ҡәҙерләргә бурыслыбыҙ!

Минең Ватан – атҡан ал таң,

Әсәм теле ҡөҙрәте,

Үҙ илемде яратырға

Туған телем өйрәтте, - тип әйтһен һәр бер кеше. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Тыуған ил ҡайҙан башлана?" темаһына оҫталыҡ дәресе."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Животновод

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 660 767 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 12.04.2016 2482
    • DOCX 17.4 кбайт
    • 14 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Нигматуллина Нурсиля Минисламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 13349
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Созависимые отношения и способы их преодоления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 46 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 30 человек

Мини-курс

Toolbox классического проектного менеджмента

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Карьерный навигатор: эффективный поиск работы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов