Инфоурок Другое КонспектыТыуған көн бүләге, дәрес

Тыуған көн бүләге, дәрес

Скачать материал

Тема: Тыуған көн бүләге.

              

Маҡсат: башҡортса һөйләшергә өйрәтеү.

 

Бурыстар:

-байрамдар тураһында дөйөм төшөнсә биреү;

-һүҙлек запасын байытыу, тасуири уҡыу күнекмәһен булдырыу, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү;

-ҡунаҡта үҙеңде тәртипле, әҙәпле булырға өйрәтеү, ғаиләңә, әсәйгә һөйөү, ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.

 

Йыһазландырыу: медиапроектор, компьютер, ҡурай.

 

Таратма  материал:  һүҙлектәр, ҡотлау открыткалары, билдәләр ҡуйылған карточкалар.

 

                   Дәрес барышы:

-Һаумыһығыҙ!

-Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!

 Ниндәй йылы һүҙ икән!

 Һәр күңелде иретерлек,

 Һәр кемгә лә үҙ икән! (М.Дилмөхәмәтов)

 (медиапроекторҙан уҡыусылар уҡый)

 

-Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?

Әйҙәгеҙ, ошо көйҙө тыңлап, дәрестең темаһын асыҡлайыҡ (В.Шаинский муз. һәм А.Тимофеевский һүҙ. яҙылған «Крокодил Генаның йыры» көйөн тыңлау).

-Был көй һеҙгә танышмы? Ул йырҙы ниндәй байрамда йырлайҙар? Дөрөҫ, тыуған көндәрҙә йырланған йыр. Һәр кешенең тыуған көнө бар. Бына һинең тыуған көнөң ҡасан? Тыуған көндәрегеҙ нисек үтә? Кемдәр килә? Эйе, тыуған көндө беҙ ғаиләбеҙ, иң яҡын кешеләребеҙ менән үтәкәрәбеҙ һәм ҡотлауҙар, бүләктәр ҡабул итәбеҙ.

Бына мин дә һеҙгә бик «серле» бүләк әҙерләнем  (медиапроекторҙа логик-мәғәнәүи модель күрһәтелә). Уның «сере» нимәлә икән? Дәрес һуңында ошо һорауға яуап бирербеҙ.

 

                           Радиальная диаграмма                                                                                                            

 

К-1. Аңлатма.

-Башта бүләк һүҙенә аңлатма биреп үтәйек. Ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (исем) Ниндәй һорауға яуап бирә? (нимә?)  Ниндәй исем була (яңғыҙлыҡ-уртаҡлыҡмы)? Бик яҡшы! (яуаптарҙы координатала билдәләү)

 

К-2. Кемгә?

-Бүләкте кемгә бирәбеҙ?Ошо һорауға яуап табайыҡ (медиапроекторҙа кроссворд күрһәтелә).

 

-Бүләкте иң яҡын кешеләребеҙгә бирәбеҙ (яуаптарҙы координатала билдәләү).

 

К-3. Нимә?

- Ә нимәләр бүләк итәбеҙ? Йомаҡтарҙы сисеп ҡарайыҡ әле! (яуаптары медиапроекторҙа күрһәтелә бара)

• Башы юҡ, аяғы юҡ,

 Ә ҡулдары бар (күлдәк).

• Кеше түгел, һөйләй,

 Беҙҙең күңелде көйләй (китап).

• Дүртмөйөш көҙгөм бөтә донъя күрһәтә (телевизор).

• Аллы-гөллө йондоҙҙар

 Бар баҡсама һибелгән (сәскә).

(яуаптарын координатала билдәләү)

-Бүләктәрҙе нисегерәк бирергә кәрәк икәнлеген дәреслектән уҡып беләйек («Башҡорт теле.ru», 35-се бит, 3-сө дәрес, 7-се эш).

Тыуған көнөң менән ҡотлайым!                        Бәхет, шатлыҡ теләйем!

Тыуған көнөң менән!                                         Уңыштар юлдаш булһын!

Байрамың менән!                                               Һаулыҡ теләйем!

Байрамың ҡотло булһын!                                  Бәхетле бул!

 

К-4. Ниндәй?

-Бүләктәр ниндәй була ала? Мәҡәлдәр ярҙамында асыҡлайыҡ.

• Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк (ҙур - бәләкәй).

• Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп (аҙ - күп).

• Татлынан татлы-яҡшы һүҙ, затлынан затлы-яҡты йөҙ (татлы - затлы).

-Шулай итеп, бүләктәр ниндәй була?(координатала билдәләү)

-Был һүҙҙәр араһында ҡапма-ҡаршы һәм бер үк мәғәнәле һүҙҙәр бар. Улар нисек атала? (антоним, синоним). Антоним, синонимдарға миҫалдар килтерегеҙ.

-Был мәҡәлдәрҙе ҡайһы осраҡта әйтеп була? Ҡунаҡ тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Мәҫәлән: ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул; ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай; ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы;  ҡунаҡ һорамай таптыра, һ.б.)

 

К-5. Ҡайҙан?

-Бүләктәрҙе ҡайҙан алабыҙ? (магазин, баҙар һ.б.-координатала күрһәтеү)

Хәҙер «Магазинда» темаһына диалог төҙөп ҡарайыҡ.

(Уҡыусылар үҙҙәре төҙөгән диалогтарҙы уҡый).

 

К-6. Нисек?

-Бүләктәрҙе нисек бирәбеҙ?

-Бүләк биргәндә ниндәй теләктәр әйтәләр? Тыңлап ҡарайыҡ әле («Башҡорт теле.ru», 34-се бит, 3-сө дәрес, 4-се эш)

Теләктәрҙе бергәләп ҡабатлау, дөрөҫ әйтергә өйрәнеү:

Тыуған көнөң менән!                                         Уңыштар теләйем!

Тыуған көнөң менән ҡотлайым!                        Бәхет теләйем!   

Бәхетле бул!                                                       Һаулыҡ теләйем!         

Ҡотло булһын тыуған көнөң!                             Мөхәббәт теләйем!

(бер нисә теләкте координатала билдәләү)

 

-«Кемдең хәтере шәп?» уйынын уйнау

 (медиапроекторҙа теләктәрҙең башҡортса варианты бирелә, рус теленә тәржемә итеп уҡыйҙар).

1. Тыуған көнөң менән! – С Днем рождения!

2. Тыуған көнөң менән ҡотлайым! – Поздравляю с Днем рождения!

3. Уңыштар теләйем! – Желаю успехов!

4. Бәхет теләйем! – Желаю счастья!

5. Бәхетле бул! – Будь счастлив!

6. Һаулыҡ теләйем! – Желаю здоровья!

7. Мөхәббәт теләйем! – Желаю любви!

 

К-7. Ни эшләй?

-Бүләк алған кеше ни эшләй? Һүрәттәр ярҙамында асыҡлайыҡ  (медиапроекторҙа төрлө хис-тойғо кисергән кеше йөҙҙәренә ҡарап, кәйефте билдәләү, яуаптарҙы координатала күрһәтеү).

Һүҙлек эше:

                   шатлана - радуется

                   рәхмәт әйтә - благодарит

                   йылмая – улыбается

                   үҙен бәхетле тоя – чувствует себя счастливым

                  

К-8. Ҡасан?

-Бүләкте ҡасан, тағы ниндәй байрамдарҙа бирәбеҙ? (Медиапроекторҙа күрһәтелгән открыткалар ярҙамында байрамдарҙы билдәләү, төркөмдәргә бүлеп  яҙыу, координатала күрһәтеү.)

 

• Ғаилә байрамдары: Тыуған көн, Әсәйҙәр көнө, Яңы йыл.

• Дини байрамдар: Ҡорбан байрамы.

• Сәйәси байрамдар: Республика көнө, Йәштәр көнө.

(«Башҡорт теле.ru», 36-сы бит, 3-сө дәрес, 9-сы эш)

 

- Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә ниндәй байрам билдәләнә? Рәсәй Президентының 1998 йылдың 30 ғинуарында сыҡҡан Указы буйынса ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе Әсәйҙәр көнө тип билдәләнә.

-Кем ул әсә?

Был һорауға бәләкәй генә сабый ҙа яуап бирә ала. Ә беҙ ошо тексты тыңлап яуап биреп ҡарайыҡ, тик башта яңы һүҙҙәр менән танышып үтәйек.

         Һүҙлек эше:

                   гүзәл – красивый

                   ғәзиз – родной, дорогой

                   наҙлы яңғырай – звучит ласково

                   мәрхәмәтле, шәфҡәтле – добрый

                   әсә йөрәге – материнское сердце

                   тоғро – верный

                   мөхәббәт хисе – чувство любви

                   сабыйҙар – младенцы

                   сал сәсле – седоволосые

                   шатлыҡлы – радостный

-Әсә ниндәй кеше тип әйтелә? Тексты иғтибар менән тыңлайбыҙ («Башҡорт теле» электрон дәреслек, 19-сы дәрес, 1-се эш).

Текст буйынса эш:

-һорауҙарға яуап биреү;

-уҡыусыларҙан «сылбырлап» уҡытыу;

-һуңғы абзацты күсереп алыу, рус теленә тәржемә итеү.

-Ә хәҙер алып килгән открыткаларға әсәйҙәргә ҡотлау яҙайыҡ.

(Уҡыусылар ҡотлауҙарын уҡый.)

-Эйе, Әсәйҙәр көнө яҡынлашып килә, уларҙы ҡотларға онотмағыҙ.

 

Һығымта: координатала логик мәғәнәне табыу, билдәләү.

-         Бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

Шулай итеп, был бүләктең «сере» нимәлә? (уның сере – белем, байрамдар тураһында белемдәрҙе тағы ла байыттыҡ, тәрәнәйттек)

Беҙ ҙур бүләк – белем алдыҡ! Бик яҡшы!

Дәрестә ҡатнашҡан өсөн үҙегеҙгә ниндәй билдәләр ҡуйыр инегеҙ?(билдәләр ҡуйылған карточкаларҙы күрһәтәләр)

Ҡуйылған билдәләлр менән мин дә килешәм.

 

Бына һеҙҙең ҡотлауҙарға ҡушып, мин дә әсәйемде ҡотлап үтер инем.

Әсәй! Әсәйем! Әсәкәйем!

Байрамың менән ҡотлайым!

Һинең сабырлығыңа һоҡланам, оло, батыр йөрәкле булыуың менән ғорурланам, алтын аҡылың алдында баш эйәм! Киләсәктә һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яңы яуған ҡарҙай ап-аҡ бәхет, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ һәм ҡурай моңондай оҙон ғүмер теләйем! Балаларыңдың, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшә, беҙҙең ҡәҙерле әсә!

Һәм ошо бүләгебеҙ – илаһи ҡурай моңо бөтә әсәләргә лә  бүләк булып яңғыраһын! (Бер уҡыусы ҡурайҙа уйнай).

 

-Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланынған әҙәбиәт

 

1.Башҡорт теле.ru: Интенсив курс/төҙ.    Хисамитдинова Ф.Ғ. һ.б .- Өфө:«Башҡортостан», 2006;

2.Башҡорт теле.ru:Интенсив курс (методик ҡулланма)/төҙ. Моталова Л.Ф. - Өфө «Башҡортостан», 2006;

3.Башҡотса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге/ төҙ. Ғарипов И.М.- Өфө «Китап» нәшриәте,1994;

4.БХИ, 2-се том, Өфө, «Китап» нәшриәте,1987;

5.Башҡорт теле (электрон дәреслек, 2006).

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Тыуған көн бүләге, дәрес"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Кризисный психолог

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 980 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.02.2016 2276
    • DOCX 9.3 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сирбаева Айсылу Раисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сирбаева Айсылу Раисовна
    Сирбаева Айсылу Раисовна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 25987
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Продвинутые техники нарративного подхода в психологии

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов

Мини-курс

Развитие дошкольного мышления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Анализ межпредметных связей: связь педагогики с научными дисциплинами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе