Логотип Инфоурока

Получите 30₽ за публикацию своей разработки в библиотеке «Инфоурок»

Добавить материал

и получить бесплатное свидетельство о размещении материала на сайте infourok.ru

Инфоурок Другое Другие методич. материалыТворческий отчет учителя башкирского языка

Творческий отчет учителя башкирского языка





Шафиҡова Лиана Искәндәр ҡыҙы

МБББҮ “2-се гимназия”,

башҡорт теле уҡытыусыһы

Эш стажы : 5 йыл,

булған категория : икенсе, һоралған категория : беренсе









ИНЕШ

Мәктәп – тормош көҙгөһө. Рәсәй Федерацияһы Мәғарифы Милли доктринаһында һәм Мәғарифты үҙгәртеп ҡороу концепцияһында әйтелгәнсә, заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы.

Белемдең сифаты – дәүләт күләмендә ил үҫешенең бөгөнгө тормош ихтыяждарына тура килеүе ул. Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдәрҙең билдәле бер йыйылмаһын үҙләштереүгә генә түгел, шәхес үҫешенә йүнәлтелеүенә лә ҡайтып ҡала.

Белем биреүҙең сифатын күтәреү барыһынан да элек түбәндәге шарттарҙы үтәү ул :

  • белем биреү учреждениеларының уҡытыу – матди базаһын яҡшыртыу;

  • заманса мәғлүмәти технологиялар үҫеше шарттарында белем биреү йөкмәткеһен яңыртыу;

  • уҡытыу – тәрбиә процесын фәнни – методик яҡтан тәьмин итеү;

  • кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү;

  • белем биреү процесында инновацион технологиялар ҡулланыу.

Һуңғы 10 йыл эсендә бик күп яңы педагогик технологиялар тәҡдим ителде. Рәсәйҙең дөйөм белем биреү өлкәһе был яҡтан “һайлап алыу” осорон кисереп, актив ҡулланыуға йүнәлеш алды. Инновацион технологияларҙы уҡытыу процесында файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреүҙе бик нәтижәле сара ул. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә.

Ижади отчеттың темаһы : “Рус мәктәптәренең башҡорт теле дәүләт теле булараҡ дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу”.

Заманса уҡытыу технологияларының, техник сараларҙың дидактик потенциалы ҙур булыуы тәбиғәт – математика фәндәрен генә түгел, гуманитар дисциплиналарҙы уҡытҡанда ла һөҙөмтәле икәнлеге бәхәсһеҙ. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән дәрестәрҙә уларҙы файҙаланыу мәсьәләһе лә бик актуаль, күп яҡлы.

Теманың актуаллеге: Үҫеүсе йәмғиәткә заманса белемле, йүнсел, тиҙ арала һәм яуаплы ҡарар ҡабул итә алырлыҡ, ул ҡарарҙар буйынса киләсәктә ни булырын алдан күрә белгән, егәрле, үҙ иле өсөн ғорурлыҡ хисе кисерә белгән кешеләр кәрәк. Һәм, әлбиттә, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн. Шуға күрә, бөгөнгө мәктәптең маҡсаты:

  1. һәр бер уҡыусыны белем алырға этәргән, баланың шәхсән мөмкинлектәрен иҫәпкә алған уҡытыу системаһын булдырыу;

  2. йәмғиәт, фән һәм техниканың үҫеше мәғариф системаһы алдына заманса уҡытыу саралары ҡулланыу кәрәклеге бурысын ҡуя.

Оптималь, педагогик һәм психологик тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән заманса уҡытыу алымдары һәм ысулдары ҡулланыу - бөгөнгө көн талабы. Шуның өсөн уҡытыу процесында яңы техник саралар ҡулланыу концепцияһы барлыҡҡа килеү үтә лә мөһим.

Рәсәй Мәғарифын модернизациялау концепцияһында бөгөн бар уҡымышлы кеше алдына компьютерҙар буйынса белемле булыу бурысы ҡуйыла.

Эштең яңылығы башҡорт теле дәрестәрендә информацион технологиялар ҡулланыу буйынса методик ҡулланмаларҙың юҡлығы, ғөмүмән, уҡытыусылар өсөн был йүнәлеш асылмаған серле донъя булыуы менән дә билдәләнә.

Үҙ алдыма ҡуйылған маҡсат : информацион технологияларға таянып уҡыусыларҙа белем, оҫталыҡ, күнекмәләр формалаштырыуҙың педагогик шарттарын тәжрибә аша тикшереү һәм теоретик яҡтан нигеҙләү.



АНАЛИТИК ӨЛӨШ

Ижади отчетты яҙыу процесында концепция төҙөлдө.

Концепцияның объекты: Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһында башҡорт телен уҡытыу.

Концепцияның предметы: Октябрьский ҡалаһының 2-се гимназияһында башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технология элементтары.

Концепцияның гипотезаһы:

Башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар индереү файҙалы буласаҡ. Әгәр :

- информацион технологиялар шәхестең аң даирәһен киңәйтеүсе, уны йәмғиәттә йәшәү нормаларына hәм ысын ҡиммәттәргә ылыҡтырыусы сифат булараҡ ҡаралһа;

- был эштә күтәрелгән проблемарзың йөкмәткеһендәге бөтә аспекттар берҙәм дидактик система сиктәрендә ҡаралha;

- уҡытыусылар тарафынан профессиональ ҡыйынлыҡтар педагогик эшмәкәрлекте тотҡарлаусы итеп түгел, ә профессиональ кимәлдә үҫтереү өсөн нигеҙ итеп ҡapaлha.

Концепцияның маҡсатына hәм гипотезаһына ярашлы шундай бурыстар ҡуйылды:

-психологик hәм педагогик әҙәбиәттә информацион технологиялар буйынса материалдар менән танышыу, уларҙы өйрәнеү;

-башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологияларҙың йөкмәткеһен hәм методологик нигезҙҙәрен асыҡлау;

-фәнни-методик әҙәбиәтте анализлау hәм мәктәптәрҙә тупланған тәжрибә нигеҙендә әлегә тиклем ҡулланылып килгән информацион технологияларҙы системалаштырыу hәм киләсәктә үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә файҙаланыу;

-тәжрибә нигеҙендә гимназияла башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙың танып белеү әүҙемлеген, заманса технологиялар hәм мониторинг системаһына таянып, шәхескә йүнәлтелгән эш формалары ойоштороу аша информацион технологиялар индереүҙең эффектлылығын тикшереү.

Ижади отчет өҫтөндә эшләү процесында түбәндәге методтар ҡулланылды:

-тикшеренеүҙең концептуаль положениеларын эшләп сығарыу маҡсатында психологик hәм фәнни-педагогик әҙәбиәтте анализлау;

-информацион технологиялар ҡулланыусы алдынғы уҡытыусыларҙың тәжрибәһен сағыштырыу;

-информацион технологиялар ҡулланған мәктәптәрҙең тәжрибәһен өйрәнеү;

-үҙемдең педагогик эшмәкәрлектә информацион технологияларҙы ҡулланып ҡарау.

Концепцияның теоретик hәм методологик нигеҙҙәре:

  • 2020 йылға тиклем Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһы;

  • милли мәғариф концепцияһы hәм Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе уҡытыу принциптары;

  • уҡытыуға информацион технологиялар индереү проблемаһына системалы hәм шәхескә йүнәлтелгән ҡараш концепцияһы;

  • гуманлы (кешелекле) педагогика һәм психология теорияһы.



ПРОЕКТ ӨЛӨШ

Концепцияның этаптары:

  1. этап: 2008 - 2009 йылдар - концепцияла күтәрелгән проблема буйынса методологик, психологик, социологик, фәлсәфәүи, педагогик әҙәбиәтте өйрәнеү. Был этапта теоретик положениелар, ҡапма - ҡаршылыҡтар, проблемалар билдәләнде, концепцияның йөкмәткеһе һәм эштең төп фәнни төшөнсәләре асыҡланды, башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе өйрәнелде.

  2. этап: 2009 - 2010 йылдар - концепцияның проблемаһы буйынса сығанаҡтар базаһын, мәктәптәр тәжрибәһен өйрәнеү тәрәнәйтелде һәм мәктәптә тәжрибә үткәрелде.

  3. этап: 2010 - 2011 йылдар - тәжрибә эшен анализлау hәм теоретик яҡтан йомғаҡлау, башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологияларға төҙәтмәләр индереү, тәжрибә эшен тамамлау, һығымталар яhay һәм тикшереү проблемаһы буйынса методик кәңәштәр эшләү ҡаралған.

Һайланған теманың фәнни яңылығы түбәндәгеләрҙән тора:

  • башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыуҙың асылы киңәйәсәк һәм тәрнәйәсәк;

  • башҡорт телен уҡытҡанда компьютер программалары ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы тураһында талаптар асыҡланасаҡ.



Һайланған теманың теоретик әһәмиәте:

  • башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу алымына, уның асылын аңлауға, дидактикаға (уҡытыу эшенең йөкмәткеһе, формаһы һәм ысулдарына) билдәле кимәлдә өлөш индерелде.



ЙОМҒАҠЛАУ

Кешелектең үҫеше донъя закондарына ярашлы бара. Ә бөгөн Ер шарының ҡайһы ғына мөйөшөнә баҡма, был үҫеш компьютер технологияһы менән туранан – тура бәйле. Хәҙерге заманда беҙ тормошобоҙҙо унһыҙ күҙ алдына килтермәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа мәктәптә яңы информацион технологияларҙы ҡулланыу әүҙемләште, шул иҫәптән гуманитар дисциплиналарҙы уҡытыу эшендә лә яңы информацион технологияларҙы файҙаланыу үҫеште.

Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була : лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәрен файҙаланыу); дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала : яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мөмкин (яҙыусылар, шағирҙар ураһында фоторәсемдәр, видеофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙҙәре уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу; биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү; сәнғәтле уҡыу күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль – кинофильмдарҙан өҙөктәр күрәһәтеү һ.б.); уҡылған әҫәр буйынса ижади эштәр башҡарыу (компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, хатта ҙурыраҡ кимәлдәге эште - видеофильмдар, йәнһүрәттәр төшөрөргә мөмкин).

Шулай итеп, үҙемдең уҡытыу тәжрибәһе улайһы уҡ күп булмаһа ла, башҡорт теле дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу бик һөҙөмтәле, тип уйлайым. Сөнки балаларҙың киләсәктәге фекерләү үҙаллылығы, теоретик материалды практика менән бәйләй алыу һәм алған белемен яңы шарттарҙа файҙалана белеүе уларҙың башҡорт теле дәрестәренә ни ҡәҙәрле аңлы, мауығып, ижади һәм теләк менән өйрәнеүенә бәйле. Танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу иғтибарҙы, ихтыярҙы, хәтерҙе, аҡыл эшмәкәрлеген, ижадты активлаштыра, яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Балаларҙың эшләү һәләте лә арта.



ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

  1. Аҙнабаева Ф. Телмәр үҫтереүҙә яңы технологиялар ҡулланыу. //Башҡортостан уҡытыусыһы, № 10, 2010. – 28-се б.

  2. Аҙнағолов Р.Ғ. Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу. //Башҡортостан уҡытыусыһы, № 8, 2009. – 69-сы б.

  3. Аҙнағолов Р.Ғ. Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу. //Башҡортостан уҡытыусыһы, № 9, 2009. – 54-се б.

  4. Арыҫланова Ф. Инновацион тәрбиә системаһын ойоштороу тәжрибәһенән. //Башҡортостан уҡытыусыһы, № 5, 2009. – 18 -се б.

  5. Баһаүетдинова Г.З. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. Өфө, 2006.

  6. Гаязов А.С. Модернизация региональной системы образования – стратегия развития будущего республики. //Башҡортостан уҡытыусыһы, № 9, 2011. – с.7-14.

  7. Ғәбитова З.М. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.//БР белем биреү учреждениеларында башҡорт телен, әҙәбиәтен һәм фольклорын өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың актуаль проблемалары. Төбәк –ара фәнни – ғәмәли конференция материалдары. Өфө :БДУ нәшриәте, 2008, 153-157-се бб.

  8. Кузбеков Р.А. Современные требования к преподаванию родных языков. //Башҡортостан уҡытыусыһы, №12, 2009. – с. 43.

  9. Муллағолова С. Электрон дәреслек. //Башҡортостан уҡытыусыһы, №12, 2009. – с. 43.

10.Хафизов Н.М. Переход к инновационному обучению через программу развития школы. //Башҡортостан уҡытыусыһы, №8, 2008. – с. 11.



































ҠУШЫМТА

Педагогик фәнендә яңы технологияларҙы төркөмләүҙә ҙә бар. Уларҙы классификациялағанда иң мөһим үҙенсәлектәренә һәм билдәләрен иғтибар ителә :

  1. Ҡулланыу кимәле;

  2. Философик нигеҙе;

  3. Методологик принциптары;

  4. Шәхесте үҫтереүсе төп факторҙары;

  5. Тәжрибәне үҙләштереү, ҡулланыу механизмының фәнни концепцияһы;

  6. Технологияның йөкмәткеһе һәм структураһы;

  7. Социаль – педагогик эшмәкәрлектең төп төрө (дидактик, тәрбиәүи, үҫтереүсе);

  8. Уҡытыу – тәрбиә процесы менән етәкселек итеү тибы;

  9. Төп методтар һәм алымдар;

  10. Ойоштороу формаһы;

  11. Уҡытыу йыһаздары;

  12. Уҡыусы һәм уҡытыусы эшмәкәрлеге берҙәмлеге;

  13. Үҙгәртеп ҡороу йүнәлеше;

  14. Шәхетең төрлө (белем, аҡыл, әхлаҡи, практик, ижади, физик, эмоциональ) сфераларына маҡсатлы йүнәлеше.

(Былар тураһында ентекле мәғлүмәт алыу өсөн ҡарағыҙ : Г.К.Селевко. Традиционная педагогическая технология и ее гуманистическая модернизация. М: НИИ школьных технологии, 2005. 144 с. (серия “Энциклопедия образовательных технологий”)



Электрон дәреслектәр түбәндәге талаптарға яуап бирергә тейеш:

  • дәрес һәм лекцияларҙың имитацияһы;

  • уҡыу программаһынан тыш белемде тәрәнәйтеү мөмкинлеге булыу (белешмә, предметты тәрәнәйтеп өйрәтеүсе программалар булыу);

  • уҡыусыларҙың үҙ белемдәрен тикшереүе (алдан эшләнгән һорауҙар һәм тестар ярҙамында һөҙөмтәләрҙе автоматик рәүештә баһалау);

- hәp бер компьютер менән файҙаланыусының индивидуаль программа буйынса эшләй алыу мөмкинлеге булыу.

Әлеге көндә башҡорт теле буйынса ошондай электрон ҡулланмалар бар:

  1. "Башҡортса өйрәнәйек". Урыҫ мәктәптәренеә 1 - 4 синыфтары өсөн дәреслек (авторҙары X. Толомбаев);

  2. Башҡорт теле. Урыҫ мәктәптәренең 5-11 синыфтары өсөн дәреслек

(авторҙары M.F. Усманова, З.М. Ғәбитовa);

  1. Башҡорт теле. Башҡорт мәктәптәренең 9-11 синыфтары өсөн

дәреслек (авторҙары В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин);

Бының өсөн бөгөгө көндә башҡорт теле буйынса компьютер ҡулланған түбәндәге уҡыу программалары һәм әсбаптары бар :

  1. Башҡорт теле : электрон дәреслек / Төҙ. З.Ә Сиражетдинов, Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләтшина.

  2. Башҡорт теле : 7-8-се кластар өсөн компьютер дәреслеге / Проект авторы З.Ә.Сиражетдинов.

  3. Башҡорт әҙәбиәте : 5-9-сы кластар өсөн әҙәбиәт буйынса электрон ҡулланма.



9-сы кластарҙа тел күренештәрен үҙләштергәндә лә, әҙәби әҫәрҙәр өйрәнгәндә лә яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, текстар төҙөү өсөн ябай текст редакторы Microsoft Word (текстарҙы асыу, редакторлау, һыҙыу һ.б.), ә юғары кластарҙа Microsoft Power Point (реферат, доклад, проект өсөн презенациялар эшләү) программаһын ҡулланыу отошло.

  1. Презентация эшләү. Информацион технология ҡулланыған был эш төрөндә уҡыусы үҙенең проект эше, презентацияһы менән сығыш яһай ала. Бында график редакторҙар (Microsoft Paint, Irfan Viev, Photoshop, Corel Draw һ.б.) ярҙамында һүрәттәрҙәге етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, фотографияларҙы ҙурайтырға, киҫергә, музыкаль яҡтан биҙәргә була. Слайдтарҙы компьютер мониторында, мультимедиа проекторы аша экранда күрһәтеп, күрмә хәтер аша ныҡлы белем биреүгә өлгәшеп була.

  2. Мультимедиа сараларын кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа файҙаланыу уңайлы һәм нәтижәле. Төҫлө графиктар, текст, фото, тауыш һәм анимация ярҙамында берәй кисә, мәктәп юбилейы үткәргәндә киң мәғлүмәт биреп була.

  3. Компьютер ярҙамында иллюстратив материал йәки дидактик карточкалар әҙерләү. Кәрәкле материалдарҙы (ребус, кроссворд, мәғәнәле һүрәттәр һ.б.) сканер ярҙамында компьютерға индереп, уҡыусыға өҫтәлмә эш итеп биреү.

  4. Компьютер ярҙамында уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау. Ғәҙәттә, бында тест программалары күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, Sun Rav Test Office Pro программаһын файҙаланып була. Тестар хәҙерге берҙәм дәүләт имтиханы заманында бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки уҡыусыларҙы тест эшләү технологияһына, тест һорауҙарына яуап биргәндә аптырап-юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә.



Электрон һүҙлектәр

Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр :

  1. Русса – башҡортса һүҙлек(З.Г.Уракисн. Русско – башкирский слоаврь (Уфа : Китап,2002) нигеҙендә төҙөлгән).

  2. Аңлатмалы һүҙлек (Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге (Өфө, 2005, яуаплы мөхәррире З.Ғ.Ураксин) нигеҙендә төҙөлгән).

  3. Башҡортса – русса һүҙлек (Р.Ғ.Аҙнағолов. Башҡортса - руссаһүҙлек (Өфө : Китап, 2002) нигеҙедә төҙөлгән).

  4. Орфография һүҙлеге (Суфиянова Н.Ф.,Ишмөхәммәтов З.К. Башҡорт теленең орфография һүҙлеге (Өфө : “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте, 2002) нигеҙендә төҙөлгән.)

  5. Дөйөм һүҙлек (юғарыла күрһәтелгән һүҙлектәр ингән).



Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа компьютер программаларын файҙаланыу мөмкинлектәрен ҡарап үтәйек.

  1. Һүҙлек байлыған арттырыу, телмәр үҫтреү.

Лексиканың тематик төркөмдәрен өйрәнгәндә (мәҫәлән, кейем – һалым, мәктәп һ.), ябай һүрәттәрҙе файҙаланып була. Тәүҙә предметтарҙың һүрттәре күрһәтелә, исемдәре әйтелә, диктор артынан һүҙҙәр ҡабатланыла.

Һүҙлек байлығын арттырыу эшендә бигерәк тә электрон һүҙлектәрҙе файҙаланыу уңайлы. “Һүҙлек – ул ғилем даръяһы менән тоташтырыусы күпер. Ошо сихри күпер аша бала күңеленә үтеп инеп, иленә, халҡына, туған теленә һөйөү уятҡан хәлдә генәуҡытыусы үҙенең мөҡҡәддәс маҡсатына ирешә ала”, - тип яҙа филология фәндәре кандидаты Г.Д.Зәйнуллина.1

  1. Русса – башҡортса һүҙлек буйынса эш төрҙәре :

  1. Текста русса бирелгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен табыу ;

  2. Тексты тәржемә итеү, аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙе һүҙлектән тикшереү.

2.Аңлатмалы үһҙлек буйынса эш төрҙәре :

а.Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең аңлатмаларын табыу;

б.Һүҙҙең был контекстағы дөрөҫ аңлатмаһын билдәләү;

в.Һүҙҙең килеп сығышын асыҡлау;

г.Һүҙҙең һүҙ яһау мөмкинселектәрен барлау, тамырҙаш һүҙҙәрҙе табыу ;

ғ.Һүҙҙең нығынған һүҙбәйләнештәрҙә ҡулланышын күҙәтеү.

3. Башҡортса – русса һүҙлек буйынса эш төрҙәре .

Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, текстарҙы тәржемә итеү кеүек эштәр башҡарырға мөмкин. Тәржемә ваҡытында һөйләмдә һүҙ тәртибенә иғтибар итергә кәрә. Был һүҙлекте башланғыс кластан юғары кластарғаса ҡулланырға мөмкин.

4.Орфография һүҙлеге буйынса эш төрҙәре :

  1. Кәрәкле хәрефтәрҙе ҡуйып, тексты күсереп яҙыу;

  2. Нөктәләр урынына сиратлашыусы хәрефтәрҙе ҡуйып, һүҙҙәрҙе күсереп яҙыу;

  3. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең яҙылыу дөрөҫлөгөн тикшереү;

  4. Һүҙҙәрҙең ялғауҙарын дөрөҫ итеп яҙып бөтөү.

5. Дөйөм һүҙлек буйынса эш төрҙәре.

Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын тикшереү, мәғәнәһен асыҡлау, руссаға тәржемә итеү.



Информацион технологиялар ҡулланылған башҡорт теле дәрестәрендә эш төрҙәре

Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа башҡорт теленә иғтибар артҡандан арта бара. Үрҙә әйтелгәнсә, 2006 йылдан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә өйрәнелә башланы. Балалар өсөн яңы булған телде өйрәнеү ҡыҙыҡлы һәм күргәҙмәле булһын өсөн башҡорт телен уҡытыуҙа информацион технологиялар ҡулланыу мотлаҡ. Әгәр уҡыу материалы ҡыҙыҡлы һәм уҡыусының бөтә һиҙеү ағзалары менән (күреү, ишетеү, яҙыу, механик хәтер) ҡабул ителһә, телгә ҡыҙыҡһыныу уяна, материал баланың хәтерендә уйылып ҡала.

Информацион технологиялар ҡулланылған дәрестәрҙә ошондай эш төрҙәре ҡулланырға була:

  1. Электрон дәреслек ҡулланыу.

Ҡала шарттарында урыҫ мәктәптәренең 5 -11 синыфтары өсөн сығарылған "Башҡорт теле" электрон дәреслеген ҡулланыу отошлораҡ. Ул түбәндәге бүлектәрҙән тора:

  • кеше тормошо һәм эшмәкәрлегенең төп өлкәләрен сағылдырыусы 30 тема;

  • телмәрҙә киң ҡулланыла торған башҡорт халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре һәм фразеологик берәмектәр (31-се тема);

  • башҡорт теленең төп грамматик конструкцияларын үҙ эсенә алған грамматика бүлеге;

  • башҡорт теленең хәрефтәре hәм өндәре менән таныштырыусы фонетика бүлеге;

  • башҡорт теленең белешмә -һүҙлеге.

2. Электрон һүҙлек менән эш.

Электрон һүҙлектә биш төрлө һүҙлек берләштерелгән:

  • - башҡортса-урыҫса һүҙлек (Р.Г.Азнагулов. Башкирско - русский словарь. Уфа, "Китап", 2002);

  • - урыҫса-башҡортса һүҙлек (З.Г.Ураксин, Ю.З.Ураксин. Русско- башкирский словарь. Уфа, "Китап", 2002);

  • - аңлатмалы һүҙлек (аңлатма һүҙлек, тип бирелә); Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге. /Яуаплы мөхәррире З.Г.Ураксин. /Өфө, 2005);

  • орфографик һүҙлек (Н.Ф.Суфьянова, З.К.Ишмөхәмәтов. Башҡорт теленең орфографик hүҙлеге. Өфө, "Башҡортостан энциклопедияһы ғилми нәшриәте, 2002);

  • дөйөм һүҙлек (башҡортса-урыҫса, урыҫса-башҡортса, орфографик һүҙлектәр).

Һүҙлеккә алынған hүҙҙәр мәктәп дәреслектәренә, синыфтан тыш уҡыу китаптарына нигеҙләнеп төҙөлгән. Электрон һүҙлек авторҙары балаларҙың телмәр культураһын үҫтереү, hүҙ байлығын арттырыу, башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғандар. Шуға күрә һүҙлеккә йыш ҡулланышлы hүҙҙәр алынған. Иҫкергән hүҙҙәр, төрлө һөйләштәрҙә ҡулланылған hүҙҙәр, төрлө фонетик, морфологик варианттар алынмаған. Бөгөнгө нәфис әҙәбиәттә осраған, матбуғат биттәренә ингән яңы hүҙҙәр, терминдар ҙа алынған. Проект авторҙары һүҙлектәргә фон итеп күҙҙе арыттырмай торған яғымлы асыҡ йәшел төҫтө һайлаған. Уҡыусыларға электрон һүҙлек менән эшләү оҡшай, уларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уяна. Концепцияға ҡушымтала "Башҡортостан - тыуған илебеҙ" темаһы буйынса электрон һүҙлек ҡулланылған дәрес өлгеһе бирелә.

3.Презентация эшләү.

Информацион технология ҡулланылған был эш төрөн телмәр үҫтереү дәрестәрендә файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы. Слайдтар ябай Microsoft Power Point программаһында эшләнә. Бында Adobe Photoshop hәм Fine Reader график редактордары ярҙамында һүрәттәге бәләкәй етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, фотографияларҙы ҙурайтырға, бәләкәйләтергә, киҫергә, музыкаль яҡтан биҙәргә була. Уҡыусылар үҙҙәре лә төрлө презентациялар эшләй ала. Мәҫәлэн, 5-се синыф уҡыусылары "Йыл миҙгелдәре" тигән презентация эшләне, башҡортса баҫырға, фон өсөн милли музыка һайларға өйрәнде. Слайдтарҙы компьютерҙа ла, мультимедиа проекторы аша экранда ла күрһәтергә була.

4.Компьютерҙа һүрәт төшөрөү.

Был эш төрө MS Paint программаһында эшләнә. Рәсем уҡытыусыһы менән берлектә милли орнамент, сюжетлы һүрәттәр эшләргә була. MS Paint программаһында эшләү өсөн һүрәт төшөрөүгә һәләт кәрәк. Был эш төрө урта синыф уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы. Һүрәттәр бик сағыу килеп сыға, сөнки ҡулланыла торған төр гаммаһы бик киң. Уҡыусылар тарафынан компьютерҙа эшләнгән hүрәттәрҙe ҡулланып, брошюра сығарылды.

5.Һүҙҙәрҙең һәм һөйләмдәрҙең моделдәрен төҙөү.

Моделдәр төҙөү алымын урта һәм юғары синыфтарҙа ҡулланырға кәрәк. Был эш төрөн үткәргәндә мотлаҡ орфографик hәм морфологик һүҙлектәр буйынса килеп сыҡҡан hүҙ моделдәрен тикшереү кәрәк. Microsoft Office Word программаһында төрлө шрифт менән эшләү уңайлы. Мәҫәлән, "Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар" темаһын үткәндә, компьютер ялғауҙар ярҙамында мөмкин тиклем күберәк һүҙ теҙеп ҡарарға ярҙам итә икән, бындай технология отошло. Һүҙҙең тамырын йәки нигеҙен ҡабат-ҡабат яҙыу кәрәкмәй, һүҙ + ялғауҙарҙың төрлө моделдәрен төҙөп ҡарарға була:

Яһаусы ялғауҙар Үҙгәртеүсе ялғауҙар

күҙ күҙ

күҙ + лек күҙ+ ҙең

күҙ+ сән күҙ + гә

күҙ+ ле күҙ+ ҙе

күҙ+ ләш (еү) күҙ+ҙә

күҙ+ ҙән

6. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн сыҡҡан "Башҡорт теле.ru" дәреслеге.

"Башҡорт теле.ru" дәреслеге - тәүге яңы быуын дәреслеге. Ул үҫмерҙең йәшенә, ихтыяжына тура килерлек итеп, компьютер символикаһы ҡулланылып, заманса төҙөлгән. Шуға күрә, ул балаға башҡорт телен ҡыҙыҡһынып һәм теләк менән өйрәнергә мөмкинселек бирә. Дәреслеккә диск та эшләнгән. Күнегеүҙәрҙе дүрт төр телмәр эшмәкәрлегенә лә (уҡыу, яҙыу, тыңлау, һөйләү) йүнәлтеп үткәрергә була, сөнки ҡайһы бер күнегеүҙәр аудиояҙмалар оҙатыуында бирелә. Диктор ярҙамында уҡыусы үҙе үҙенсәлекле башҡорт өндәрен әйтергә өйрәнә. Күңелде күтәреп ебәреү өсөн башҡортса йырҙар ҙа тыңлап алырға була. Шулай уҡ дәреслектә тел практикаһы биреүҙә иң алдынғы алымдарҙың бepehe - проект эшләү алымы ҡаралған.

Проект эше - ул ниндәйҙер идея, фекер өҫтөндә, ентекле планлаштырып, эҙмә-эҙлекле эшләү hәм эш аҙағында күҙгә күренерлек, матур биҙәлешле, тотоп ҡарарлыҡ һөҙөмтә сығарыу, уны ҡулланыу. Дәрестәрҙә эшләгән күнегеүҙәрзән тыш, проект эштәрен башҡарған уҡыусы тел практикаһы ла ала. Проект методикаһын ҡулланыу түбәндәге бурыстарҙы ла үтәй:

  • эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә hәм телде өйрәнеүгә теләк уята;

  • уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы информация табырға өйрәтә;

  • проект эше ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер- береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен башҡара;

  • бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе hәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына;

  • уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята, сөнки hәp уҡыусы үҙенең эшен дөйөм эшкә ҡуша;

  • бергәләп эшләү уҡыусыға башланған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш документаль яҡтан раҫларға һәм күрһәтергә өйрәтә.

ҡыусылар өйҙәге компьютерҙарына башҡорт шрифты индереп, проекттарҙы компьютерҙа ла эшләп килтерә.

7. Компьютерҙа тестар ярҙамында материалды үҙләштереүҙе тикшереү.

Материалды үҙләштереү сифатын диагностик тестар ярҙамында тикшереү өсөн компьютер ҡулланыу мәсьәләһендә айырым туҡталыу кәрәк. Тест контролен материалды үҙләштереүҙең сифатын ғәҙел тикшереүсе метод, тип һанарға була. Тест ҡырҡа ваҡыт эсендә бөтә уҡыусыларҙың да белемен тикшерергә, етешһеҙлектәрҙе асыҡларға мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәләр уҡытыусыға үҙенең эшен артабан планлаштырырға, хаталар ебәрелгән темаларҙы ҡабаттан үҙләштереүҙе ойоштороуға ярҙам итә. Шулай уҡ тикшереүҙең тест формаһы өйрәнелгән материалды эҙләп, бүлгеләп тикшереү мөмкинлеген дә аса. Бындай контроль ваҡытында субъектив баһалау булмай. Тестар ярҙамында тикшереү системалы рәүештә ойошторолһа, уҡыусыларҙа үҙеңде тотоу тәртибе һәм ярышыу сәме формалаша.

Тест ярҙамында тикшереүҙең тағы бер ыңғай яғы - һөҙөмтәгә уҡыусының текст төҙөй белеү-белмәүе йоғонто яһамай, уға дөрөҫ яуапты бер нисә яуап вариантынан һайлап алыу ғына кәрәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был ысулдың кире яғы ла бар, сөнки уҡыусы дөрөҫ яуапты белмәһә лә, осраҡлы рәүештә дөрөҫ яуап биреүе мөмкин.

Тестар үҙ-үҙеңде тикшереү (самоконтроль) өсөн дә яҡшы. Әгәр материал үҙләштереүҙә етешһеҙлектәр булһа, теманы яңынан өйрәнергә, дөрөҫ яуапты табырға, аңламаған урындарҙы асыҡларға була. Тимәк, тестар ниндәйҙер кимәлдә уҡыу өсөн мотивация формалаштыра. Уҡытыусы, балаларҙың белем кимәленә ҡарап, индивидуаль hopayҙap төҙөй ала, дифференциация алымы ҡуллана.

Тестар ярҙамында тикшереүҙең тағы бер өҫтөн яғы 1 ҡуйылған баһаларҙың ғәҙеллеге, сөнки дөрөҫ һәм дөрөҫ булмаған яуаптарҙың һанын теүәл һанап була.

Шулай ҙа компьютер программаһы уҡыусының эшен ҡырҡа баһаламаҫҡа тейеш. Кешегә баһаны кеше генә бирә ала. Һәp хәлдә уҡытыусыға баланың күңелен төшөрмәҫкә, уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәренән сығып тейешле бaha ҡуйырға мөмкинлек ҡалдырырыға кәрәк.

Шулай итеп, компьютер ярҙамында үткәрелгән тест диагностикаһы уҡытыусыға тикшереү процедураһын еңелләштерә, ә уҡыусыға белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.



1 Зәйнуллина Г.Д.Һүҙлектәр – белем һәм тәрбиә сығнағы //Башҡортостан уҡытыусыһы. -2007. - №3. – 34-37-се биттәр.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

5 496 909 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.09.2017 966
    • DOCX 58.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бакиева Лиана Искандаровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Пожаловаться на материал
  • Автор материала

    Бакиева Лиана Искандаровна
    Бакиева Лиана Искандаровна
    • На сайте: 4 года и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 18232
    • Всего материалов: 19