Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Классному руководителю / Конспекты / Төйәгенә ҡайта торналар

Төйәгенә ҡайта торналар

  • Классному руководителю

Поделитесь материалом с коллегами:

Студенттар менән осрашыу кисәһе

Түңәрәк өҫтәл

Маҡсат:

1.Урта профессиональ белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыу, уҡыу йорттарының белем биреү процесы, студент тормошо менән танышыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

2. Уҡыусыларға профессия һайлауға этәргес биреү, ярҙам итеү

Девиз:

Кеше матур эше менән!”

Сара барышы:

Өҫтәлдәр түңәрәк формаһында теҙелгән, өҫтәл артында 9-сы класс уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар.

Уҡытыусы (алып барыусы)

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар!.Беҙҙә бөгөн ҡунаҡта төрлө уҡыу йорттары студенттары, бына улар менән таныштырып үтәйем:

1.Низаметдинов Саҙри- башҡорт төҙөлөш колледжының 2курс студенты

2.Шәмсетдинов Фәһим- Өфө политехник техникумының Дәүләкән филиалында 1 курста уҡый.

3.Шәйәхмәтов Алмаз- 103 профессиональ белем биреү училищеһының 1 курс студенты

4.Хәсәнова Юлиә – Өфө медицина колледжының 4 курс студенты

5.Суфиянова Лилә- Башҡортостан аграр университетының 1 курс студенты

6.Суфиянова Фериҙә- Аграр университеттың 4 курсында уҡый

7.Халилов Линар – мәктәптең 2001 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Өфө юридик институтын тамамлаған

8. Ғәйнетдинова Гөлзиә Әхмәҙулла ҡыҙы – Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең география уҡытыусыһы,директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Алып барыусы: Хәҙер һүҙҙе студенттарға бирәйек. Рәхим итегеҙ!

Низаметдинов Саҙри: “Мин төҙөлөш колледжында “Техник –строитель” специальносы буйынса уҡыйым, Беҙҙең колледж тағы ла бухгалтерҙар, төҙөүселәр, автомеханиктар әҙерләй.Уҡыуы бик ҡыҙыҡ, миңә оҡшай.

Шәмсетдинов Фәһим: Өфө политехник техникумының Дәүләкән филиалында белем алам,1-се курста, 3 йыл да 10 ай уҡырға,” автомобилдәр ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү “ специальносы буйынса,”В” категорияһы ла алып сығасаҡмын.Уҡырға керер өсөн математиканан һәм рус теленән экзамен бирергә кәрәк

Шәйәхмәтов Алмаз : Мин 103 –сө профессиональ училищела повар-кондитерлыҡҡа уҡыйым,1-се курста, группала 34 кеше, 4 егет. Училищела төрлө түңәрәктәр эшләй , мин баскетбол түңәрәгенә йөрөйөм. Уҡыу бик оҡшай, киләсәктә үҙемде берәй ресторанда шеф-повар итеп күҙ алдына килтерәм.

Хәсәнова Юлиә: Өфө медицина колледжында аҙаҡҡы курста уҡып йөрөйөм,фельдшер булып сығасаҡмын.

Беҙҙең уҡыу йортонда фельдшер-акушерҙар, медсестралар, акушер-гинекологтар әҙерләнә. 9-сы кластан һуң 3 йыл да 10 ай уҡырға. Уҡырға ингәндә рус теленән һәм биологиянан экзамен бирергә кәрәк.Уҡыуы бик ҡыҙыҡ, төрлө больницаларҙа практика үтәбеҙ, уколдар яһайбыҙ.

Суфиянова Лилә: Мин тәүҙә Өфө технология колледжын тамамланым, быйыл Башҡортостан аграр университетының “Икмәк бешереү технологияһы” специальносы буйынса уҡырға керҙем,эксперт булып сығасаҡмын. Уҡырға ингәндә химия, физика, рус теленән ЕГЭ бирҙем, бюджет бүлегендә уҡыйым.

Суфиянова Фериҙә: Мин хәҙер 4-се курста уҡыйым аграр университетта “Ит ризыҡтары технологияһы” тигән бүлектә.Уҡыуы бик ҡыҙыҡ, студент тормошо онотолмаҫлыҡ, сессия биреүе лә ауыр түгел, тик барыһын да ваҡытында эшләп барырға ғына кәрәк.

Хәлилов Линар: Мин дә ике уҡыу йорто тамамланым, тәүҙә Өфө дәүләт профессиональ-педагогик колледжының “Юриспруденция” факультетын тамамланым , шунан Өфө юридик инстититутында ситтән тороп уҡыным. Юрист булыу өсөн рус телен, йәмғиәтте өйрәнеү фәнен яҡшы белергә кәрәк.Экзамендарҙы ла ошо фәндәрҙән тапшырырға кәрәк буласаҡ. Студент саҡ- ғүмерҙең онотолмаҫ мәле, йәшлек шаянлығы. Мин әлеге көндә Ҡариҙел районының суд приставтары бүлеге начальнигы булып эшләйем. Эшләгәндә лә белем, грамоталылыҡ бик кәрәк, шуға күрә тырышып уҡығыҙ, маҡсатығыҙға туп-тура барығыҙ, уңыштар юлдаш булһын һеҙгә!

Ғәйнетдинова Гөлзиә Әхмәҙулла ҡыҙы :

Мин бер аҙ һеҙгә уҡытыусы профессияһы тураһында һөйләп китергә итәм. Мин үҙ эшемде бик яратам, балалар янына көн дә ҡыуана-ҡыуана киләм.Уҡытыусы балаларҙы һәм эшен яратырға тейеш, шул саҡта ғына эшеңдә уңыштарға ирешергә мөмкин. “Бала күңеле –аҡ ҡағыҙ, ни теләйһең- яҙ ҙа һыҙ” тиҙәр бит, нескә бала күңеле кителмәһен өсөн мин дә ҡулымдың килгәндең барыһын да эшләргә тырышам.

Алып барыусы. Хәҙер һүҙ уҡыусыларға, рәхим итеп һорауҙар бирегеҙ, уҡыусылар!

Һорау –яуап

Йомғаҡлау. Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтарыбыҙ!.Бөгөнгө саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.Әйҙәгеҙ хәҙер иҫтәлеккә фото төшәйек.























Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы

Дәүләкән районы муниципаль районы

Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбе











Студенттар менән

осрашыу кисәһе

(түңәрәк өҫтәл)













Ойоштороусыһы һәм алып барыусы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте,

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте

уҡытыусыһы

Хәлилова Миңзәлә Васил ҡыҙы

Дәрес -осрашыу

2001-се йылда мәктәпте тамамлаған Хәлилов Линар Вәрис улы менән осрашыу.

Белешмә. Линар Вәрис улы- өлкән лейтенант, 2 класлы юрист, Ҡариҙел районының суд приставтарының бүлек начальнигы

Маҡсат:

1.Юрист профессияһы тураһында һөйләшеү

2.Уҡыусыларға профессия һайларға ярҙам итеү

3.Уҡыусыларҙың фекер алышыу һәм әңгәмәләшеү , телмәр тотоу һәләтен үҫтереү

Дәрес барышы:

Уҡыусылар, бөгөн беҙҙә ҡунаҡта элекке уҡыусыбыҙ, әлеге көндә Ҡариҙел районының суд приставтары бүлеге начальнигы Хәлилов Линар Вәрис улы.

Линар беҙҙең мәктәптә 9-сы класты тамамланы, тик “4”һәм “5” билдәләренә уҡыны, 3 йыл рәттән мәктәптең президенты итеп һайланды.ӨФө профессиональ-педагогик училищеһында “Юриспруденция” бүлегендә уҡыны, Өфө юридик институтында белем алды, ҡурайҙа һәм гитарала уйнай, 2 класлы юрист.

Хәҙер һүҙҙе Линарҙың үҙенә бирәбеҙ.

Линар Вәрис улы: Институтты тамамлағас ,Рәсәй армияһында хеҙмәт итеп ҡайттым, Өфө ҡалаһының Октябрск районында суд приставтары хеҙмәтендә пристав-башҡарыусы булып эш башланым, 2010 йылдың апрель айынан Ҡариҙел районының суд приставтары бүлеген етәкләйем.Әгәр һеҙ юрист профессияһын һайлаһағыҙ, юрист булып төрлө ерҙә эшләп була. Юристар предприятиеларҙа ла, прокуратурала ла , суд приставтары бүлегендә лә һ.б. урындарҙа эшләй алалар.Йәмғиәтте өйрәнеү , рус телен яҡшы белергә кәрәк.

Эше бик ауыр, ләкин мауыҡтырғыс.. Мин эшемә байрамға барған кеүек барам, эшемде бик яратам.

Уҡытыусы.Линар Вәрис улына һорауҙарығыҙ бармы?

Ильвина. Линар ағай, суд приставтары хеҙмәтендә ҡыҙҙар эшләй аламы?

Линар Вәрис улы: Әлбиттә, эше ауыр, ләкин ҡыҙҙар беҙҙең арала бик күп.

Рөстәм. Суд приставтары ҡорал йөрөтәме?

Линар Вәрис улы: Йөрөтә, сөнки беҙҙең хеҙмәт хәрбиҙәргә тиңләштерелгән

Линиза: Линар ағай, беҙгә гитарала уйнап күрһәтегеҙ әле!

Линар Вәрис улы гитарала уйнап,“Бүләк” йырын йырлай, уҡыусылар ҡушылалар

Уҡытыусы. Ошондай юғары нотала бөгөнгө осрашыуҙы тамамлайбыҙ.Линар Вәрис улы, һеҙгә ҙур рәхмәт, еңел булмаған эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ.Һау булығыҙ!































Дәрес темаһы: Камил Яйыҡбаевтың очерктар һәм һүрәтләмәләр ингән “Төйәгенә ҡайта торналар…”китабы буйынса кластан тыш уҡыу дәресе

Маҡсат:

1.15 февраль- совет ғәскәрҙәренең Афғанстан республикаһынан сығарылыу көнө тураһында әңгәмә үткәреү

2.Яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләшеү, тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

3.Сығыш яһау оҫталығын арттырыу, телмәр үҫтереү

Эпиграф:

Әсе афған еле яҙмыштарҙы

Телеп үтте , ҡалды яралар.

Төштәремә керә ҡәһәр һуғыш,

Төштәремә керә Кандагар…

(Р.Сурағолов, И.Шәрипов һүҙҙәре,Р.Хәкимов музыкаһы)

Йыһазландырыу: китаптар һәм фотолар күргәҙмәһе, гәзит мәҡәләләре.

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле

2.Уҡытыусының “Үлемһеҙлек йыры” поэмаһын уҡыуы (авторы М.В.Хәлилова)

3.Уҡытыусының инеш һүҙе.

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар!

Беҙҙең бөгөнгө дәрес Афған һуғышында ҡатнашҡан, ғүмерҙәрен биргән аҫыл ир-егеттәребеҙгә арнала.

II Мәрхүмдәрҙең иҫтәлеге өсөн бер минутлыҡ тынлыҡ…

III 1979 йылдың 29 декабренә ҡараған төндә ул саҡта СССР тип аталған илебеҙҙең Ҡораллы көстәре иң яҡшы хәрби техникаһы –танктары, бронетранспортерҙары, самолеттары, вертолеттары һәм кеше үлтергес ҡоралдары менән көньяҡ күршебеҙ Афғанстанға баҫып инде. Бер тәүлек эсендә бөтә ил төньяғынан көньяғына, көнсығышынан көнбайышына тиклем совет ғәсҡәрҙәре менән тулды, сиктәр һаҡ аҫтына алынды. Үҙ аллы дәүләт булған Афғанстанда, үҙебеҙҙәге кеүек, ҡаты тәртип урынлаштырылды, ил сигенән бер кем сыға ла, инә лә алманы.

Ҡораллы Көстәребеҙҙең сит илгә баҫып инеүен рәсми пропаганда” совет ғәсҡәрҙәренең сикләнгән контингентын индереү” тип баһаланы, ә баҫып алыуҙы һәр төрлө уйҙырмалар ярҙамында аңлатырға тырышты.Халҡыбыҙ быға ышанды, Афғанстан Республикаһында йәп-йәш һалдаттарыбыҙ илебеҙҙең мәнфәғәттәрен даулап һуғыша, күршебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлай, тип уйланы, һуғышты ғәҙел тип күҙ алдына баҫтырҙы.

Баҡтиһәң, барыһы ла ялған, һәммәһе лә уйҙырма булған. Ғәмәлдә иһә илебеҙ етәкселеге Афғанстанда көс һәм ҡорал ярҙамында үҙенә буйһонған режим урынлаштырырға , совет пропагандаһын теше-тырнағы менән яҡлаған етәксе ултыртырға һәм шундай күндәм халыҡ тәрбиәләргә теләгән.Дөрөҫлөктө халыҡтан йәшерҙеләр , тыныс йәшәгән кешеләрҙең һәләк булыуы, ҡалаларҙың емерелеүе хаҡында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт бер ҡасан да баҫылманы.

1989 йылдың 15 февлалендә Афғанстанда һуңғы совет һалдаты сығарылғанға тиклем – ун йыл да бер ай һәм ун алты көн дауам иткән һуғышта илдең баш ҡалаһы Ҡабул, иң көньяҡта ятҡан ап-аҡ ҡала Кандагар, шулай уҡ Герат, Фәррәх, Ҡондоҙ, Фәйзабад ҡалалары ниндәй емереклектәргә дусар ителде. Унда балсыҡ, самандан эшләнгән бер һәм ике ҡатлы йорттарҙа күпме бала-саға, ҡарт-ҡоро, ябай халыҡ вәкилдәре ҡырылды.

Афғанстан халҡына ҡаршы ойошторолған ҡан ҡойғос , йән өҙгәс һуғышта Башҡортостанда тыуып үҫкән егеттәргә лә ҡатнашырға тура килде.1960-сы йылдар башында һәм аҙаҡтарында донъяға килгән ир балалар 1979 йылдан 1989 йылға тиклем дауам иткән һуғышҡа барырға мәжбүр булды, быны һалдат бурысын үтәү, Ватан намыҫын һаҡлау тип уйланы.

Был һуғыш күпме кешене ҡара ҡайғыларға һалды, нисәмә йөрәкте тетрәтте.Күпме ата-әсә, улдарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын юраны, доғалар ҡылды, теләктәр теләне.Ғәзиз балаһының үлеме хаҡында ишеткән ата-әсәләргә сыҙамлыҡ бирһен!

Башҡортостандан Афғанстанға барған һуҡышта ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе иҫән-һау , байтағы яраланған хәлдә үҙ еренә аяҡ баҫты.Ә 300- ән ашыу ир-егет баштарын шунда һалды, уларҙың бальзамланған кәүҙәләре генә ата-әсәһе йорто аша тыуған тупрағына һалынды.

Әммә афған һуғышына алынған яҡташтарыбыҙ араһында хәбәрһеҙ юғалған, нисек вафат булыуы, ҡайҙа китеүе хаҡында бер нәмә лә билдәле булмаған егеттәр ҙә бар.Рәсми мәғлүмәттәр буйынса уларҙың һаны 9,ә ысынында уларҙың һаны күберәк.

IV Йыр тыңлау “Төштәремә керә Кандагар”

V Уҡыусыларҙың сығышы (Афғанстанда вафат булған егеттәр тураһында һөйләү)

1.Әғәҙуллина Ильвина “Тормош бигерәк ҡатмарлы”

2.Вәлиев Рөстәм “Дала улы”

3.Вәлиуллина Әлиә “Командирҙың оло яуаплылығы”

4.Кәйепова Линиза “Уттарҙа янған яугир”

5.Ниғәмәтуллин Әлфир “Хаттары ғына ҡалды..”

6 .Миңзәлә Хәлилова “Ысын һалдат онотолмай…”(төркөмдәш иҫтәлегенә)

VI.Фотолар ҡарау

VII Йомғаҡлау һүҙе.

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар!

Бөгөн дәрестә беҙ яҡташтарыбыҙ, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында фекер алыштыҡ.Мәрхәмәтһеҙ ваҡытта, аяуһыҙ алышта һәләк булған яҡташтарыбыҙ үҙҙәре өлөшөнә төшкән вазифаны үтәп сыҡты, әхлаҡ, намыҫ, яуаплылыҡ, сыҙамлылыҡ кеүек төшөнсәләрҙе дөрөҫ аңлауҙарын күрһәтте, юғары рухлы, үҙ иленә ысын күңелдән бирелгән ватансылар булды.Үҫеп килеүсе йәш быуында, хәрби хеҙмәткә алынасаҡ йәштәрҙә юғары әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләүҙә уларҙың өлгөһө баһалап бөткөһөҙ.

Төйәгенә ҡайта торналар.Шул егеттәрҙең рухтары, ынтылыштары, теләктәре ҡайта кеүек!

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Дәүләкән районы муниципаль районы

Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбе













Төйәгенә ҡайта

торналар

(кластан тыш уҡыу дәресе)







Ойоштороусыһы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте,

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы

Хәлилова Миңзәлә Васил ҡыҙы













Краткое описание документа:

Маҡсат:

1.Урта профессиональ белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыу, уҡыу йорттарының белем биреү процесы, студент тормошо менән танышыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

2. Уҡыусыларға профессия һайлауға этәргес биреү, ярҙам итеү

Девиз:

“Кеше матур эше менән!”

Сара барышы:

Өҫтәлдәр түңәрәк формаһында теҙелгән, өҫтәл артында 9-сы класс уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар.

Уҡытыусы (алып барыусы)

Автор
Дата добавления 21.04.2015
Раздел Классному руководителю
Подраздел Конспекты
Просмотров376
Номер материала 248062
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх