Тема
: «Танышыу»
Класс:
1а,1б, 1в, 1г, 1д
Дәрес
төрө:Яңы материалды өйрәнеү.
Дәрес
маҡсаттары:
·
Белем биреү: Тыуған Башҡортостан тураһында белемдәрен арттырыу, ә өнө һәм
ә хәрефе менән таныштырыу.
·
Үҫтереүсе: диалогик
телмәрҙе үҫтереү, уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу.
·
Тәрбиәүи: тыуған Башҡортостанға ҡарата һөйөү, ғорурланыу тойғолары
тәрбиәләү, башҡорт теле дәрестәрен өйрәнеүгә нигеҙ булдырыу, телде өйрәнеүгә
ыңғай мотивация тыуҙырыу.
Йыһазландырыу:“Башҡорт
теле” дәреслеге, слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, башҡорт хәрефтәре, 1-класс
өсөн электрон дәреслек, артикуляцион күнегеүҙәр, ә
хәрефе төшөрөлгән карточка.
Дәрес этаптары
Уҡытыусы
эшмәкәрлеге
1.
Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу.
Уҡыусылар менән башҡорт телендә һаулашыу.
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡыусыларым!
-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ башҡортса иҫәнләшәйек! Һаумыһығыҙ!
Башҡортостан Республикаһы, башҡорт телендә әңгәмә ойоштороу.
- Беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?
-Беҙҙең республикала кемдәр йәшәй? Улар нисек йәшәй?
- Башҡорт телмәрен ишеткәнегеҙ бармы? Ҡайҙа ишеткәнегеҙ бар?
-Кемдәр башҡортса һөйләшә белә?
Беҙҙең республикала бик күп милләт кешеләре йәшәй. Улар бик дуҫ
һәм татыу. Беҙ гүзәл тәбиғәтле Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Ул бай һәм ҙур. Беҙ
бөгөн һеҙҙең менән башҡорт телен өйрәнә башлаясаҡбыҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ,
беҙгә был телде ни өсөн өйрәнергә кәрәк?
2.
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
1. Рус алфавитында нисә хәреф?
- Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар, беләһегеҙме?
- Башҡорт теле дәрестәрендә беҙ нимә менән шөғөлләнербеҙ
икән?
- Эйе, һеҙҙең менән башҡорт өндәрен әйтергә, хәрефтәрен
яҙырға, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнербеҙ. Шиғырҙар, текстар
уҡырбыҙ, йырҙар өйрәнербеҙ.
2. «Башҡорт теле» иленә сәйәхәткә сығырға әҙерһегеҙме?
3. Башҡорт теле дәреслеге менән таныштырыу.
4.
Яңы материалды өйрәнеү.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
1. Мин, һин, ул һүҙҙәрен
өйрәнеү:
- хор менән ҡабатлау
- рәттәр менән ҡабатлау
- малайҙарҙан, ҡыҙҙарҙан ҡабатлатыу.
2. Уҡытыусы һүҙҙең руссаһын уҡый, балалар башҡортса тәржемәһен
әйтә.
3. Мин - уҡыусы. Мин уҡыусы малай. Мин уҡыусы
ҡыҙ.
- хор менән ҡабатлау
- рәттәр менән ҡабатлау
- малайҙарҙан, ҡыҙҙарҙан ҡабатлатыу.
3. Дәреслек менән эш. 4-се бит, 2-се күнегеү. Малай менән ҡыҙҙың
һөйләшеүен иғтибар менән тыңлағыҙ. Уларҙың исемдәре кем?
-Һаумы!Минең исемем-Лиана.
-Һаумы!Минең исемем-Ильдар.
4. 2-се күнегеү буйынса «Танышыу» диалогын төҙөү (парҙар менән эш).
5.Ял минуты.
-1, 2, 3 (атлайҙар),
Беҙҙә бөтә көс!
(Ҡулдарҙы яурынға һалып, көстө күрһәтеү)
Русса
тәржемәһен әйтеү.
6.
Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу).
1.
[ә] өнөн өйрәнеү. Таҙа яҙыу минуты.
-
3-сө бит, 1-се күнегеү.
8.
Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. Баһалау.
-
Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
-
Нимәгә өйрәндегеҙ?
-
Дәрес оҡшанымы?
Уҡыусыларҙы
баһалау. Башҡорт телендә һаубуллашыу.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.