Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Урок башкирского языка (2 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ от 03.07.2016 все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.


Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Урок башкирского языка (2 класс)

библиотека
материалов


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы “ Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн” авторҙары: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б. Дәреслек 2 класс, авторҙар Х.А.Толомбаев, М.М.Нәбиуллина.

Тема: Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

Маҡсат: Интонация буйынса һөйләм төрҙәре менән таныштырыу; Һөйләмдәрҙе телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға, интонация буйынса һөйләмдәрҙең аҙағында тыныш билдәләрҙе ҡуйырға, һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтеү; телмәр үҫтереү, балаларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, Өфө ҡалаһының билдәле урындары менән таныштырыу, уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ижади эҙләнеүгә этәреү.

Дәрес тибы: уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

Йыһазландырыу: дәреслек, карточкала биремдәр, проектор, компьютер, дәрес презентацияһы, проект эш өсөн альбом биттәре, төҫлө ҡәләмдәр.

Дәрес барышы:1. Ойоштороу.

  • Һаумыһығыҙ, хәйерле иртә! Кәйефтәрегеҙ нисек, балалар?

  • Ҡояшлы иртә кеүек.

Әсә телен, башҡорт телен,

Өйрәнергә тип килдек беҙ.

2. Мотивация. – Беҙҙең дәресебеҙҙе мин бер хикәйәт менән башлағы килә ине. Элек бер солтан йәшәгән, ти. Ул үҙенең вәзирҙәрҙе һынап ҡарарға булған. “Минең һеҙгә бер мәсьәлә бар”, тигән.Ул вәзирҙәрҙе баҡсаға алып барып бер бәләкәй ишек ҙур йоҙаҡ менән эленгәнен күрһәткән, ти. “Кем ошо ишекте аса ала, шул кеше минең иң яҡын беренсе вәзирем буласаҡ”, тигән. Бер-бер артлы вәзирҙәр, йоҙаҡты һалдырып, ишекте асырға тырышҡандар. Әммә ишек бирешмәгән. Бер вәзир иғтибар менән ҡарап яурыны менән ишекте эткән һәм о, мөғжизә! Ул экрен генә ҡыймылдай башлаған, аҙаҡ ул асылды. Солтан: -Бына һин булырһың минең беренсе вәзирем, сөнки һин үҙ күҙеңә һәм ҡолағыңа ғына түгел, ә үҙ көсөңә ышанаһың. – Балалар, ошо дәрестә минең теләгем бындай: үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ һәм һеҙгә бөтә ишек тә асылыр.

3.Башҡорт телендә үҙенсәлекле өндәрҙе әйтергә өйрәтеү өсөн тиҙәйткестәр мөһим роль уйнай. Бына ошо тииҙәйткестә с-ҫ өндәрҙе сағыштырыу һәм уларҙы дөрөҫ әйттереү бара.Тиҙәйткестеҡабатлайыҡ: “Бисара бесәй баҫҡыс аҫтына боҫҡан”.(1-се слайд). Дәфтәрҙәрҙе асып, яҙабыҙ бөгөнгө числоны һәм класс эше. Таҡтала матур яҙыу(Ө һәм Ә хәрефтәре) Берҙәмлектә – көс!(мәҡәл).Мәҡәлде аңлатып үтеү һәм ә менән ө хәрефтәрҙе һыҙыу-нәҙек һуҙынҡылар икәнен иҫкә төшөрөп үтеү.

4. Актуалләштереү.

- Балалар, бына беҙ һәр беребеҙ төрлө. Һөйләшәбеҙ ҙә кейенәбеҙ ҙә төрлөсә, ләкин бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, сөнки телебеҙ уртаҡ. Элек тәүге кешеләр мәмерйәләрҙә, таштарҙа һүрәт төшөргән һәм беҙ уларҙы ла аңлайбыҙ, сөнки рәсемде танып беләбеҙ. Хәҙер таҡтаға иғтибар итегеҙ һәм әйтерһегеҙ кешеләрҙең ниндәй хис-тойғолары сағылдырылған.(2-се слайд) Беренсе кешегә ҡарата нимә тип эйтерһегеҙ?(һорау) Икенсе? (шатлыҡ) Өсөнсө? (тыныслыҡ). Ошо хис-тойғоларҙы рәсемдә генә түгел, яҙыуҙа ла билдәләп була икән. Ул-тыныш билдәләре, ә уҡыған ваҡытта интонация менән уҡыйбыҙ. Өйгә эште тикшерәйек: аңлатмалы һүҙлектән “ интонация” һүҙен табып уҡырға, тип ҡушҡан инем.

Интонация- һөйләүсенең эске тойғоһон, кисерешен сағылдырылған тауыш үҙенсәлеге.

5. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.Проблемалы хәл-осраҡтар балаларҙа ҡыйынлыҡ барлыҡҡа килтерә, аптырау тойғоһо уята һәм яңы материалға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.



Анализ

Уҡытыусы

Уҡыусылар

Мәсь-

әлә

Яңы темаға

практик эш

Алдығыҙҙа ятҡан ҡағыҙҙарҙа яҙылған һөйләмдәр. Ошо һәйләмдәрҙең аҙағына тыныш билдәләрҙе ҡуяйыҡ. Бер уҡыусы таҡта янына килә. (3-сө слайд)

Уҡыусылар тыныш билдәләрҙе ҡуя.

ҡу-

Эште тикшереү

-Тикшерәйек нисек эшләнегеҙ.

Балалар тикшерә, тыныш билдәләрҙе эйтеп бара.(ҡаршылыҡ)

йыу

Ҡаршылыҡҡа осрау






Ҡаршылыҡты ниәтләү.


Тема

-Эш төрө бер булдымы?

-Ә нисек һеҙ уны башҡарҙығыҙ?

-Ни өсөн шулай булды? Нимә беҙ белмәйбеҙ әле?

-Тимәк ниндәй бөгөн дәрестең темаһы була?

(4-се слайд)

-Эйе, бер.


-Төрлөсә (ҡаршылыҡ барлығын аңлау)

-Һөйләм төрҙәрен.

-Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.


6. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

-Башҡорт телендә интонация буйынса өс төрлө һөйләмдәр бар: һорау, хәбәр, өндәү. (5-се слайд)

Балаларҙы һөйләм төрҙәре менән таныштырып үтеү .

Һорауҙы белдергән һөйләм һорау(вопросительное предложение) тип атала. Ул һорау интонация менән эйтелә һәм аҙағында һорау билдәһе(вопросительный знак) ҡуйыла. Мәҫәлән: Бөгөн көн һалҡынмы? Бөгөн көн ниндәй? Һорау мәғәнәһе –мы,-ме ялғауҙары һәм һорау һүҙҙәре менән белдерелә.(6-сы слайд)

Һорау һөйләмгә яуап биреүсе һөйләм хәбәр һөйләм (повествовательное предложение) тип атала.Хәбәр һөйләм тыныс тауыш (интонация) менән әйтелә. Уның аҙағында нөктә (точка) ҡуйыла. Миҫал: Мин “Аҡбуҙат” журналын уҡыйым.(7-се слайд)

Һоҡланыуҙы, бойороуҙы, көслө тойғоно белдергән һөйләм өндәү һөйләм тип атала. Уның аҙағында өндәү билдәһе(восклицательныц знак) ҡуйыла. Мәҫәлән: Кешеләргә гел яҡшылыҡ эшлә! (8-се слайд)

Физкульминуттар ҡулланыу ҙа отошло. Бының нигеҙендә уҡыусы менән уҡытыусы араһында тулыһынса аңлашыу мөнәсәбәте ята. Ошо минуттар балаларға, бигерәк тә инде башланғыс класс уҡыусыларына физик яҡтан бик кәрәк.

7. Физтәнәфес. 1,2,3-беҙҙә берҙәм көс

Туған телгә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим бурысы булып, балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү тора.

8.–Балалар, хәҙер ниндәй йыл миҙгеле бара? Ниндәй ҡыш айҙарын беләһегеҙ? Нисек үҙгәрә тәбиғәт күренештәре? Һоҡланғыс та һуң беҙҙең яҡтарҙа ҡыш! Буранда ла, салт аяҙ көндәрҙә лә ғәжәп матур ул! Аҡ юрған ябынған яландар, мамыҡ шәл бәйләгән ағастар, боҙ аҫтына йәшеренгән йылғалар, ҡояшта йымылдап ятҡан ҡар бөртөктәре- бөтәһе лә гүзәл! Тик ул гүзәллекте күрә, аңлай, ярата белергә генә кәрәк.

(9-сы слайд) Ошо текст буйынса эштәрҙе үтәйек. Һөйләмдәрҙе уҡып, тыныш билдәләрҙе ҡуяйыҡ.Дәфтәрҙәргә яҙҙырыу.(10-сы слайд)-тикшереү.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә һүҙлек эшенә күп иғтибар һәм ваҡыт бүленә. Уҡыусыларға ярҙам булып һәр шиғыр йә хикәйә аҙағында һүҙҙең тәржемәһе бирелә. Иң мөһиме- уҡыусы һүҙҙе аңлаһын һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнһен.

  • Балалар, ҡар яуғанын төрлөсә эйтеп була.

Эй күңелле! Тәү тапҡыр

Ҡар яуҙы бит ябалаҡлап

Уңған да һуң, көн эсендә

Бөтә ерҙе ҡуйҙы аҡлап. (11,12,13слайдтар)

Баланың фекерләү ҡеүәһен арттырыу өсөн йомаҡ ҡойоу, сисеү- борон-борондан килгән иң мөһим сараларҙың береһе. Йомаҡтарҙың асылына, тәбиғәтенә, “йәбешкәгенә” зирәк бала ғына төшөнә. Зирәклек тәрбиәләү- башҡорт халҡының иң хөрмәтле эштәренән һаналған.

9.14,15-се слайдтар. Йомаҡты сисеү, тыныш билдәләрҙе ҡуйыу.

10.Дәреслек менән дә эштәрҙе байтаҡ үтәбеҙ.Дәреслек-ул баланың һәм уҡытыусының да иң мөһим нәмә.

131-се күнегеү. Йомаҡтарҙы уҡыу, яуаптарын табыу. Йомаҡтарҙан һорау, хәбәр һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

Сәйәхәт дәрестәрендә йә айырым формаларҙы ҡулланып Башҡортостан ҡалалары, уның баш ҡалаһы менән таныштырам.

11.16,17,18 слайдтар

Өфө ҡалаһында Совет майҙаны бар. Ул бик матур күренеш.Өфө-матур ҡала! Ҡаланың билдәле күренеше-Ләлә Тюльпан мәсете.

Һеҙ циркта булғанығыҙ бармы?

- Һөйләмдәрҙе ниндәй интонация менән уҡыйбыҙ? Ни өсөн? Бындай интонация ниндәй мәғәнәне белдерә?


Проектлау ысулы-яңылыҡлы алым. Уның нигеҙендә проблема тыуҙырыу ята. Был ысул белемдәрҙе дөйөмләштерә, танып белеү эшмәкәрлеген нығыта.Бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ бер нисә телде өйрәнеүен иҫәпкә алып беҙ инглиз теленән башҡорт теленә тәржемә итеү эштәрен дә башҡарабыҙ.

12.Проект эш. Альбом биттәрендә 2-гә бөкләп беренсе яртыһында рәсем төшөрөргә, ә икенсе яртыһында мөмкин тиклем ошо рәсем буйынса һөйләмдәр(һорау) төҙөп яҙыу.

13. Рефлексия. Интонация буйынса ниндәй һөйләмдәр була? Һорау, хәбәр, өндәү һөйләм-интонация, тыныш билдәләре? 18-слайд, 19-слайд

14. Өйгә эш.Проектты яҡларға, тәүҙә төркөмдәр буйынса. Аҙаҡ йомғаҡлау дәресендә һәр уҡыусы класс алдында темаһын яҡлай.

Ошондай эш алымдары ярҙамында үткәрелгән дәрестәр уҡыусыларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләй.



















Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм ижади фекерләүен үҫтереү

Кеше фекерен, теләк һәм хистәрен башҡаларға һөйләү телмәре аша еткерә. Ул ни тиклем нығыраҡ үҫешкән, камиллашҡан булһа, бала үҙ фекерен шул тиклем еңелерәк аңлай. Баланың һөйләү телмәрен үҫтереү уй-фекерҙе сағылдырыу өсөн кәрәкле һүҙҙәр табыу, уларҙы урынлы ҡулланыу, йәғни әҙәби телдә йөкмәткеле итеп һөйләргә өйрәтеү ул. Шуға күрә, башланғыс мәктәптә төп иғтибар шул: эшкә бирелеп, системалы рәүештә һәр дәресте алып барыу. Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн төрлө эш сараларын һайлайым. Был маҡсатта түбәндәге эш төрҙәрен файҙаланам:

1 .Башланғыс синыфтарҙан уҡ туған телде өйрәнә башлар алдынан иң тәүҙә: өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтәм, һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатам, һөйләмдәр төҙөп һәм дә уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйем. һорауҙарға яуап биреү, тиҙәйткестәр, һанашмаҡтар, шиғырҙар, тел шымартҡыстарҙы үҙ аллы, хор менән ҡабатлау, иң мөһиме- өндәрҙе дөрөҫ әйтә белеү. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен өйрәнеп, телде үҙләштереүгә йүнәлтелгән эффектлы алымдарҙы эҙләйем. Бәләкәй синыф уҡыусыларының хәтерләү һәләте үҫеш ала. Улар ишетеп, күреп иҫтә ҡалдыра алалар.

2. Дәрестәрҙә ҡулланылған яңылыҡлы алымдар араһында проектлау ысулы айырым урынды биләй. Проекттың нигеҙендә проблема тыуҙырыу ята. Мәктәп шарттарында был ысул менән эшләү балаларҙың белемен дөйөмләштерә, танып белеү эшмәкәрлеген нығыта, ижади эҙләнеү күнекмәһен үҫтерә, дәрескә ҡыҙыҡһыныу арттыра.

3. Дәрестәрҙә проблемалы мәлдәр тыуҙырыу. Проблемалы хәл-осраҡтар Заман менән бер юлдан атлап, яңынан-яңы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә эффектлы юлдар эҙләгәндә һәм тапҡанда, туҡтауһыҙ камиллашҡанда ғына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп була. Уҡыусыларҙы һәр ваҡыт яңы технологиялар менән тәьмин итеп, яңы аҫыштар булдырырға, артабан да башҡорт телен-туған телебеҙҙе нығытыу өҫтөндә эшләйем. Һөҙөмтәһендә беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары байтаҡ артты. Бәләкәйҙән башлап уҡыусылар төрлө сценарийҙарҙа актив ҡатнаша. Беҙ төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа яҡшы маҡсаттарға ирештек.









Дәрестең планы



  1. Ойоштороу.

  2. Мотивация (хикәйә һөйләү)

  3. Тиҙәйткесте әйттереү, число, матур яҙыу-1 слайд

  4. Актуалләштереү (һүрәттәр)-2 слайд,өйгә эш (интонация)-аңлатмалы һүҙлек

  5. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу(тыныш билдәләрҙе ҡуйыу)-3 слайд

  6. Проблемная ситуация(ҡаршылыҡ ҡуйыу), тема-4 слайд

  7. Интонация буйынса һөйләмдәр төрҙәре-5 слайд

  8. Һорау һөйләм-6слайд

  9. Хәбәр һөйләм-7 слайд

10.Өндәү һөйләм-8 слайд

11. Физтәнәфес

12.Ҡыш тураһында әңгәмә. Текст буйынса эш-9,10 слайд

11,12,13 слайдтар-ҡар тураһында

13.Йомаҡты сисеү-14,15 слайд

14. Дәреслек менән эш, 2 һөйләм(һорау,хәбәр)

15.16,17,18 слайд-һөйләмдәрҙең төрҙәрен билдәләү

16.Проект эш, һорау һөйләмгә миҫал-19 слайд

17.Рефлексия, йомғаҡлау-20,21 слайд









Мин бөгөн бишле алдым

Тышта әкрен генә ҡар яуа

Ниндәй матур көн

Һин Өфөлә булғаның бармы

Иртәгә кесаҙна көнө була









Мин бөгөн бишле алдым

Тышта әкрен генә ҡар яуа

Ниндәй матур көн

Һин Өфөлә булғаның бармы

Иртәгә кесаҙна көнө була










Мин бөгөн бишле алдым

Тышта әкрен генә ҡар яуа

Ниндәй матур көн

Һин Өфөлә булғаның бармы

Иртәгә кесаҙна көнө була









hello_html_b94c2e9.png

























hello_html_m49594d56.gifhello_html_55eb64d9.gifhello_html_m44d5e64b.gif




















Һөйләмдәргә тыныш билдәләре ҡуй


  • Мин бөгөн бишле алдым

  • Тышта әкрен генә ҡар яуа

  • Ниндәй матур көн

  • Һинең Өфөлә булғаның бармы

  • Иртәгә кесаҙна көнө була





Дәрестең темаһы


Интонация буйынса

Һөйләм төрҙәре


Интонация буйынсаһөйләмтөрҙәре:

  • Һорау

  • Хәбәр

  • Өндәү


Һорау һөйләм

  • Һорауҙы белдергән һөйләм һорау(вопросительное предложение) тип атала. Ул һорау интонация менән эйтелә һәм аҙағында һорау билдәһе(вопросительный знак) ҡуйыла. Мәҫәлән: Бөгөн көн һалҡынмы? Бөгөн көн ниндәй? Һорау мәғәнәһе –мы,-ме ялғауҙары һәм һорау һүҙҙәре менән белдерелә. Ҡасан? Ҡайҙа? Нисек? Ниндәй?

  • һәм башҡа.











hello_html_m1931fb16.png

hello_html_mc066762.gifhello_html_mc066762.gifhello_html_mc066762.gif
















Автор
Дата добавления 26.11.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров1208
Номер материала ДВ-197412
Получить свидетельство о публикации

Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх