1158991
столько раз учителя, ученики и родители
посетили сайт «Инфоурок»
за прошедшие 24 часа
+Добавить материал
и получить бесплатное
свидетельство о публикации
в СМИ №ФС77-60625 от 20.01.2015
Дистанционные курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации для педагогов

Дистанционные курсы для педагогов - курсы профессиональной переподготовки от 5.520 руб.;
- курсы повышения квалификации от 1.200 руб.
Престижные документы для аттестации

ВЫБРАТЬ КУРС СО СКИДКОЙ ДО 70%

ВНИМАНИЕ: Скидка действует ТОЛЬКО сейчас!

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 5201 выдана ООО "Инфоурок")

ИнфоурокИностранные языкиРабочие программыУрок башкирского языка по теме "Родной край"

Урок башкирского языка по теме "Родной край"

Напоминаем, что в соответствии с профстандартом педагога (утверждён Приказом Минтруда России), если у Вас нет соответствующего преподаваемому предмету образования, то Вам необходимо пройти профессиональную переподготовку по профилю педагогической деятельности. Сделать это Вы можете дистанционно на сайте проекта "Инфоурок" и получить диплом с присвоением квалификации уже через 2 месяца!

Только сейчас действует СКИДКА 50% для всех педагогов на все 111 курсов профессиональной переподготовки! Доступна рассрочка с первым взносом всего 10%, при этом цена курса не увеличивается из-за использования рассрочки!

ВЫБРАТЬ КУРС И ПОДАТЬ ЗАЯВКУ
библиотека
материалов
Скачать материал целиком можно бесплатно по ссылке внизу страницы.

«Тыуған яғым - йылға-күлдәр иле» темаһына

урыҫ мәктәбенең VI класында башҡорт теле дәресе


Маҡсаттар: Уҡыусыларҙың һүҙлек запасын яңы һүҙҙәр менән байытыу; үҙенсәлекле башҡорт өндәренең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, үтелгән тексты, һөйләмдәрҙе иҫкә төшөрөү, диалогик телмәрҙе үҫтереү; экологик белемде киңәйтеү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тәбиғәтте, һыу ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән һүрәттәр, айырым һөйләмдәр яҙылған плакаттар, Башҡортостан картаһы, карточкалар.


Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

- Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ.

Алтын ҡояш, һаумы!

Зәңгәр һауа, һаумы!

Шаян елкәй, һаумы!

Кескәй имән, һаумы!

Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -

Сәләмләйем һеҙҙе лә.

Ултырығыҙ балалар.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Таҡтаға һүҙҙәр һәм тиҙәйткестәр яҙылған.

  1. Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эш.

тәбиғәт ҙур балыҡ Нөгөш күл киң

йылға таҙа Ыйыҡ бөгөн сүп минең

туғай оҙон бысраҡ көн күп беҙҙең

Ағиҙел яҙ ҡош төйәк Йүрүҙән иң ҙур

  1. Тиҙәйткестәр уҡыу.

а) Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.

б) Йәмле йәйҙә йәйләүҙә,

Йәмле йәшел болонда,

Йәйрәп йөрөй елә-елә

Йәп-йәш кенә ҡолонсаҡ.

III. Өйгә эште тикшереү.

Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү. ( 93-сө бит, 238-се күнегеүҙә бирелгән тексты 2 уҡыусы һөйләй.)

Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.

- Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?

- Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?

Таҡтаға һандары төшөрөп ҡалдырылған һөйләм яҙылған плакат эләм.

Уҡығаныбыҙҙы йомғаҡлау өсөн һөйләмде тултырып уҡыйбыҙ.

Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәләр.

IV. Маҡсатты әйтеү.

Бөгөн беҙ Башҡортостан йылғалары, күлдәре тураһында һөйләшербеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк? Бергәләп ошо һорауға яуап бирергә тырышып ҡарарбыҙ.

V. Яңы материал.

1) Дәфтәрҙә числоны, теманы, һауа торошон яҙыу.

- Бөгөн көн ниндәй? (Бер уҡыусы таҡтала һауа торошон яҙа.)

  1. Һүҙлек эше. Таҡтаға плакат эленә.

Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.


һаҡла – береги

ҡалдырма – не оставляй

бысратма – не сори, не загрязняй

таҙарт – чисти, убирай

ташлама – не бросай

юғала – исчезает

3) Әңгәмә.

- Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул. Матур шул беҙҙең еребеҙ! (Таҡталағы Башҡортостан тәбиғәтен кәүҙәләндергән һүрәттәрҙе ҡарайбыҙ.)

Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын, бигерәк тә йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, урмандарында еләк-емешен йыйып кинәнә, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота...

Үҙеңде урманда, яланда, йылға буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға һуң? (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә.)

  1. Башҡортостан картаһы менән эшләү.

- Башҡортостан ере буйлап 600-ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылғалар аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр ҙә күп беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл.

Карта буйынса йылғаларҙы, күлдәрҙе табабыҙ, исемдәрен дәфтәргә яҙып алабыҙ.

- Беҙҙең ауыл янында ниндәй йылғалар аға?

- Ыйыҡ, Нөгөш. (Картанан Ыйыҡ йылғаһын табабыҙ.)

- Уҡыусылар, Башҡортостанда Нөгөш тип аталған тағы бер ҙурыраҡ йылға бар икән. (Картанан Нөгөш йылғаһын күрһәтәм.)

- Ыйыҡ йылғаһы ниндәй? Уның һыуы таҙамы? Ыйыҡ тәрәнме? Ә Нөгөш?

Әйҙәгеҙ, дәфтәргә был турала яҙып ҡуяйыҡ.

- Беҙҙең йылғаларҙа төрлө балыҡтар йәшәй. Ниндәй балыҡтарҙы беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. Балыҡтарҙың һүрәттәрен ҡарап та иҫкә төшөрәбеҙ. )

- Балыҡтар ниндәй һыу ярата? Улар бысраҡ һыуҙа йәшәйме?

- Юҡ. Улар таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала, бысраҡ һыуҙа үләләр.

- Эйе, Ерҙәге бөтә тереклек дә өсөн һыу - һауа кеүек үк иң кәрәкле нәмә. Шуның өсөн һыуҙағы йән эйәләренең күбеһе таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала икән. Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла ҙур-ҙур океандар һәм диңгеҙҙәр бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?

- Тоҙло.

- Ысынлап та, диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел, хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр, урындар бар. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк.

Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була?

Уҡыусылар менән урманды, һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Һәр кем үҙе уйлағанды урыҫса йәки башҡортса әйтә.

Ә хәҙер әйтелгән фекерҙәребеҙҙе йомғаҡлап, яҙып ҡуяйыҡ.

Таҡтаға беркетелгән карточкаларҙа тамамланмаған һөйләмдәр бирелгән. Бергәләп һөйләмдәрҙе тултырып әйтәбеҙ. Бер уҡыусы таҡтала яҙа бара.

Походҡа барғанда ... (полиэтилен, быяла, ҡағыҙ

һәм башҡа сүп-сарҙы урманда ҡалдырма)!

Йылғаларҙы ... (бысратма, сүп-сарҙан таҙарт).

- Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау – бөтә кешенең бурысы. Йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе, сәскәләрҙе һаҡлайыҡ.

Ял минуты.

5) Дәреслек менән эшләү. 96-сы бит, 243-сө күнегеү. Тексты уҡыу, бергәләп тәржемә итеү.

6) Викторина һорауҙарына яуап биреү.

1) Башҡортостандағы иң ҙур күл? ( Асылыкүл.)

2) Башҡортостан йылғалары исемдәрен әйтегеҙ.

3) Башҡортостандағы иң оҙон йылға? ( Ағиҙел.)

4) Ағиҙел йылғаһының урыҫса исеме? (Белая.)

5) Диңгеҙ һыуы ниндәй? (Тоҙло.)

6) Нефть һыуҙы бысратамы? (Эйе, бысрата.)

7) Йылға балыҡтары исемдәрен әйтегеҙ.

8) Башҡортостанда нисә заповедник бар? Ниндәй заповедниктар? (Өсәү. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ, Көньяҡ Урал.)

- Афарин балалар.

VI. Өйгә эш биреү.

- Һүҙҙәрҙе ҡабатлағыҙ. Тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт төшөрөгөҙ, киләһе дәрескә үҙегеҙ төшөргән һүрәт буйынса һөйләргә әҙерләнегеҙ.

VII. Йомғаҡлау.

- Балалар, тәбиғәтте һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ?

Уҡыусылар дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.

Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.

Таҡтаға һөйләмдәр яҙылған плакат эләм.

Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа - һауа,

йәнлеккә урман, дала, тау кәрәк.

Ә кешегә тыуған ил кәрәк!


Алдағы дәрестә беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.

VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.

Общая информация

Номер материала: ДБ-295534

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Английский язык: лингвистика и межкультурные коммуникации»
Курс «Русский для иностранцев»
Курс профессиональной переподготовки «Немецкий язык: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Китайский язык: теория и методика обучения иностранному языку в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания английского языка с учетом требований ФГОС»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания французского языка с учетом требований ФГОС»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания испанского языка с учетом требований ФГОС»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания итальянского языка с учетом требований ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика преподавания иностранных языков: английский, немецкий, французский»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика преподавания иностранных языков в начальной школе»
Курс повышения квалификации «Организация кросс-культурной адаптации иностранных студентов в образовательных организациях в сфере профессионального образования»
Курс повышения квалификации «Теория и методика преподавания основ латинского языка с медицинской терминологией в организациях СПО»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания русского языка как иностранного»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности секретаря руководителя со знанием английского языка»

Благодарность за вклад в развитие крупнейшей онлайн-библиотеки методических разработок для учителей

Опубликуйте минимум 3 материала, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную благодарность

Сертификат о создании сайта

Добавьте минимум пять материалов, чтобы получить сертификат о создании сайта

Грамота за использование ИКТ в работе педагога

Опубликуйте минимум 10 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Свидетельство о представлении обобщённого педагогического опыта на Всероссийском уровне

Опубликуйте минимум 15 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данное cвидетельство

Грамота за высокий профессионализм, проявленный в процессе создания и развития собственного учительского сайта в рамках проекта "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 20 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Грамота за активное участие в работе над повышением качества образования совместно с проектом "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 25 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Почётная грамота за научно-просветительскую и образовательную деятельность в рамках проекта "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 40 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную почётную грамоту

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.