Инфоурок Другое КонспектыУрок башкирской литературы для 8 класса

Урок башкирской литературы для 8 класса

Скачать материал

                          М. Кәрим – башҡорт әҙәбиәте ғорурлығы.

                          (Әҙәби – музыкаль кисә)

Маҡсат: 

            1.Башҡортостандың халыҡ шағиры, күп һанлы премиялар луреаты һәм төрлө кимәлдәге  дәүләт наградалары кавалеры , халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры Мостай Кәримдең 95 йәшлек юбилейы айҡанлы , уның ижадына байҡау яһау;

           2.Уҡыусыларҙың  ижади һәләтен , сығыш яһау мөмкинлектәрен үҫтереү;

           3. М.Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү.

 

Йыһазлау:

 байрамса биҙәлгән зал, интерактив таҡта, уҡыусылар ижадынан күргәҙмә( иншалар, викторинлар,   стена гәзиттәре, М.Кәрим әҫәрҙәренә ҡарата яһалған иллюстрациялар, һ.б.)

 Кисәне башҡорт теле уҡытыусыһы һәм ике алып барыусы  уҡыусы(башҡорт һәм урыҫ телдәрендә) алып бара.

                                                 Кисәнең барышы:

 

I. Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында М.Кәримдең “Ҡоштар осорам “шиғыры уҡыла.

Уҡытыусының инеш һүҙе:

        -  Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙең белем йортонда оло, иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ шағиры , әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостафа Сафа улы Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған әҙәби – музыкаль кисәгә йыйылдыҡ. Был кисәлә беҙ әҙиптең  данлы тормош юлын , ижад һуҡмаҡтарын, уҡыусылар күңелен яулаған  ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәрен  күҙ алдына баҫтырырбыҙ, әҙәбиәт донъяһына сәйәхәт итербеҙ. Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап, кисәбеҙҙе башлайыҡ.

 1 –се алып барыусы:      

М. Карим – народный поэт Башкортостана, в книге “Притча о трех братьях” приводит  одну легенду.( Рассказывает.)

Сам М.Карим прежде,чем стать поэтом испытал трудности военных дорог, а жизнь в деревне позволила ему с уверенностью воспевать труд пахаря. Поэтому свое творчество он посвятил и воину, и пахарю – всему народу.

2 – се алып барыусы:

Р.Гамзатов, замечательный дагестанский поэт и друг М. Карима , посвящая ему  стихи,сказал :

                                        

                                             Быстро таяли календари

                                            И хоть мы не менялись для моды ,

                                            Что ты, милый мой, не говори,

                                            Изменили и нас эти годы.

Так ли это?  Ну, давайте, начнем все с начала.

1 –се алып барыусы:

Эйе, Дим буйының гүзәл төбәге  Шишмә районында бер малай тыуа. Уға изге ниәттәр юрап, Мостафа тип исем бирәләр. Шуҡ һәм зирәк  Мостафаның бала саҡ хәтирәләре  күңел һандығында мәңгелеккә урын алалар һәм, тормошоноң яҡты нурҙарына үрелеп, һәр саҡ йәнәш атлайҙар.

II.М.Кәримдең «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк күрһәтеү:

Кендек:

-         Минең оло инәйемде «Кендек  әбейе», ә үҙемде “Кендек бабайы”тип йөрөтәләр.Мин бәләкәймен  әле. Оло инәйемдең камзул кеҫәһенә буйым саҡ-саҡ етә. Ул тылсымлы кеҫәнән тәмле-томло нәмәләр һис  ваҡытта ла өҙөлмәй . Йә берәй шаҡмаҡ шәкәр,йә  дүрт – биш бөртөк йөҙөм емеше, йә перәник валсығы , йә кипкән муйыл, йә борсаҡ була. Торғаны менән хазина инде ул кеҫә, бөтмәҫ – төкәнмәҫ хазина!

Сыбыҡ «аттар»ға атланған малайҙар йүгереп сығалар һәм Кендекте уратып алалар, үсекләргә тотоналар:

        -   Эй, эй, Кендек! Ни хәл, Кендек! Бәпес ҡоймағы тәмлеме, Кендек?

        -   Кендек! Кендек! Кендегеңде күрһәт әле, Кендек!

        -  Ярай, үсекмә инде, Кендек! Уйнарға кил, йәме! Беҙ саптыҡ!..

Кендек:

       -   Эйе, бына былары минең бала саҡ дуҫтарым! Шаяндар, ҡыйыуҙар, зирәктәр!...

III. Уҡытыусы:

     -   Һәр өйҙә тиерлек, иртәһенә – кисенә , яҙына –көҙөнә ҡарамай, үҙ ваҡыты еткәс, кеше тыуа. Шул кешене ҡаршы алырға Оло инәйем менән мин кәрәк, ти Кендек. Оло инәһенең шифалы ҡулдары, яҡты күңеле һәр сабыйға тик изгелек , тәүфиҡ өләшә ине. Шул ваҡиғалар буласаҡ әҙибебеҙгә оло һабаҡ булып, күп нәмәгә өйрәтә.

       2 –се алып барыусы:

-Ғәзиз тыуған яғының гүзәл тәбиғәте, инәһенең кәңәш-теләктәре Мостай күңеленә мәңгелеккә һалына һәм ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә , ниҙәр генә күрһә лә йәнтөйәгебеҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй һәм йыр кәрәҙҙәре ҡоя. 

 

2- се алып барыусы:

-         Оло әҙибебеҙҙең белем һуҡмаҡтары , серле мәктәп йылдары уҡытыусыға оло һөйөү булып урын ала. Ул үҙе лә ғүмер буйы уҡытыусы булып ҡалды.

III. Уҡыусы башҡарыуында «Уҡытыусыма» йыры башҡарыла. (М. Кәрим һүҙҙәре.  А. Ҡобағошев муз.)

 Уҡытыусы:

-         «Ғүмер уҙған һайын бөтәһе лә артта ҡалды , яҡшыһы ла, яманы ла онотола барҙы. Ә Кендекте берәү ҙә онотманы, ул миңә ғүмерлеккә тағылды, үҙем дә күнектем.Ул, хатта, миңә оҡшай ҙа башланы.”, ти М. Кәрим.

(“Оҙон – оҙаҡ бала саҡ әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмдан өҙөк ҡарау:   “Һинең ҡушамат бына тигән ул...

VI. “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын тыңлау.

1-се алып барыусы:

-         Эйе, яҙмыш  беҙҙең геройыбыҙға тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыта... Ул Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдарын үтә. Ҡаты яраланып, ете ай госпиталдә ята... Бөйөк Еңеүҙе Вена ҡалаһында ҡаршылай. Шул дәһшәтле һуғыш йылдарында уға ғәзиз халҡы, ижад рухы һәм мөхәббәте оло терәк, таяныс була...     

 «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» йыры яңғырай. ( М. Кәрим һүҙҙәре, С.Садиҡова муз.)

2 – се алып барыусы:

-         Для поэта, прозаика , драматурга, и публициста М. Карима  Родина – влага, питающая его корни¸суть бытия. Вот что он писал о родине:

                         Мне повезло с землей моей...

                         Ты чудо, Башкортостан!

                         Ты свет в моей судьбе!

                              Ты – калыбель в моей судьбе!

                              И да будет

                              Моя могила теплая – в тебе...

1 – се алып барыусы:

Несомненно, тема Родины , земли родной – ведущая в поэзии М.Карима. Тыуған яғының һуты, йәме , ғәме шағирҙың күп әҫәрҙәрендә урын алған.Шуларҙың береһен тыңлап үтәйек.

         «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын уҡыусы башҡарыуында тыңлау.

Уҡытыусы:

М. Кәрим  ижадында тыуған ер темаһы менән бер рәттән, ҡатын – ҡыҙ, әсә, дуҫлыҡ, мөхәббәт, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә алғы планға сыға.Был изге төшөнсәләр  шағирҙың аңында, йөрәгендә , булмышында мәңгелеккә урын алған төшөнсәләр.Әҙиптең һәр һүҙе алтынға тиң, һәр һүҙе оло тәрбиә.

 («Оҙон –оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән  Оло Инәй менән Кендектең  диалогын экрандан ҡарау).

II алып барыусы:

М.Кәрим һүҙҙәренә бик күп йырҙар  яҙылған. Шуларҙың береһе “Һаумы, һаумы, тиҙәр Гөлдәр». 

(Н.Мөстәҡимов музыкаһы. Йырҙы музыка уҡытыусыһы башҡарыуында тыңлау).

I алып барыусы:

Яугир шағир  Мостай Кәримде Бөйөк Ватан һуғышы темаһы  ғүмере буйы оҙата бара.  «Ҡара һыуҙар» поэмаһы беҙҙе тәрән тетрәндерһә, «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә халыҡтар араһындағы берҙәмлек, туғанлыҡ һөйөндөрә. Ә Любомир Зух менән ...

   Шағирҙың үлемһеҙ әҫәре – «Үлмәҫбай» поэмаһы Бөйөк Ватан һуғышының  хәл иткес осоронда яҙылған. Ошондай ҡатмарлы мәлдә шағирҙың юморға урын табыуы, шуның менән меңәрләгән  һалдаттың рухын күтәреүе хайран итә.

     II алып барыусы:

 Одно из бессмертных творений М. Карима поэма «Улмасбай». Посмотрите отрывок из этого произведения.    

                                        («Үлмәҫбай» поэмаһынан өҙөк күрһәтеү).

I алып барыусы:

Ребята, вы не устали? Давайте, поиграем!  В этом ребусе спрятались имена героев М. Карима из знакомого вам произведения:

                                 1.Акйондоз.   2. Асгат.

II алып барыусы: а сейчас попрубуем ответить на вопросы викторины:

                 1. Сколько трагедий у Мустая Карима?

                 2. Как зовут иностранца в драме «Страна Айгуль»?

                 3.Имена мальчиков в повести «Таганок»? «Өс таған»?

(За правильные ответы участники получают житоны).

 

II алып барыусы:

М. Карим – не только поэт, прозаик, но и драматург. Его драматические произведения заставляют думать , переживать , они воспитывают человека... М. Кәримдең драма әҫәрҙәре уйландыра, тетрәндерә, һөйөргә, кешеләрҙе аңларға ярҙам итә.

Хәҙер М. Кәримдең «Айгөл иле»  спектакленән бәләкәй генә өҙөк ҡарағыҙ. Предлогаем маленький отрывок из драмы М. Карима «Страна Айгуль».

                 (8 – се класс уҡыусылары драманан өҙөк менән сығыш яһай.)

11 –се класс  уҡыусыһы башҡарыуында “Йылғалар төнөн һөйләшә “ йырын тыңлау.

                     (М. Кәрим һүҙҙәре, Ю. Үҙәнбаев музыкаһы).

I  алып барыусы:

Поэт как – то говорил: «Частица души каждого из людей пройдет со мной». Вот поэтому мы читаем у него стихи и о Вьетнаме, и чехословацкие тетради, и размышления после поездки в Болгарию… М.Карим  - поэт – интернационалист и тем острее звучит стихотворение «Я – россиянин».  М. Кәримдең «Мин – россиянмын» шиғыры  һәр кемгә  бала саҡтан таныш.                                                           

                   (Бер уҡыусы башҡарыуында шиғырҙы тыңлау).

II алып барыусы:

Оҙон һәм бай ғүмер юлы үткән шағирыбыҙ  “Уңдым” шиғырында былай тип яҙа:

                                     Күп нәмәнән уңдым.

                                     Рәхмәт һеҙгә,

                                            Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!

                                            Эйе, уңдым, күп нәмәнән уңдым.

                                     Минән уңдымы икән бүтәндәр?                                                     

Уҡытыусы: 

«Эйе, беҙ , башҡорт  халҡы, һинән мең – мең тапҡыр уңдыҡ. Һинең ижадыңда артабан да ҡайнап йәшәрбеҙ, оло фәһем, тәрбиә алырбыҙ, киләсәк быуындарға еткерербеҙ”,-тип әйтер  инек  оло әҙибебеҙгә бөгөн... Төрлө кимәлдәге  дәүләт премиялары лауреаты ,  Социалистик Хеҙмәт геройы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостандың  халыҡ шағиры М. Кәримдең ижадын бер кисәлә генә иңләп, айҡап булмаясағын яҡшы аңлайһығыҙҙыр, уҡыусылар. Шулай ҙа, әлеге саранан  һуң күңелдәрегеҙҙә Мостай ҡояшының нурҙары урын алһа, Мостай рухы  килеп инһә ,әҙибебеҙҙең сағыу ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныуығыҙ тәрәнәйһә – маҡсатҡа ирештек тип әйтә алабыҙ.

 (Экранда М. Кәрим тормошоноң сағыу биттәре, төрлө мәлдәре күрһәтелә).

 Кисә аҙағында М.Кәримдең  тыуыуына  95 йыл тулыуға ҡарата сығарылған стена гәзиттәре, викторина һорауҙарына яуаптар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы , М.Кәрим ижадына ҡарата иллюстрациялар конкурстары  баһалана, еңеүселәр бүләкләнә, йомғаҡ яһала. Мәктәптең фольклор түңәрәге ағзалары М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһынан «Аҡтаныҡ» йырын (М.Кәрим һүҙҙәре, Т.Кәримов музыкаһы. (башҡара,  кисә күңелле көйгә  бергәләп  бейеү менән тамамлана).

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок башкирской литературы для 8 класса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Медиатор

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 874 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.04.2016 814
    • DOCX 23.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Душанбаева Ильзира Рафаэловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Душанбаева Ильзира Рафаэловна
    Душанбаева Ильзира Рафаэловна
    • На сайте: 8 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5682
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

ФАОП: индивидуализированное образование и коррекционная работа

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эволюция классической музыки до романтизма

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие дошкольного мышления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 20 человек