Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок "Башҡорт аштары. Башҡорт ҡымыҙы".

Урок "Башҡорт аштары. Башҡорт ҡымыҙы".

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

ТЕМА : Башҡорт аштары. Башҡорт ҡымыҙы.


Маҡсат: 1) уҡыусыларҙы башҡорт аштары менән таныштырыу; 2) ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләшеү; 3) уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу; 4) һөйләү телмәрен үҫтереү; 5) яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү; 6) белем һәм тәрбиә биреү.


Йыһазландырыу: видеокассеталар, “Башкирская кухня” китабы, һүрәттәр, интернет селтәренән мәғлүмәттәр, ҡымыҙ, дәреслек.


Дәрес барышы.


  1. Ойоштороу мәле.


  1. Яңы тема.


  1. Инеш әңгәмә.

Таҡтаға “Аш-Һыуыбыҙ хазинаға тиң” тигән һүҙҙәр менән һүрәт эленгән.

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, иғтибарыбыҙҙы таҡталағы һүрәткә йүнәлтәйек. Һеҙ был һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ һәм унда нимә тип яҙылған?

Уҡыусылар:

  • Беҙ был һүрәттә икмәк һәм самауырҙы күрәбеҙ. Унда “Аш- һыуыбыҙ хазинаға тиң” тип яҙылған.

  • Ә нимә һуң ул хазина, рус теленә нисек тәржемә ителә?

  • Хазина ул богатство тип тәржемә ителә.

  • Эйе, дөрөҫ. Ә был кемдәрҙең аш-һыуы тураһында һүҙ бара?

  • Башҡорттарҙың.

  • Эйе. Шулай булғас, уҡыусылар, бөгөн беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ тип уйлайһығыҙ?

  • Башҡорттарҙың аш-һыуы тураһында.

  • Эйе, уҡыусылар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән “Башҡорт аштары” тигән бүлекте өйрәнә башлайбыҙ.

  • Ә һеҙгә милли аштарҙан ҡайһылары таныш? Уларҙың ҡайһыларын ашап, бешереп ҡарағанығыҙ бар?

  • Бауырһаҡ, ҡатыҡ һ.б.

  • Афарин. Уларҙы ниндәй төркөмдәргә бүлеп ҡарап була?

  • Ҡамыр аштарына, һөт аҙыҡтарына, үләндән әҙерләнгән ризыҡтарға.

  • Афарин.


  1. Милли аштар” тигән белешмә өҫтөндә эш:


а) белешмәне тасуири уҡыу;

  • Уҡыусылар, хәҙер дәреслектәрҙе асабыҙ ҙа “Милли аштар” тигән белешмәнең йөкмәткеһе менән танышабыҙ. Әйҙә әле, Аида, уҡып ишеттер. (Аида белешмәне тасуири уҡый, ә ҡалғандар ҡарап, тыңлап баралар)

б) һүҙлек эше башҡарыу;

тәржемәһе бирелгән һүҙҙәрҙе ҡарау, һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып алыу.

в) белешмәнең һәр абзасына айырым-айырым туҡталып үтеү, унда телгә алынған эсемлек, аш исемдәрен яҙып алыу, уларҙың нисек эшләнеүен балаларҙан белешеү, әгәр ҙә белмәһәләр һөйләп китеү.


3) һөт аҙыҡтарына айырым туҡталыу.


а) видеотаҫманан һөт аҙыҡтарын ҡарап китеү, ҡыҫҡаса ғына әңгәмәләшеп алыу.

Уҡытыусы:

  • Һөттө нимәнән алалар? Был ризыҡтар нимә һөтөнән эшләнгән?

Уҡыусылар:

  • Һыйыр һөтөнән.

  • Дөрөҫ, был ризыҡтар һыйыр һөтөнән эшләнә. Ә бына, уҡыусылар, әйтегеҙ әле, Башкортостан нимәләре менән дан тота?

  • Балы, ҡурайы, ҡымыҙы менән.

  • Афарин. Ҡымыҙ ниндәй һөттән эшләнә?

  • Ат һөтөнән.

  • Дөрөҫөрәге бейә һөтөнән эшләнә. Бейә һүҙе рус теленә нисек тәржемә ителә әле?

  • Кобыло.


б) “Башҡорт Ҡымыҙы” йыры менән танышыу:

  1. йырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы;

  2. һүҙлек эше;

  3. бер нисә уҡыусының йырҙы тасуири уҡыуы;

  4. һорауҙарға яуап алыу:

- ҡымыҙ кешегә нимә бирә?

- ҡымыҙ күңелде ни эшләтә?

- ҡымыҙ нимәне баҫа?

Уҡытыусы:

  • Уҡыусылар, беҙҙең дә һөйләшә торғас тамаҡтар кибеп китте. Беҙ ҙә ҡымыҙ эсеп алайыҡ. (Уҡыусыларға ҡымыҙ эсереү) Тәмлеме? Ҡымыҙ нимәләрҙән файҙалы, кем белә?

  • Үпкә сиренән һ.б.

  • Дөрөҫ. Ә уны нисек эшләйҙәр? Берәйегеҙҙең күргәне бармы?

  • Күргәнебеҙ юҡ.

5) ҡымыҙ эшләү рецепты менән таныштырыу. Шунда уҡ уның файҙаһы тураһында ла уҡып китеү. Рус теленән аңлағандарын башҡортса һөйләтеү.


6) видеотаҫманан ҡымыҙ бешеүҙе ҡарау.


7) һүрәттә төшөрөлгән ҡымыҙ һаҡлау өсөн һауыттарҙы күрһәтеп үтеү.


8) кәзә ҡымыҙы, уның файҙаһы тураһында бер нисә һүҙ уҡып, әйтеп үтеү.


  1. рус яҙыусыларынан Аксаковтың, Пушкиндың, Толстойҙың, Чеховтың ҡымыҙ менән дауаланыуы тураһында әңгәмәләшеү.


  1. Дәресте йомғаҡлау.


Уҡыусыларҙың башҡорт аш- һыуҙарының тәмле һәм кеше организмы өсөн файҙалы икәнлегенә һығымта яһауы мөһим.


IV. Балаларҙың белемдәрен баһалау.


V. Өйгә эш.

Шиғырҙы ятларға.


Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 10.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров198
Номер материала ДБ-339475
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх