Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок "Башҡортостан йылғалары, күлдәре"

Урок "Башҡортостан йылғалары, күлдәре"

Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Задания конкурса по математике «Поверь в себя» разработаны таким образом, чтобы каждый ученик вне зависимости от уровня подготовки смог проявить себя.

К ОПЛАТЕ ЗА ОДНОГО УЧЕНИКА: ВСЕГО 28 РУБ.

Конкурс проходит полностью дистанционно. Это значит, что ребенок сам решает задания, сидя за своим домашним компьютером (по желанию учителя дети могут решать задания и организованно в компьютерном классе).

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/


Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Маҡсат: уҡыусыларҙы Башҡортостанда аҡҡан йылғалар һәм күлдәр менән таныштырыу; һөйләү телмәрен үҫтереү; тыуған яҡтың тәбиғәтен өйрәнеү һәм уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мәҡәлдәр һәм йомаҡтар китабы, эпиграф, йыр «Ҡариҙел буйында ҡалам», медиопроектор, һүрәттәр, гармун, ребус, Башҡортостан картаһы.


ДӘРЕС БАРЫШЫ


  1. Ойоштороу мәле.


  1. Төп өлөш. Инеш.

Уҡытыусы: - Уҡыусылар, мин һеҙгә хәҙер бер генә строфа йыр йырлап ишеттерәм, ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ һәм был йыр нимә тураһында тигән һорауға яуап әҙерләп ултырығыҙ. (Уҡытыусы тарафынан «Ҡариҙел буйында ҡалам» тигән йыр башҡарыла).

Ҡариҙел буйында ҡалам,

Ҡариҙел буйҙары киң.

Күктәренең зәңгәрлеге (2 т.),

Сабый сафлығына тиң.

Йәгеҙ, был йыр нимә тураһында?

Уҡыусылар: - Ҡариҙел йылғаһы тураһында.

Уҡытыусы: - Эйе. Дөрөҫ. Был йыр беҙҙең Ҡариҙел йылғаһы тураһында булды. Бына ул, уҡыусылар, Ҡариҙел йылғаһы (уҡытыусы медиопроекторҙан Ҡариҙел йылғаһын күрһәтеп китә). Уҡыусылар, ә хәҙер аҙ ғына уйлайыҡ әле, ни өсөн мин бөгөнгө дәресте йылға тураһында йыр менән башлап ебәрҙем? Беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр тураһында һөйләшәсәкбеҙ инде?

Уҡыусылар: - Йылғалар тураһында.


  1. Яңы тема.


Уҡытыусы: - Эйе, уҡыусылар. Бөгөнгө дәрестең темаһы «Башҡортостандың йылғалары, күлдәре» тип атала. Мин һеҙгә өйҙә йылға – күлдәр тураҙында шиғырҙар ятлап килергә ҡушҡан инем. Әҙерһегеҙме? (Уҡыусылар өйҙә үҙҙәре табып, ятлап килгән шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр).

Афарин. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ Башҡортостандағы ниндәй йылға –күлдәрҙе беләһегеҙ?

Уҡыусылар: - Ағиҙел, Ҡариҙел, Асылыкүл….

Уҡытыусы: - Эйе. Афарин, уҡыусылар. Улар бик күп һәм һеҙ һанап сыҡҡандарҙың барыһы ла беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа. Ә шулар араһынан Башҡортостанда иң ҙур йылғаның һәм күлдең исемен беләһегеҙме?

Уҡыусылар: - Ағиҙел һәм Асылыкүл.

Уҡытыусы: - Эйе (Уҡытыусы картанан Ағиҙел һәм Асылыкүлде кңрһәтеп үтә. Медиопроекторҙан уларҙың буйҙарын ҡарайҙар, бирелгән текстарҙы тасуири уҡыйҙар һәм йөкмәткеһен ҡыҫҡаса рус телендә һөйләйҙәр ).

Эйе, уҡыусылар. Былар беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙағы иң ҙур йылға һәм күл булды. Ә хәҙер үҙебеҙҙең район територияһына күсәйек. Беҙҙең районыбыҙҙа йылға – күлдәр бармы?

Уҡыусылар: - Бар.

Уҡытыусы: - Ҡайһыларын беләһегеҙ?

Уҡыусылар: - Ҡариҙел, Упҡанлы, Һарыуа…

Уҡытыусы: - Дөрөҫ, уҡыусылар. Беҙҙең районыбыҙ ҙа йылға – күлдәргә бик бай икән. Районыбыҙ територияһынан аҡҡан иң ҙур йылғаларҙың береһе - Ҡариҙел (медиопроекторҙан Ҡариҙел йылғаһының буйҙарын ҡарау, Башҡортостан картаһынан уның башын һәм тамаған күрһәтеү, бирелгән тексты тасуири уҡыу, тәржемә итеү).

Күлдәргә килгәндә, тәбиғәт ҡомартҡыларына индерелгән, Һарыуа һәм Упҡанлы тигән күлдәребеҙ бар (медиопроекторҙан уларҙың һүрәттәрен ҡарау). Уҡыусылар, был күлдәр тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?

Уҡыусылар: - Упҡалы күлендә һыу сәтләүеге бар һәм башҡалар.

Уҡытыусы: - Ә бына улар тураһында текстарҙа нимә яҙылған икән? Әйҙәгеҙ әле, был текстар менән танышып, йөкмәткеләрен үҙләштереп китәйек (һүрәттәрҙең аҫтында бирелгән текстарҙы уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү). Ә хәҙер аҙ ғына ял итеп алайыҡ. Ребус сисәйек. Бирелгән ребусты дөрөҫ сисһәгеҙ, Башҡортостандағы күл исемен табырҙығыҙ.

Уҡыусылар: - Талҡаҫ (медиопроекторҙан Талҡаҫ күлен күрһәтеү).

Уҡытыусы: -Һеҙ бынан башҡа тағы ниндәй йылға – күлдәрҙе беләһегеҙ?

Уҡыусылар: - Һалдыбаш, Дим, Инйәр, Әй, Ыҡ һ.б.

Уҡытыусы: - Афарин. Әйҙәгеҙ әле уларҙың да буйҙарын ҡарап китәйек.(Медиопроекторҙан һүрәттәр ҡарау)

Ярай, уҡыусылар. Ә хәҙер әйтегеҙ әле, беҙ был йылға һәм күлдәрҙә нимә эшләргә яратабыҙ?

Уҡыусылар: - Һыу инергә.

Уҡытыусы: - Дөрөҫ. Ә һыу инеүҙең ҡағиҙәләре бармы ул?

Уҡыусылар: - Бар.

Уҡытыусы: - Мәҫәлән, ниндәй? Беҙ нимәне онотмаҫҡа тейешбеҙ?

Уҡыусылар: - Йылға буйына бер үҙең генә бармаҫҡа һ.б.

Уҡытыусы: - Бына ул һыу инеү ҡағиҙәләре, уҡыусылар. Хәҙер шуларҙы уҡый барайыҡ, дәфтәрҙәргә яҙа барайыҡ. (Медиопроекторҙан һыу инеү ҡағиҙәләрен уҡыу, дәфтәрҙәргә күсереү).


IV. Йомғаҡлау.


Уҡытыусы: - Шулай итеп, уҡыусылар, һеҙ бөгөнгө дәрестә нимәләр белдегеҙ, нимәләр менән таныштығыҙ?

Уҡыусылар: - Башҡортостандағы йылға – күлдәрҙе белдек һәм үҙләштерҙек. Районыбыҙ територияһындағы тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында текстар менән таныштыҡ һ.б.

Уҡытыусы: - Эйе, уҡыусылар. Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән бик күп мәғлүмәт алдыҡ. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтенә тағы бер тапҡыр сәйәхәт ҡылдыҡ. Беҙҙең яҡ тәбиғәтенең бик матур һәм бай булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Афарин, уҡыусылар.


V. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.


VI. Өйгә эш. Район територияһындағы йылға – күл исемдәрен яҙып килергә.


Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy



Автор
Дата добавления 10.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров61
Номер материала ДБ-338315
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх