Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок Фәрит Иҫәнғолов. “Хәмит күпере” хикәйәһе.

Урок Фәрит Иҫәнғолов. “Хәмит күпере” хикәйәһе.



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема: Фәрит Иҫәнғолов. “Хәмит күпере” хикәйәһе.


Маҡсат: 1) Ф. Иҫәнғоловтоң тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу; 2) “Хәмит күпере” хикәйәһен өйрәнеү, йөкмәткеһен үҙләштереү; 3) уҡыусыларҙа яҙыусыға ҡарата ихтирам хисе уятыу; ижады аша кешеләрҙең был донъяла мәңге түгеле, уларҙың ҡасан да бер китеүе, ә ҡылған эштәренең ерҙә ҡалыуы, тере ҡалыуы, тереләргә ҡалыуы тураһында әңгәмә ойоштороу; 4) яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереүҙе дауам итеү.


Йыһазландырыу: Ф. Иҫәнғоловтоң портреты, китаптары күргәҙмәһе, Башҡортостандың картаһы, төрлө күперҙәрҙең һүрәттәре, 5-9- сы синыфтар өсөн төҙөлгән электрон дәреслек, эпиграф.


Алдан әҙерлек: Ф. Иҫәнғоловтоң түбән синыфтарҙа үткән әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөп килергә.


Дәрес барышы


1. Ойоштороу моменты. (Таҡтаға тема, эпиграф яҙыла, Ф. Иҫәнғоловтоң портреты, Башҡортостан картаһы эленә, китаптарынан күргәҙмә ойошторола.)


2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Уҡытыусы. Уҡыусылар, мин һеҙгә бөгөнгө дәрескә һеҙ түбән синыфтарҙа танышҡан Ф. Иҫәнҫоловтоң әҫәрҙәрен иҫкә төшөрөп килергә ҡушҡан инем. Әйҙәгеҙ әле, уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ икән.

Уҡыусылар.

Уҡытыусы. Эйе, дөрөҫ. Ә хәҙер әйтегеҙ әле, был беҙгә бөгөнгө дәрескә нимәгә кәрәк булды икән?


3. Яңы материалды үтеү.


а) Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу.


Уҡыусылар. Бөгөн Ф. Иҫәнғолов тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар. Бөгөн беҙ уның ижады һәм тормош юлы менән танышабыҙ. Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итәбеҙ. Бына ул уҡыусылар Ф. Иҫәнғолов (портретын күрһәтеп китәм). Уҡыусылар ул ҡайҙа тыуған? Кем белә? Әйтә ала?

Уҡыусылар. Яуап.

Уҡытыусы. Фәрит Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыманбаш ауылында тыуған. Бала сағы Үтәймулла ауылында үтә. (Картанан яҙыусының районын, ауылын күрһәтеп үтеү.)

1935-1945 йылдарҙа урта мәктәптә уҡый.

1945-1949 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала.

Уҡытыусы, завуч булып эшен башлай. Шулай уҡ Башҡортостан китап нәшриәтендә, “Ағиҙел” журналында редактор булып эшләй.

Арыш башағы” романы өсөн уға республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

Яҙыусы тәржемә өҫөндә лә шөғөлләнде.

1983 йылда вафат була.

( Электрон дәреслектән Ф. Иҫәнғоловтоң фотоальбомын күрһәтеп үтеү, әҫәрҙәренең исемдәрен уҡыу, катаптар күргәҙмәһенә туҡталыу.)


б) “Хәмит күпере” хикәйәһе менән танышыу.


Уҡытыусы. Ә хәҙер бынау һүрәттәргә күҙ һалайыҡ. Беҙ нимәләр күрәбеҙ? (Һүрәттәр күрһәтеү.)

Уҡыусылар. Күперҙәр.

Уҡытыусы. Дөрөҫ. Улар ниндәйҙәр?

Уҡыусылар. Төрлөләр.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, ни өсөн мин һеҙгә был күперҙәрҙе күрһәттем?

Уҡыусылар. Беҙ уҡыясаҡ әҫәр күпер тураһында.

Уҡытыусы. Эйе, дөрөҫ. Бөгөн беҙ Ф. Иҫәнғоловтоң “Хәмит күпере” тигән хикәйәһе менән танышабыҙ.Ә бына ни өсөн был күперҙе “Хәмит күпере” тип атағандары тураһында беҙ әҫәр менән танышҡас белербеҙ.

  1. Һүҙлек эше;

  2. Бер уҡыусының әҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири уҡыуы;

  3. Фонояҙманан әҫәрҙең икенсе бүлеген тыңлау;

  4. Уҡыусыларҙан ҡыҫҡаса әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләтеү;

  5. Һорауҙарға яуап алыу:

    • Әҫәр нисек атала?

    • Кем ул Вәлит? Ул ниндәй?

    • Кем ул Хәмит? Ул ниндәй?

    • Ауыл халҡы ни өсөн Хәмитте онотмай?

  6. Эпиграфты уҡыу, мәғәнәһен төшөнөү һәм әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килеүен иҫбатлау;

Эпиграф: “Кешеләр китә, ҡылған эштәре ҡала. Тере ҡала. Тереләргә ҡала.”

Уҡытыусы. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, была был килтерелгән эпиграф хикәйәнең йөкмәткеһенә тап киләме? Килһә нимәһе менән?

Уҡыусылар. Килә…(яуаптар)


4) Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Шулай итеп уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә нимәләр белдек? Ниндәй яҙыусы һәм уның ниндәй әҫәре менән таныштыҡ?

Уҡыусылар. Ф. Иҫәнғоловтоң тормош һәм ижад юлы, “Хәмит күпере” хикәйәҙе менән таныштыҡ.

Уҡытыусы. Был хикәйәнән сығып беҙ нимә әйтә алабыҙ?

Уҡыусылар. Кеше үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш түгел. Үҙенән һуң нимәлер ҡалдырырға тейеш һ.б.

Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар. Беҙ был хикәйәнән кеше үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш түгеллеге, үҙенән һуң килгән быуынға нимәлер ҡалдыреп китерлек итеп йәшәргә тейешлеге тураһында тағы бер тапҡыр инандыҡ. Һәм быны шулай уҡ беҙ эпиграф юлдарынан да күрәбеҙ: “Кешеләр китә, ҡылған эштәре ҡала. Тере ҡала. Тереләргә ҡала.”


5) Балаларҙың белемдәрен баһалау.


  1. Өйгә эш.


Яңы һүҙҙәрҙе ятларға һәм улар менән биш һөйләм уйлап яҙып килергә.
























Нуриман районы Красная Горка дөйөм урта белем биреү мәктәбе













Асыҡ дәрес өлгөһө


5-се синыф



ТЕМА: Ф. ИҫәнғоловХәмит күпере”





















Уҡытыусы:

Бәҙретдинова Г.Р.




2009 йыл



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 10.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров26
Номер материала ДБ-338326
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх