Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок на тему "Аҡмулла ижадында дини мотивтар"

Урок на тему "Аҡмулла ижадында дини мотивтар"



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

9 – сы класс ( әсә теле)

Аҡмулла ижадында дини мотивтар.

Маҡсат: М.Аҡмулла ижадын тәрәнәйтеп өйрәнеү һәм дини әҙәбиәт буйынса белемде үҫтереү;мәҙрәсәләр хаҡында тарихи белешмә биреү;Аҡмулланың башҡа тарихи шәхестәр менән бәйләнешен күрһәтеү; Аҡмулла шиғриәтендә дини мотивтарҙы аңлатыу; уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу.

Йыһазландырыу: экран, проектор, фоталар, дәреслек, диск.

Дәрес барышы.

Уҡытыусы һүҙе.

1 – се слайд

Таҡтала тарихи белешмә. 10- сы быуатта Уралда ислам дини таратыла башлай, мәсеттәр төҙөлә. 1789 йылда Өфөлә Диниә назараты асыла. 1917 йылға тиклем Башҡортостанда 300-гә яҡын таш, 1300- ҙән ашыу ағас мәсет, 400-ҙән ашыу мәҙрәсә иҫәпләнә.

2. Индивидуаль эш. Докладтар. Стәрлебаш,”Рәсүлйә”(Троицк ҡалаһындағы) мәҙрәсәләр тураһында һөйләй.

2 – се слайд

Мәҙрәсәләр

“Рәсүлйә” ( Троицк)

“Ғосмания” ( Өфө)

“Ғәлиә” ( Өфө)

Стәрлебаш

Был мәҙрәсәләр йәҙитсел мәҙрәсәләр булыуына баҫым яһала. Уларҙың төрлө ҡалаларҙа урынлашыуы аңлатыла. Докладсыларҙың сығыштарын үҙләштереүҙе асыҡлау маҡсатында күрһәтелгән шәкерттәр барыһы ла ҡайһы мәҙрәсәлә уҡыған?Унда кем мөдәррис булған һорауҙарына яуап алына.

Мөдәррис һүҙенә аңлатма бирелә.

3 – сө слайд

3. Аҡмулла һәм тарихи шәхестәр.

Ш.Зәки – мөдәррис, суфый шағир.

Р. Фәхретдинов – мөфтөй, ғалим.

З.Рәсүлев – ишан, рефарматор.

Был шәхестәрҙе нимә берләштерә?(Ислам дине, культураһы, фәлсәфәһе...)

Аҡмулланың улар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе әйтелә. З.Рәсүлевтың шағир яҙмышы хаҡында ныҡ ҡайғыртыуына баҫым яһала.

4. Әңгәмә. Совет осоронда Ислам диненә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт һаҡлана.( Мәсет,мәҙрәсә – иҫкелек символы, тигән ҡарашҡа килә уҡыусылар.)

4 –се слайд.( мәҙрәсәләр)

-Хәҙер мәсеттәр, мәҙрәсәләр бармы?

- Экскурсияла булғанығыҙ бармы?

- Мәсет – ул ниндәй урын.?

- Бөгөнгө көндә улар беҙгә кәрәкме?

Мәсет – мосолмандарҙың изге урыны.

5. Аҡмулла – дини кеше.

Аҡмулла - халыҡ тарафынан ҡушылған исем

-Уның шиғриәтендә иман һүҙе йыш ҡабатлана.Иман – ислам, дин һүҙҙәрен аңлата. Фиғел- холоҡ, тәрбиә. Аҡмулла поэзияһында ҡабатланған иманлы булыу, тимәк,динле , аллалы булыуҙы аңлата.

- Мәрҫиә жанрын иҫкә төшөрөү.

Мәрҫиә – ғәрәпсә илау, һыҡтау һүҙҙәрен аңлата. Вафат булған берәй күренекле кешегә бағышлап сығарылған әҫәр.Мәрҫиә бәйет жанрының синонимы. Айырма шунда: бәйет халыҡ тарафынан ижад ителә.Мәрҫиә-Көнсығыш әҙәбиәте жанры һәм уның үҙ поэтик ҡанундары бар.

5 – се слайд.

Ғилми цитаталар:

“Аҡмулланың дини ҡараштары үҙе үк ҡатмарлы күренеш...Ул дөйөм хөр үҫеште диндән башҡа күҙ алдына килтерә алмаған...”

( Әхәт Вилданов)



“Әҙиптең фекеренсә, мәҙәниәт, мәғрифәттең әсәһе, йәғни нигеҙе – иман – тәртип, әхләҡи сафлыҡ.. ( Флүр Сибәғәтов.)



А) Фронталь эш. Бирелгән карточкалар буйынса Аҡмулла шиғырҙарында дини мотивтарҙы билдәләргә һәм аңлатырға.

1-се карточка.

ҡат-ҡат сәләм мин мосафир Аҡмулланан,

Тура әйтеп, халыҡҡа яҙған хаҡ мулланан.

Бөтә сәхрә эстәренә беҙҙән сәләм

Дошмандың ялаһынан пак мулланан.

(“Урыным-зиндан”).

2-се карточка.

Үлмәй тороп егеттәр,

Ахирәт эшен юмһенә!

Дәүләт бирһә тәңрең,

Мәсет һалып бирһәнә!

Вәғәҙәңә тоғро ҡал!

(“Йырау”).

3-сө карточка.

Муллалыҡ эше ҡыйын, юнь белмәһә,

Хоҙайым тәүфиҡ биреп күндермәһә...

Мулла шул: дин өйрәтеп, хаҡ алмаһа.

Донъяға динен һатып, юғалмаһа.

(“Замана ғалимдарына”)

4-се карточка.

Шыбырҙап яуған ямғыр ташҡа ҡунмаҫ,

Аҡылһыҙға һүҙ әйтһәң, башҡа ҡунмаҫ.

Бәндәгә ни яҙһа, шуны күрер,

Бер кем дә тәҡдиренән башҡа булмаҫ.

(«Шыбырҙап яуған ямғыр ташҡа ҡунмаҫ”).

5-се карточка.

Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

“Хоҙай, кисер!” – тигән менән эш бөтмәйҙер,

Иман шартын өйрәнмәһә – Иван, тигән...

(«Нәсихәттәр”).

6-сы карточка.

...Ә был яһил, Мөхәммәткә инанмаған,

Иманға өндәһәлә лә, ышанмаған.

Өс йөҙ алтмыш мөғжизәһен сәхрә тиеп

Яралған ай менән көндө күрә алмаған...

(“ Урыным – зиндан”).

7-се карточка.

Һүҙ ҡуҙғатыр ул аҫыл ир кәрәк ерҙән,

Хоҙайым үтә һиҙгер йөрәк биргән

Инженерҙар һиҙмәгән ерҙән ҡаҙып

Сығарҙы татлы һыуҙы тәрән ерҙән...

(“Фазыл Мәржәни мәрҫиәһе”).

(Шиғри өҙөк уҡыла, дини лексика билдәләнә).

“Аҡмулланың шиғриәтендә дини лексика” тигән һүҙлек төҙөлә.

Мосафир, мулла, ахирәт эше, мәсет, Хоҙай,тәүфиҡ, дин, бәндә, тәҡдир, иман, иман шарты,Мөхәммәт пәйғәмбәр, доға, шайтан, мәрҫиә.

--------Мулла ниндәй булырға тейеш?

Аҡмулла фекеренсә, мулла- ул ғилемле, иманлы, динле, тәртипле, әхлаҡлы, саф күңелле изге кеше.Аҡмулла үҙе шундайҙарҙан. “Мин мосафир... хаҡ мулла... пак мулла”, - тип юҡҡа ғына әйтмәй ул. (“Урыным – зиндан”).

6.Йомғаҡлау. Тест һорауҙары.( 1б, 2в, 3б, 4в, 5г, 6в, 7а.)

7.Өйгә эш. М. Аҡмулланың берәй шиғырын ятларға.



4





57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 25.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров11
Номер материала ДБ-389913
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх