Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок на тему Башкорттарым, укыу кәрәк

Урок на тему Башкорттарым, укыу кәрәк

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



Маҡсат: күренекле мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, уҡыусыларҙы белемлелеккә өндәү.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

II.Уҡытыусының инеш һүҙе.( Дәресте Р. Солтангәрәеваның Аҡмуллаға арналған ҡобайырынан өҙөк уҡыу менән башлау.)

Аҡмулла-изге үҙең,

Табынам бағып йөҙөң

Таҙарам уҡып һүҙең,

Башҡорттарым , тинең һин,

Уҡыу кәрәк, тинең һин.

Арабыҙҙа наҙандар күп

Белем һирәк тинең һин,

Уҡыу кәрәк тинең һин.

Дәресте юҡҡа ғына билдәле сәсәниә Р. Солтангәрәеваның ҡобайыры менән башламаным. Бөгөнгө дәрестә беҙ XIX быуаттың 2-се яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ә кем һуң ул мәғрифәтсе?

Мәғрифәтсе- ул аң- белем таратыусы.Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел ҡаҙаҡтар ,татарҙар араһында ла яратып уҡыла ,күп шиғырҙарын яттан беләләр.Быйыл уның тыуыуына 185 йыл була. Шуның бөгөн беҙгә дәрескә Аҡмулланың тормошон, ижадын ныҡлап өйрәнгән күренекле ғалимдар килгән . Әйҙәгеҙ, уларҙың сығыштарын тыңлап үтәйек.

1-се ғалим. Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы. (Илизәнең сығышы)

(2-се слайд), 3-сө, 4-се слайдтар).

2-се ғалим. Халыҡтар араһында ( Айгүзәлдең сығышы.) (5-се слайд, 6-сы, 7-се).

3-сө ғалим . Аҡмулланың ижады (Х. Айгузәл) (8-се, 9-сы, 10- сы слайдтар).

Мифтахетдин бәләкәйҙән үк бик шуҡ, тиктормаҫ ,тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс, үгәй әсәһенең һәм ағаларының йәберләүен, һыйҙырмауын да кисерә. Уның шуҡлығы ҡайһы бер ваҡыт эш боҙоуға ла килтерә. Ошо хаҡта:”Оятымдан ҡара яндым хатта” ти . Был ваҡиғанан һуң ҡышҡы һыуыҡта, мәҙрәсәнән ҡасып, тирмәндә йәшеренгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра. Аяҡ бармаҡтарын да өшөтә.

lll .Уҡытыусының һүҙе:

М. Аҡмулла күпте күргән, күпте кисергән шағир.Ул үҙенең әҫәрҙәрендә әҙәп, әхлаҡ, тәрбиә, белем кеүек мәсьәләләрҙе беренсе урынға ҡуя. Үҙенең “Нәсихәттәр”ендә кешегә юлдаш булырға тейеш сифаттарҙы һанап сыға.

Уҡыусыларҙың “Нәсихәттәр”енән өҙөктәр һөйләү.

IV. Физкультминутка.

Беҙҙең Башҡортостанда ошондай бейек тауҙар.

Шулай ҡағына ҡаҙҙар,

Шулай бөгөлә талдар,

Шулай бейей балалар,

Шулай ырғып алалар

Шунан шым ғына ултырып,

Тағы белем алалар.

V. Аҡмулла үҙ заманының улы һәм шағиры булараҡ, үҙе йәшәгән заманда халыҡтың ауыр тормошон белемгә эйә булмауын күреп, бөтә томаналыҡтар наҙанлыҡтан тип уйлап, халыҡты уҡырға, белемле булырға саҡыра. Белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай. Ул иң беренсе башлап туған халҡына “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә. (11- се слайд).

-Дәреслектә бирелгән ошо шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыр алдынан һүҙлек эше ойошторайыҡ.

  1. Һүҙлек эше:

Ырыҫ- бәхет , ҡәнәғәтлек

Өн- уяу, ысын хәл.

Илтифат- иғтибар күрһәтеү

Шәрафәттәр- ҡәҙер, хөрмәт

Яһиллыҡ- яуызлыҡ

Афәттәр- ҙур бәлә

Әүлиәлек- изге кеше

Кирамәт- мөғжизә

Хәләл- бөйөклөк

Харам- дин тарафынан тыйылған

Шәйҙәр- шикелле, һымаҡ

  1. Шиғырҙы тасуири уҡыу

  2. Уҡыусыларҙан уҡыттырыу

  3. Анализ яһау (13,12,14)

-“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры хәҙерге ваҡытта күптәр өсөн девиз булып яңғырай.”Ҡарауан һарай “ төркөмө башҡарыуында был йыр күптәргә таныш.

  1. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” йырын тыңлау.

VI.”Аҡмулла” ҡара төндөң яҡты йондоҙо булып, халҡыбыҙҙы белемгә, яңы тормошҡа саҡырған. Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль, сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юлдар асыҡ. Ғилемле кеше- ҡанатлы ҡош.

Белемле белмәҫ, белемһеҙ көн күрмәҫ (15-се слайд).

Аҡмулланың исемен мәңгелләштереү өсөн бик күп нәмәләр эшләнде: Аҡмулла исемендәге премия булдырылды (16-сы слайд).

2008 й. БДПУ алдында һәйкәл асылды (17- се слайд).

Туҡһанбай ауылында музей Аҡмулла исемен йөрөтә. ( 18-се слайд).

Миәкә р-ны Туҡһанбай ауылында Аҡмулла шишмәһе бар.

БДПУ йыл һайын Аҡмулла уҡыуҙары үткәрә.

Бик күп кенә яҙыусылар уға арнап әҫәрҙәрен, шиғырҙарын яҙҙылар.

( Уҡыусыларҙың шиғырҙары).

Төнө генә түгел, көндәре лә

Ҡара булған саҡта халыҡтың,

Эҙләгәнһең наҙанлыҡты айырып,

Ҡайҙа икәнлеген хаҡлыҡтың.

VII. Йомғаҡлау. Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә беҙ ғалимдарҙың сығыштарын тыңлап күп мәғлүмәттәр алдыҡ.

Ә хәҙер һеҙҙә Аҡмулла тур-да ниндәй фекерҙәр тыуҙы, нимәләр белдегеҙ? Шуны карточкаға яҙып ҡуйығыҙ.( Карточкалар таратыла).

Ни өсөн шағирға Аҡмулла тип исем биргәндәр. Ҡайһы халыҡ уны шулай атаған? Исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнде?





Автор
Дата добавления 13.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров119
Номер материала ДВ-448902
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх