Инфоурок Родной язык КонспектыУрок на тему "“Рауил Бикбаевтың “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырын өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр”

Урок на тему "“Рауил Бикбаевтың “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырын өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр”

Скачать материал

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

 СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №41

КИРОВСКОГО РАЙОНА ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД УФА

УПРАВЛЕНИЕ ОБРАЗОВАНИЯ АДМИНИСТРАЦИИ ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД УФА

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

 

 

 

 

 

 

 

Тема урока:

“Рауил Бикбаевтың “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырын өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр”

(Программа по башкирскому языку и литературе (для учащихся- башкир1-11 классов школ с русским языком обучения. Ижевск: КигоГрад,2008. Авторы: Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А. Башкирский язык. Учебник для учащихся-башкир 4 класса школ с русским языком обучения. Тулумбаев Х. А. - Уфа: Китап, 2006г)

 

 

 

 

 

 

 

Султанова Лилия Ишкильдовна,

учитель башкирского языка и литературы

 МБОУ СОШ №41 Кировского района  г. Уфы

 

 

Уфа – 2013

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районының

 41-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

Дәрес темаһы:

“Рауил Бикбаевтың “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырын өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр.”

(Урыҫ мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслеккә таянып яҙылған дәрес өлгөһө)

 

 

 

 

Солтанова Лилиә Ишкилде ҡыҙы,

Өфө ҡалаһы Киров районы 41-се мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

Өфө - 2013

Дәрес темаһы: “Рауил Бикбаевтың “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырын өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр (ҡабатлау)”

Дәрес маҡсаты: 1) Рауил  Бикбаев тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү; “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырының йөкмәткеһе менән таныштырыу; тәбиғәт менән кеше араһындағы мөнәсәбәтте асыҡлау; хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрен телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеүҙе дауам итеү; 2) әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәтеү, һүҙ запасын байытыу, уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү һәләтен, бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү; 3) тәбиғәткә, тыуған ергә һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Рауил Бикбаев портреты, слайдтарҙа шағирҙың тормош һәм ижадына бәйле фотоһүрәттәр, видео һәм аудиояҙмалар, тәбиғәт тураһында картиналар, мультипроектор, экран.

 

Дәрес барышы:

Ойоштороу мәле.

Психологик комфорт тыуҙырыу.

- Хәйерле иртә, уҡыусылар! Мин һеҙгә бик яҡшы кәйеф менән килдем. Ә һеҙҙең кәйефегеҙ нисек?

Шиғырҙы уҡыу.

-         Хәйерле иртә, күҙҙәр,  һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)

-         Хәйерле иртә, ҡулдар, (ҡулдарҙы һыйпау)

-          һеҙ уяндығыҙмы? (сәпәкәйләү)

-         Хәйерле иртә, аяҡтар, (һыйпау) һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)

-         Хәйерле иртә, ҡояш! (ҡулдарҙы ҡояшҡа һүҙыу)

-         Мин уяндым!

-         Ҡулдар менән ҡояшҡа ынтылабыҙ. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан дәрт алабыҙ. Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып, матур көн теләйек. (Слайдта ҡояш һүрәте)

Өйгә эште тикшереү (Слайдта өс вариантта тәҡдим ителгән өй эштәре күрһәтелә).

1.     Яҙ темаһына мини-инша яҙыу.

2.     Бирелгән 3 һынамышты яттан яҙып өйрәнеү.

3.     Грамматик бирем: Х. Ғиләжевтың «Яҙ» шиғырын тасуири уҡыу, һөйләмдәрҙе табып баш киҫәктәрҙе билдәләү.

- Үткән дәрестә һәр кем үҙенә оҡшаған эш төрөн өй эше итеп һайлап алғайны. Кемдең нисек үтәүен төркөмдәрҙә тикшереп алайыҡ. (1-се “Ижади төркөм”дә яҙ темаһына яҙылған иншаларҙы бер-береһенә ҡысҡырып уҡып, иң оҫта инша яҙыусыны билдәләйҙәр. 2-се төркөм мәҡәлдәрҙе яттан яҙалар, аҙаҡ слайдҡа ҡарап эштәрен тикшерәләр һәм бер-береһенә баһа ҡуялар. 3-сө төркөмдәге уҡыусылар уҡытыусы менән берлектә өй эшен тикшерәләр.)

  

 Беренсе стадия – саҡырыу. Яңы теманы өйрәнеүгә саҡырыу.

Уҡытыусы: - Шулай итеп,  яҙ темаһын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөнгө дәрестә өйрәнеләсәк әҫәрҙе, уның авторын эҙләп табабыҙ. (Уҡыусылар слайдтан дәрестә өйрәнеләсәк әҫәрҙе, уның авторын билдәләйҙәр.)

- Уҡыусылар, дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Эйе, бөгөн дәрестә халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең береһе Рауил Бикбаевтың тормош юлы һәм ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһарбыҙ, уның  шиғыры менән танышырбыҙ. Шулай уҡ грамматик теманы нығытыуға күнегеүҙәр башҡарырбыҙ. (Слайдта Рауил Бикбаевтың портреты күрһәтелә. Уҡыусыларға ҡағыҙ битендә яҙыусының рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылған ҡыҫҡаса тормош һәм ижады тураһында мәғлүмәт таратыла. Башта һәр уҡыусы мәғлүмәт менән үҙаллы таныша, аҙаҡ әңгәмә үткәрелә. Был  эш тәнҡитле фекерләү технологияһының “инсерт” алымы менән башҡарыла.)

Яҙыусының тормош юлы һәм ижады

V – миңә билдәле, ? –аңлашылмай,

+ - яңылыҡ белдем, ! - килешмәйем

1.              Рауил Бикбаев – күренекле  башҡорт шағиры, ғалим, депутат.

2.              Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең  Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Бикбаев Равиль Тухватович родился 12 декабря 1938 года в деревне Верхний Кунакбай Покровского района Оренбургской области.

3.     Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡый.

4.     Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

5.     Рауил  Бикбаев - бик күп китап авторы. Уның “Дала офоҡтары” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә.

6.     Отдельные произведения его переведены на немецкий, турецкий, украинский, казахский, якутский, чувашский, каракалпакский, алтайский и другие языки.

7.     Ул – филолгия фәндәре докторы.

8.     Рауил Бикбаев республикабыҙҙың Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

 

- Уҡыусылар, Рауил Бикбаев тураһында һеҙгә нимә билдәле ине? Ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? Нимә бөтөнләй аңлашылмай? Мәғлүмәт менән кемдәр килешмәй? Быйыл яҙыусыға нисә йәш тула тип уйлайһығыҙ?  (Уҡыусыларҙың яуаптарын тулыландырыу йәһәтенән экранда Рауил Бикбаев тормош юлы һәм ижадын сағылдырған слайдтар күрһәтелә.)

Күҙаллау. (Слайдта һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр күрһәтелә. Уҡыусылар хор менән бирелгән һүҙҙәрҙе уҡый.).

Япраҡ, тәүге ҡыяҡтар, ярһып шыбырлай, сабый япраҡ, теле асыла, ер-һыуҙар, таштарыңдың.

- Был һүҙҙәрҙе уҡығас, нимәләр күҙ алдына килеп баҫты? Тимәк, бөгөн өйрәнеләсәк әҫәр нимә тураһында тип уйлайһығыҙ?

Икенсе стадия – фекер йөрөтөү. Шиғыр өҫтөндә эш.

1.     Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы

2.     Һүҙлек эше.

- Шиғырҙа ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай? (Слайдта һүҙлек эшенә тәҡдим ителгән һүҙҙәр күрһәтелә.)

Шыйыҡ – жидкий,

Һығыу – выжимать

Һарылып – прильнув

Хаҡ – дөрөҫлөк

Намыҫ - совесть

Ялған – ложь

Сабый- младенец

Ҡыяҡ- лист злаковых растений

Юлығыу -  попадаться, встречаться

Асыу - злость

Илгәҙәк – приветливый, любезный

Талпыныу – рваться, тянуться

Шыбырлау - шептать

1-се төркөм – ялған, асыу, асыу тотоу, илгәҙәк һүҙҙәренә синоним табып яҙырға.

2-се төркөм – шыйыҡ, ялған, асыу, илгәҙәк, тәүге, асыла һүҙҙәренең антонимдарын яҙырға.

3-сө төркөм ошо уҡ һүҙҙәр менән хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр төҙөргә. (Был эш төркөмдәрҙә башҡарыла һәм тикшерелә. Һәр төркөмдән берәр уҡыусы сығыш яһай. Яуаптары слайдта бирелгән һүҙҙәр менән тулыландырыла.)

3.     Уҡыусыларҙың эстән уҡыуы.

-Уҡыусылар, шиғырҙа ниндәй тыныш билдәләре осраны? Тимәк, яҙыусы ниндәй һөйләм төрҙәрен ҡулланған? Ни өсөн? Ул  юлдарҙы нисек уҡырға кәрәк?

4.     Хор менән уҡыу

5.     Сылбырлы уҡыу.

6.     Тасуири уҡыу (бер- ике уҡыусынан уҡытыу).

7.     Һорауҙарға яуаптар:

- Шиғырҙа яҙ миҙгеленең ниндәй айы тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ? Ни өсөн? Шул юлдарҙы табып уҡығыҙ.

- Шиғыр ни өсөн “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” тип атала икән?

- Тәбиғәттә тәүге япраҡ үҙен нисек тоя? Автор ни өсөн япраҡты сабый япраҡ тип һүрәтләй? Сабый һүҙен икенсе төрлө нисек әйтәләр?

- “Ҡолағыма һарылып, сабый япраҡ, әллә ниҙәр ярһып шыбырлай” тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Шыбырлай һүҙен тағы ниндәй һүҙҙәр менән алыштырып әйтергә мөмкин?

- Яҙ миҙгеле тәбиғәткә, кешегә нимә алып килгән? Автор был турала нимә ти?

 - һуңғы строфалағы тәүге ике шиғри юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?

 - Һеҙ яҙ миҙгелен яратаһығыҙмы? Ни өсөн яҙ миҙгеле оҡшай?

 - Әгәр һеҙгә шиғырҙың йөкмәткеһенә һүрәт төшөшөргә ҡушһалар, иң беренсе нимәне төшөрөр инегеҙ? Ни өсөн?

-  Автор кешеләргә нимә тип өндәшә? Был саҡырыуға һеҙ ҡушылыр инегеҙме? Ни өсөн?

- Эйе, сөнки Рауил  Бикбаев япраҡ образы аша тәбиғәттең иң йәмле  яҙ миҙгелен, уның матурлығын, шулай уҡ кешеләрҙең тәбиғәткә мөнәсәбәтен һүрәтләүгә ирешкән. Әммә бөгөнгө көндә тәбиғәт бик ҙур зыян күрә. Шуға күрә яҙыусы үҙенең әҫәрҙәре аша кешеләрҙе, бигерәк тә  йәш быуынды тәбиғәтте һаҡларға, уяу булырға саҡыра. Сөнки кеше тәбиғәтһеҙ йәшәй алмай. Ни өсөн? Уй-фекерҙәрегеҙҙе кластер ярҙамында күрһәтегеҙ.

Кластер төҙөү (1-се төркөм шиғырҙағы төп образ - япраҡ, 2-се төркөм - тәбиғәт, ә 3-сө төркөм кеше һүҙҙәренә кластер төҙөй. Аҙаҡ эштәр тикшерелә, слайд ярҙамында уҡытыусы төҙөгән кластер менән сағыштырыла.)

    

Өсөнсө стадия – рефлексия. Йомғаҡлау.

-Шулай итеп бөгөнгө дәрестә ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Ниндәй яҙыусы менән яҡындан таныштығыҙ? Кемдәр дәрестә актив эшләне? Үҙегеҙҙең эшегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ? Әйҙәгеҙ, дәрестә алған белемегеҙҙе тест ярҙамында тикшереп үтәйек.

Тест һорауҙары.

1.     Рауил Бикбаев нисәнсе йылда тыуған?

а) 1939 йыл; б)1938 йыл; в) 1928 йыл.

2. Шағирҙың тыуған ере?

а) Баймаҡ районы Буранбай ауылы; б) Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы; в) Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылы.

3. Уның тәүге китабы нисек атала?

а) «Отряд ҡуҙғалды»; б) «Дала офоҡтары»; в) «Яҙғы йыр»

4. Рауил Бикбаев кем?

а) педагогия фәндәре кандитаты; б) филология фәндәре докторы; в) медицина фәндәре докторы

5. Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме нисәнсе йылда бирелә?

а) 1995 йыл; б) 1997 йыл; в) 1992 йыл

6. Әй, …, һаҡ булайыҡ, зинһар,

     Тәбиғәттең теле асыла!  Шиғри юлдарҙа ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?

а) балалар; б) кешеләр; в) дуҫтар.

Тест яуаптары: 1 – б; 2 – в: 3 – б; 4 – б; 5 – в; 6 – б. (Уҡыусылар слайдҡа ҡарап яуаптарының дөрөҫлөгөн тикшерәләр һәм баһалау критерийҙарына таянып баһалайҙар.)

Өйгә эште һайлап алығыҙ.

1.     “Йәншишмә” гәзитенән һәм “Аманат” журналынан яҙ темаһына арналған шиғыр-хикәйәләрҙе туплап альбом эшләү.

2.     Яҙ, тәбиғәт һүҙҙәренә синквейн төҙөү.

3.     Һуңғы строфаны яттан яҙып әҙерләнегеҙ.

- Шулай итеп, дәрестә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады менән яҡындан таныштығыҙ. Киләсәктә уның ижады тураһында тағы ла күберәк белерһегеҙ. Дәресебеҙҙе яҙыусы һүҙҙәренә ижад ителгән “Өфө – Ырымбур юлдары” йыры менән тамамлайбыҙ.

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок на тему "“Рауил Бикбаевтың “Тәбиғәттең теле асылған саҡ” шиғырын өйрәнеү. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Тьютор

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 525 материалов в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.12.2019 620
    • DOCX 32.4 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Султанова Лилия Ишкильдовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Султанова Лилия Ишкильдовна
    Султанова Лилия Ишкильдовна
    • На сайте: 4 года и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2152
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Основы преподавания родного (русского) языка и родной литературы в образовательной организации

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 237 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы методики преподавания русского языка в условиях реализации ФГОС

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 140 человек из 50 регионов
  • Этот курс уже прошли 478 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к проведению ВПР в рамках мониторинга качества образования обучающихся по учебному предмету "Русский язык" в условиях реализации ФГОС ООО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 210 человек из 56 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 456 человек

Мини-курс

Эффективное создание и продвижение школьной газеты

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление персоналом и коммуникация в команде

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 32 человека из 18 регионов

Мини-курс

Современные методики базальной стимуляции и развивающего ухода для детей с тяжелыми множественными нарушениями развития

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе