338695
столько раз учителя, ученики и родители
посетили сайт «Инфоурок»
за прошедшие 24 часа
+Добавить материал
и получить бесплатное
свидетельство о публикации
в СМИ №ФС77-60625 от 20.01.2015
Дистанционные курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации для педагогов

Дистанционные курсы для педагогов - курсы профессиональной переподготовки от 6.900 руб.;
- курсы повышения квалификации от 1.500 руб.
Престижные документы для аттестации

ВЫБРАТЬ КУРС СО СКИДКОЙ 50%

ВНИМАНИЕ: Скидка действует ТОЛЬКО сейчас!

(Лицензия на осуществление образовательной деятельности № 5201 выдана ООО "Инфоурок")

ИнфоурокДругоеДругие методич. материалыУрок. Ноғман Мусин. "Ҡоралайҙар"

Урок. Ноғман Мусин. "Ҡоралайҙар"

библиотека
материалов
Скачать материал целиком можно бесплатно по ссылке внизу страницы.

Тема: Н.Мусин. Ҡоралайҙар.

Маҡсат:

  1. Ноғман Мусиндың ижады менән танышыуҙы дауам итеү; уның әҫәрҙәре аша тәбиғәттең серҙәре менән таныштырыу;

  2. Балаларҙың фекерләү кеүәһен үҫтереү, йүгерек, тасуири, аңлы, дөрөҫ уҡыу күнекмәләрен нығытыу;

  3. Ҡоралайҙар тураһында белем биреү, балаларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Н.Мусиндың портреты, ҡоралай һүрәте, А.А.Кузнецовтың

 Бөрйән айыу аулаусыһы” картинаһы, дәрес буйынса презентация, таратма материал.

Үҙләштереү өсөн һүҙ:

Ҡоралай – косуля

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Ултырығыҙ!



  1. Психологик инеш. Ҡәҙерле уҡыусылар! Бөгөн беҙ дәрестә һеҙҙең менән Ноғман Мусиндың дәреслектәге һуңғы әҫәре менән танышасаҡбыҙ һәм яҙыусының уҡылған әҫәрҙәре буйынса йомғаҡ яһаясаҡбыҙ.

  2. Фонетик күнегеү. ( Хайуандар һүрәте ярҙамында башҡорт теленең ҡайһы бер хәрефтәрен ҡабатлап китеү)







Ҡуян, һеләүһен, төлкө, бүре, һуҫар

Уҡыусылар, былар ниндәй хайуандар? Ҡырығай хайуандар. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙ уҡыған әҫәрҙәрҙә лә бар. Был һүҙҙәрҙә ниндәй башҡорт хәрефтәре яҙылған? Ҡ, һ, ә, ү, ө, ҫ

  1. Маҡсатҡа сығыу: А.А.Кузнецовтың “ Бөрйән айыу аулаусыһы” картинаһын ҡарау.



Был картинала кем төшөрөлгән? Ул кемгә оҡшаған?

Эйе, был олатай беҙ уҡыған әҫәрҙәге Әбделнәғим бабайғаоҡшаған.

Әбделнәғим бабай - ул һунарсы. Ул ғүмеренең куп өлөшөн урманда үткәргән. Бабай үҙ ғүмерендә ниндәй генә хәлдәргә тарымаған да ниндәй генә тәбиғәт серҙәрен асмаған! Бөгөн беҙ дәрестә Әбделнәғим бабай менән булған тағы ла бер ваҡиғаға туҡталып үтәбеҙ. Ул- Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” әҫәре.

  1. Әҫәрҙең исемен уҡыйбыҙ “Ноғман Мусин.Ҡоралайҙар”.



Ҡоралай һүҙе “косуля” тип тәржемә ителә. Ҡоралай тураһында белешмә бирелә.






Был хайуанҡай — ысын мәғәнәһендә урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Һылыу ҡыҙҙарҙы ла хатта ҡайһы яҡта: “Ҡоралай һымаҡ һылыу, етеҙ”, — тиҙәр. Ә урман фонында нәфис йән эйәләре шул тиклем матур күренә — ҡарап туймаҫлыҡ. Уларҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр. Оҙонлоғо — 100 – 150, бейеклеге 65–100 сантиметр булһа, ауырлығы 60 килограмдан артмай. Ҡоралайҙар ҙур аҡланлы, таулы һирәк урманда йәшәй. Ҡоралай аҙығының 70 процентын үлән тәшкил итә. Шулай уҡ уҫаҡ, тал, йүкә, ҡайын, имән ағастарының япраҡтарын, йәш ботаҡтарын үҙ итәләр, имән сәтләүеге, еләк-емеш менән дә туҡланалар. Был хайуандарҙың төп дошманы — бүре һәм һеләүһен. Йәштәренә төлкө лә һөжүм итә. Ғүмерҙәренә килгәндә, тәбиғи шарттарҙа 11–13 йәшкәсә йәшәйҙәр.

  1. Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм теманың исемен яҙып ҡуйығыҙ.

  2. Әҫәр өҫтөндә эш: Уҡыусылар был әҫәрҙе һеҙ өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ. Уҡынығыҙмы? Әйҙәгеҙ, тексты бер өлөшөн уҡыйыҡ та, һорауҙарға яуап бирербеҙ.

  • Уҡытыусының уҡыуы. Уҡыусыларҙың сылбырлы, сиратлап, бинар уҡыуы.

  • Бер нисә уҡыусының әҫәрҙе һөйләүе.

  • Әбделнәғим бабай ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡыу. ( Һайланма уҡыу).

  • Ҡышын ҡоралайҙарға ниндәй мәшәҡәттәр тыуа? Уларға ярҙам итер өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

  • Әҫәрҙең һуңғы һөйләмен уҡыйыҡ әле. Был һөйләмде дәфтәргә яҙып ҡуйыу.

  1. Ысынлап та, Ноғман Мусиндың һәр әҫәрендә тәбиғәттең, йәнлектәрҙең матурлығы һүрәтләнә. Автор әйтеүенсә, беҙ улар менән һоҡланып ҡына ҡалмай, уларҙы һаҡларға ла, ҡәҙерләргә лә тейешбеҙ. Тимәк, Ноғман Мусин – тәбиғәтте яратыусы, уны һаҡларға өндәүсе изгелекле кеше.

  2. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре оҡшанымы? Унда нимәләр тураһында һүҙ бара? Әйҙәгеҙ, “Әҫәрҙәренең исемен әйт” тигән уйын уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә һөйләмдәр уҡыйым, һеҙ уларҙың ҡайһы әҫәрҙән икәнен әйтегеҙ.

  • Йыртҡыстан ҡотҡарғайныҡ, кешенән ҡотҡара алманыҡ. Әҙәмдәрҙең дә йыртҡыстан да яманыраҡтары була”

  • Ни хәтле генә аҡыллы тимә, йыртҡыстан изегелек көтөп буламы ни?”

  • Күп йәшәгән был ҡорт, - ти Әбделнәғим бабай, - кәрәҙҙәр шуға ҡатып бөткән”

  • Кешенең дә, кейектең дә – һәр нәмәнең уғата матуры була.”

  1. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһендә лә ниндәй бер тема бар? “Тәбиғәт” темаһы.

  2. Ижади эш. Уҡыусылар түңәрәктәр эсенә тәбиғәткә бәйле Ниндәй? Кем? Нимә? Ни эшләй? һорауҙарына яуап бирерлек һүҙҙәр яҙалар. Һуңынан ошо һүҙҙәрҙе бәйләп һөйләмдәр төҙөп ҡарайҙар.



  1. Эйе, беҙгә аҙыҡты ла, кейемде лә дарыуҙы ла, ғөмүмән йәшәү өсөн бөтә нәмәне тәбиғәт бирә. Шулай булғас, урманды һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, бер генә ағасты ла, йәнлекте лә зәғифләмәгеҙ. Тәбиғәтте, йылға – күлдәрҙе, урмандарҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлағыҙ. Ошоға ҡағылышлы бер мәҡәлде ошо ребустан сисеп уҡыйыҡ әле.

Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт”.




  1. Дәресте йомғаҡлап нимә әйтергә була? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау. Тимәк, Н.Мусин кем инде ул?

Ноғман Мусин - тәбиғәт йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Дәресте мин Михаил Пришвиндың матур һүҙҙәре менән тамлайым:

 Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау”.

  1. Бөгөн дәрестә айырыуса әүҙем ҡатнаштылар_______,________,_______,_______,________,_____ уларға бишле.

  2. Өй эше: Үҙеңә оҡшаған йәнлекте һүрәтләргә.

  3. Ошоноң менән дәресебеҙ тамам.

Һау булығыҙ!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!










Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Ленин районының 2 – се башҡорт лицейы




Асыҡ дәрес

Тема:



Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Солтанова Гөлсәсәк Сафиулла ҡыҙы






Общая информация

Номер материала: ДБ-297435

Вам будут интересны эти курсы:

Курс «Бухгалтерский учет»
Курс повышения квалификации «Правовое обеспечение деятельности коммерческой организации и индивидуальных предпринимателей»
Курс повышения квалификации «Основы местного самоуправления и муниципальной службы»
Курс профессиональной переподготовки «Организация и предоставление туристских услуг»
Курс повышения квалификации «Экономика и право: налоги и налогообложение»
Курс повышения квалификации «Экономика предприятия: оценка эффективности деятельности»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС юридических направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «Правовое регулирование рекламной и PR-деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Управление ресурсами информационных технологий»
Курс повышения квалификации «Психодинамический подход в консультировании»
Курс повышения квалификации «Методы и инструменты современного моделирования»
Курс профессиональной переподготовки «Деятельность по хранению музейных предметов и музейных коллекций в музеях всех видов»
Курс профессиональной переподготовки «Методика организации, руководства и координации музейной деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Осуществление и координация продаж»
Курс профессиональной переподготовки «Стратегическое управление деятельностью по дистанционному информационно-справочному обслуживанию»

Благодарность за вклад в развитие крупнейшей онлайн-библиотеки методических разработок для учителей

Опубликуйте минимум 3 материала, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную благодарность

Сертификат о создании сайта

Добавьте минимум пять материалов, чтобы получить сертификат о создании сайта

Грамота за использование ИКТ в работе педагога

Опубликуйте минимум 10 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Свидетельство о представлении обобщённого педагогического опыта на Всероссийском уровне

Опубликуйте минимум 15 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данное cвидетельство

Грамота за высокий профессионализм, проявленный в процессе создания и развития собственного учительского сайта в рамках проекта "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 20 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Грамота за активное участие в работе над повышением качества образования совместно с проектом "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 25 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную грамоту

Почётная грамота за научно-просветительскую и образовательную деятельность в рамках проекта "Инфоурок"

Опубликуйте минимум 40 материалов, чтобы БЕСПЛАТНО получить и скачать данную почётную грамоту

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.