Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Урок обобщения (Поле чудес) по башкирской литературе на тему Р.Гарипова (11 класс)

Урок обобщения (Поле чудес) по башкирской литературе на тему Р.Гарипова (11 класс)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Мөғжизәләр яланы (дәрес-уйын)

Тема: Рәми Ғарипов ижадын йомғаҡлау (11-се класс).

Маҡсат: уҡыусыларҙың Р.Ғарипов ижады буйынса белемдәрен тикшереү, баһалау, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, шағирҙың талантлы ижад кешеһе булыуын иҫбатлау.

Йыһазландырыу: шағирҙың портреты, интеркатив таҡта, магнито-фон.

Дәрес барышы

l.Ойоштороу мәле.

- Уҡыусылар, беҙ бөгөн оло талант эйәһе, халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры Рәми Ғарипов ижады буйынса үткәрелгән “Мөғжизәләр яланы” уйынына йыйылғанбыҙ. Уйын шағирҙың ижадын йомғаҡлау һәм ҡабат-лау маҡсатында үткәрелә.

ll. Төп өлөш.

-Был уйында беҙ Р.Ғариповтың ижадына , тормош юлына байҡау яһарбыҙ. Ә хәҙер уйынды башлайыҡ. Барабан янына 1-се турҙа ҡатна-шыусыларҙы саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡаршы алайыҡ. (музыка аҫтында ҡатнашыусылар сыға).

- Ярышты башлар алдынан уйын тәртибе менән танышайыҡ. *Һүҙҙәге хәрефтәр берәмләп әйтелә. *Һүҙҙе тулыһынса ла әйтергә мөмкин. *Бер юлы ике хәреф әйтелһә махсус бүләк. * * *

- Шулай итеп, һеҙҙең алдығыҙҙа – 1-се төркөм:

1. Фәйзә Әхмәткәримова 2.Алина Ғәйфуллина 3. Азат Ғәлимов

1-се турға һорау: Рәми Ғариповтың “Тирмәнсе” шиғыры кемгә арналған? (Һорау таҡтала яҙыла, яуабы өсөн шаҡмаҡтар ҙа шунда эшләнгән) Яуап: Мостай Кәрим.

-Рәми Ғариповтың ниндәй әҫәрҙәрен яратып уҡынығыҙ? - Берәй шиғырын яттан һөйләп ишеттермәҫһегеҙме?

2-се төркөм уҡыусылар сыға. (музыка яңғырай)

1.Тимур Ғәббәсов 2. Наилә Ғәйфуллина 3.Рифат Зәйнетдинов

- Р.Ғариповтың тыуған яғы тураһындағы шиғырҙарын әйтегеҙ. (“Йүрү-ҙән”, “Ҡайтыу”, “Бына минең тыуған ер был”, “Ауылдаштыр” һ.б.) - Шағир ижадынан айырыуса ниндәй шиғыр оҡшаны? 2-се турға һорау:

Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән алынған?

Яҙғандыр, күрәһең, Зинданда ҡатырға,- Юҡ өмөт, юҡ сара, Юл ябыҡ ҡайтырға. (“Батырша”)

3-сө төркөм уҡыусылар алға сыға. (Музыка яңғырай).

1.Айгөл Ғәниева 2.Алеся Әйүпова 3.Нәркизә Закирова

- Шағирҙың ҡобайырҙарын һанап сығығыҙ (“Уйҙарым”, “Аманат”). –“Аманат” ҡобайыры кемгә бағышланған? (Телсе-ғалим Ж.Ғ. Кейекба-евҡа).

3-сө турға һорау:

Р.Ғариповҡа ниндәй әҫәре өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премия-һы бирелә. (“Табыныу”)

Тамашасылар менән уйын.

Һорау: Шағир исемендәге рубрика ниндәй газетала баҫыла ине? (“Йәшлек”)

Финал.

Һорау: Өҙөк ҡайһы әҫәрҙән?

Илкәйенең хөр көндәрен даулап, Ирек, Ырыҫ, Хаҡлыҡ хаҡына Сал быуаттар аша сапты, сапты, Сапты һаман ғәзиз халҡына.

(“Салауат батыр”)

lll.Йомғаҡлау.

-Уҡыусылар, уйын бик сәмле барҙы. Барығыҙ ҙа тырышып әҙер-ләнгәнһегеҙ. Р.Ғарипов ижадын һәйбәт белеүегеҙ һөйөндәрә, сөнки был шағирҙың ижадын белмәй тороп башҡорт әҙәбиәтен яҡшы беләм тип әйтеп булмай.

-Уйында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү. Дәресте шағирҙың һүҙҙәре-нә яҙылған йырҙарҙың береһе менән тамамлайыҡ.

Йыр “Кәкүк” Р.Сәхәүетдинова музыкаһы.





Автор
Дата добавления 17.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров98
Номер материала ДВ-350027
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх