Инфоурок Родная литература КонспектыУрок по башкирской литературе "Исемкәйе Урал ташында"

Урок по башкирской литературе "Исемкәйе Урал ташында"

Скачать материал

Тема:              Исемкәйе Урал ташында.

Маҡсат:  башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев рухының сағылышы; илен, халҡын һөйөүсе, иле өсөн көрәшеүсе Салауат образы; батырға ҡарата ихтирам тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: видиомагнитофон, презентация, мгнитофон, карточкалар

Таҡтаның биҙәлеше: дата, тема, тотош таҡтала ҡая-тау һүрәте   , унда дәрес барышында САЛАУАТ тигән һүҙ тѳҙѳләсәк)

Дәрес барышы:

I.                    Дәресте видиофильм  менән башлау , «Салауат йыйыны»  (ѳҙѳк - Салауаттың  атта  сабып йѳрѳүе, башҡорттарҙы һуғышҡа әйләүе)

II.                  Ойоштороу мәле

(презентация  ҡуйылған 1-се слайд)

- Һаумыһығыҙ! 

Уҡыусылар, беҙ бөгөнгѳ  дәрестә  халҡыбыҙҙың милли батыры, шағир- сәсән Салауат Юлаев тураһында алған белемдәребеҙҙе йомғаҡлап, Салауаттың исемен мәңгеләштергән  эҙҙәр буйынса сәйәхәт ҡылып уның турала тағы ла күберәк мәғлүмәт йыйырбыҙ. Исемен мәңгеләштергән һәр бер  факттарҙан һуң беҙҙең ошо ҡая-ташта яҙыу сығырға тейеш.

Шулай итеп белем дилбегәләрен тартайыҡ, ҡуҙғалдыҡ, беҙҙең  бѳгѳнгѳ дәрестең темаһы “Исемкәйе Урал ташында”

(Презентация  2-се  слайд) Дәрестең эпиграфы :

Ҡар һүҙ булып, йыр булып,

Күкрәп йәшәр Салауат,

Халҡы күпме йәшәһә ,

Шунса йәшәр Салауат.

 

 

 

II.Үткәнде ҡабатлау.

-Ә хәҙер Салауат Юлаев тураһында булған белемдәрегеҙҙе тикшереп алабыҙ. Алдығыҙҙа тестар ята, һәр берегеҙ ошо тестарҙы 5 минут эсендә эшләп бирергә тейеш. Һеҙгә күңеллерәк булһын өсөн Артур Туҡтағолов башҡарыуында йыр тәҡдим итәм. "Салауат – беҙҙең байраҡ", тип атала ул.

Тест эшләтеү.

1.Салауат Юлаевтың  тыуған йылы

-1780

-1750

-1754

2.Салауат Юлаевтың тыуған ауылының исеме

-Кѳҙѳй

-Тәкәй

-Ибрай

3. Салауат Юлаев һѳргѳнгә ебәрелгәс ниндәй ҡәлғәлә тоталар

-Рогервик

-Палдиски

- Паакри

4. Ошо шиғырҙар араһында ҡайһы С.Юлаевтыҡы

-Урал

-Урал ҡояшы

-Уралым

5.Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторы

- З.Г.Басыров.

- С. Тавасиев

- Н.А.Калинушкин

6. Салауат Юлаев нисә йәшендә вафат була

-25

-39

-46

7.”Салауат Юлаев”романын кем яҙған

-М.Кәрим

-С.Злобин

-З.Биишева

 

-Ярай ваҡыт үтте. Хәҙер эштәрегеҙ менән алышығыҙ. Бына һеҙҙең алда дѳрѳҫ яуаптар һәм иптәшегеҙгә билдә ҡуйыу ѳсѳн аңлатма. (слайд асыла,уҡыусылар бер-береһенең эштәрен тикшереп билдә ҡуйалар, хаталарҙы ҡарап китәбеҙ)

IV.Тема ѳҫтѳндә эш

1.       -Уҡыусылар, Салауат Юлаевтың тормош юлы менән һеҙ һәр берегеҙ яҡшы танышһығыҙ, шулай булыуына ҡарамаҫтан әйҙәгеҙ уның тормошоноң ҡайһы бер тетрәткес мәлдәренә туҡталып үтәйек. Беренсе Ильшат һеҙгә уның нисек Рогервикка эләгеүе тураһында һѳйләп иҫегеҙгә тѳшѳрѳп үтер.

 

1-се уҡыусы

 -Төрмәгә ултыртыр алдынан, Екатерина 2-се ошондай әмер бирә. (телевизорҙан өҙөк ҡарау “Салауат йыйыны”  Екатерина II  әмере);

Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайҙарына һәм биттәренә «В», «У» ) тамғалары баҫалар. Икенсе сығанаҡтар буйынса, «З», «Б», «И»  тамғалары баҫылған, тигән мәғлүмәт бар.

(слайд - хәрефтәр яҙылған З, Б, И, В, У)

- Ни өсөн башҡорт тимерлектәрен бөтөрөргә тигән әмер бирә?

-Был хәрефтәр нимә тигәнде аңлатҡан?  ( вор, убийца, злодей, бунтовщик, изменник)

1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә(крепость) — Эстонияның Палдиски ҡалаһы. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8-се октябрендә һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була.

Уҡытыусы:

-          Шулай итеп Салауат Юлаевтың исеме тарихҡа уйылып яҙылған, уның һуңғы кѳнѳнәсә мәғлүмәттәр бер ни тиклем бар тип әйтә алабыҙ

2.       (4-се слайд, С.Юлаевтың “Тыуған яғым” тигән шиғырынан ѳҙѳк)

Уҡыусылар слайдҡа иғтибар менән  ҡарағыҙ әле, был шиғыр һеҙгә танышмы? Әйҙәгеҙ бергәләшеп уҡыйыҡ. (уҡыу) Был шиғырҙың авторы кем? Эйе Салауат Юлаев үҙе ошондай матур, күңелгә ятышлы шиғырҙар ҙа яҙған икәнен беҙ һеҙҙең менән яҡшы беләбеҙ. Салауат Юлаев тағы ла нимәһе менән беҙҙең арала мәңгеләшкән инде? Эйе уны беҙ сәсән тип тә, шағир-имправизатор тип тә йѳрѳтәбеҙ. Салауаттың ижад емештәре тураһында Айнур ѳйләп үтер.

(5-се слайд ҡуйыла, “Ижад емештәре”)

2-се уҡыусы  "Ижад емештәре". Белеүебеҙсә, Салауаттың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Беҙ һеҙҙең менән шиғырҙары менән таныштыҡ. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер шиғырҙарын иҫкә төшөрөп китәйек.

( уҡыусылар "Тирмәмдә" һәм "Уҡ" шиғырҙарын яттан һөйләйҙәр. Дәфтәргә шиғырҙарының исемдәрен яҙып китәләр)

3.       (  "Исеме йөрәктәрҙә!"  слайды асыла)  Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй.

Әйҙәгеҙ, һанап сығайыҡ.

  1. Салауат Юлаев һәйкәле. Беҙ һеҙҙең менән был темаға изложение яҙҙыҡ, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек. Тағы ла әйтеп китергә кәрәк, был һәйкәлде беҙ тағы ҡайҙа күрәбеҙ? (гербта)

Тимәк Салауаттың һыны ла мәңгеләштерелгән.

(слайдтта  Салауат Юлаевтың һәйкәле, герб)

-          -.  Урал ташына теркәлгән Салауаттың беренсе хәрефен асабыҙ. (“С” хәрефе таҡтала асыла)

 

  1. Салауат районы Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы бар. Был музейҙа кемдең булғаны бар. Әйҙәгеҙ музей тураһында үҙегеҙ һѳйләп ишеттерегеҙ.

(слайд- Салауат Юлаев музейынан күренештәр)

-Әйҙәгеҙ тағы ла бер хәрефте ҡая-ташҡа беркетеп мәңгеләштерәйек, быныһы беҙҙең  Салауат Юлаевтың  Малаяҙ яҡтарынан килгән, быуын-быуын салауатсыларға ҡалдырылған музей исеменән буласаҡ

 

  1. "Салауат Юлаев" хоккей клубы. Күп малайҙар моғайында ошо  клубтың көйәрмәндәрелер әле. Әйҙәгеҙ егеттәр Салауат Юлаев  хоккей клубы тураһында нимәләр беләһегеҙ. (уҡыусылар һѳйләй, слайдттар күрһәтелә)

2008 йылда Салауат Юлаев клубы Рәсәйҙең чемпионы исеменә лайыҡ булды.

-Тағы ла бер хәрефте мәңгеләштереп, ташҡа “суҡып” яҙайыҡ. 2008 йылда  Рәсәйҙең чемпионы исеменә лайыҡ булған Салауат Юлаев исемендәге клубты хәтерләтеп торор.

(слайд – Салауат Юлаев ордены)

  1. Шулай уҡ  батырҙың исеме бына ошо орденға ла бирелә. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – Салауат Юлаев ордены булдырылған. Улар араһында БР беренсе президенты Мортаза Рәхимов, шағир Мостай Кәрим, Гөлли Мөбәрәкова һ.б. бар.

(слайд- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары фотолары)

-Шулай уҡ был фактты ҡая-ташта теркәп ҡуйһаҡ яҙыҡ булмаҫ. (хәреф асыла)

 

  1. Дауам итәйек. 1967 йылдан башлап Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы булдырылған. Улар  араһында С.Тавасиев, А. Мөбәрәков, Фидан Ғафаров һ.б. Быйыл был премияны Президентыбыҙ Рәстәм Зәки Улы Хәмитов ҡулынан Ринат Камалов, Рөстәм Сабитов,(композитор) Рәмил Килмәмәтов (фотохудожник) алды.

(слайд – С.Юлаев премияһына лайыҡ булыусыларҙың фотоһүрәттәре, шулай уҡ хәреф асыла)

 

  1.  Йыл һайын Салауат йыйыны үткәрелә. Быйыл был йыйын Ишембай районында үтте. Беҙ һеҙҙең менән ҡараған өҙөк 2004 (беренсе тапҡыр) йылда Салауат районында үткәрелгән йыйын булды. 

-Шулай итеп Салаут йыйындарын үткәреү үҙе бер оло байрамға һәм йолаға әүерелде тиһәк тә була.

(Хәреф асыла)

 

7.       Салауат булған урындарҙың һәр береһен тиәрлек уның исеме менән мәңгеләштергән халыҡ. Әйҙәгеҙ шуларҙы ҡарам үтәйеке.

(слайд – Салауат урындары. Салауат урындары:
Салауат тауы
Салауат районында
Салауат һуҡмағыСалауат районында
Салауат мәмерйәһе
Салауат районында
Салауат юлы
Белорет районы Ҡаһарман ауылында
Салауат яланы Бөрйән районы Ысмаҡай ауылында
Салауат өңө (мәмерйәһе)
Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында
Салауат күпереҠыйғы район

 Салауат урманыЫрымбур өлкәһе Шырлыҡ районы Туҡай ауылында
Салауат шишмәһе
Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы янында
Лағыр йылғаһы (Салауат лагеры шунда булған),
 Прием тауы (унда Салауат отрядына һуғышсылар ҡабул иткәндәр) —
Балтас районының   Нөркә ауылы янында
Салауат районындағы Лағыр ауылы исеме лә шул «лагерь» һүҙенән һәм шул ваҡиғалар менән бәйле.

-          Бына күпме исеме мәңгеләштерелгән урындар. (һуңғы хәрефте асам). Был  ғына түел, уҡыусылар, Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү бѳгѳнгѳ кѳндәрҙә лә дәррәү бара (слайд ҡарау) Бына Ѳфѳ ҡалаһындағы Салауат Юлаев исемендәге проспект, теплоход. Үҙегеҙ ошоға ҡарата нимәләр беләһегеҙ? (Салауат ҡалаһы, районы, урамдары, романы, операһы һәм б. бар).

V. Йомғаҡлау

-Бына, уҡыусылар беҙ ҙә һеҙҙең менән белемдәребеҙ ярҙамында САЛАУАТ исемен ҡая-ташҡа “соҡоп” яҙҙыҡ ( САЛАУАТ тип яҙылған ҡая-таш һүрәтен күрһәтәм) Афарин! Салауат Юлаев тураһында күп мәғлүмәттәр беләһегеҙ икән. Шулай уҡ белеп тә ҡалдығыҙ. Йә һеҙҙең белемдәрегеҙ ниндәй яңылыҡтар менән тулыланды, әйтеп сығығыҙ әле. (уҡыусылар яуабы)

VI. Билдәләр ҡуйыу.Ѳйгә эш биреү: Салауат Юлаевҡа арналған кроссвордттар, чайнвордттар, сканвордттар уйлап әҙерләп килергә.

(һуңғы слайд асыла)

 -Киләсәктә һеҙ ҙә Салауат кеүек батыр малайҙар һәм ҡыҙҙар булып үҫерһегеҙ тигән ышаныста  ҡалам һәм ошо күркәм дәресебеҙҙе Салауат Юлаев тураһындағы йыр менән тамамлап ҡуйһаҡ бигерәк тә яҡшы булыр ине тип уйлайым. Әйҙәгеҙ Салауат исемен бар синыфҡа яңғыратайыҡ.

 

Ай-һай, Салауат!

1.  Сабып сығып сал быуаттар аша,

Сапсындырып суйын саптарын.

Оран һалып илгә, һай, Салауат,

Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

 Ҡуш.

 Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото,

Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты.

Ай-һай, Салауат, башҡортомдоң ҡаны,

Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.

    2.Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй,

Сүкмәгәндәй ергә Уралтау.

Салауаттың йыры илдә тынмаҫ

Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау.

Ҡуш.

3. Сит ил дошмандары үҙе халҡымдың,

Юлдарына күпме таш өймәҫ.

Батшаларға башын эймәгәнде

Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Салауат Юлаевҡа арналған асыҡ дәрес:

“Исемкәйе Урал ташында”

(VII синыф)

 

 

 

 

Башҡарҙы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы муниципаль районы

Ибрай ауылының урта дѳйѳм белем биреү

мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһының

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Зәйнуллина Гѳлсинә Юрий ҡыҙы

 

 

 

 

Ѳфѳ -2012 йыл

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирской литературе "Исемкәйе Урал ташында""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Оператор очистных сооружений

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 210 материалов в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.01.2022 202
    • DOCX 32.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Махмутова Фируза Фаниловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Махмутова Фируза Фаниловна
    Махмутова Фируза Фаниловна
    • На сайте: 7 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 5036
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 130 человек из 45 регионов

Курс повышения квалификации

Изучение классической русской литературы в современном контексте на уроках с учетом реализации ФГОС СОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 226 человек

Курс повышения квалификации

Основы герменевтического анализа текста на уроке литературы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 56 человек

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 57 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 314 человек

Мини-курс

Методы анализа и прогнозирования по финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология личности: свойства и характеристики личности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 60 человек из 27 регионов

Мини-курс

Готовимся к ЕГЭ по литературе

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе