Инфоурок Другое Другие методич. материалыУрок по башкирскому языку "Лексика"

Урок по башкирскому языку "Лексика"

Скачать материал

Мухаметова Лилия Вилевна

Преподаватель

Урта мәктәптең 6-сы синыфы өсөн дәреслек буйынса лексика бүлегенә яҙылған план-конспект.

Авторҙары: Фәритов Х.С., Әхмәтов М.А., Толомбаев Х.А.

Тема: 1) Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре;

           2) Һыу – тәбиғәттең иң  ҡиммәтле байлығы.

Маҡсат: 1) Белем биреү маҡсаты – башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре тураһында дөйөм төшөнсә;

             2) Тәрбиәүи маҡсат – эсәр һыуыбыҙға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

             3) Үҫтереүсе маҡсат – уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереү.

I. Ойоштороу моменты: ( 3 минут)

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ!

Уҡыусылар: Һаумыһығыҙ!

Уҡытыусы: Ултырығыҙ! Бөгөн класта кем дежур? Кемдәр дәрестә юҡ?

Уҡыусылар: Бөгөн класта мин дежур. Дәрестә бөтәһе лә бар.

II. Өйгә эште тикшереү этабы. (7 минут)

Уҡытыусы: Яҡшы. Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составын өйрәнгәйнек. Һеҙгә 20-се күнегеүҙән рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе  табып, күсереп яҙырға ине. Әйҙәгеҙ, тикшереп үтәйек. ( Уҡытыусы уҡыусыларҙан теләк буйынса өйгә эште уҡыта, үҙ баһаһын әйтә).

Балалар уҡый.

III. Яңы теманы ҡабул итергә әҙерлек этабы: ( 5 минут)

( Уҡытыусы таҡтаға ике бағанаға һүҙҙәр яҙа)

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, таҡталағы ике бағанаға яҙылған һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. Әйҙә, Земфира, уҡы.

Земфира:  1-се бағанала  опера, баскетбол, эпиграмма, мөғәллим, хәлфә, ә икенсе бағанала апай, икмәк, ер, һауа, ауыл тигән һүҙҙәр бирелгән.

Уҡытыусы: Яҡшы. Хәҙер, уҡыусылар, ошо ике бағананың ҡайһыһында көнкүрештә йыш ҡулланыла торған һүҙҙәр бирелгән икән? Йә, Миләүшә.

Миләүшә: Минең уйлауымса, икенсе бағанала көнкүрештә йыш ҡулланыла торған һүҙҙәр бирелгән. Сөнки беҙ эпиграмма һүҙен, мәҫәлән, ниндәйҙер билдәле осраҡта, ә икмәк һүҙен көн дә ҡулланабыҙ.

Уҡытыусы: Эйе, дөрөҫ уйлайһың.. Башҡорт теленең көндәлек тормошта ҡуллана торған һүҙҙәрен бөтә башҡорт халҡы аңлай. Ундаә һүҙҙәр дөйөм ҡулланыла торған һүҙҙәр. Мәҫәлән, ҡояш, ай, сәй, һөт, шәм, ер, һауа, үҫмер, олатай, өләсәй һ.б. Көнкүрештә бөтә башҡорт халҡы ҡуллана торған һүҙҙәр дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәргә инәләр. Ләкин башҡорт телендә бөтә башҡорттар ҙа аңлап етмәгән һүҙҙәр бар. Мәҫәлән, ер алмаһы, кәртүк, бүлбе -картуф, ҡарманай – ҡулъяулыҡ һ.б.

IV. Яңы теманы үҙләштереү этабы. ( 15минут)

Уҡытыусы: Әйҙәгеҙ, хәҙер 21- се күнегеүҙәге  “Эсәр һыу хаҡында хәстәрлек”  тигән тексты уҡып, дөйөм ҡулланалышлы һүҙҙәр табып ҡарайыҡ. Әйҙә, Ләйсән, уҡы.

әйсән уҡый. Күнегең тикшерелә, анализлана).

Текст буйынса һорауҙарға яуап биреп алайыҡ.

1) Һеҙ йәшәгән урында Башҡортостандың ниндәй йылғалары йәки күлдәре бар?

2) Улар саф, таҙа булһын өсөн нимәләр эшләнә?

3) Быға һеҙ ниндәй өлөш индерәһегеҙ?

4 ) Беҙҙең тормошта һыуҙың тотҡан урыны ниндәй?

( Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтә).

V. Яңы теманы нығытыу этабы. ( 10 минут)

Уҡытыусы: Мин һеҙгә хәҙер мәҡәлдәр әйтәм, һеҙ шул мәҡәлдәрҙән дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрҙе табып ҡарағыҙ.

Ил төкөрһә - күл булыр.

1-се уҡыусы: мәҡәлдә ил, күл һүҙҙәре дөйөм ҡулланылышлы тип уйлайым.

Уҡытыусы: Тормош – диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу.

2-се уҡыусы: Тормош, ғүмер, һыу һүҙҙәре

Уҡытыусы: Инәң үлһә - йылғаң ҡороно, атаң үлһә -таянған тауың ауҙы.

3- сө уҡыусы: Инәй, атай, йылға, тау.

Уҡытыусы: Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сумған.

4-се уҡыусы: өйрәк, күл һүҙҙәре.

Уҡытыусы: Икмәк – илдән, һыу – күлдән.

5-се уҡыусы:  Икмәк, ил, һыу, күл һүҙҙәре дөйөм ҡулланылышлы лексикаға ҡарай.

VI. Йомғаҡлау. ( 5 минут)

Уҡытыусы: Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән яңы теманы йомғаҡлау өлөшөнә килеп еттек. Бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

Уҡыусылар: Бөгөн  беҙ дөйөм ҡулланалышлы лексиканы үттек. Башҡорт телендәге дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрҙе белдек. Шулай уҡ, төрлө күнегеүҙәр аша, һыу – һыу беҙҙең йәшәйешебеҙҙең сығанағы икәнлегенә төшөндөк.

Уҡытыусы: Ә хәҙер бер-берегеҙгә баһалар ҡуйығыҙ ( уҡыусылар бер-береһен баһалайҙар).

Өйгә эш итеп, өлкәндәрҙән һорашып йәки художестволы әҫәрҙәрҙән ҡарап һыу темаһына алты мәҡәл яҙып килегеҙ. Дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрен билдәләгеҙ. Һорауҙар бармы?

Уҡыусылар: Юҡ.

Уҡытыусы: Дәрес тамам, һау булығыҙ!

Уҡыусылар: Һау булығыҙ!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку "Лексика""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Противопожарный инженер

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 619 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.11.2016 1330
    • DOCX 35.5 кбайт
    • 22 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мухаметова Лилия Вилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мухаметова Лилия Вилевна
    Мухаметова Лилия Вилевна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4954
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Мини-курс

Основы политической науки

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология развития личности: от мотивации к самопониманию

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 84 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 34 человека

Мини-курс

Управление проектами: от планирования до реализации

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 22 регионов