Инфоурок Русский язык Другие методич. материалыУрок по башкирскому языку. Мустай Карим (8 класс)

Урок по башкирскому языку. Мустай Карим (8 класс)

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

8 класс.

Тема: Мин фронтҡа китәм иптәштәр.

(Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан

Һуғышы тематикаһына арналған әҫәрҙәре.)

Маҡсаттар:

·  М. Кәримдең тормош һәм ижад юлына, һуғыш темаһына арналған ижадына байҡай яһау; “Үлмәҫбай” поэмаһын йомғаҡлау;

·  Уҡыусыларҙың ижади фекерләү ҡеүәтен үҫтереү;

·  Һуғыштың аяуһыҙ һәм матурлыҡты юҡҡа сығарыусы күренеш хаҡында әңгәмә үткәреү.

        Йыһаҙландырыу: Һығыш темаһын сағылдырған һүрәттәр, проекттар, компьютер, слайдтар, магнитофон, китаптар.

Дәрес планы:

·   Ойоштороу моменты.

·   Маҡсатҡа сығыу.

·   Тема үҙләштереү

·   Өй эшә биреү.

·   Йомғаҡлау.

·   Баһалау.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дәрес барышы:

Таҡтала. Тыуасаҡ таң, тыуасаҡ яҙ өсөн,

                  Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

                  Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,

                  Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-

                  Мин фронтҡа китәм, иптәштәр.

                                                         (М. Кәрим)

 Һаумыһығыҙ, балалар. Беҙ бөгөнгө дәрестә Мостай Кәримдең һуғыш йылдарына арналған ижадына байҡау яһаясаҡбыҙ.   

Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, датаны һәм бөгөнгө теманы яҙып ҡуйығыҙ. (экранда)

1941йыл, 22 июнь… (экранда). Был көн совет кешеләре өсөн ҙур ҡайғы алып килде. Илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында. Илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡотҡарыу өсөн бөтә кеше көрәшкә күтәрелде. Әлбиттә, яҙыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендән үк илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. 50 башҡорт яҙыусыһы үҙҙәре теләп, ҡулдарына ҡорал тотоп илен һаҡларға китте. Күптәре әйләнеп ҡайтманы.

Языусылар яу ҡырында мылтыҡ тотоп ҡына һуғышманы, үҙҙәренең үткер ҡәләмдәре менән дә дәһшәтле йылдарҙа халыҡҡа дәрт бирҙе, дошманға үс-нәфрәтен күрһәтте.

Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған бик күп күренекле әҫәрҙәрҙе беләбеҙ. Рәшит Ниғмәти үҙенең “Үлтер, улым, фашисты”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” әҫәрҙәре менән һалдаттарҙың рухын арттырҙы. Сәйфи Кудаш “Сәләм Ленинградты һаҡлаусыларға!”, “Минең Республикам” һәм башҡа шиғырҙар менән илебеҙҙе яҡлаусыларға бөтмәҫ көс бирҙе. Ғайса Йосопов “Хуш булығыҙ”, “Һәр кем үҙенсә” әҫәрҙәрендә кешеләрҙе дуҫ йәшәргә, үҙ бәхеттәрен һәм ил именлеген үҙ ҡулдары менән һаҡларға саҡырған. Мәлих Харис, Хәй Мөхәмәтгәрәев, Али Ҡарнай, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Сәғит Мифтахов, Бәҙрүш Моҡамай, Мизһар Абдуллин кеүек мәшһүр әҙиптәр яу ҡырында батырҙарса һәләк була. (экранда яҙыусылар исемлеге). Ошо яугирҙәргә бағышлап Шамил Гәрәй бик матур бер шиғыр яҙған. Тыңлап үтәйек.

Барығыҙ ҙа аяҡ үрә тороғоҙ;

Ҡорбандарҙы иҫкә алабыҙ!

Әй, бәхетле йәштәр, яҡты көндөң

Тарихын һеҙ ҡайтып ҡарағыҙ!

Күрерһегеҙ улар түккән ҡандың

Йыл да ҡыҙыл сәскә атҡанын.

Һөйәктәрҙең бөйөк ил нигеҙендә

Гранит ташы булып ятҡанын…

Улар һаман минең күҙ алдымда

Ирек өсөн һуғышып йөрөйҙәр…

Һағынып үҙҙәренең йәш дуҫтарын,

Күгәрсендәр әле лә гөрләйҙәр…

                                 Шамил Гәрәй.

Һуғышта ҡатнашҡан яҙыусылар, шағирҙар араһында Мостай Кәрим дә була.

Әйҙәгеҙ башта шағирҙың тормош юлын һәм ижадын байҡап үтәйек.: (уҡыусылар һөйләй)

   М. кәримдең бала сағы тураһында кем һөйләй?     

    1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

       Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

      Бөйөк ватан һуғышы йылдары.

      Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

        Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас ни менән шөғөлләнә шағир?

   (Схема)Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай. Ул поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

       М. Кәримдең уңыштары тураһында кем һөйләп үтер?

   Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

     (схема)М. Кәрим — Салауат Юлаев исемендәге (1967), К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1967) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).  1940 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы булған.

Уҡытыусы: Рәхмәт һеҙгә балалар. Ә хәҙер әйҙәгеҙ яңынан һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ.

   Һуғыштың тәүге көндәрендә үк шағир “Мин фронтка китәм, иптәштәр” тигән шиғырын яҙа. (Шиғырҙы уҡыусы уҡый). Ошо өҙөк өҫтөндә эшләп үтәйек.  

Экранда:      Эйәрләне атай, ялын үреп.

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Шиғырҙан өҙөккә һорауҙар биреү:

·        Уҡыусылар, был шиғырҙа кем фронтҡа китә? (лирик герой)

·        Был өҙөктә ниндәй фронт, ниндәй һуғыш тураһында һүҙ бара? (Бөйөк Ватан һуғышы)

·        Шағир ни өсөн был шиғырҙы яҙған? (сөнки ул үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм һуғышҡа китер алдынан ошо шиғырҙы яҙған)

·        Лирик герой һуғышҡа нисек әҙерләнә? (Аҡбуҙ атын эйәрләй, ҡулына ҡылыс ала)

   - Дөрөҫ, уҡыусылар! Бына уның ярһыу аҡбуҙы һәм ҡылысы (аҡбуҙат, ҡылыс һүрәте)

  - Мостай Кәрим һуғышта ҡатнашҡан. Ә нисәнсе йылдарҙа һуғышта булған ул? (1941-1945, йәғни һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем).

 - Мостай Кәрим фашистарға ҡаршы нимә менән һуғышҡан? (ҡәләм) (Ҡәләм һүрәте эленә)

  - Тимәк, Мостай Кәрим фашистарға ҡаршы ҡорал менән дә, ҡәләм менән дә һуғышҡан.

   - Мостай Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрендә һуғыш тематикаһы сағылған? (“Оҙон-оҙаҡ баласаҡ”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Айгөл иле”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” һ.б.).

  Ә хәҙер экранда уның әҫәрҙәренән бер нисә өҙөк сығасаҡ. Был өҙөктәр уның ниндәй әҫәрҙәренән алынған икән?  Ошо өҙөктәрҙән һуғышты сағылдырған, йәки һуғыш менән бәйле һүҙҙәрҙе табығыҙ.

   1. Һуғыш ул, балалар, ҡот осҡос нәмә. Кешеләргә бик күп ҡайғы-хәсрәттәр килтерә ул. Аҙмы емерелгән, яндырылған ауылдар, ҡалалар үттек беҙ - әйтеп бөткөһөҙ.

   Ҡапыл мин ситтәге бер өйҙә бала илаған тауыш ишеттем.

  Мин шул өйгә йүгереп керҙем. Керһәм-иҙәндә үлек әсә ята. Уның эргәһендә бер ҡыҙ бала илап ултыра. Ни эшләргә белмәйем. Ул миңә ҡапыл: “Атай” –тип өндәште. (“Беҙҙең өйҙөң йәме”).

“Беҙҙең өйҙөң йәме”–емерек өйҙәр, янған баҡсалар (таҡтала һүрәт)

 

 -БЫЛ ӨҘӨКТӨ РОЛЬДАР МЕНӘН УҠЫЙБЫҘ

2.Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты ла арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды.

- Миҙал килешеп тора үҙеңә.

- Ысынлапмы, өләсәй?

- Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе:миҙалды ни өсөн бирәләр?

- Батырлыҡ өсөн. Бында шулай тип яҙылған да, өләсәй. Русса.

- Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт. Ә кемгә бирәләр уны?

- Батырҙарға.

  Нәғимә инәй ейәненең күкрәгенә эйәге менән ишара яһаны.

- Ә быны кемгә биргәндәр?

- Беләһең инде өләсәй… Атайыма.

- Шулай булғас, уны кем тағырға тейеш ине?

- Атайым да…Ул ҡайтманы ла баһа. Мин ни уны, өләсәй, атайымдың төҫө итеп кенә таҡҡайным. (“Өс таған”)

 “Өс таған” – миҙал (таҡтала һүрәт)

 

3. Һәйкәл тора.  Имеш, һөйләйҙәр,

Был билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, Хәтер, әйт әле?!

Атакаға күтәрелдек бергә,

Йыға һуҡты әжәл бер мәлде,

Ваҡытлыса йәнә терелдем мин,

Ул – мәңгелек һынға әйләнде. (“Билдәһеҙ һалдат”)

“Билдәһеҙ һалдат” – һәйкәл (таҡтала һүрәт)

 

   М.Кәрим 1942 йылдан ҡаты яралана һәм пуля уның комсомол билетын үтә тишеп, йөрәккә саҡ ҡына етмәй ҡала һәм һуңынан ул “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”  тигән шигырын яҙа. Был шиғырҙы йырға һалғандар.

4.“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” – тыңларға

“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” – ярсыҡ, мина

 Уҡытыусы:

Был хәл 1942 йылда була. М. Кәрим артиллерияла элемтәселәр начальнигы була. Дошман танктары һөжүм иткәндә, мина ярсығы тейеп, М. Кәрим бик ҡаты яралана. Ә иптәше Фомин Владимир һәләк була. 19 йыл үткәс, (1961 йылда) М. Кәрим был хаҡта “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын яҙа. Был шиғыр баҫылып сыҡҡандан һуң М. Кәримгә бик күп хаттар килә. Барыһы ла Фомин фамилиялы кешене эҙләй. Фамилия бик таралған бит, ә исеме шиғырҙа әйтелмәй. Шуға ҙыр ҙа хат яҙыусыларҙың һәр береһе үҙенең туғанын табырға өмөтләнә. Ә Владимир Фомин балалар йортонан була. М. Кәрим һәр хатҡа яуап яҙа.Ҡыҙғаныс, кешеләрҙең өмөттәре генә аҡланмаған.

  Ерҙә иң ҡурҡыныс нәмә һуғыш. Беҙгә һәр ваҡыт тыныслыҡта ғына йәшәргә яҙһын.

Уҡытыусы: Хәҙер (таҡтаның ябыҡ яғында) әҫәрҙең исемен һәм һуғышты сағылдырған һүҙҙәрҙе күсереп алығыҙ.

А) “Беҙҙең өйҙөң йәме” – емерек өйҙәр, янған баҡсалар (таҡтала һүрәт)

Б) “Өс таған” – миҙал (таҡтала һүрәт)

В) “Билдәһеҙ һалдат” – һәйкәл (таҡтала һүрәт)

Г) “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” – ярсыҡ, мина

Уҡытыусы:

- Ошо образдарҙан сығып, һуғышты һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Мостай Кәримдә һуғыш ниндәй эҙҙәр ҡалдырған? (Ул һуғышта яралана, миҙалдары, ордендары бар)

 Уҡытыусы:

Эйе, Мостай Кәримдең һәр бер әҫәрендә еңеүгә ышаныс бар. Яҡты өмөттәр, йәшәү, мөхәббәт тигән изге тойғо – бына нимәләр кәрәк еңеү өсөн. Һәм был тойғоларҙы беҙ уның тағы бер шиғырында күрәбеҙ.

   М. Кәрим. Дан (51 бит).

   Ял минуты (“Уҡытыусыма”) Беҙҙең һәр йыл нимәгәлер бағышлана. Быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде? Рәсәй хөкүмәте быйылғы йылды Уҡытыусылар йылы тип иғлан итте, ә М. Кәримдең уҡытыусыларға бағышланған бик матур бер йыры бар. Әйҙәгеҙ ял итеп, йырлап алайыҡ.


 

УҠЫТЫУСЫМА

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм -

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

 

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың

Бәләкәс йөрәгемә.

 

Һин һөйләнең бәхетемдең

Аҡлығы тураһында,

Тыуған илдәге халыҡтың

Шатлығы тураһында.

 

 

 

Һин етәкләп мендең мине

Тауҙарҙың итәгенә,

Алып киттең далаларға,

Диңгеҙҙәр киңлегенә...

 

һин яратырға өйрәттең

Һәр бер биҙәген ерҙең,

Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең

Серҙәрен асып бирҙең.

 

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм

Һәм тормошом китабының

Тәү битен асҡан көнөм.


 

 “Үлмәҫбай” поэмаһына күсеү.

Уҡытыусы: Мостай Кәрим үҙенең әҫәрҙәрендә һуғыш темаһын трагик яҡтан да, юмор яҡтан да аса. Бөгөнгө дәрестә беҙ уның “Үлмәҫбай” поэмаһын уҡый башлаясаҡбыҙ. Дәфтәрҙәрегеҙгә өҫтәп яҙып ҡуйығыҙ.                                                                                                                                                                                                                            

- Уҡыусылар, хәҙер аудиокассетанан “Үлмәҫбай” поэмаһын тыңлайбыҙ. Тыңлағанда автор Үлмәҫбайға ниндәй характеристика бирә, шул урындарҙыбилдәләп бирегеҙ. (поэманы тыңлау)

Поэма буйынса һорауҙар:

-          Поэманың төп геройы кем?

-          Ул ниндәйрәк герой булып һеҙҙең күҙ алдығыҙға баҫа?

-          Әҫәрҙә тағы ниндәй геройҙар бар?

-          Дейеү тигән һүҙҙе аңлайһығыҙмы? Ул ҡайҙан алынған?

-          Үлмәҫбай образында башҡорт халҡына хас ниндәй һыҙаттар бар?

-          “Үлмәҫбай” поэмаһы Мостай Кәримдең башҡа әҫәрҙәренән нимәһе менән айырыла? (Халыҡ ижадына яҡын, юмор менән яҙылған)

Йомғаҡлау.

     Мин был дәресте М. Кәримдәң “Билдәһеҙ һалдат” шиғырындаға юлдар менән бөтөрөп ғуям.

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә моңһыу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама…

Мостай Кәримдең үҙе өсөн дә еңеү бер яҡтан шатлыҡ. Киләсәк тормошҡа ышаныс. Ә икенсе яҡтан һуғыштан әрнеү, ғазап, яра ҡалған. Мостай Кәрим ғүмере буйы яугир һәм шағир булып тыныслыҡ өсөн көрәште. Һәм ул мәңге беҙҙең күңелебеҙҙә ҡаласаҡ. Шулуй итеп, уҡыусылар, дәрестә һеҙ бөгөн үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? Нимәләр белдегеҙ? (Үтелгәнде ҡыҫҡаса йомғаҡлап китеү)

 Баһалау.

Өй эше.

 

 

 

 

Китаптар (башҡа телгә тәржемә ителгән), һүрәттәр,

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок по башкирскому языку. Мустай Карим (8 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по выставочной деятельности

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 620 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 26.09.2015 2192
    • DOCX 81 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хайретдинова Минзиля Вазировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2280
    • Всего материалов: 1

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 87 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 253 человека

Курс повышения квалификации

Особенности преподавания родного (русского) языка и родной литературы в образовательной организации

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 148 человек

Курс повышения квалификации

Речевое развитие школьников на уроках родного (русского) языка в условиях реализации обновленного ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 214 человек

Мини-курс

Художественная гимнастика: диагностика и технические аспекты

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Патологии нервной системы у детей: от перинатального периода до нарушений поведения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 24 человека

Мини-курс

Психология личности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 23 регионов
Сейчас в эфире

Консультация логопеда. Возможно ли продуктивно заниматься с дошкольниками онлайн?

Перейти к трансляции